Дим биҫтәһендә йәкшәмбе мәктәбе эшләй

Дим биҫтәһендә йәкшәмбе мәктәбе эшләй

Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә урынлашҡан «Көмөш шишмә» мәхәлләһе күптән эшләп килә. Тик ҙур бинаны төҙөү эштәре мәшәҡәтле бара. Мәсет имамы Әхмәт Фәйзуллин, бер нигә ҡарамай, икенсе йыл рәттән бәләкәй бинала дини дәрестәр уҙғара. Сираттағы дәрес башланды. Мәхәллә майҙаны бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, шәкерттәр һаны аҙна һайын арта, ти ул. Шөкөр, хәҙрәттең «Йәкшәмбе дин мәктәбе» проекты тормошҡа ашып, рәсми рәүештә йылға яҡын эшләп килә.

Ир уҡытыусының йоғонтоһо, әлбиттә, башҡа төрлө. Тыныс тауышы, йомшаҡ мөнәсәбәте аша уҙғарылған дәрестәрҙән балалар арымай. Киреһенсә, остазын ихтирам менән тыңлап, барыһын да үҙләштереп ултыра. Ғилем нуры йөрәктәргә үтеп инһен өсөн мөғәллимдең дөрөҫ алымдар ҡуллана белеүе мөһим. Әхмәт хәҙрәттең балалар ҡаршында баҫып түгел, ә тубыҡланып ултырыуы шәкерттәре менән йылы, дуҫтарса мөнәсәбәт ҡорорға ярҙам итә. Ҡөрьән аяттарын баштан уҡ дөрөҫ әйтелеш менән өйрәнеү мөһим. Балалар һәр дәрестә ҡыҫҡа сүрәләр ятлай, уҡылышын камиллаштыра.

Аҙан әйтеүҙәр, намаҙ уҡыуҙар шулай уҡ дәрестең өлөшө. Мәсеттә башҡалар менән бергә ғибәҙәт ҡылырға өйрәнгән бала, ин шәә Аллаһ, йортта ата-әсәһенең дини тәрбиәһенә ҡаршы килмәҫ, бүтән ерҙә лә был эштәргә сәйер ҡарамаҫ. Үҫмерҙәр үҙҙәренең уңыштары менән уртаҡлашты. Әбүбәкер: Алты йәшемдән Ҡөрьән уҡыйым. Хәҙер миңә туғыҙ йәш. Изге китаптың өстән бер өлөшөн ятлағанмын, тиҙҙән үҙем дә уҡытыусы булып, белгәнемде өйрәтермен,тип уйлайым. Дилара Исламова: Мине был мәктәпкә кисә генә алып килделәр. Хәрефтәр мәхрәжен белеүен беләм, хәҙер намаҙға өйрәнгем килә тиҙерәк.

Данияр Мусин: Миңә ун йәш, был мәктәпкә былтырҙан йөрөйөм. Үҙемдең дә Әхмәт аға кеүек уҡытыусы булғым килә. «Көмөш йылға» мәсете мәхәлләһе күптән эшләп килә. Хәҙрәттең әүҙемлегенә күрә, халыҡ та өҙөлмәй унан. Тик Аллаһ йортон ҙурайтыу эше әлегә мәшәҡәтлерәк. Шулай ҙа бошонмай Әхмәт хәҙрәт. Әлегә ҡуртымға алынған бинаны бәләкәй мәсет итеп, бер бүлмәһендә ололар һәм балалар өсөн дәрес уҙғарылһа, ҡалғанында ремонт эштәре алып баралар. Руслан Тазов («Көмөш шишмә» мәсете хеҙмәткәре): Әлеге ваҡытта балаларҙың дәресе бәләкәй бүлмәлә үтә. Беҙ торған бүлмәне ҙурайтырға йыйынабыҙ. Киләсәктә күберәк бала уҡытҡыбыҙ килә. Балалар дәрестән ҡайтырға ашыҡмай. Сөнки уның иң тәмле өлөшө - аҙағында бергәләшеп сәй эсеү.

Әхмәт хәҙрәт был йоланың матур тәьҫиренә күптән инанған. Әхмәт Фәйзуллин ( «Көмөш шишмә» мәсете имамы, мөғәллим): Йәкшәмбе мәктәбебеҙ – социаль йүнәлешендәге проект: балалар, өлкәндәр өсөн дә тәғәйенләнгән ул. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең хәҙисендә: «Ғилем алыу һәр мосолманға фарыз», – тип әйтелгән бит. Шуға ла был фарыз ғәмәлде тормошҡа ашырабыҙ, ошо проектты файҙалы итеп башҡарырға тырышабыҙ. Изге ниәтле бәндәһенә Раббыһы ярҙам итеп кенә тора. Ислам ғилемен таратыу юлында хеҙмәт иткәненә Ул донъя эштәрен рәткә һала, оло мөмкинлектәр аса.

СӘЛИӘ МӨХӘМӘТҒӘЛИНА

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...