Һүҙ менән имләүсе

Һүҙ менән имләүсе

Һүҙ менән имләүсе

Конкурс тест формаһында үтте. Бер сәғәт эсендә 35 һорауға яуап бирергә кәрәк ине. Һөҙөмтәлә, беренсе урынды Өфө ҡалаһынан Мостафина Лилиә яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Сибай ҡалаһынан Салахов Сәлмән менән Баһаутдинова Фәниә яуланылар. 22 август көнө Махачкала ҡалаһында үткән финалда был конкурсанттар Башҡортостан республикаһы исеменән 250 финалист араһында лайыҡлы ҡатнашты. Финалда ике сәғәт эсендә 50 тест һорауҙарына яуап бирергә кәрәк ине. Һөҙөмтәлә, сараны ойоштороусылар, ҡатнашыусыларҙың эштәрен ике аҙна буйы тикшереп, 5 сентябрҙә йомғаҡ яһаны. Беренсе урынға һәм Махачкала ҡалаһында яңы фатирға Дағстан Республикаһынан Тимербулатова Мәрйәм-Асият лайыҡ булды. Икенсе һәм өсөнсө урындар шулай уҡ был республиканан Гамзатова Заира менән Абдулаева Алжанатҡа бирелде. Бар ҡатнашыусыларҙың да фекере буйынса, был конкурсты йыл һайын үткәрергә кәрәк, тигән теләк булды. Сөнки хәҙерге заманда кешенең холҡо боҙола, нәфсеһе үҫә, ике йөҙлөлөк арта. Ошо күңел ауырыуҙарынан «Изгеләр әҙәбе» китабында төрлө дауалау ысулдары килтерелә. Шулай уҡ ҡайһы бер ҡатна-шыусыларҙың фекерҙәрен килте-рәбеҙ. Баһаутдинова Фәниә, Сибай ҡалаһы: «Ошо бөйөк китапты өйрәнергә мөмкинлек биргәне өсөн мин Аллаһҡа ныҡ рәхмәтлемен. Уның асылына етер өсөн әле артабан да уны уҡырға ла уҡырға, аңларға кәрәк». Хиләжева Рәйлә, Өфө ҡалаһы: «Минең мөмкинлегем булһа, мин был китаптың авторына Нобель премияһын тапшырыр инем һәм һәр мәктәптә өлкән кластарҙа уҡытырға ҡушыр инем». Ошо күркәм һәм файҙалы конкурс өсөн ойоштороусыларға, донъя мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, бар ҡатнашыусыларға ысын күңелдән оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Пандемия ваҡыты булһа ла, был сара бөтә Рәсәй мосолмандарын берләштереүсе матур рухи, дини байрам булды.

Тәү көндән беҙҙе Сәлиәбеҙ эскерһеҙлеге, күңел яҡтылығы, бәхетлеләргә генә хас әҙәплеге, мөнәсәбәттәрҙә, холоҡ-фиғелдәрҙә ихлас, ярҙамсыл булыуы менән арбаны. Тышҡы матурлығы хаҡында һүҙ ҙә юҡ, «Йома» тапшырыуының алыштырғыһыҙ журналисы һәм алып барыусыһы Сәлиәгә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Янында эшләгән бөтәһе исеменән ҡыйыу рәүештә әйтә алам: был балҡыш яһалма түгел, уның йылыһы барыһына ла етә. Исеме лә ғәрәпсәнән «йыуатыусы» тигәнде аңлата бит. Һөйкөмлө мөслимәнең матур холҡона, мөғәмәләһенә һоҡланып, күптәрҙең дингә иғтибары, хөрмәте артты, уның гүзәл өлгөһөндә намаҙға баҫып, ураҙа тотоусылар ҙа бихисап, шуларҙың береһе мин үҙем. Әлхәмдүлилләһ! Бөгөн билдәле шәхес менән әңгәмәне һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәм.

− Сәлиә, ислам динендәге ҡатын-ҡыҙ өсөн ғилем мөһим урындамы?

− Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ өсөн белем мөһим урынды биләй. Кешенең фекерләү даирәһе киң булған һайын уның фекерләү ҡеүәһе лә арта. Иреңә терәк булыуҙа, балалар тәрбиәләүҙә, донъяуи, йәмәғәт эштәрендә лә беҙ бар яҡтан да өлгөрөргә тейеш бит, шуға ла, фекерләү ҡеүәһе артһын тиһәк, беҙгә туҡтауһыҙ ғилем эстәргә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙҙең r бер һүҙен килтерәм: «Был донъя өсөн теге донъяны ташлама.” Дингә килеү − ул бит үҙ-үҙеңде төрлө яҡтан ҡыҫыу түгел, беҙ юғарыраҡ дәрәжәле юлда һәр яҡлап оҫта булырға тейешбеҙ.

− Телевидениелағы мәшәҡәтле эшегеҙ менән Һеҙ ҡатын-ҡыҙҙарға дини белем биреү курстарын алып барған кеше. «Телеграмм” каналы аша Ҡөрьән өйрәнеп буламы?

− Изоляция ваҡытында мөмкинлек тә, ваҡыт та бар, ватсапта бер нисә ҡыҙ өсөн төркөм ойоштороп ебәрҙем дә өйрәтә башланым. Улар үҙҙәренең таныштарын саҡырҙы, йөҙҙән ашыу апайҙар, ҡыҙҙар өҫтәлеп, ватсапта Ҡөрьән дәрестәрен алып барҙым. Үҙем дә уҡырға индем, бөгөн Рәсәй ислам университетының икенсе курсында белем алам, Сөбхәнәллаһ! Видеояҙмалар ҙа яҙҙырырға тура килде, күрһәтергә кәрәк бит, хәрефтәр нисек яҙыла, әйтелешен (мәһрәжен) аудиолар менән башҡорт телендә аңлатам. «Телеграм”дың барлығын белеп, шунда күсергә булдым. Шулай бер курс уҡып сыҡтылар. Шунан икенсе төркөм йыйҙым. Быйылғы октябрҙә өсөнсөгә туплармын, тип торам. Ҡыҙҙар-апайҙар араһынан: «Бына, Сәлиә, бер ваҡытта ла, Ҡөрьәнде ҡулыма алып уҡырмын, тип уйламағайным, хәҙер уны асып уҡый алам», − тип шатланып, күҙ йәштәре менән шылтыратҡан инәйҙәр өсөн шул тиклем һөйөнәм. «Кем ислам динен өйрәнеүҙә көс һала, Аллаһу Тәғәлә уның донъя эштәрен яйға һала», − тиелә хәҙистә. Ошо дәрестәрҙе башлап ебәргәс, унан башҡа ла һорауҙар бирә башланылар: дин тураһында, намаҙ, ураҙа, тәһәрәт алыу тураһында. Шул осорҙа телефоным ҡайнап торҙо. Тағы бер төркөм асырға мәжбүр булдым. «Динебеҙҙә йәшәү мәғәнәһе” тип атаным уны. Ватсапта, «Телеграмда бөтәһе бергә 900-ҙән артыҡ кеше иҫәпләнә, Әлхәмдүлилләһ.

− Быйылғы йыл Һеҙҙең өсөн айырыуса әһәмиәтле, «Көмөш шишмә” мәсетендә Һеҙ курстар асып ебәрҙегеҙ, апаруҡ тәжрибә лә туплағанһығыҙҙыр. − Әлхәмдулилләһ, Аллаһтың Ҡөҙрәте менән Дим биҫтәһендәге «Көмөш шишмә” мәсетендә Әхмәт хәҙрәт Фәйзуллин менән таныштыҡ. Теләгем тормошҡа ашты − тормош иптәшемде осраттым. Ә ул унда балалар һәм өлкәндәр өсөн дини мәктәп ойошторған ебәргән, шунда уҡытып йөрөй. Шул дини мәктәпте төшөрөргә барғайным инде. Уның, хәләл ефетемде осратып, ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөн алып барһын ине, тигән хыялтеләге булған. Өйләнешкәс тә, шул апайҙарҙың төркөмөн мин етәкләп алып киттем. Шулай итеп, былтыр беҙ тәжүид ҡағиҙәләрен үтеп бөтөп, быйыл тағы бер дауам итеүселәр төркөмөн йыйырға ниәт бар.

− Мосолман ҡыҙҙары танышҡанда иң башта әхирәттәренән намаҙға баҫыу, хижәп кейеү сәбәбен һораша башлай. Һеҙҙе дини ҡанундар буйынса йәшәү рәүешенә нимә алып килде?

− Дин юлына килеү ҡапыл ғына булмайҙыр ул. Анализлай башлаһаң, бәләкәй саҡтан ошо юлға килеүеңде аңлайһың. Минең дингә килеү тарихын һөйләһәң, бик оҙон. Ике төп этәргес хәл тураһында ғына әйтәм. Береһе − насар: “Сәләм” тапшырыуында эшләгән мәлем. Иртәнге эфирға килгән саҡта бер яуыз кешенең ҡулына эләктем, шул ҡыҫҡа ғына мәлдә йәшен тиҙлегендә доға ҡылынды: «Аллаһым, ошо кешенән ҡотҡарһаң, Һинең юлыңда ғүмерлеккә бурыслы булыр инем”, − тип әйткәндән һуң, ул мине ҡапыл үҙенән этеп ебәрҙе. Ҡотолор алдынан уйлаған уйым күңелемдә нәҙер булып ҡалды бит инде. Ә икенсеһе: Рамаҙан айында баш мөхәрриребеҙ дин тураһында берәй сюжет эшләргә ҡушты. Эргәләге «Ғофран» мәсетенә барырға булдым. Ғосман хәҙрәт Хамматовҡа килдем дә, үҙем ни һорарға ла белмәйем. Шунан әйткән булдым: «Хәҙрәт, иртәнге программабыҙға ныҡ ауыр булмаған темаға һөйләп бирегеҙ әле», − тигән булдым. Хәҙрәт: «Ярай, әйҙә нимә хәрәм, нимә хәләл икәнен аңлатам», − тине.

Интервью бөткәс: “Ә ҡайҙа мин кейем, дини китаптар төшөрә алам?” − тип һораным. Хәҙрәт Һупайлы биҫтәһендәге бер кибеткә ебәрҙе. Барҙыҡ, камера менән төшөрә башланыҡ. Ул саҡта минең башымда, изге Ҡөрьән китабы китап кәштәһендә генә торорға тейеш, уға тейергә һәм асырға ярамай, тигән фекер булды. Шул ваҡытта кибет хужабикәһе янына килеп: «Резеда апай, Ҡөрьәнде нисек аңлайҙар ул, уның башҡортсаһы булмаймы ул?” − тип һораным. Ул көлөп ебәрҙе лә: “Әйҙә, мин һиңә Рамаҙан айында бүләк итәм”, − тип йәшел тышлы, Илшат ағай Хафизовтың «Ҡөрьән тәфсире” тигән китабын алып бирҙе. Мин ни эшләргә белмәйем, ҡалтырап төштөм, был бит изге китап, уны тоторға хаҡым юҡ, тигән хис уянды.

Сумкамды асҡанмын да, тетрәнгес хис менән: “Ошонда ғына һалығыҙ!” − тинем. Резеда апай ҡарап торҙо ла миңә тәһәрәт һәм ғөсөл ҡойоноу хаҡында башҡорт телендә нәшер ителгән китап һуҙҙы. Шул кисен үк китапты асып, уҡый башланым. Оҙаҡламай намаҙға баҫтым, Әлхәмдүлилләһ! Ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейеменә ҡағылышлы аяттарҙы уҡығас, уның бурыс икәнен белгәс, тулыһынса кейенергә булдым. Бергә эшләгән етәкселәр ҡабул итмәй, сисергә тәҡдим итте. Әммә мин Аллаһ юлын һайланым. Эштән киттем. Бер айҙан ул ваҡытта телевидение буйынса директор урынбаҫары Ғәлим Миңлеғәлим улы Яҡупов мине яңынан саҡырып алып, һөйләшеп ҡараны, күндерә алмағас, Морат ағай Лоҡманов янына ебәрҙе. Шул бәхетле көндән башлап, бына инде нисәмә йыл «Йома” тапшырыуында эшләп йөрөйөм, Әлхәмдүлилләһ! Эшләй башлағандан бөтә һорауҙарымды етәксемә бирәм. Морат хажи бит хәҙрәт кеше, мине гел нәсихәтләй. Ҡыҙыҡ, уға һорау бирәһең дә, ул тура яуап бирмәй, ниндәйҙер миҫал, булған хәлде һөйләп бирә, ә һин аҙаҡ уйланаһың: нимә әйтергә теләне икән, тип (йылмая). Шулай кинәйә, хикмәт менән аңлата белеүе шул тиклем оҡшай миңә! Шунан тора-бара кеше менән аралашҡанда, дәғүәт юлында шул тиклем һаҡ булырға кәрәк икәнлеген аңлай башлайһың. Нәзәкәтлек менән, психолог һымаҡ кешенең кимәлен белеп, һөйләшә белергә кәрәк.

− Беҙҙең баҫманы уҡыған мосолмандарға ниндәй теләктәр еткерергә уйлайһығыҙ?

− Мөслимә булараҡ, ҡатынҡыҙҙар өсөн генә әйтәм инде. Һуңғы ваҡытта эсемде бошорған бер күренеш бар. Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙҙең мөслимәләр араһында яулыҡты бер кейеп, бер сисеп йөрөү модаға инеп китте. Уның йөрәгенә динебеҙҙең тамсыһы ла инеп өлгөрмәнеме икән, тип йән әрней аҙаҡ. Йә булмаһа, ябынһа ла еткереп ябынмаусылар бар. Ҡыҙҙарыбыҙ, тюрбан ябынып, күлдәк кейеп йөрөнөм дә, биҙәндем, алҡалар таҡтым да, хижәплемен, тип уйлай күрмәһендәр. Киреһенсә, матурлыҡты ҡаплап йөрөр урынға һеҙ уны асып һалдығыҙ, матурлығығыҙға баҫым яһанығыҙ! Үҙегеҙҙең күрһәтмәй торған ерегеҙҙе астығыҙ. Әйҙәгеҙ, беҙ Аллаһтың ҡушыуын еренә еткереп үтәйексе. Сөнки беҙгә ҡарап башҡа ҡыҙҙар фәһем, дәрес ала, һәр беребеҙ уйланайыҡ! Яулыҡ ябынып, беҙ ҙур эш эшләйбеҙ. Аллаһтың ҡушыуын үтәйбеҙ.

− Сәлиә Хөрмәтулла ҡыҙы, ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. Артабан да халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, яҡшылыҡҡа, ғилем алыуға әйҙәүсе ғәмәлдәр эшләргә, йөкмәткеле һәм барыбыҙ өсөн файҙалы тапшырыуҙа мәңгелек ҡиммәттәрҙе иҫебеҙгә төшөрөп, сауаплы хеҙмәт кенә алып барырға яҙһын, ин шәә Аллаһ! Яҡындарығыҙға, ғаиләгеҙгә ике донъя рәхәтен бирһен Раббыбыҙ!

СВЕТЛАНА ӘБСӘЛӘМОВА ЯҘЫП АЛДЫ

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...