Гөлсинә әл-Сәлүи: “Был донъяға һөйөү менән бағайыҡ...”
Һүҙе яғымлының үҙе лә яғымлы, теле матурҙың күңеле лә матур. Донъяға үҙенә генә хас иркәлек һәм яғымлы наҙ менән баҡҡан Гөлсинә менән танышҡас та, ошо мәҡәл иҫемә килеп төштө. Бынан бер йыл ярым элек ковидтан төҙәлә алмай ҡаңғырып, эшкә сыҡһам да, күҙ алдарым ҡараңғыланып, бик оҙаҡ башым әйләнеп йөрөнө.
Шул мәлдә хеҙмәттәшем Айгөл миңә Әбйәлилдән Өфөгә пациенттарын хиджама менән дауаларға килгән Гөлсинә Әл-Сәлүигә барып килергә кәңәш итте. Гөлсинә Вәлиәхмәт ҡыҙы шул кистә мине үҙенең иң ҡәҙерле ҡунағы итеп ихлас йылмайып ҡаршы алды, үҙенең эскерһеҙлеге менән арбаны, бөгөнгө заманда кешелә һирәк осраған йылылығы менән күңелемде имләне. Бәхеткә ҡаршы, бер нисә ай үткәс, уның йәнтөйәге Күсем ауылына барыу бәхете тәтене. Килеү менән мул табын артына ултыртып, тәмле аштары менән һыйланы. Ҡөрьәндән аяттар, Аллаһ Рәсүленә ﷺ салауаттар уҡыныҡ. Ҡунаҡсыл, мөләйем хужабикә улы Фәрит менән мөнәжәттәр, Рәсүлебеҙ ғәләйһис-саләтү үә сәлләмдең килеүенә Мәҙинә әл-Менәүәрә халҡы сығарған нәшидте башҡарып ҡыуандырҙы. Яратҡан Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдкә ﷺ һөйөү уларҙың тормошонан айырылғыһыҙ: йөрәктәрен илаһилыҡҡа солғай, хыял бишегендә бәүелтә, Аллаһҡа яҡынайта. Шулай уҡ ошо мәлдә Гөлсинәне яҙмышын хәл иткән көндәргә алып ҡайта:
«Йәмән егете Абдулүәси менән Магнитогорск ҡалаһының индустриаль-педагогик техникумында бергәләп уҡыныҡ. Уның менән танышып, кейәүгә сығып китеүемдең төп сәбәбе лә бәләкәй сағымдан Ҡөрьәнде уҡырға өйрәнеү теләге арҡаһындалыр. Әлбиттә, саф һөйөүебеҙ ҙә хәл иткес роль уйнаны. Танышыуыбыҙҙың тарихы ла ҡыҙыҡ: урамдан китеп барғанда, миңә беҙҙең техникумда белем алған бер төркөм сит ил студенттары осраны ла, шуларҙың берәүһе миңә йылмайып мосолманса сәләм бирҙе. Мин шартына килтереп яуап биргәс, аптырап китте: «Һин мосолманмы әллә?» – тип һүҙ ҡушты миңә. Мине ситтән күҙәтеп, яныма килергә баҙнат итә алмай йөрөгәнен белеп ҡалдым шунда. Һөйкөмлө һөйәк, тиҙәрме әле, Абдулүәси ҙә үҙенең матур фиғеле менән минең күңелемә ятты. Танышҡас та, мин унан Ҡөрьән уҡырға өйрәтеүен һораным».
Гөлсинә тормошҡа сыҡҡансы уҡ курсташ афған ҡыҙынан намаҙ уҡыу тәртибен һорашып, өйрәнеп кенә ҡалмай, дәфтәренә һыҙғылап, конспектлап ҡуя. Атеизм сәскә атҡан осорҙа үҫкән ҡыҙ Күсем ауылында барыһын ғәжәпкә ҡалдырып, 90-сы йылда намаҙға баҫа. Йәш ҡатынының теләген һаман да тормошҡа ашыра алмағанына бер аҙ үкенеңкерәп алһа ла, уҡыуыбыҙҙы тамамлап, Йәмәнгә ҡайтыу менән Ҡөрьәнде өйрәтермен, тип вәғәҙә бирә һөйөклөһөнә Абдулүәси. Намаҙға баҫһа ла, Гөлсинәнең белеме ныҡ һай ине әле. Күп нәмәне белеп етмәгәнгә күрәлер ҙә, яратҡан иптәшенең «мин бит сәйид тоҡомонан» тип әйткәне бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән сығып китә, был һүҙҙәргә күп йылдар үткәс кенә төшөнә башлай ул.
«Мин Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең тоҡомонан тип әйткән бит инде ул! −ти Гөлсинә. – Шул һүҙ дингә, намаҙға ныҡлап баҫҡас ҡына башыма барып етте: ниндәй бөйөк тоҡомдоң килене булырға яҙған миңә! Иптәшем, ысынлап та, иҫ китмәле матур кеше ине: күберәк тыңлар ине, нимәнелер бәйән иткәндә, аҫҡа ҡарап һөйләр ине. Булмышынан миһырбанлыҡ, оло мәрхәмәт, ҡарашынан нур сайпылып-түгелеп торғандай тойолдо. Абдулүәси менән ике йыл ғына йәшәп өлгөрҙөк, щуға ла хәҙер «ине» тип һөйләргә мәжбүрмен».
1992 йылдың 4 февралендә Әл-Сәлүи ғаиләһендә малай тыуа. Йәштәр техникумды тамамлай, тимәк, Йәмәнгә ҡайтыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр бит, иптәше артынан юлға сығырға йөрөгән ерҙән Гөлсинә баш тарта, дөрөҫөрәге, йәш бала менән уны сит ергә ата-әсәһе ебәрмәй. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн, хәтер һандығын барлап, үткәненә ҡайтҡан был мөләйем ҡатындың һүҙендә лә, йөҙөндә лә яҡындарына үпкәһе юҡ. Тыуып үҫкән Күсем ауылы шул тиклем яҡын һәм ҡәҙерле бит уның өсөн. Башҡорт балаһы ҡаны, йөрәге менән дә йәнтөйәгенә береккән бит! Тик Урал итәгенән урғылып сыҡҡан шишмәләр, туған моңо ғына Гөлсинәнең һыуһынын ҡандыра! Йәндәй күргән кешеһе менән юлдары айырылһа ла, улы Фәрит әле булһа Йәмәндә йәшәгән атаһы, туғандары менән скайп аша аралашып тора. 31 йәшлек егет ғәрәп телен тағы ла нығыраҡ үҙләштереп, атаһы янына ҡунаҡҡа барып ҡайтырға хыяллана.
“Фәритем, тыуғас, гел сәждәлә йоҡларға яратты. Әсә йөрәге ҡурсып тора бит, тонсоғоп ҡуймаһын балам, тип әйләндереп һалам да, ул тағы ла кире әйләнеп, сәждәлә йоҡлауын дауам итә ине. Улым бер ваҡытта ла ауырыманы. Йәш ярымда ап-асыҡ итеп һөйләшә башланы. Илгәҙәк булғас, беҙ йәшәгән яҡҡа балалар, Фәритемде уйнатыр өсөн, ауылдың икенсе осонан килеп етәләр ине. Бер ваҡыт юғалды ул. Балаларҙан һорайым: «Фәритем ҡайҙа?» Балалар: «Фәрит Һеҙгә әйтергә ҡушманы. Ул бит көн һайын, һеҙгә әйтмәйсә, мәсеткә йөрөй». Балам ҡайтҡас, һораша башланым. Ғәйепле булһа, улым гел аҫҡа ҡарап, шыма ла ҡуя торғайны. Бындай саҡта уның менән ҡурҡытып та, ҡысҡырып та һөйләшеп булмай. Ҡаты, талапсан һөйләшеү килешмәҫ, тип, уға: «Мәсет бит изге йорт, урамда саң-туҙанға батып, тура унда керергә ярамай. Әҙерләнеп, йыуынып барыу яҡшыраҡ. Мин һине мәсеткә йөрөүҙән тыймайым», – тигәс, күҙҙәре ялтырап, шул саҡта ныҡ шатланып китте улғынам».
Туғыҙынсы синыфты тамамлап, улының үҙ ихтыяры менән Силәбеләге мәҙрәсәлә, аҙаҡ Өфөлә Рәсәй ислам университетында белем алыуына ныҡ ҡыуана Гөлсинә Вәлиәхмәт ҡыҙы. Үҙе иһә 90-сы йылдарҙа, уғата хәүефле һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн генә түгел, көслө зат өсөн дә ныҡ ҡатмарлы эшҡыуарлыҡҡа тотоноп, ауылда бер нисә кибет аса. Уңған ҡатын был өлкәлә алһыҙ-ялһыҙ тиҫтәнән ашыу йыл эшләй. Ауыр хеҙмәтенә мөкиббән булып йөрөй ҙә, күңеле төбөндә бала сағында яралған иң ҙур, иң яҡты хыялының һаман да тормошҡа ашмауын иҫкә төшөрһә, йөрәге һулҡылдап ауыртып алып китә. Һәм берҙән-бер көндө был тынғы бирмәҫ мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителә.
«Бәндәһенә нимә хәйерле икәнен тик Аллаһу Тәғәлә генә белә! Мин ике магазин тоттом. 2008 йылда берәүһе янып китте. Был билдәне яңылыш юлда йөрөймөндөр, тип ҡабул иттем. Ныҡ уйландым һәм шундай һығымтаға килдем: әгәр ҙә ошо кибет миңә яҙған булһа, кемдер уны күреп ҡалыр ине лә, ул янмаған булыр ине. Тимәк, мин донъяуи мәшәҡәттәргә бирелеп киткәнмен!
Уға тиклем дә һынауҙар булды, тик мин үҙемдең эштәремә әүрәп, уларға иғтибар итмәгәнмен. Магазины янһа, ниһайәт, туҡтар, тип уйлағандыр. Ысынлап та, шулай булды, һәм мин үҙемде төрлө өлкәлә һынап ҡарай башланым, төрлө курстарға йөрөнөм, шунан инде Рәсәй ислам университетына ситтән тороп уҡырға инеп, 2020 йылда диплом яҡланым».
Ислам университетында уҡыу йылдарында Гөлсинә хиджама, өшкөрөү, һөлөк һалыу нескәлектәренә өйрәнә. Сөннәт медицинаһы буйынса дауаланыуҙың яҡшы һөҙөмтәләр биреүен күреп, был эшкә етдиерәк тотона. Хәҙер ул пациенттарын Күсем ауылындағы өйөндә ҡабул итә. Тынғыһыҙ күңелле мөслимә былтыр Магнит ҡалаһына уҡырға йөрөп, косметолог һөнәрен үҙләштереп ҡайтты. Нимәгә өйрәнһә лә, ҡулынан килә, белгәнен үҙендә тотмай, башҡаларға еткерә. Гөлсинәнең донъяға, кешеләргә, бөтә тереклеккә һөйөү менән бағыуы, барыһын да яҡын күреп, хәстәрләүе татыу күмәк балалы ғаиләлә алған тәрбиәһенән дә киләлер, һис шикһеҙ! Музыкаль мөхиттә үҫеп, ҡулынан мандолинаһын төшөрмәй. Улы ла моңға ғашиҡ йән, Фәрит үҫмер сағында «Ирәндек моңдары» конкурсының лауреаты исеменә лайыҡ булған, ҡурайҙа, ҡубыҙҙа өҙҙөрөп уйнай. Тиҫтәнән ашыу йыл элек Гөлсинә ҡулына ҡәләм алып, шиғырҙар, мөнәжәттәр яҙа башлай. Күңел ынйыларынан матур йыйынтыҡ туплана. Күптән түгел Ташбулат ауылы мәҙәниәт һарайында Гөлсинә Әл-Сәлүиҙең «Бәхетлемен» тип аталған китабының исем туйы үтте. Был кисәлә ҡатнашҡан шағирә, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева үҙенең сәхифәһендә шулай тип яҙып сыҡты: «Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһында Гөлсинәнең ҡулъяҙмаһын тикшереүҙә булып, ижадын, үҙен белгәнгә, уның ошо ҡыуанысын уртаҡлашыу үҙе бер бәхет ине.
Ташбулаттарҙың үҙ шағирәләренә иғтибарын, ихтирамын тойоп һөйөндөк. Гөлсинә ул көндө ысынлап та бәхетенән нурланып балҡыны. Уны китабы нәшер ителеүе менән ҡотлағандар ҙа ошо тойғоно кисерҙе».
Артабан да Гөлсинәгә яҡташтарының рухын күтәреп, Сөннәт медицинаһы ярҙамында һаулыҡтарын нығытып, яҡшылыҡҡа, ғилем алыуға әйҙәүсе ғәмәлдәр эшләргә яҙһын. Мәңгелек ҡиммәттәрҙе онотмай, сауаплы хеҙмәт менән көн күреүҙе өҫтөн итһен Раббыбыҙ.