Доға булған ерҙә өмөт һәм ышаныс бар!

Доға булған ерҙә өмөт һәм ышаныс бар!

Доға булған ерҙә өмөт һәм ышаныс бар!

Дыуан районы Ҡаракүл ауылының “Нур-Ислам” мәсетендә туған тел мәсьәләләренә арналған конференция уҙғарылды. Был мөһим һәм актуаль сарала яҡын тирәлә урынлашҡан ауылдарҙан йыйылған төрлө һөнәр эйәләре туған телгә ҡағылышлы үҙҙәрен борсоған проблемалар тураһында һөйләште, ошо юҫыҡтағы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Оло йәштәгеләр менән бер рәттән был сарала бәләкәй балаларҙың да ҡатнашыуы бик урынлы булды. Өлкәндәрҙең һөйләгәндәрен, тыйнаҡ һәм сабыр ғына, күңелдәренә һеңдереп ултырҙы улар, үҙҙәре лә башҡорт телендә матур итеп шиғырҙар һөйләп күрһәтте.

Эйе, тап улар – беҙҙең киләсәгебеҙ. Конференцияны Арыҫлан Баһаутдинов исемле бәләкәй генә малайҙың “Фатиха” сүрәһе менән башлап ебәреүе күңелгә айырым бер йылылыҡ өҫтәне. Пәйғәмбәребеҙҙең r бер хәҙисендә әйтелә: “Аллаһу Тәғәлә төрлө ырыу-ҡәбиләләргә, йәшәйештәренә ҡарап, әленән-әле тәғәйен һынау-язаларын ебәреп торор. Әммә ошо Аллаһтың асыуын килтергән йәмғиәттә берәй бала көтмәгәндә “Фатиха” сүрәһен уҡып ебәрһә, ул үҙенең доғаһы менән бар халҡын ҡотҡарыуы мөмкин. Раббыбыҙ баланың тауышын ишетеп, 40 йылға бәләҡазаларҙан арындырыр”. “Мин үҙем ғәйнә башҡорто. Телебеҙ һеҙҙекенән саҡ ҡына айырылып торһа ла, беҙ һеҙҙең менән бергәбеҙ. Ә һәр башҡорт өсөн туған телебеҙҙе һаҡлау – бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Шуға ла телдәрен онота башлаған, туған телдәрендә һөйләшмәгән балаларҙы күрһәм, йәнем әрней, – тип һүҙ башланы Ҡаракүл ауылы мәсете имам-хатибы Данил хәҙрәт Зарипов. – Бала саҡтан туған телгә һөйөү тәрбиәләү айырыуса әһәмиәтле. Хәҙер инде ғалимдар ҙа әсә телендә уйлай белмәгән кешенең фекер һәләте түбән булыуын иҫбатланы. Бала күңелендә әсә теленә мөхәббәт булырға тейеш, ул туған теленең гүзәллеген һиҙеп, уның менән ғорурланып үҫһен.

Киләсәктә ҡайһы ерҙә генә булмаһын, әсә телен ишетеү уға яҡшы музыкаға ҡарағанда ла көслөрәк тәьҫир итһен һәм был телдә һөйләшеүҙе ул үҙе өсөн бәхет һанаһын. Күп милләттәр бербереһе менән осрашһа, рәхәтләнеп туған телдәрендә һөйләшәләр, ә беҙ ниңәлер тартынабыҙ, кемгәлер оҡшарға тырышып, вата-емерә икенсе телдә һөйләшеп аҙапланабыҙ. Бала үҙенең милли телен, милли ғөрөф-ғәҙәтен, милли геройҙарын белергә тейеш. Шуларҙы белмәгән баланы камил тип әйтеп булмай. Телебеҙҙе онотоу беҙҙе динебеҙҙән ваз кисеүгә лә килтерә. Беҙҙең әбей-бабайҙарыбыҙ башҡа милләттәрҙән айырылып тороу өсөн яулыҡты ла үҙҙәренсә бәйләгәндәр, түбәтәйҙәрен дә һалмағандар, һаҡалды ла үҙҙәренсә йөрөткәндәр. Милләтебеҙҙең мәшһүр ҡаһарманы Ҡаныҡай улы Бәхтиәр Пугачев янына килгәс, уға түбәтәйен һалырға ҡушалар. Ул: “Беҙҙең милләттең тәүҙә башы оса, шунан һуң ғына түбәтәйе төшә,” – тип яуап бирә...” Ошо көнүҙәк теманы күтәреп сығып, мәртәбәле сараны алып барған хөрмәтле ағинәй, абруйлы мәғариф ветераны Сәғиҙә Мөфлихунова былай тине: “Туған телде белеү, уға ихтирам иң тәүҙә ғаиләнән башлана. Башҡорт ғаиләһендә башҡорт теле дәүләт теле булырға тейеш. Атай-әсәй, олатайөләсәй, туғандар, дуҫтар, күршеләр, ауылдаштар үҙара туған телдә һөйләшмәй тороп, балаларҙа, ейәнейәнсәрҙәрҙә әсә теленә һөйөү тәрбиәләп булмай. Яңы донъяға килгән сабый бишектә ятҡанда уҡ туған телен ишетеп, туған телендә аралашып үҫкәндә генә артабан әсә телендә һөйләшәсәк. Әгәр ҙә тере аралашыу һирәк икән, баланың теле лә һуңлап асылыуы ихтимал. Бындай осраҡта, ғәҙәттә, уның теле балалар баҡсаһында урыҫса асыла, был бик аяныс хәл”.

Мәсеттә Ҡөрьән серҙәрен өйрәткән мөғәллимә Фәһимә Ғиматова балалар тәрбиәләүҙә Ҡаҙағстан өләсәй-олатайҙарының тәжрибәһе менән уртаҡлашты: “Ҡаҙағстан Республикаһы туған телде үҫтереү буйынса ныҡ алға киткән. Был мәсьәлә дәүләт кимәлендә лә, ғаилә кимәлендә лә уңышлы хәл ителә. Унда шундай йола бар. Ҡаҙаҡтарҙың тәүге балаһының беренсе балаһын мотлаҡ рәүештә өләсәй менән олатай тәрбиәләй. Ошо рәүешле, балалары үҫкәнсе, ике ғаилә ныҡ тығыҙ аралаша. Тәүге ейәндәренә туған телдең, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, йолаларҙың һеңдерелеүе, артабан башҡа ейәндәренә лә ҙур йоғонто яһай. Сөнки унда туғанлыҡ ептәре бик көслө. Ете быуын туғандар, олоно оло, кесене кесе итеп тығыҙ бәйләнештә йәшәй”. Нәфисә Харрасова “Ағинәйҙәр” ойошмаһы тарафынан уҙғарылған матур сараларҙы барлап үтте. Был сараларҙаң башҡорт телендә үткәрелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды: “Инде онотола барған халыҡ байрамдарын яңынан тергеҙеп, балалар күңелендә онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырырлыҡ итеп үткәрергә тырышабыҙ. Балаларҙы шулай уҡ дини байрамдар менән таныштырабыҙ. Мәҫәлән, йома – изге көн. Ул мосолман кешеһенең иң ҙур байрамы. Балалар йома намаҙҙарына килә, вәғәздәр тыңлай, өлкәндәр менән бергә йома сәйе эсә. Хәҙистә әйтелә: “Әгәр һин намаҙ уҡығанда артыңда бала тауышы булмаһа, һинең киләсәгең юҡ,”– тип. Беҙ белгәнебеҙҙе балаларға өйрәтергә тейешбеҙ.

Доға булған ерҙә өмөт һәм ышаныс бар. Ышаныс булған ерҙә Аллаһу Тәғәлә бар. Аллаһу Тәғәлә булған ерҙә Ожмах бар. Ожмах булған ерҙә – бәхет бар. Бәхетле булайыҡ!” Конференцияла шулай уҡ абруйлы ағинәй Хаят Зарипова, Арый мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Эльза Баһаутдинова, ошо уҡ ауылдың балалар баҡсаһы мөдире Линиза Ишмөхәмәтова үҙ фекерен белдерҙе. Мөлкәт ауылында йәшәүсе иманлы һәм рухлы пар Айнур һәм Флүзә Йомағужиндарҙың күркәм ғаиләһендә тыуып-үҫкән Аида Йомағужина тасуири итеп “Урал батыр” эпосынан өҙөк уҡып ишеттерҙе. Әйткәндәй, эпосты яттан һөйләүселәр араһында республика буйынса призлы урын яулаған ул! Ҡаракүл балалар баҡсаһы мөдире Гүзәлиә Йәрмөхәмәтованың сығышы ла йөкмәткеле булды, сөнки бында кескәйҙәрҙе милли мәҙәниәткә ылыҡтырыуға ҙур иғтибар бүленә. Балалар баҡсаһында милли стилдә мини-музей ойошторолған. Ул йыл һайын ата-әсәләр менән берлектә төрлө йыһаздар һәм экспонаттар менән тулыландырыла. Һәр баланың милли кейеме бар. Тәрбиәләнеүселәр балалар баҡсаһындағы сараларҙа ҡатнашыу менән генә сикләнмәй. Быйыл улар “Сыңрау торна” IV район-ара Башҡорт фольклор фестиваль-конкурсында өлкәндәр менән бер рәттән сығыш яһап, ҡаҙ өмәһен сәхнәләштереп, “Аманатҡа тоғролоҡ” номинацияһында еңеү яулаған.

Йыл дауамында шулай уҡ Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ойошторған “Сафуан Әлибай шиғырҙарын һөйләү”, “Салауат йәне беҙҙең йөрәктә”, “Атай менән башҡортса уҡыйбыҙ” конкустарында әүҙем ҡатнашҡан. “Мин – башҡорт балаһы” I район-ара фестивальконкурсында, VI Бөтә донъя фольклориадаһына арналған Донъя халыҡтары әкиәттәрен Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә йәш башҡарыусыларҙың “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсында ла еңеүселәр рәтендә булған. Был берҙәм коллектив Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторолған “Иң яҡшы башҡорт балалар баҡсаһы” конкурсында ҡатнашып, “Тәрбиә һәм белем биреү башҡорт телендә алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы” I төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе булып билдәләнде. Туған телебеҙ өсөн хафаланып, уны һаҡлау, артабан үҫтереү юлдарын эҙләгән илһөйәр яҡташтарымдың уй-фекерҙәрен ишетеп, бер ҡыуанһам, кескәй генә булһалар ҙа, республика кимәлендә төрлө кон-курстарҙа ҡатнашып, районы-быҙҙың бәҫен күтәргән Айдана Сәләхова, Регина Йәрмөхәмәтова, Самира Садиҡова, Дилара Ҡазыева, Рәүил Йыһануров, Алида Сәғәҙиева, Булат Яҡупов, Азалия Карамова кеүек балаларҙы күреүемә тағы бер шатлыҡ кисереп, оло ҡыуаныс, яҡты өмөттәр менән ҡайттым мин Дыуандағы сәфәремдән. Ин шәә Аллаһ, халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты һәм матур булыр!

ЗӨЛФИӘ ХАННАНОВА

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...