Мәсет – Йәннәт буҫағаһы

Мәсет – Йәннәт буҫағаһы

Яңыраҡ Өфө районың Ҡара Урман (Чернолес) ауылында яңы мәсет асылды. Имам-хатип Вәлиәхмәт хәҙрәт (Венер Сәйфетдинов) әйтеүенсә, мәсет 10 ай эсендә сафҡа индерелгән. Бар төҙөлөш эштәре “Башбетонсервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры, меценат Ривал Миңнислам улы Ғәбделхаҡов тарафынан алып барылған. Иманлы ауылдаштар ҙа ситтә ҡалмаған. Мәҫәлән, 80 йәшлек Миңлегөл абыстай һәр ай пенсияһынан мәсет төҙөлөшө өсөн ғөшөр биреп торған.

Тирә-яҡҡа нур балҡытып ултырған Аллаһ Йортон ҡотлар өсөн төрлө яҡтарҙан ҡунаҡтар ағылды. Улар араһында иң мәртәбәле ҡунаҡ Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин дә бар ине.

“Бөгөн матур, йәмле көн. Шәмбе көнө. Йоманан һуң булған көн. Йома көнө –Ҡиәмәт була торған көн. Донъяның бөтә торған көнө. Уны уҙҙыҡ. Киләһе йомаға тиклем тағы бер аҙна срогыбыҙ бар. Ул арауыҡта йә төҙәләбеҙ, йә аҙабыҙ. Әгәр аҙабыҙ икән, Ҡиәмәт етә. Шуның өсөн йоманан һуң шәмбе – аҙнаның ахыры. Ул ҡыҙыл көн. Ҡан түгелеп, бөтә донъя селпәрәмә килеп, бөтөн барлыҡ тетелә торған көн, шуға күрә лә ҡыҙыл ул. Ләкин кисә Ҡиәмәт булманы. Яҡынайған булһаҡ та. Йә Аллаһу Кәрим! Атабыҙ Әҙәм тыуған көндә (тыуған түгел, ул тыуманы Аллаһ Үҙе балсыҡтан бар итте, 40 йыл буйына балсыҡ булып тороп, шул балсыҡҡа йән бирҙе. Унан ҡабырғаһынан әсәбеҙ Һауаны яралтты). Улар яратылған көн, тип, кисә Йома намаҙын уҡыныҡ. Йома – ғәйеттән дә ҙурыраҡ. Ике ғәйетебеҙ бар: Ураҙа ғәйете, Ҡорбан ғәйете. Йома уларҙан да олораҡ. Бына был урын, был ауыл йомаға йыйылыуҙан мәхрүм ине. Асылы ла, нигеҙе лә изге-хәйерле булған бәндәләр бар-юғын йыйыштырып, был мәсетте һалырға кереште, – тине Тәлғәт Сафа улы. – Хәбибебеҙ Мөхәммәд ﷺ: “Кем Аллаһ ризалығы өсөн мәсет һалһа, ул мәсете ҡош ояһы кеүек кес кенә булһа ла, уға Йәннәт һарайҙары әҙерләп ҡуйылыр”, – тигән. Был донъяла ла Аллаһу Тәғәлә мәсет төҙөүселәрҙең тормоштарын уң, бәрәкәтле итһен! Мәсет төҙөүҙә башлап йөрөгән Вәлиәхмәт хәҙрәттең дә, уға ярҙам ҡулы һуҙған, доғалаш булған бүтән кешеләрҙең дә, йә Раббым Аллаһ, һаулыҡ-сәләмәтлек менән ғүмер итеүҙәрен насип ит! Ошо ауылда йәшәүселәрҙең барыһына ла, Ҡөрьән Кәримде иртәле-кисле уҡып, Ҡөрьән Кәримдә ҡушылғандарҙы үтәп, тыйылғандарынан тыйылып, Ҡөрьән нуры менән нурланып, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ өммәте булып йәшәргә насип итһен! Беҙҙең барыбыҙға ла, тыуған илебеҙҙең, тормошобоҙҙоң ҡәҙерен белеп, ғүмеребеҙҙең бер минутын, бер көнөн, бер йылында да әрәмгә үткәрмәйенсә һәр көн изгелек ҡылып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, һөйөү күҙе менән ҡарап, Башҡортостандың йәмле төбәгендә ныҡлы бер ғаилә булып, йәшәргә яҙһын. Йә Аллаһ, йә Кәрим! Бөгөн сабыйҙар, бар күңелен һалып, Һинең Ҡәләмеңде – бер “Фәтиха”, өс “Ихлас” сүрәһен уҡынылыр, уларға, Раббым, Ҡөрьән Кәримде ике ҡат уҡып сығыу әжерен насип итһәң ине.

Ҡиәмәт көнөнә тиклем был мәсеттә аҙан тауышы тынмаһын. Бөгөн асылыу тантанаһына килгән кеүек итеп, бынан һуң да мөмкинлегебеҙ булған һайын гел килеп торорға насип әйләһә ине, сөнки мәсет – ул Йәннәттең буҫағаһы.

Бынан 42 йыл элек Башҡортостаныбыҙҙа 16 мәсет ине. Хәҙер, Аллаһҡа шөкөр, 1400-ҙән ашты!

Ҡөрьән Кәримдә (мәғәнәһе): “Дөрөҫлөктә, мәсеттәрҙе төҙөрҙәр. Аллаһтың берлегенә ышанған, Ҡиәмәттең буласағына ышанған, үлдең дә бөтттөң генә түгел, хисап бирәсәгебеҙ, бар, тип, намаҙҙарын да торғоҙған, үҙҙәренең ғаиләләрен генә ҡарар өсөн түгел, етемдәргә-фәҡирҙәргә, меҫкендәргә лә ярҙам итә алһам ярар ине, тип, еңдәрен һыҙғанып тырышҡан кешеләр һалырҙар. Аллаһунан башҡа бер кемдән ҡурҡмаған батыр егеттәр, батыр ҡыҙҙар һалырҙар”.

Йә Раббым Аллаһ, Ҡиәмәт көнөнә тиклем был мәсеттең һуҡмағына үлән үҫмәһә ине!”

Илаһи Амин. Ауылға бәрәкәт өҫтәгән, иман нурын таратҡан яңы мәсет ҡотло булһын!

Зөлфиә Ханнанова

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...