ЯҢЫЛЫҠТАР

ЯҢЫЛЫҠТАР

Хәләл ризыҡҡа – айырым иғтибар

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе ШәйхүлИслам Тәлғәт Тажетдин халыҡара эшҡыуарлыҡ аҙналығындағы үҙенең сығышында хәләл продукцияһын етештереүҙе даими һәм ентекле тикшереп тороу кәрәклеген һөйләне. – Хәләл – ул ризыҡтың исеме генә түгел, Аллаһ I ҡушҡан, рөхсәт ителгән нәмә ул. Өфөлә ошо төшөнсәгә һәм бизнесҡа арналып уҙғарылған үткән форумдың әһәмиәте ғәйәт ҙур. Был ябай бизнес түгел, Аллаһ рөхсәтендәге бизнес, сөнки уның сифаты Раббыбыҙ ҡушҡанса буласаҡ, ошо продукцияны етештереүсенең тырышлығынан да торасаҡ, – тип, сығыш яһаны Тәлғәт Сафа улы. Хәләл ризыҡтың сифатын тикшереп, шикле ингредиенттарҙың ҡулланылмауын даими күҙәтеп торорға кәңәш ителә. Мөфтөйҙөң һүҙҙәренә ҡарағанда, хәләл ризыҡ етештереү тураһында таныҡлыҡ алып эшләгән ҡайһы бер етештереүселәр артабан, ни сәбәптәндер, ҡағиҙәне боҙоп, төрлө ингредиенттар ҡуша башлай. Һәм кешенең ышанысын юғалта. Тәлғәт Тажетдиндың кәңәш итеүе буйынса сертификат алыусы ойошмаларҙың эшмәкәрлеге һәр ваҡыт мосолмандарҙың иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.

105 йәшлек инәй сирҙе тиҙ еңде

Төркиәлә 105 йәшлек Хурие Башкапан коронавирус йоҡтороп сирләгәндән һуң, биш көн эсендә аяҡҡа баҫҡан. Өлкән йәштәге ҡатын Стамбулда йәшәгән улына ҡунаҡҡа килгәндә, ҡапыл хәле насарайыуын, аппетит юғалыуын тойған. Уны оҙатып килгән ҡыҙында һәм ейәнендә лә ауырыуҙың шундай уҡ билгеләре асыҡланғас, кисекмәҫтән, медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткәндәр. Өсөһөнә лә COVID-19 диагнозы ҡуйылған. Табиптар шундуҡ 105 йәшлек инәйгә тиҙерәк госпиталгә ятып, дауалана башларға кәңәш иткән. Иң оло пациенттың биш көндә шәбәйеүен табиптар ҡыуанып һәм ғәжәпләнеп ҡабул итте. Башкапандың хроник сирҙәр менән яфаланыуын иҫәпкә алғанда, аптырауҙары урынлы һымаҡ.

«COVID-19», ғәҙәттә, өлкән йәштәге кешеләр һәм хроник сирҙәр менән яфаланғандар өсөн хәүефле, ә беҙҙә ятҡан ағинәй ҡурҡыныс вирусты еңел генә кисерҙе. Беҙҙең кәңәшкә ҡолаҡ һалған яҡындары ла ныҡ ярҙам итте беҙгә», – ти Башкапандың докторы Эмре Озге. Аяҡҡа баҫҡас, Башкапан COVID19-ҙан һауыҡҡан оло йәштәгеләр исемлеген тағы ла күбәйтте. Төркиәлә ҡурҡыныс ауырыуҙан тере ҡалған пациенттар араһында иң олоһо булып бөгөн 107 йәшлек Хавахан Карадениз һанала.

Хәләл ипотека – көнүҙәк мәсьәлә

Республиканың тышҡы иҡтисад бәйләнештәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, декабрь айында Өфөлә үткән халыҡара эшҡыуарлыҡ аҙналығында Рәсәйҙә «хәләл ипотека» индереү мәсьәләһе ҡаралған. Дәүләт Думаһы депутаты Расул Боташев сығышында илебеҙҙә ислам банкыһына һәм хәләл ипотекаға ихтыяж барлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды, ошо көндәрҙә Рәсәйҙең үҙәк банкыһында уларҙы ғәмәлгә индереү мөмкинлеге ҡарала икән. Шул уҡ сығышында күсемһеҙ милекте «хәләл», йәғни «рөхсәт ителгән» ипотека ярҙамында алыу шәриғәт ҡанундары буйынса үтергә тейеш, ссудаға процент түгел, ә һатыуға сығарылған сығымдарҙы иҫәпкә алғандан һуң, тауарҙың үҙҡиммәтенә өҫтәмә хаҡ ҡына ҡуйыла. «Хәләл – ул ашағанэскән ризыҡ ҡына түгел, йәшәү рәүеше лә. Был бизнестың үҫеше ҡулланыусыларҙың ышанысынан тора, шуға күрә, был тармаҡты үҫтерәм тигән ойошмаларға рухиәхлаҡи ҡиммәттәр хаҡында онотмау зарур», – тине сығышында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе Шәйхүл-Ислам Тәлғәт Тажетдин. Хәләл-индустрияның үҫеше Башҡортостан өсөн генә түгел, ил өсөн дә иҡтисади яҡтан ярайһы ғына файҙа килтерә алыуын әйтеп үтте.

«Өс таған» – иң яҡшыһы

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмы Ҡытайҙа XV Халыҡ-ара балалар киноһы фестивалендә иң яҡшы балалар фильмы тип танылды. Был хаҡта фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров инстаграмда хәбәр итте. Яҙмаға Өфө кинематографистарына ебәрелгән диплом да һалынған. Фестиваль Гуандун провинцияһы Гуанчжоу ҡалаһында уҙҙы. Был «Өс таған» фильмының тәүге наградаһы түгел, картина байтаҡ кинофорумдарҙа юғары баһаланды. 2019 йылда Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Мостай Кәримдең 100 йыллығы алдынан «Өс таған» фильмын премьера алдынан күрһәтеү ойошторолдо. Коронавирус пандемияһына бәйле киң премьера һәм республикала прокатҡа сығарыу кисектерелде.

Башҡорт теленә яңы ҡараш

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды быйыл бихисап матур проекттар менән сығыш яһаны, шуның береһе декабрь урталарында Өфөлә уҙҙы. Арт-квадратта «Башҡорт теленә яңы ҡараш» тип аталған сара ойошторолдо. Унда башҡорт телен популярлаштырыу буйынса проекттарҙың презентацияһы үтте. Коронавирус пандемияһы шарттарында бөтәһен дә бер майҙансыҡҡа йыйыу мөмкин түгел, шуға күрә сара оффлайн һәм онлайн уҙғарылды. Проект авторҙары, йәмәғәтселек фекере лидерҙары туранан-тура ҡатнашты, шулай уҡ киң аудиторияға Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура трансляция барҙы. Ҡатнашыусылар башҡортса-русса һәм руссабашҡортса тәржемәсенең яңы вебпорталы, башҡорт телен өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымталар, «Аҫылташ» бренды тураһында мәғлүмәт алды. Йәш музыкант Юлай Ҡасимов башҡарыуында ҡурай моңон тыңланы.

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...