Тәүәккүлдең фазиләттәре

Тәүәккүлдең фазиләттәре

Тәүәккүлдең фазиләттәре

Белегеҙ, Аллаһ ҡаршыһында тәүәккүллектән дә юғарыраҡ дәрәжә юҡ. Кем Аллаһу Тәғәләгә тәүәккәл ҡыла, уның тәҡдире менән риза, ул диндә ныҡ тора. Кем тәүәккүлде хурлай, шул иманды хурлай. Кем тәүәккәл ҡылыусыларҙы ярата, шул Аллаһу Тәғәләне лә ярата.

Тәүәккүл тәүәккәл ҡылына торған зат − Аллаһу Тәғәләне − танып белеүҙән башлана: Ул – ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе. Һәм бер нигә торош итмәгән меҫкен ҡол, ғәҙеллек урынлаштырыусы, бөтә эштәрҙе тәртипкә һалыусы һәм алдан билдәләүсе, ерҙәге һәм күктәрҙәге хазина-байлыҡтарҙың Хужаһы − бөйөк Хаким барлығын аңлағас, ул, һәр нәмәгә Ҡөҙрәтле булған Раббыһына ҡарап, үҙе лә көслө булып китә. Аллаһу Тәғәлә арҡаһында бәндә юғары күтәрелә һәм Раббыға яҡын килеүе менән ҡәнәғәт була. Шул саҡта ҡолдоң ғибәҙәте ысын, ихлас була һәм уның иманы, бер Аллаһҡа табыныуы (тәүхид) сафлана.

Иманлы бәндә башҡаларҙы уларҙың Раббыһына (кемгә йәки нимәгә табыныуына) ҡарап таный һәм үҙ ризығын, өлөшөн үҙе табынған Аллаһтан һорай, кешеләрҙе уға нимәлер биргәндәре йәки нимәһендер алғандары өсөн маҡтамай ҙа, яманламай ҙа. Сөнки ул шуға инанған: уны ҡурсалаусы һәм бөтәһен дә биреүсе − фәҡәт Аллаһу Тәғәлә. Уның кешеләргә рәхмәт әйтеүе − Аллаһу Тәғәлә шулай эшләргә ҡушҡан өсөн генә. Аллаһу Тәғәләнең әхлаҡи сифаттарын ҡабул итеп һәм Уның Илсеһенең ﷺ Сөннәтенә эйәреп кенә ошондай холоҡҡа эйә булырға мөмкин.

Эй мосолмандар, йөрәгегеҙҙе донъянан ситләшкән хәлдә (заһитлыҡта) һаҡлағыҙ һәм Аллаһҡа тәүәккәл ҡылығыҙ. Донъяға заһитлыҡ (аскетлыҡ) − изге ғәмәлдәрҙең нигеҙе, ә тәүәккүл − Аллаһ риза булған рухи халәт (торош). Аллаһ менән шаһитлыҡ ҡыл, һүҙҙәреңдә, ғәмәлдәреңдә, әҙәп-әхлагеңдә һәм һәр рухи хәләтеңдә Уның ярҙамына таян. Кем Аллаһҡа таяна, Унан ярҙам эҙләй, шул һидәйәттә, тура юлда була. Аллаһҡа шик белдереүҙән, Уға тиңдәш ҡылыуҙан, нимәнелер ныҡ теләүҙән йәки, нимәлә булһа ла, Аллаһҡа ҡаршы килеүҙән һаҡлан. Аллаһҡа иң ныҡ яҡынайта торған хәлдә Уға ғибәҙәт ҡыл, шул сағында һин Уның һайлап алынғандары, һөйөклөләре араһында булырһың һәм Раббының яҡлауын тойорһоң. Аллаһ бит − тәҡүәлеләрҙең яҡлаусыһы.

Имам әш-Шәғәрани  үҙенең остазы Ғәли әл-Хаууастан : “Аҙыҡ тураһында борсолмаҫ өсөн, һаҡламға (запасҡа) ҡалдыра барыу маҡтаулы эшме?” − тип һораған. Быға яуап итеп остаз: “Әгәр мөрит был аҙыҡтың фәҡәт үҙенеке, унда башҡаларҙың өлөшө юҡлығын белә икән, был осраҡта һаҡламға ҡалдыра ала. Башҡа осраҡта иһә ул бер нәмәне лә һаҡламға ҡалдырырға тейеш түгел. Сөнки был эшкә уны һаранлығы ҡоторта”, − тигән. Шунда Әш-Шәғәрани һорай: “Әгәр мөрит был аҙыҡтың уның ғаиләһе өсөн икәнлеген белһә, һәм ғаилә был аҙыҡты фәҡәт уның ҡулы аша алһа, ул сағында запасҡа ҡалдырырға мөмкинме?” Остаз: “Эйе”, − тип яуап бирә. Имам Әш-Шәғәрани йәнә: “Әгәр мөрит, аҙыҡтың уның ғаиләһенең өлөшө икәнен белһә, әммә ул өлөш ғаиләгә тап уның аша барып етерен Аллаһу Тәғәлә уға белгертмәһә, уларҙан запас ҡалдыра аламы? − тип һорай. Шәйех: “Юҡ”, −тип яуаплай.

Әш-Шәғәрани  шулай уҡ уҡытыусыһынан һораған: “Ҡайһы бер мөриттәр, йыл һайын бер ниндәй аҙыҡ-түлекһеҙ көйө хажға йүнәлә. Был маҡтаулы ғәмәлме, әллә шелтәгә лайыҡмы?” Остаз: “Был − яҡшы түгел. Сөнки Аллаһу Тәғәлә, кеше юлда ҡыйынлыҡ кисермәһен һәм, аҙығы, аҡсаһы юҡлыҡтан, башҡаларҙан һоранырға мәжбүр булып, улар алдында оятҡа ҡалмаһын, шулай уҡ аҙыҡ һәм транспорт менән ярҙам итмәгән кешеләргә ҡарата күңелендә нәфрәт тыумаһын өсөн, мөмкинлеге булған кешегә генә хаж ҡылырға ҡушҡан. Бындай хәл мотлаҡ тыуасаҡ, ул хаҡта әүәлге тәҡүәлеләр әйтеп ҡалдырған. Ә кем теле менән башҡаларға зыян итә, уларға хаж сәфәре − харам”.

Ул тағы ла остазынан: “Миңә үҙемә туҡланыр өсөн берәй төрлө һөнәр менән шөғөлләнергә кәрәкме?” − тип һораған. Остаз яуап биргән: “Бөтәһен дә Аллаһҡа тапшыр һәм Унан рөхсәт һорамайса һәм Ул рөхсәт бирмәйенсә, үҙең бер нәмә лә һайлама. Тейешле ризыҡ бәндәһен үҙе эҙләй. Ә бәндә үҙенең ризығын эҙләп, ҡайҙа барырға белмәй, юғалып ҡала. Әгәр уларҙың береһе (бәндә йәки уға тейешле ризыҡ) туҡтап ҡалһа, икенсеһе уны эҙләйәсәк. Шуға күрә ризыҡ артынан ҡыуыу ҙа, шулай уҡ үҙ ризығыңды алырға ынтылмау ҙа изге ғәмәлдәрҙән һаналмай, Бәндәнең ризығы ике төрлө була:

1. Һинең тырышлығыңдан башҡа килеп инә торған ризыҡ, мәҫәлән, мираҫ. Бындай ризыҡ артынан ҡыуыуҙы яҡшы тип һанамайҙар.

2. Уны алыр өсөн тырышлыҡ талап итә торған ризыҡ. Шуға күрә ундай ризыҡты алырға тырышыу яҡшыраҡ”.

Аллаһ тураһында яҡшы уйҙа булыу

Белегеҙ, эй мосолмандар: Аллаһу Тәғәлә тураһында яҡшы уйҙа булыу − ул беҙҙән алдағы һәм беҙҙән һуңғы быуын кешеләренең йүнәлеш маҡсаты. Аллаһу Тәғәлә ҡудси хәҙистә әйткән (мәғәнәһе): “Ҡолом Минең турала нисек уйлай, Мин уның өсөн шундаймын. Шуға күрә ул Минең турала һәйбәт фекерҙә булһын”. Икенсе риүәйәттә әйтелә: “Ҡолом Минең турала нисек теләй, шулай уйлаһын”. Аҡыллы кеше һәр һулышы һайын Раббыһы тураһында яҡшыраҡ уйлай.

Әгәр һин, Аллаһ мине был донъяла юҡҡа сығармаҫ, бер минутҡа ла мине ташламаясаҡ, тип уйлайһың икән, Раббы тап шулай итәсәк. Әгәр һин, Аллаһу Тәғәлә минең башҡаларҙың хаҡын боҙғанымды йәшерер, һәм мине бының өсөн язаламаясаҡ, тип уйлайһың икән − Раббың был уйыңды ла тормошҡа ашырыр. Әгәр, Ғәләмдәр Раббыһы миңә был донъянан иман менән китеү бәхетен бирер, тип уйлайһың икән, Аллаһ шуны бирер. Әгәр, Аллаһ мине Ҡиәмәт Көнөнөң ҡурҡынысынан һаҡлар, тип ышанаһың икән, Раббы тап һин уйлағанса эшләр. Әгәр һин, Сират күперен үткәндә, Аллаһ аяҡтарыма көс бирер, тип уйлайһың икән, Ул шуны эшләйәсәк. Әгәр, Аллаһ мине Ожмахҡа керетер, тип уйлайһың икән, Ул мотлаҡ уйлағаныңды алдыңа ҡуйыр.

Ҡатындарығыҙға сабырлыҡ күрһәтегеҙ

Эй мосолмандар, шуны белегеҙ: − ҡатындарына һәм уларҙан килгән зыян-золомдарға ҡарата түҙемлек күрһәтеү − тәҡүәлеләргә хас ҡылыҡ. Был хаҡта күп ҡиссалар бар. Шуның береһен миҫалға килтерәйек. Шәйех Әхмәд әр-Рифағиҙың  алама телле, ғауғасыл ҡатыны була. Бер кеше төшөндә был шәйехтың Аллаһ ҡаршыһында дәрәжәһенең юғары икәнен һәм Аллаһтың уның менән риза булыуын күрә. Бер ваҡыт ул ғалимдың өйөнә килә һәм күрә: шәйехты уның ҡатыны тәртешкә менән туҡмай, остаздың өҫтөндәге кейеме лә ҡоромланып бөткән, ә үҙе бер ни ҙә өндәшмәй. Был кеше, асыуы ҡабарып, өйҙән сығып китә. Шунан ул, шәйехтың мөриттәре менән осрашып, уларға: “Һеҙ нисек түҙеп тораһығыҙ: беҙҙең шәйехыбыҙға ул ҡатын ни тиклем зыян килтерә, ҡайһылай уны түбәнһетә?!” − ти. Мөриттәрҙең береһе: “Ул ҡатын өсөн мәһәргә биш йөҙ алтын тәңкә һорағандар. Ә шәйех − ярлы кеше”, − тигән. Шунан теге кеше биш йөҙ динар йыйған да, шәйехҡа алып барған, батмусҡа һалып, уның алдына ҡуйған. Шәйех: “Был нимә ул?” − тип һораған. Теге: ”Был һинең менән миһырбанһыҙ ҡыланған бәдбәхет ҡатыныңа мәһәр”, − тигән. Шәйех йылмая ла, былай ти: “Әгәр мин уның туҡмауы һәм әрләүҙәренә түҙмәгән булһам, һин мине Аллаһу Тәғәлә риза булған юғары дәрәжәлә күрер инеңме ни”.

Тәҡүәлеләрҙән берәү ҡатыны менән айырылышырға булғас, унан һорайҙар: “Уның һиңә ниндәй насарлығы тейә?” Ул: “Йүнле кеше үҙ ҡатынының яманатын һатмай”, − тигән. Ә инде ҡатыны менән айырылышҡандан һуң, унан: “Ниңә уның менән айырылыштың?” − тип һорағандар икән, ул: “Минең өсөн хәҙер ят булған ҡатын тураһында һөйләүҙең ни кәрәге бар, минең унда эшем юҡ”, − тип яуап биргән.

Шуға күрә, балаларым, мин һеҙгә васыят итеп әйтәм: ҡатындарығыҙға яҡшы мөнәсәбәттә булығыҙ. Уларға матур әҙәп менән йомшаҡ мөғәмәлә күрһәтегеҙ, асыҡ йөҙлө булығыҙ. Кешеләр беҙҙең кеүектәрҙе (мөриттәрҙе) бәләкәй генә хата өсөн дә тәнҡитләй. Беҙҙең кескәй генә етешһеҙлектәрҙе лә ҙур итеп күрәләр. Ныҡ һаҡ булығыҙ, һөйләгән һүҙегеҙ булһынмы, эшләгән эшегеҙ булһынмы − кешеләр ғәйеп табырлыҡ йәки уларҙы үпкәләтерлек булмаһын. Ҡатындарығыҙға яғымлы һәм алсаҡ, дуҫ һәм йыуатыусы булығыҙ. Аллаһ һеҙҙең бергә үткән ғүмер юлығыҙҙың аҙағын хәйерле ҡылһын!

Белегеҙ, әгәр беҙ ҡатындарыбыҙ менән йыш әрләшһәк, етмәһә, насар һүҙҙәр әйтһәк, әлбиттә, улар беҙҙе ихтирам итмәйәсәк. Күп осраҡта, өйҙәге бөткөһөҙ эш-мәшәҡәттәр менән ваҡыт етмәү арҡаһында, улар беҙгә етерлек иғтибар бүлә алмай. Шуға күрә сабыр һәм мәрхәмәтле булығыҙ, ғәфү итә белегеҙ. Ипләп кенә, йомшаҡ итеп аңлатығыҙ, тупаҫ булмағыҙ. Уларҙың башҡарғаны беҙгә етә.

Ғәләмдәр Раббыһы Аллаһҡа − барса маҡтауҙар!

Әхмәт Хажи Абдулаевтың “Изгеләр әҙәбе” китабынан

(Аҙағы. Башы гәзиттең 1 − 34-се һандарында)

Әлфиә Батталова тәржемәһе, ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...