ЯҢЫЛЫҠТАР

ЯҢЫЛЫҠТАР

Маҡсатыбыҙ – Аллаһу Тәғәләнең ризалығына ирешеү

Үткән айҙа Башҡортостандан бер төркөм мосолмандар эшлекле сәфәр барышында Дағстан Республикаһы мөфтөйө, Шәйех Әхмәд Әфәнде Абдуллаев менән осрашты. Осрашыу барышында Әхмәд Әфәнде халҡыбыҙҙың аҫыл улы, күренекле дин әһеле, Нәҡшбәндиә тәриҡәте шейхы Зәйнулла Рәсүлевҡа (ҡ.с.) ҡарата дағстан халҡының тәрән ихтирамын белдерҙе, тәриҡәт юлына баҫыусы яҡташтарыбыҙға файҙалы кәңәш-фатихаларын еткер-ҙе. Билдәле яҙыусы Лира Яҡшыбаева мөфтөйәткә “Зәйнулла-ишан” исемле китабын бүләк итте. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры вәкилдәре Лира Яҡшыбаеваның “Мөжәүир хәҙрәт” әҫәре буйынса ҡуйылған спектакле менән тиҙҙән Дағстан Республикаһына гастролгә килеүҙәрен белдерҙе. Әңгәмә барышында, шулай уҡ, башҡорт телендә сыҡҡан “Әс-сәләм” динмәғрифәт гәзите тураһында фекер алышыу булды. “Беҙҙең баҫманың маҡсаты: Иләәһии әнтә мәҡсуудии үә ридҙаакә матлүүбии. Йәғни бар маҡсатыбыҙ – бары тик Аллаһу Тәғәләнең ризалығына ирешеү”, – тине Ә. Абдуллаев.

Артабан Башҡортостан делегацияһы Дағстанда һуңғы төйәген тапҡан икенсе бер күренекле дин әһелебеҙ Баязит Хәйруллиндың ҡәберенә зыярат ҡылды. Уның исемен йөрөткән мәсетте барып күрҙе. “Баязит бабайым Башҡортостандың Нуриман районында тыуыпүҫкән. Ул – Көҙәй ырыуы башҡорто”, – тип, бөйөк шәйехтың туғаны Заҡуан Хәйруллин үҙе менән алып килгән Баязит Хәйруллиндың шәжәрәһен бүләк итте. БСТ каналы хеҙмәткәрҙәре Баязит Хәйруллин тураһында тапшырыу төшөрҙө. Башҡортостан вәкилдәре, шулай уҡ, Махачкалалағы Зәйнулла Рәсүлев мәсетен, әле төҙөлөп ятҡан Европалағы иң мөһабәт “Ғайса” рухи үҙәген барып күрҙе. Дағстандың Унцукуль, Шамил райондарына сәйәхәт ҡылды.

ЗӨЛФИӘ ХАННАНОВА

Иғтибар, конкурс!

Диндең төп талаптарының береһе – күркәм холоҡ. Был сифат тураһында изге Ҡөрьәндә лә, хәҙистәрҙә лә бик күп хикмәтле һүҙҙәр әйтелгән. Мәҫәлән, Аллаһ Илсеһенән r һорағандар: “Ҡайһы мөьминдәрҙең имандары өҫтөнөрәк?”. Ул әйткән: “Холоҡтары күркәмерәк булғандарының”. “Ә нимә ул бәхетһеҙлек?” - тигән һорауға ул: “Алама холоҡ”, - тип яуап бирә. Күркәм холоҡтоң төрҙәре бик күп:

1. Үҙ-үҙеңде күҙәтеү, тикшереү.

2. Баҫалҡылыҡ, оялсанлыҡ.

3. Аллаһ менән риза булыу, йәғни Уға тулыһынса буйһоноу һәм бөтә эште Уға тапшырыу.

4. Тоғро һүҙле булыу.

5. Донъяға ҡарата заһитлыҡ, йәғни, йөрәкте Аллаһу Тәғәләнән башҡа бөтә нәмәнән бушатыу.

6. Сабырлы, сыҙамлы, ауырлыҡтарҙы түҙемлек менән үткәреү... Ошо һәм башҡа һыҙаттар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Әхмәт хажи Абдулаевтың “Изгеләр әҙәбе” (Благонравие праведников) китабында уҡырға була. Мосолман булған кеше шуны иҫендә тоторға тейеш. Был донъяға беҙ ҡунаҡ ҡына булып килгәнбеҙ. Шул ваҡыт эсендә кешегә яҡшылыҡ та, изгелек тә, яманлыҡ та эшләргә мөмкинлек бирелә. Ләкин һәр эшебеҙ өсөн Аллаһу Тәғәлә алдында яуап бирәсәкбеҙ. Шул ваҡытта тик күркәм холоҡлоларҙы ғына Аллаһ ярлыҡар.

Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр! Ошо сәбәпле беҙгә үҙ холҡобоҙҙы яҡшыртыр өсөн тағы ла бер мөмкинлек барлыкка килде. Йәғни Әхмәт хажи Абдулаевтың “Изгеләр әҙәбе” китабы буйынса бөтә Рәсәй кимәлендә конкурс иғлан ителде. Һеҙҙең барығыҙҙы ла ошо бәйгелә ҡатнашырға саҡырабыҙ. 15 августа Өфө ҡалаһында беренсе этап үтәсәк.

22 августа Махачкала ҡалаһында финал уҙасаҡ. Белешмәләр өсөн телефон: 7 (961) 362-09-37.

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...