Аллаһтан ҡурҡыу һәм уның мәрхәмәтенә өмөт итеү

Аллаһтан ҡурҡыу һәм уның мәрхәмәтенә өмөт итеү

Аллаһтан ҡурҡыу һәм уның мәрхәмәтенә өмөт итеү

Белегеҙ, кеше ҡотолоу юлын һәм маҡсатына ирешергә ярҙам итеүсе ысулдарҙы тапҡанда ғына Аллаһу Тәғәләнең мәрхәмәтенә өмөт итә ала. Әгәр ҙә кеше ҡотолоу юлдарын һәм ысулдарын тапмай икән, ул − бөлгөнлөктә.

Ҡурҡыу (Аллаһтың асыуынан) − йөрәгеңдең шәме, уның ярҙамында һин үҙеңдәге яҡшы һәм насар нәмәләрҙе ентекләп ҡарай алаһың. Һин, үҙең дә һиҙмәҫтән алданып ҡуймаҫ өсөн (истидрадж), һәр ваҡыт Аллаһтың асыуынан ҡурҡыу һәм Уның мәрхәмәтенә өмөт итеү хәлендә булырға тейешһең. Шәйехостаздарҙың бер-береһенә тапшыра килгән васыяты был. Тәҡүәле кешене тик тәҡүәле зат ҡына күрә ала. Улын юғалтҡан әсә, үҙе кеүек үк юғалтыу кисергәндәрҙе күргеһе килә. Пәйғәмбәр ﷺ әйткән: “Аллаһтан ҡурҡып илаған кеше Тамуҡҡа инмәҫ, хатта һөт кире елененә ҡайтҡан хәлдә лә”.

Бел, һәр нәмәнең үҙ матурлығы бар, ә ғибәҙәттең матурлығы − Аллаһтан ҡурҡыу. Иблис, Аллаһ тарафынан ләғнәтләнеп, Уның мәрхәмәтенән мәхрүм ителгәс, Ябраил менән Микаил фәрештәләр илай башлай. Шунда Аллаһ уларға вәхи ебәрә: “Һеҙгә нимә булды, ни өсөн шул тиклем ныҡ илайһығыҙ?” Тегеләр яуап бирә: “Йә Раббыбыҙ, беҙҙә, “һинең һынауыңдан именлектәбеҙ” (мәкр), тигән ышаныс юҡ.” Шунда Аллаһу Тәғәлә уларға: “Ошондай хәләттә ҡалығыҙ һәм, Минең һынауым һеҙгә ҡағылмаҫ, тип тынысланмағыҙ”, − тигән һүҙҙәрҙе еткерә. Ысынлап та, Раббы ниндәй генә юғары дәрәжәгә күтәрмәһен, рухи камиллыҡҡа ирешкән кеше, Аллаһтың һынауҙарынан именмен, тигән ышаныста булмай. Һәм, хатта Бөйөк Раббы уға: “Мин һинең менән бик ризамын!”, − тип әйтһә лә, ундай кешене Аллаһтың һынауынан ҡурҡыу тойғоһо ташламаҫ ине. Аллаһу Сөбхәнәһү әйткән (мәғәнәһе): “Һәм ул мөъминдәр, йөрәктәре ҡурҡҡан хәлдә, үҙҙәренә бирелгән малдан саҙаҡа тарата...” (“Әл-мөьмин” сүрәһе, 6-сы аят).

Ғалимдар был аятҡа түбәндәгесә аңлатма биргән. Бында һүҙ зәкәт түләүсе, үҙе теләп саҙаҡа биреүсе һәм күңеленән, быларҙы Аллаһ ҡабул итмәҫ, тип ҡурҡыу кисергән мөьминдәр тураһында бара. Сөнки улар, зәкәтте дөрөҫ итеп, еренә еткереп түләнемме, яңылышлыҡ ебәрмәнемме, тип ҡурҡа. Ошо аят тураһында сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ һорау биргән: “Йә Рәсүлуллаһ r, “йөрәктәре ҡурҡҡан хәлдә” − ул урлашҡан, фәхишәлек ҡылған йәки иҫерткес нәмәләрҙе ҡулланған кешеме?” “Юҡ, − тип яуап бирә Пәйғәмбәр r, − бында һүҙ ураҙа тотҡан, намаҙ уҡыған, саҙаҡа биргән һәм, быларҙы Аллаһ ҡабул итмәҫ, тип ҡурҡҡан кеше хаҡында.”

Мәрхәмәтлек

Эй мосолмандар, белегеҙ, Аллаһу Тәғәлә үҙенең ҡолдарына уларҙың ата-әсәләренә ҡарағанда ла мәрхәмәтлерәк. Кем Аллаһтың рәхмәтенә ирешергә теләй − үҙенең ҡәрҙәшенә мәрхәмәтле булһын. Кәғәб әл-Әхбәр, t Инжилдә (Евангелие) ошондай һүҙҙәр яҙылған, тигән: “Эй Әҙәм улы, һин ни тиклем мәрхәмәтле булһаң, һиңә шул ҡәҙәр мәрхәмәтле булырҙар. Нисек һин Аллаһтың мәрхәмәтенә өмөт итәһең, әгәр үҙең Уның ҡолдарына мәрхәмәтлек күрһәтмәйһең икән?!”

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: “Мәрхәмәтлеләргә − Аллаһ рәхимле булыр. Ерҙә булғандарға мәрхәмәтле булығыҙ − күктәр Батшаһы һеҙгә мәрхәмәтле булыр”. Эй мосолмандар, гонаһлы бәндәләрҙән кемдер берәү һеҙҙән дарыу һораған саҡта йөҙ сөйөрә күрмәгеҙ. Ул дарыу − Аллаһты иҫкә төшөрөү (зекер). Имам Әш-Шәғәрани f әйткән: “Кем гонаһлыларға мәрхәмәт менән ҡарамай − тәриҡәттән сыға. Йөрәгеңдә был кешегә ҡарата ысынлап мәрхәмәтлек тойғоһо уянмай тороп, бер ҡасан да уға, насар эштәрҙән тыйылырға ҡушып, өгөтнәсихәт бирмә”.

Пәйғәмбәр ﷺ берәй кешенең ислам динен ҡабул итәсәгенә өмөтләнһә, уға йомшаҡлыҡ менән мөрәжәғәт иткән. Сөнки йомшаҡ һүҙ аша кешенең нәсихәтте ҡабул итеренә ышаныс ҙурыраҡ. Тәриҡәтте дауам итеүселәр араһында билдәле: Аллаһ юлына әйҙәүселәр Ислам ҡанундарын үтәмәгән һәр мосолманды (фасиҡ) үҙҙәренең юғалтҡан әйбере һымаҡ күрә. Шуға ул уны, ҡайҙа тапһа ла, үҙе менән ала. Пәйғәмбәр ﷺ шулай уҡ әйткән: “Аллаһ ризалығы өсөн дин ҡәрҙәшеңдең йөҙөнә һөйөү менән ҡарау − минең мәсетемдә ҡырҡ йыл иғтикәфтә (мәсеттә тороп ғибәҙәттә) булыу өсөн тәғәйенләнгән әжерҙән яҡшыраҡ”.

Ысынында, Аллаһтың рәхмәте сикһеҙ. Дауыт пәйғәмбәр u Аллаһу Тәғәләнең ошондай һүҙҙәрен тапшыра: “Бер кешене Тамуҡ уты менән язалағанға ҡарағанда мең кешене ғәфү итеү минең өсөн ҡәҙерлерәк, сөнки Мин − Әл-Ғафур (гонаһтарҙы Ғәфү Итеүсе) һәм ӘрРахим (иманлыларға Рәхимле, шәфҡәтле)”. Һөйләүҙәренсә, бер ваҡыт ниндәйҙер кеше Пәйғәмбәргә ﷺ килеп шундай хәлде бәйән иткән: “Бер ҡатындың, өй башында йөрөгәндә, ҡулындағы балаһы төшөп киткән. Һәм ул, балаһын йәлләп, уның артынан үҙе лә һикергән”. Шунда Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: “Хәҡиҡәттә, Аллаһ минең өммәтемә ошо ҡатындың үҙ балаһына ҡарағанда ла шәфҡәтлерәк”.

Тәриҡәт әһелдәре ‒ мәрхәмәтлеләр

Шәйех әс-Сүһрәүәрди f “Ғәүәриф әл-мәғәриф” китабында яҙған: “Тасаууф әһелдәренә дин ҡәрҙәштәре менән үҙ-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ, бер-береһен хөрмәтләү, яратыу, ҡаршылыҡтарҙан баш тартыу һымаҡ холоҡтар хас”. Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сәхәбәләрен һүрәтләп, былай тигән (мәғәнәһе): “Улар бер-береһенә мәрхәмәтле” (“Әл-Фәтх” сүрәһе, 92-се аят). Ғаләмдәр Раббыһы шулай уҡ әйткән (мәғәнәһе): “Әгәр һин, эй Мөхәммәд, ерҙәге бар нәмәне биреп бөтөрһәң дә, уларҙың йөрәген яҡынайта, дуҫлаштыра алмаҫһың. Ә Аллаһ уларҙы яраштырҙы. (“ӘлӘнфәл” сүрәһе, 63-сө аят).

Үҙ-ара мөхәббәт, бер-береңә тартылыу йәндәрҙең оҡшашлығынан килә. Был турала хәҙистә әйтелә: ”Бербереһен таныған йәндәр ҡауыша, ә танымағандар − айырылыша”. Пәйғәмбәр ﷺ шулай уҡ әйткән: ”Мөьмин − ул башҡаларға дуҫтарса мөнәсәбәттә булған, һәм бүтәндәр ҙә уға шундай уҡ мөнәсәбәт күрһәткән кеше. Кеше яратмаған һәм үҙен дә башҡалар үҙ итмәгән бәндәлә хәйерлеһе юҡ”. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ йәнә шулай тигән: “Ике иманлы кешенең осрашыуы − береһенбереһе йыуа торған ике ҡулдың осрашыуы һымаҡ. Ике иманлы кеше осрашҡанда мотлаҡ бер-береһенән файҙа ала”. Әбү Иҙрис әл-Хаүләни Мүғәҙ сәхәбәгә әйтә: “Мин һине Аллаһ ризалығы өсөн яратам”. Шунда Мүғәҙ өҫтәп ҡуя: “Ҡыуан, тағы ла бер ҡабат ҡыуан!. Ысынында, мин Рәсүлуллаһтың ﷺ әйткәнен ишеттем: “Ҡиәмәт көндө Ғәреш (Тәхет) тирәләй айырым бер төркөм өсөн махсус урындар билдәләнәсәк. Уларҙың йөҙө тулған ай кеүек нур сәсеп торасаҡ. Башҡа кешеләр ярҙам эҙләйәсәк, ә улар − юҡ. Башҡалар ҡурҡыу кисерәсәк, улар иһә − юҡ. Улар − Аллаһтың яратҡан ҡолдары (әүлиәләр). Улар ҡурҡмаясаҡ һәм ҡайғырмаясаҡ”.

Арабыҙҙан берәү һорау бирҙе: “Йә Рәсүлуллаһ r, кемдәр һуң улар?” Пәйғәмбәр ﷺ яуап бирҙе: “Улар − Аллаһ ризалығы өсөн бер-береһен яратҡан кешеләр”. Тап шуның өсөн дә тәрикәт юлындағылар үҙ-ара дуҫлыҡты айырыуса ныҡ тоя. Сөнки улар, Аллаһ ризалығы өсөн яратҡан саҡта, бер-береһенә ҡарата үҙҙәренең иң күркәм сифаттарын асып һала. Бер-береһенә булған мөхәббәт арҡаһында улар был дуҫлыҡты ҡабул итә. Шул мөхәббәт арҡаһында мөрит үҙенең шәйехе-остазынан файҙа ала, шулай уҡ дини ҡәрҙәштәр ҙә бер-береһенән файҙа ала. Тап шуның өсөн дә Аллаһу Тәғәлә кешеләргә көн һайын биш тапҡыр үҙ урамындағы мәсеткә йыйылырға ҡушҡан. Ә һәр ауыл-ҡасабала йәшәүселәргә аҙнаһына бер тапҡыр йәмиғ мәсетенә килергә ҡушҡан. Шулай уҡ ике мосолман байрамында (ураҙа һәм ҡорбан байрамдары) тирә-яҡтарҙа йәшәгәндәргә ҙурыраҡ ауылдарға, ҡалаларға йыйылырға ҡушҡан. Һәм, бер тапҡыр булһа ла, хаж ваҡытында бөтә илдәрҙән йыйылырға бойорған.

Быларҙың бөтәһендә лә оло хикмәт ята. Шул иҫәптән, иманлы кешеләр араһында дуҫлыҡ, татыулыҡ һәм мөхәббәттең нығыныуы ла. Шуға күрә бит Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: “Бер мөьмин икенсе мөьмингә − терәк-таяныс, улар, терәлеп һалынған биналар һымаҡ, бер-береһен нығытып тора”. Шулай уҡ хәҙистә әйтелгән: “Аңлағыҙ, ысынбарлыҡта, имандаштар, бербереһенә һөйөү һәм йылылыҡ менән ҡарағанда, шәфҡәтлек күрһәткәндә, бер бөтөн тән кеүек булалар: әгәр тәндәге бер ағза зарланһа (ауыртынып), бөтә тән яуап бирә: яна башлай, йоҡонан яҙа”.

ӘХМӘТ ХАЖИ АБДУЛАЕВТЫҢ “ИЗГЕЛӘР ӘҘӘБЕ” КИТАБЫНАН

Әлфиә Батталова тәржемәһе, ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...