Ныҡ тәҡүәле булыу (үәрәғ) Аллаһ ниғмәттәрен файҙаланыуҙы инҡар итмәй

Ныҡ тәҡүәле булыу (үәрәғ) Аллаһ ниғмәттәрен файҙаланыуҙы инҡар итмәй

Аллаһу Тәғәлә биргән ниғмәттәр менән файҙаланыу ысын тәҡүәлеккә ҡамасауламай. Ныҡ тәҡүәлек бары тик хәрәм һәм мәкрүһтән (шикленән) тыйылыуҙа күренә. Ғалимдар әйткән: “Мөриттең эше − хәрәм һәм шикле нәмәләрҙән тыйылыу, ә бының нигеҙендә − ризыҡ ҡабыуҙа иғтибарлы һәм ентекле булыу. Әгәр хәләл менән туҡланыусы кеше гонаһ ҡылырға уйлаһа, ул быны эшләй алмаясаҡ. Шулай уҡ, хәрәм ашаған кеше лә Аллаһҡа итәғәт итергә теләһә − килеп сыҡмаясаҡ”.

Шуға иғтибар итергә кәрәк: рөхсәт ителгәндән тыйылыу (мөбах) тәҡүәлеккә инмәй. Хәҙистә әйтелә: “Бер кеше үҙенә, ҡояш аҫтында торған килеш ураҙа тоторға, тип һүҙ бирә. Рәсүлуллаһ был кешегә күләгәгә инеп ултырырға һәм ураҙаһын тотоп бөтөрөргә ҡуша”. Пәйғәмбәр уға, нимә Аллаһҡа итәғәт булып иҫәпләнә, шуны тамамлап ҡуйырға, ә итәғәткә инмәгәндән баш тартырға ҡуша. Әгәр кеше, рөхсәт ителгәндән баш тартып, тәҡүәлекте һаҡлаһа икән, һәм шул арҡала сәләмәт булып ҡалһа икән! Юҡ шул! Киреһенсә, ул гонаһлыға әйләнә, сөнки ул шәриғәткә уға ят булған нәмәне индерергә тырыша. Ул бер нәмәнең икенсеһенән өҫтөнөрәк икәненә инана − был иһә аҙашыу,− шәриғәттең ҡарары ике осраҡҡа ла бер төрлө.

Пәйғәмбәр бал ҡушып әҙерләнгән тәмлекәстәр яратҡан, ит яратҡан (айырыуса малдың алғы өлөшөн), уның өсөн һыуға финик менән йөҙөм ҡушылған эсемлек әҙерләгәндәр, ул мускус (хушбуй) менән файҙаланған.

Ныҡ тәҡүәлек (үәрәғ) тураһында гүзәл һүҙҙәр

  1. Ғалимдарҙан берәү әйткән: “Тәҡүәлек (үәрәғ) − ул шөбһәле, шикле нәмәнән баш тартыу”.
  2. Шулай уҡ әйтелгән: “Кеше һәр бер хәрәкәтен Аллаһ ризалығы өсөн эшләһә, был күренеп торған тәҡүәлек була. Ә йәшерен тәҡүәлек − йөрәгеңә Аллаһу Тәғәләнән башҡа һис ниҙе индермәү”.
  3. Суфьян әс-Саури әйткән: “Тәҡүәлекте үтәүҙән дә ябайыраҡ ысулды күргәнем булманы: нимәлә кескәй генә шигең бар, шуны ҡалдыраһың”.
  4. “Тәҡүәлек − ул телеңде маҡтауҙан һәм әрләшеүҙән һаҡлау”.
  5. Бер дин ғалимынан: “Диндә иң мөһиме нимә?”, − тип һорағас, ул: “Ныҡ тәҡүәлек (үәрәғ)”, − тип яуап биргән. “Ә диндең афәте нимәлә?” − тигән һорауға иһә: “Донъяға ҡомһоҙлоҡ”, −тип яуап ҡайтарған.

6. Шулай уҡ әйтелгән:”Аллаһу Тәғәлә Муса пәйғәмбәргә үәхи (аят) ебәрә: “Минең ҡолдарыма Миңә яҡынайыу өсөн ныҡлы тәҡүәлек (үәрәғ) һәм заһитлыҡтан (донъяға битарафлыҡтан) да һәйбәтерәк юл юҡ”.

7. Әбүл-Фәүәрис әл-Кирмәни әйткән: “Тәҡүәлектең билдәһе − үәрәғ (диндә ентеклелек), ә үәрәғтең билдәһе − шикленән баш тартыу”.

8. Йәнә әйтелгән: “Ялғандан, хыянаттан һәм ғәйбәттән ҡасығыҙ, артабан ни теләйһегеҙ, шуны эшләгеҙ”.

9. Тәҡүәлеләр әйтеп ҡалдырған: “Кем тыйылғандан ҡарашын йәшерә, шиклене ҡылыуҙан нәфсеһен тыя, туҡтауһыҙ Аллаһҡа мөрәжәғәт итеп, эске донъяһын байыта, ә тышҡы донъяһын Пәйғәмбәрҙең сөннәте менән тултыра, үҙен хәләл ризыҡты ғына ҡабул итергә өйрәткән − ундай кешене үтә күреүсәнлеге һәм алдан һиҙемләүе алдамаҫ.

10. Шаҡиҡ әйткән: “Кешенең иң юғары әхлаки сифаттары дүртәү: асыу килгәндә − йомшаҡлыҡ, фәҡирлектә йомартлыҡ күрһәтеү, бар осраҡта ла тоғро һүҙле булыу һәм яңғыҙ ҡалғанда – тәҡүәлекте (үәрәғ) һаҡлау”.

11. Дин ғалимдарынан берәү әйткән: “Түбәндәге ун нәмәне фарыз тип иҫәпләй башламай тороп, кешенең тәҡүәлеге (үәрәғ) камил булмай:

  1. телде ғәйбәттән һаҡлау;
  2. башҡаларҙы мыҫҡыллап көлөүҙән тыйылыу;
  3. кеше тураһында насар фекерҙе ҡалдырыу;
  4. харамға ҡарамау;
  5. тоғро һүҙле булыу;
  6. үҙ-үҙеңә һоҡланмаҫ өсөн Аллаһтың ниғмәттәрен күреү;
  7. мөлкәтеңде батыл, шикле нәмәләргә түгел, ә хаҡ юлда тотоноу;
  8. дан һөйөүҙән һәм тәкәбберлектән баш тартыу;
  9. фарыз намаҙҙарҙы теүәл үтәү һәм йәмәғәт менән бергә башҡарырға тырышыу;
  10. Сөннәт һәм йәмәғәт әһелдәре юлынан даими һәм тайпылышһыҙ барыу”.

Тәҡүәлеккә (үәрәғ) әүәлге мосолмандарҙан миҫалдар

Тәҡүәлек (үәрәғ), дини ҡанундарҙы үтәүҙә теүәллекте һаҡлау тураһында әүәлге тәҡүәле мосолмандар һөйләп ҡалдырған бер нисә хәлде бәйән итмәксебеҙ:

  1. Әйтелгән: “Хәссән ибне Әбү Синән ятып йоҡламаған, майлы ризыҡ ашамаған һәм һалҡын һыу эсмәгән”.
  2. Әл-Харис әл-Мөхәсибиҙең атаһы кадариттарға эйәргән була. (кадариттар − Әмәүиләр (Омейяд) хәлифәте осоронда барлыҡҡа килгән аҙашҡан төркөм. Улар, тәҡдир − Аллаһ эше түгел, кеше уны үҙе булдыра, барлыҡҡа килтерә, тип иҫәпләгән). Атаһы үлгәс, әл-Харис мираҫтан баш тарта, ни өсөн тигәндә, атаһы Сөннәт әһелдәренән (әһле сүннә үәл-джәмәғә) булмайынса үлеп киткәндер, тип шикләнә. Сөнки, хәҙискә ярашлы, төрлө диндә булған кешеләр бер-береһенә вариҫ (мираҫ алыусы) була алмай: “Ике төрлө дин вәкилдәре бер-береһенән мираҫ ала алмайҙар”.
  3. Әбү Ғәли әл-Даҡҡаҡ һөйләгән: “Әл-Харис әл-Мөхәсиби шикле аҙыҡҡа үрелһә, бармағындағы ҡан тамыры дерелдәй башлай ине. Бер ваҡыт Джүнәйд әл-Бәғдәди туғанының туй табынынан әл-Харисҡа күстәнәс килтерә. Ләкин Харис унан баш тарта. Ә бер нисә көндән уға ҡатҡан икмәк киҫәктәре килтерәләр, ул быларҙы ашай ҙа әйтә: “Мөриткә аҙыҡ килтерәһегеҙ икән, иң һәйбәте − ошондай”.
  4. Хәмдүн әл-Ҡассар , дуҫы үлгән саҡта, уның янында була. Дуҫы йән биргәс, ул лапманы һүндерә. Янындағылар уға: “Бындай осраҡта лампаға май өҫтәйҙәр”, − . Мти. Хәмдүн: “Әлегәсә лампаның майына ул (мәрхүм) хужа ине, ошо минуттан май − уның вариҫтарының милке”, − тип яуап биргән.
  5. Имам әш-Шәғәрани әйткән: “Беҙҙән һүҙ алдылар: хеҙмәтселәребеҙгә ғаиләләребеҙ янына инеп йөрөргә рөхсәт итмәҫкә, хатта уларҙың ирлек ҡеүәте булмаған хәлдә лә (йәғни евнух булһалар ҙа)”.

Элекке тәҡүәле мөьминдәр ашауэсеүҙә, кейенеүҙә һәм торлаҡта ябайлыҡты һайлаған, зиннәттәрҙән баш тартҡан. Мәҫәлән, хәлиф Ғүмәр ибне әл-Хаттаб үҙенең улына бер юлы ике төрлө аҙыҡты (блюдоны) ашауҙы тыйған (әгәр береһе генә асығыуҙы баҫырға етә икән) һәм ҡалғанын кешеләргә таратырға ҡушҡан.

КЕШЕЛӘРҘӘН СИТЛӘШЕҮ

Кешеләр менән артыҡ аралашыуҙың зарары

Белегеҙ, яңғыҙлыҡ (хәлүәт) − ул йөрәгең менән кешеләргә бәйле булмау, хатта улар араһында булһаң да. Кешеләрҙән ҡасыу (ғөзләт) − ул, матди ҡиммәттәргә ынтылыуҙан, файҙа алырға тырышыуҙан баш тартып, дәүләт әһелдәренән ситләшеү, шулай уҡ тәҡүәлекте (үәрәғ) ныҡ һаҡлаған хәлдә буш хыял һәм нәфсе теләктәренән алыҫлашыу.

Аллаһ Илсеһе әйткән: “Сәләмәтлек − яңғыҙлыҡта, ә афәт − ике кеше араһында. Тәнегеҙ кешеләр менән булһын, ә йөрәгегеҙ − Аллаһ менән”. Шулай уҡ ул әйткән: “Минең Аллаһ менән бергә булыуҙың айырым ваҡыты бар, унда Аллаһтың яҡын фәрештәһе өсөн дә, илсе пәйғәмбәр өсөн дә урын юҡ”. Ошо була инде хәлүәт, тиҙәр. Белегеҙ, кем, кешеләргә йөрәге менән бәйләнеп, күп ваҡытын улар янында үткәрә, ул ғибәҙәттең тәмен тоя алмай. Кем донъяны сиктән тыш ярата − ғүмере хәйерһеҙ тамамланыр, тигән ҡурҡыныс бар.

Залим менән дуҫлашыуҙы һайлаған кешенең диндә дөрөҫ юлда буласағына өмөт юҡ. Кем, кешеләрҙең ризалығын эҙләй, шул Аллаһ ризалығына һирәк ирешә. Бәндә өсөн иң файҙалы ғәмәлдәр: даими рәүештә шым тороу (һөйләшмәү); өйөңдә булыу; кешеләрҙән ситләшеү, әммә тәкәбберлек һәм үҙ-үҙеңде яратыуҙан түгел, ә үҙеңде кешеләр араһында булырға лайыҡ түгел, тип иҫәпләүҙән һәм, ҡоторған эт уларға нисек зыян итә, минең дә шундай уҡ зыян килтеререүем ихтимал, тигән ышаныуҙан.

Шик юҡ: кешеләр менән аралашҡанда, бер кем дә үҙен гонаһтан һаҡлап ҡала алмай. Хатта, телен гонаһтан һаҡлаған хәлдә лә, ҡолағы мотлаҡ ишетәсәк. Һәм ул да гонаһҡа буяласаҡ. Йәғни тыңлаусы ла һөйләүсе менән бергә гонаһ ҡылыусы булып тора. Джүнәйд әл-Бәғдәди әйткән ти: “Кем диненең бөтөн, ә тәненең тыныс ҡалыуын теләй − кешеләрҙән ҡасһын. Беҙҙең заман − һәр аңлы кешене ҡурҡыу, мәшәҡәт, борсолоу, һағыш уратып алған заман, әммә был яңғыҙлыҡты һайлаған кешегә ҡағылмай”.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

ӘХМӘТ ХАЖИ АБДУЛАЕВТЫҢ “ИЗГЕЛӘР ӘҘӘБЕ” КИТАБЫНАН

Әлфиә Батталова тәржемәһе, ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...