Күркәм холоҡ

Күркәм холоҡ

Күркәм холоҡ – кешеләге иң киммәтле сифат, ул ысын мәғәнәһендә бәндәнең кешелек булмышын күрһәтә. Аллаһу Тәғәлә Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ күп дәрәжәле сифаттар менән бүләкләгән, ләкин Раббы Үҙенең Рәсүлен ﷺ бөтәһенән дә нығыраҡ күркәм холҡо өсөн маҡтаған.

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә әйткән (мәғәнәһе): “Һин, эй Пәйғәмбәр ﷺ, ысынлап та, олуғ холоҡло” (“Әл-Ҡәләм” сүрәһе, 4-се аят). Ғалимдар билдәләй: “Олуғ холоҡ (әҙәп) – ул шундай холоҡ, ундай холоҡло кеше һис кем менән дошманлашмай һәм һис кемдә лә үҙенә ҡарата дошманлыҡ хисе уятмай, һәм былар бөтәһе лә уның Аллаһу Тәғәләне юғары кимәлдә танып белеүенән килә”. Башҡа ғалимдар әйтә: “Олуғ холоҡ – ул кешеләрҙең һиңә ҡарата һәр төрлө тупаҫ мөнәсәбәте Аллаһ тарафынан алдан билдәләнгән, икәнен аңлау”.

Ғалимдарҙың ошондай фекере лә бар: “Олуғ холоҡ – тик Аллаһҡа ғына йүнәлтелгән иғтибар”. Дин ғалимдары шулай уҡ юғарыла иҫкә алынған Ҡөрьән аятына ентекле аңлатма бирә: “Һин, эй Пәйғәмбәр ﷺ, ысынлап та, бөйөк холоҡло. Бындай кимәлдәге холоҡ-әҙәпкә бер генә мәхлүк тә етә алмай. Шуға күрә халыҡтың һиңә күрһәткән зыян-хөсөтлөктәрен шундай түҙемлек менән үткәрәһең – кешеләр араһынан бер генә әҙәм дә быны булдыра алмаҫ ине”. Был аятты бер ғалим ошолай аңлатҡан: “Һин Аллаһтың холҡо менән зиннәтләнгәнһең, шунлыҡтан кешеләрҙең ялған һүҙҙәре һиңә тиҫкәре йоғонто яһай алмай һәм һин уларҙың яуызлығынан ғазапланмайһың. Сөнки һин үҙ көсөң менән түгел, ә Аллаһ ярҙамы менән сабырлыҡ күрһәтәһең. Аллаһу Тәғәлә әйткәнсә (мәғәнәһе): “Сабыр бул, сабырлыҡты һиңә фәҡәт Аллаһ бирә” (“Ән-Нәхл” сүрәһе, 127-се аят). Сөнки бит Аллаһтан да сабырыраҡ, түҙемлерәк башҡа бер зат та юҡ. Шулай уҡ аяттағы “олуғ холоҡло” тигән һүҙ Аллаһ Рәсүленең ﷺ өҫтөнлөгөн күрһәтә һәм Пәйғәмбәрҙең ﷺ фәҡәт маҡтаулы, гүзәл сифаттарға ғына эйә булыуын һәм Аллаһта ризалыҡ тыуҙырған ғәмәлдәрҙе генә ҡылыуын белдерә, сөнки быларҙың бөтәһе лә Аллаһ Илсеһе ﷺ өсөн тәбиғи. Шуның өсөн Аллаһу Тәғәлә әйткән (мәғәнәһе): “Әйт, эй Пәйғәмбәр ﷺ: “Мин һеҙгә Ҡөрьән килтергәнем өсөн ниндәйҙер бүләк һорамайым һәм холҡома хас булмағанды күрһәтергә тырышмайым” (“Саад” сүрәһе, 86-сы аят). Икенсе төрлө әйткәндә, мин изге холоҡло булып ҡыланмайым, сөнки яһалмалыҡ менән ҡылынған эш оҙаҡҡа бармай, иртәме-һуңмы, барыбер үҙ хәленә ҡайта”.

Дин белгестәре йәнә шулай тигән: кешенең холҡо (әҙәбе), уның кем менән аралашыуы, дуҫ булыуы, үҙ-ара бәйләнеш алып барыуына ҡарап, үҙгәреүе мөмкин. Хәҙистә әйтелгәнсә: “Кеше – дуҫының динендә. Шуға күрә һәр ҡайһығыҙ кем менән дуҫ булыуына иғтибарлы булһын”. Икенсе бер хәҙистә әйтелә: “Ниндәй ҙә булһа аҙашыуҙа булған һәм шәриғәттә насар яңылыҡҡа (биҙғәткә) эйәреүселәр янында булмағыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, ул – ҡысынма (чесотка) ауырыуы кеүек, йоғошло”.

Аллаһу Тәғәлә тарафынан Пәйғәмбәрҙең ﷺ холҡо ғына “олуғ (бөйөк)” һүҙе менән нарыҡланған, Ҡөрьәнде лә Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә ошо уҡ һүҙ менән атаған. Пәйғәмбәрҙең ﷺ холҡо унан алда килгән бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең изге сифаттарын: Нух пәйғәмбәрҙең u шөкөр итеүсе булыуын, Ибраһим пәйғәмбәрҙең Раббы менән дуҫлығын, Муса пәйғәмбәрҙең ихласлығын, Исмәғил пәйғәмбәрҙең u антҡа тоғролоғон, Әйүп һәм Яҡуп пәйғәмбәрҙәрҙең u сабырлығын, Дауыт пәйғәмбәрҙең u кешеләрҙе аҡлай белеүен, Сөләймән һәм Ғайса пәйғәмбәрҙәрҙең u тыйнаҡлығын, шулай уҡ ҡалған бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең гүзәл әҙәптәрен үҙендә туплаған. Быларҙың бөтәһе тураһында ла Аллаһу Тәғәлә әйткән (мәғәнәһе): “Эй Мөхәммәд ﷺ , һинән элек килгән пәйғәмбәрҙәрҙең хаҡ юлынан бар”. “Хаҡ юл” тигәндә, Аллаһты танып белеү күҙ уңында тотолмай, сөнки танып белеү өсөн кемдеңдер артынан эйәрергә кәрәк. Был иһә беҙҙең пәйғәмбәргә ﷺ хас түгел. Шулай уҡ шәриғәт хаҡында ла һүҙ бармай, сөнки Аллаһ Рәсүленең ﷺ шәриғәте унан алдағы пәйғәмбәрҙәрҙең бөтә дини ҡанундарын ғәмәлдән сығарҙы. “Хаҡ юлдан бар” тигәндең ысын мәғәнәһе – һинән алдағы пәйғәмбәрҙәрҙең күркәм холоҡтарын тот, тигәнде аңлата. Һәм, Рәсүлгә ﷺ хаҡ юлдан барырға ҡушып, Раббы уға элекке пәйғәмбәрҙәрҙең маҡтаулы холоҡтарын үҙендә тупларға ҡуша. Бындай юғары дәрәжәгә уға тиклем килгән пәйғәмбәр һәм рәсүлдәрҙең береһе лә ирешмәгән. Шуға күрә Аллаһу Тәғәлә Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ башҡа пәйғәмбрҙәрҙән “олуғ холоҡло” (иң юғары әҙәп эйәһе) булараҡ айыра.

Юғарыла әйтелгәндәр Ғәйшәнең Пәйғәмбәребеҙ ﷺ холҡо тураһындағы һорауға ҡыҫҡа ғына яуабында сағыла: “Уның әҙәбе – Ҡөрьән булды”. Бында ул Пәйғәмбәрҙең ﷺ Ҡөрьәндә телгә алынған бөтә күркәм холоҡтар һәм маҡтаулы сифаттар менән зиннәтләндерелгәнен, шулай тыйылған ғәмәлдәрҙән һәм килешһеҙ сифаттарҙан азат булғанын күҙ уңында тота. Джүнәйл әл-Бәғдәди әйткән: “Пәйғәмбәр олуғ холоҡҡа (әҙәпкә) эйә була, ул үҙенең өммәтенә ике донъя бәхетен теләй, әммә үҙенә бер нимә лә талап итмәй”. Әүлиә Хөсәйен ән-Нури әйткән: “Аллаһ Пәйғәмбәрҙең ﷺ йәнен Үҙендәге холоҡтарҙың нуры менән яҡтыртҡас, нишләп уның холҡо бөйөк булмаһын?”! (Пәйғәмбәрҙең ﷺ йәне Аллаһ холоҡтарының нурын алған, һәм был нурҙар уның холҡонда сағыла.

Был турала хәҙистә лә әйтелгән: “Аллаһ холоҡтарын үҙләштерегеҙ”). Бөйөк шәйех Мөхийитдин әл– Ғәрәбиҙең “Тәлких әл-әҙһән” китабында әйтелгән: “Пәйғәмбәр ﷺ күркәм холоҡтарҙы камиллыҡҡа еткереү өсөн ебәрелгәнгә күрә, уға ҡыҫҡа итеп, тәрән һәм хикмәтле һүҙҙәр менән һөйләү һәләте бирелгән була. Шуның өсөн Аллаһу Тәғәлә әйткән: “Ысынында, һин – олуғ холоҡҡа эйә”. Был, Аллаһ Рәсүленең ﷺ юлы – иң дөрөҫ юл, икәнде күрһәтә. Пәйғәмбәр ﷺ әйтә: “Ысынында, Аллаһу Тәғәлә өс йөҙ алтмыш холоҡҡа эйә. Һәм кем, ошо холоҡтарҙың берәүһенә генә эйә булып, Раббы менән бер Аллаһҡа ғына табыныусы булараҡ осраша, ул ожмахҡа инәсәк”. Шунда Әбү Бәкер: “Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ , миндә ул холоҡтарҙың береһе генә булһа ла бармы? – тип һорай.

Пәйғәмбәр ﷺ яуап бирә: “Улар бөтәһе лә һиндә бар, Әбү Бәкер. Ә Аллаһ өсөн шуларҙың иң һөйөклөһө – йомартлыҡ”. Ғаләмдәр Хужаһы өсөн бәндәнең иң яҡшы сифаттары – Аллаһҡа тулыһынса буйһоноу (тәслим) һәм үҙ Раббыһы менән риза булыу, ә кешеләр менән үҙ-ара мөнәсәбәттә – ғәфү итә белеү һәм йомартлыҡ. “Аллаһты бер тип таныусы булараҡ” тигән һүҙҙәргә шундай мәғәнә һалынған: ҡайһы саҡта яҡшы әҙәпле, әммә Аллаһтың барлығына һәм берлегенә ышанмаған, һәм шулай уҡ, бер Аллаһҡа ғына ышанған, әммә әҙәбе булмаған кешеләр осрай. Әгәр тәүхид (Аллаһты бер тип таныу) менән бергә күркәм холоҡ та килһә, бер Аллаһҡа ышаныусыға нимәлер эшләргә, нимәнәндер тыйылырға өйрәтеүҙең кәрәге лә булмаҫ ине.

Күркәм холоҡтар – диндең нигеҙе

Белегеҙ, диндең нигеҙе булып күркәм холоҡтар тора, һәм уларҙы камиллыҡҡа еткереү өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ ебәрелгән. Был турала Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: “Асылда, мин күркәм холоҡтарҙы камил итер өсөн ебәрелдем”. Яҡшы холоҡтоң асылы шунан ғибәрәт: кеше үҙенең ғаилә ағзалары, хеҙмәтселәре һәм бөтә мосолмандар менән еңел итеп аралашырға, ихтирамлы һәм йомшаҡ мөнәсәбәттә булырға тейеш. Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: “Йәннәт эйәләре – улар башҡаларға ҡарата йомшаҡ, еңел, яҡын, ә Тамуҡ эйәләре – уҫал һәм ҡаты бәғерле”. Шул саҡ сәхәбәләр: “Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ , ә ҡаты бәғерлеләрҙе нисек белергә?”, – тип һораған. Быға Пәйғәмбәр ﷺ яуап биргән: “Ундай кешеләр үҙ өйөндөгеләргә, дуҫтарына һәм туғандарына ҡарата ҡырыҫ була”. Бөйөк Раббыбыҙ әйткән (мәғәнәһе): “Кешеләргә яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ” (“ӘлБәҡара” сүрәһе, 83-сө аят). Ғаләмдәр Раббыһы шулай уҡ әйткән (мәғәнәһе): “Минең ҡолдарыма әйт, эй Пәйғәмбәр ﷺ , улар иң яҡшы һүҙҙәр генә әйтһен” (“Әл-Исра” сүрәһе, 53-сө аят). Ә иң яҡшы һүҙҙәр – изгелекле, матур һәм яғымлы булған телмәр. Башҡаларға мөнәсәбәтеңдә үҙеңдең күңелеңде лә ҡыуандыра торған сифаттарыңды күрһәт: ипле итеп матур һүҙҙәр менән һөйләш, яҡшы, изге ҡылыҡлы бул.

Ә әҙәпһеҙ һөйләшеүҙән, оятһыҙ һүҙҙәрҙән һәм боҙоҡ ғәмәлдәрҙән ҡас һәм башҡаларға ҡарата уларҙы ҡулланма. Сөнки, Аллаһтың башҡа ҡолдарына ҡарата ниндәй ғәмәл ҡылаһың, Ғаләмдәр Раббыһы һинең үҙеңә лә шуны бирәсәк. Йәғни, кем Аллаһтың ҡолдары өсөн Йәннәт, уларға ял итергә күләгә була – шул Аллаһтан шуға ярашлы бүләген дә ала. Сөнки хужаһына ихтирам йөҙөнән уның ҡолона хөрмәт күрһәткән кеше, асылда, был әфәнденең (хужаның) үҙен ололай. Шуға күрә Аллаһу Тәғәләнән килгән хәҙистә (хәҙис-ҡудси) әйтелә: Яуап көнөндә Раббы үҙенең ҡолона былай тиер: “Мин ас инем, һин Мине ашатманың. Мин һыуһынымды баҫырға һинән һыу һораным, һин һыу эсермәнең. Мин ауырый инем, һин Минең хәлемде белергә килмәнең”. Бәндә былай тип әйтер: “Нисек инде Һинең асығыуың мөмкин, Һин бит барса ғаләмдәрҙең Раббыһы? Ғаләмдәр Раббыһы була тороп, Һин нисек ауырый алаһың? Һыуһыныңды ҡандырырырға нисек башҡаларҙан һыу һорай алаһың – бар донъяға, бар ғаләмгә Һин бит Үҙең Хужа?” Шунда Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә аңлатыр: “Ысынында, Минең фәлән ҡолом ауырығайны, әгәр һин уның янына барһаң, уның янында мине тап итер инең. Минең фәлән ҡолом астан интеккәндә, һин уны ашатҡан булһаң, уға биргәнеңде миндә табыр инең. Минең фәлән ҡолом һыу һорағанда, уға һыу эсергән булһаң, быныһын да Миндә табыр инең”. Күркәм холоҡ үҙенең хужаһына ике донъяла ла файҙа килтерә, был турала Әбү Талиб хаҡындағы хәҙистә әйтелә. Бер ваҡыт Ғәббәс t һорау бирә: “Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ , Әбү Талиб бит Һине ҡурсалаған һәм ярҙам иткән, был уға теге донъяла файҙа килтерерме?” Пәйғәмбәр: “Эйе, әгәр ҙә мин булмаһам, ул Тамуҡтың иң аҫҡы ҡатында булыр ине”, – тип яуап биргән.

Шундай хәлде һөйләйҙәр: төштә Әбү Ләһәбтең баш бармағы аша һыу эсеп торғанын күргәндәр, был хәл дүшәмбегә ҡаршы һәр төндә була икән. Сөнки шул көндө Әбү Ләһәб, Мөхәммәдтең тыуыуы тураһында яҡшы хәбәр килтергәне өсөн, үҙенең ҡолбикәһен иреккә ебәргән була. Изгеләрҙән берәү әйткән: “Аллаһ Рәсүле ﷺ өммәтенән кем уны күреп өлгөрмәгән, әммә шул тиклем дә уны күргеһе килә – Ҡөрьәнгә ҡараһын. Сөнки Ҡөрьәнгә төбәлгән ҡараш менән пәйғәмбәргә ﷺ яратып төбәлгән ҡараш араһында бер ниндәй айырма юҡ. Көрьәндә – Ғабдуллаһ улы Мөхәммәдтең ﷺ киңәйтелгән һүрәте кәүҙәләнгән”. Икенсе бер әүлиә әйткән: “Кемдең Аллаһ Илсеһен ﷺ күргеһе килә, уның сөннәтенә эйәрһен, бигерәк тә онотолған урындарға иғтибар итһен. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәтен тергеҙеү Пәйғәмбәрҙең ﷺ үҙен тергеҙеүгә оҡшаш. Һәм кем Аллаһ Рәсүленең ﷺ сөннәтен тергеҙә, ул бөтә кешелекте тергеҙгән кеүек була, сөнки Пәйғәмбәр ﷺ бөтә яҡшылыҡтың камиллығын үҙенә йыйған”. Йәнә бер әүлиәнең әйткәне: “Кешелек донъяһына Мөхәммәдте ﷺ пәйғәмбәр итеп ебәргәндән һуң халыҡ өсөн насар холоҡҡа ҡағылышлы билдәһеҙ нәмә ҡалманы. Сөнки Пәйғәмбәр ﷺ уның барлыҡҡа килеү юлдарын беҙгә асыҡ итеп, ентекләп аңлатты”. Был, тимәк, боҙоҡлоҡ эшләү өсөн кешегә бер ниндәй ҙә сәбәп ҡалмаған, сөнки Пәйғәмбәр ﷺ кешеләргә яҡшы һәм яман холоҡтоң нимә икәнен аңлатып биргән, тигән һүҙ.

Дин белгестәре-ғалимдар шуны билдәләп киткән: Аллаһу Тәғәлә Пәйғәмбәргә ﷺ ерҙәге барлыҡ тормош рәхәтлектәренең асҡыстарын тәҡдим иткән, ләкин Аллаһ Илсеһе ﷺ уларҙы алмай. Ошонан һуң Ғаләмдәр Раббыһы Миғраж төнөндә Пәйғәмбәрҙе ﷺ күккә ашыра һәм ундағы бөтә фәрештәләрҙе, шулай уҡ Ожмахты күрһәтә. Әммә Рәсүл ﷺ быларға иғтибар итмәй. Һәм Бөйөк Аллаһ әйткән (мәғәнәһе): “Пәйғәмбәрҙең күҙ ҡарашы рөхсәт ителгәндән айырылманы һәм шул сикте үтмәне” (“Ән-Нәджм” сүрәһе, 17-се аят). Ул уңға-һулға ҡарамай, һәм шуға күрә Аллаһу Тәғәлә әйткән (мәғәнәһе): “Ысынында, һин – олуғ холоҡло”. Был, тимәк, бәлә-ҡайғылар ҙа, уңыш-шатлыҡтар ҙа Аллаһ Рәсүлен ﷺ хаҡ юлдан бора алмай, тигәнде аңлата. Күпме ҡайғы-хәсрәт һәм ғазаптарҙы түҙемлек менән үткәргән Пәйғәмбәр ﷺ . Уның башын яралайҙар, тешен һындыралар, шуға ҡарамаҫтан, ул былай ти: “Йә Раббым, ғәфү ит минең халҡымды, ысынында, улар үҙҙәренең ни ҡылғанын аңламай”. Һәм Ҡиәмәт Көнөндә, һәр пәйғәмбәр үҙе өсөн ҡайғырғанда, Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ : “Өммәтем, Өммәтем!”– тип борсолор.

ӘХМӘТ ХАЖИ АБДУЛАЕВТЫҢ “ИЗГЕЛӘР ӘҘӘБЕ” КИТАБЫНАН

Әлфиә Батталова тәржемәһе Ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...