Ауылыбыҙҙың ҡото ул!

Ауылыбыҙҙың ҡото ул!

Ауылыбыҙҙың ҡото ул!

Юлдыбай ауылында һирәк осраған исемле ҡатын йәшәй. Берәүҙәр уға «апай» тип өндәшә, икенселәр – «инәй» ти, ә миңә, өс туған ағайҙың ҡатыны булараҡ, «еңгәй» тейешле. Раҡия уның исеме. Бар кешегә лә изге йәнле, кешелекле һәм кеселекле, ярҙамсыл, ябай ул. Уның менән аралашыуы ҡыҙыҡлы, кәңәше фәһемле, әйтер һүҙе булһа, уйынлы-ысынлы итеп, кешене рәнйетмәй, кәмһетмәй генә дөрөҫөн әйтә.

 

Аллаһ ҡөҙрәте менән Раҡия еңгәйгә бик һирәк осрай торған һәләт бирелгән. Күҙ-ҡолаҡтан башҡа ла, һиҙеү һәләте бар үҙендә. Ауыл халҡы юғалған әйберен, мал-тыуарын таба алмаһа – Раҡия еңгәйгә ашыға. Дөп-дөрөҫ әйтеп, ярҙам күрһәтә килгән кешегә. Бер эҙен дә ҡалдырмаған енәйәтселәрҙе асыҡлау өсөн дә мөрәжәғәт иткәндәре булған элегерәк. Ярҙамы тейгән.

– Раҡия апай, тап Һеҙ әйткәнсә булып сыҡты – ҡасып йөрөгән бурҙы тоттоҡ, – тип рәхмәтен белдергәндәр.

– Еңгәй, ҡайһы ваҡыттан алып шундай һәләткә эйәһең? – тип, ҡыҙыҡһындым.

– Бәләкәй саҡтан уҡ үҙем менән булыр хәлде алдан белеп торҙом. Мин бар кеше лә шулайҙыр, тип уйлай торғайным, шуға күрә һәләтемә иғтибар ҙа итмәй йәшәнем. Атайыбыҙ ҙа беҙҙең шулай һиҙгер булды. Алдан уҡ йортобоҙға кеше килерен белә ине. Мулла булғанға шулайҙыр, тип уйлай инек, бер ҙә ғәжәпкә һанаманыҡ, – тип иҫкә алды мәрхүм атаһын, билдәле дин әһеле, көслө хәҙрәт Сабирйән мулланы.

Раҡия Сабирйән ҡыҙы Аҡтаева 1946 йылда Йылайыр районы Исҡужа ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Ҡунаҡбикә менән Сабирйән Аҡтаевтар биш ҡыҙ балаға ғүмер бирәләр.

– Ғаиләбеҙҙә малайҙар булмаһа ла, бәләкәй саҡта биш малайға торошло тиктормаҫ, шаян, шуҡ булдым. Эшкә лә әрһеҙ булдыммы икән, атайым үҙе менән бергә алып йөрөп, малайҙар эшен эшләтер ине минән, – ти, бала сағын иҫләп, Раҡия еңгәй.

Атаһы, Сабирйән мулла, районыбыҙҙа ғына түгел, тирә-яҡтарҙа ла бик таныулы була. Дингә һәм ғилемгә ынтылышы, һәләте йәштән үк ҙур булған уның. Тәүҙә Йылайыр районы Ишбулды мәҙрәсәһендә белем ала, һуңынан Баймаҡ районы Муллаҡайҙа Ғүмәр хәҙрәттә уҡый, артабан белемен Сибайҙа нығыта.

– Атайыбыҙ Манһыр ауылына йәйәү барып, Мөжәүир хәҙрәттә уҡыуына ҡыуанып бөтә алмай ине, – ти Раҡия еңгәй. – Үҙендә илаһи көс булыуын тойғандыр атайым – доғалар менән өшкөрөүе ярҙам һорап килгән кешенең олоһона ла, кесеһенә лә килешә ине. Шуға күрә лә тупһабыҙҙан кеше өҙөлмәне. Ярҙам күрһәтмәйенсә, берәүҙе лә кире бороп сығарманы атайым. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, утлы яуҙар үтеп, Берлинға тиклем барып еткән яугир атайым тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, бар хәленсә кешегә ярҙам итеп йәшәне.

Раҡия еңгәй ҙә тап шулай, ата-әсәй тәрбиәһендә үҫкән бит, кешегә ярҙам итергә һәр саҡ әҙер, кеше күңелле ул, мал йәнле, йәлләй ҙә, йыуата ла белә, бар эште лә күңелен биреп эшләй. Шуғалыр, ниндәй эшкә тотонмаһын – уңышлы була.

Исҡужа ауылында башланғыс мәктәп кенә булыуы сәбәпле, күрше Ҡашҡар ауылына йәйәү йөрөп, 8-се синыфты тамамлай Раҡия. Артабан үҫмер ҡыҙ совхоз фермаһына һауынсы булып эшкә төшә. Алты йыл эшләгәс, «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» исеменә лайыҡ була.

– Нисек итеп ҡул көсө менән 23 һыйырҙы һауып йөрөгәнмен икән, – тип әлеге ваҡытта үҙенең йәш сағын иҫкә алып, аптырап ҡуя мөләйем ҡатын.

Һуңыраҡ икмәк бешереүселәр курсын тамамлап ҡайтып, пекарня эшсәндәренә етәкселек итә. Ҡашҡар, Вознесенка, Юлдыбай ауылдарында һатыусы эшен дә уңышлы башҡара. Тырышлығы, юғары күрһәткестәре өсөн «Социалистик ярышта еңеүсе» билдәһе менән бүләкләнә. Юлдыбай ХТП-һында склад мөдире булып та эшләй. Эшҡыуарлыҡ башланып, бәләкәй сауҙа нөктәләре ябылып бөткәс, Раҡия еңгәй үҙенең йәш сағында эшләгән совхозында хеҙмәтен дауам итеп, хаҡлы ялға сыға.

Тормош юлы һикәлтәһеҙ үтмәй. Беренсе никахынан уңмай, айырылышалар. Артабан Юлдыбай егете, Шамил ағайға, тормошҡа сыға. Матур ғаилә ҡороп, йорт һалып инәләр. Тик бала бағыу бәхетенән мәхрүм булалар. Ҡырҡ йәше уҙып барғанда, бала табыу йортонан изге ниәт менән бәпес алып ҡайталар. Ошо көндө Раҡия еңгәй йыш иҫенә төшөрә:

«Тәүбә-тәүбә, сауҙа баҙарымы ни?! «Һайлағыҙ!» – тинеләр. Күҙ йөрөтөп сыҡтым: теҙелеп киткән йәтеш кенә карауаттарҙа «мырш-мырш» килеп сабыйҙар йоҡоға талған. Мөйөштәге карауаттан сыйылдап ҡына, йәлләүес, зарлы тауыш ишетелде. Ашығып янына барҙым. Муйылдай ҡара күҙҙәре менән мөлдөрәп кенә ҡарап ятҡан, сибек, сырхау ғына күренгән бәпесте ҡулыма алдым. «Нишләп ҙурыраҡ, теремек баланы һайламайһығыҙ, был «хөрәсте» нисек үҫтерергә уйлайһығыҙ?» – тине табип. Кире урынына һалырға йәлләнем сабыйҙы. «Үҫтерербеҙ, Аллаһ ярҙамы менән!» – тинем дә, шул сырхау ғына 18 көнлөк баланы алып ҡайттыҡ. Атайым, мулла булараҡ, аҙан әйтеп, яңынан исем ҡушты балаға».

Шөкөр, Морат улы бәһлеүәндәй хәҙер. Өфө сәнғәт академияһын тамамлап, Сибай ҡалаһында үҙ һөнәре буйынса эшләй, өйләнде, бәхетле ҡартәсәйҙең һөйөнөсө – ейән, ейәнсәре бар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Раҡия еңгәйҙең хәләл ефете Шамил ағайҙың ҡыуанысы оҙаҡҡа булмай. Йәштән үк ҡаты ауырыу менән яфалана ул. 36 йыл бергә йәшәгән һәр бер көнөн Раҡия еңгәй ағайҙы матур итеп ҡарап, уның һаулығын ҡурсалап үткәрә. Уфтанмай, зарланмай, ҙур түҙемлек менән йәшәгәне өсөн еңгәйгә рәхмәтен әйтеп, фатихаһын биреп, донъя ҡуя Шамил ағай.

Раҡия Сабирйән ҡыҙы бөлөнөп ултыра торған бәндәләрҙән түгел. Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлап килеүгә ҡарамаҫтан, теремек, эшһөйәр, тиктормаҫ ул. Ҡош-ҡорт ҡарай, баҡса үҫтерә. Донъяһы бөхтә, йортонда ҡот уйнай. Барыһына ла өлгөрә: өйҙә биш намаҙын ҡалдырмай уҡый, мәсеткә йөрөй, мәрхүмдәргә бағышлап аяттар үткәрә, туғандарына ярҙам итә. Йортонан кеше өҙөлмәй. Ингән кеше буш сыҡмай – өҫтәлендә һәр саҡ сәйе, тәм-томо әҙер уның. Һыйлап, изге кәңәштәрен биреп, мохтаж кешегә матди ярҙам күрһәтеп, оҙата.

– Әсәйем менән атайым да шулай йәшәнеләр, – ти еңгәй.

Йомарт күңелле Сабирйән мулла менән түҙемле, ипле холоҡло Ҡунаҡбикә Аҡтаевтарҙың ғаиләһендә тәрбиә алған Раҡия еңгәй, яҡындарының фатихаһында уңышлы йәшәй. Күп кенә ыҙа-ауырлыҡтар күрһә лә, үҙен бәхетле тоя. Ғәзиз улы, ейәндәре, күрше-күләне менән бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

 

Гөлшат Зөлҡәрнәева,

Йылайыр районы

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әйтегеҙ әле, зинһар: ҡатынына «атайың менән әсәйеңдән алып китәм дә, улар менән аралашмаясаҡһың» тигән шарт ҡуйған ир кешегә уның хаҡ түгеллеген һәм был осраҡта ундай шарттың ҡуйылмаҫҡа тейешлеген нисек аңлатырға? Ирегеҙҙең һеҙгә, атай-әсәйең менән аралашма, тип шарт ҡуйыуы дөрөҫ...


Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә

Ҡалабыҙҙағы Ишембай йәмиғ мәсете һуңғы йылдарҙа бар халыҡтың иғтибар үҙәгенә әйләнде тиһәк, хата булмаҫ. Үткәндәренә лә күҙ һалһаҡ, йөрәктә – йылы хәтирәләр генә. Оҙаҡ йылдар мәсетте имам-хатип Рәфҡәт хәҙрәт етәкләне, уның тырышлығы менән ҡалабыҙҙа иман йорто ҡалҡып сыҡты. Дини ғилем алып...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...