Йомшаҡ мөғәмәлә итеү

Йомшаҡ мөғәмәлә итеү

Белегеҙ, эй мосолмандар, кем ғүмерен башҡаларға йомшаҡ мөғәмәлә менән үткәргән − шул шәһит ғүмерен йәшәгән. Сөнки кешеләр менән тыныс мөнәсәбәт һаҡлау − пәйғәмбәрҙәр һәм юғары тәҡүәлеләрҙең (ситдиҡтарҙың) әхлаҡи сифаты (әҙәбе). Кем кешеләргә йомшаҡ һәм ихтирамлы мөнәсәбәттә, улар менән еңел аралаша, Аллаһ уларға Тамуҡты хәрәм ҡылған. Шуға күрә Пәйғәмбәр ﷺ ныҡ йомшаҡ кеше булған. Уның сәхәбәләре фани донъя тураһында һөйләшһәләр ҙә, әхирәт тураһында һүҙ булһа ла, ашау тураһында һүҙ сыҡһа ла, Пәйғәмбәр ﷺ улар менән аралашҡан.

Ғүмәр ибне әл-Хаттаб әйткән: “Һеҙ бөгөн ҡатылыҡ һәм тупаҫлыҡ араһында тораһығыҙ. Ә Пәйғәмбәр ﷺ үҙенең хеҙмәтселәре, ҡолдары һәм бөтә сәхәбәләре менән еңел аралашты һәм уларҙың хәленә керҙе”.

Аллаһу Тәғәлә әйткән (мәғәнәһе): ”Мөьминдәргә Раббы Рәхимле булды” (“Әл-Әхзәб” сүрәһе, 43-сө аят). Икенсе бер аятта әйтелә (мәғәнәһе): “Һеҙгә үҙегеҙҙең аранан Илсе килде. Һеҙ ғазапҡа тарығас (гонаһ ҡылғас), уға ауыр. Ул һеҙҙең иманға килеүегеҙҙе һәм хәҡиҡәт юлына баҫыуығыҙҙы ныҡ теләй, ә мөьминдәргә ул шәфҡәтле, мәрхәмәтле” (“Тәүбә” сүрәһе, 128-се аят). Был аңлата: һеҙгә килгән Пәйғәмбәр ﷺ һеҙҙең кеүек үк кеше. Беҙ уға хас үҙенсәлектәр биргәс тә, уға мәрхәмәтлек кейемен кейҙерҙек һәм уны һеҙҙең өҫтән етәксе итеп билдәләнек. Ул бит һеҙгә ҡарата рәхимле һәм шәфҡәтле. Бөтәһенән дә бигерәк ул һеҙ иманға килһен өсөн тырыша.

Әбү Һөрәйрә риүәйәт итеүенсә, Пәйғәмбәр ﷺ Ябраил фәрештәнән һораған: “Йә Ябраил, һиңә нисә йәш?”. Ябраил: “Йә Рәсүлуллаһ ﷺ, миңә нисә йәш икәнен мин белмәйем. Әммә күктең дүртенсе ҡатында етмеш мең йылға бер тапҡыр сыға торған бер йондоҙ бар, мин ул йондоҙҙо етмеш ике мең тапҡыр күрҙем”, − тип яуап биргән. Шунда Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: “Йә Ябраил, Раббымдың бөйөклөгө менән ант итәм: ул йондоҙ − мин”.

Әҙәм пәйғәмбәрҙе яратҡас, Аллаһу Тәғәлә уның ﷺ арҡаһына Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең ﷺ нурын һала һәм был нур Әҙәмдең маңлайында балҡыған. Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең ﷺ аҫыл затлы һәм йомшаҡ тәбиғәтле булыуы − Аллаһу Тәғәләнең барса мәхлүктәре араһында уның иң яҡшыһы икәнен күрһәтә. Уның ﷺ саф рухы − саф рухтар араһында иң юғарыһы булыуын күрһәтә. Уның ﷺ ҡәбиләһе − бөтә ҡәбиләләр араһында иң арҙаҡлыһы (хөрмәткә лайыҡлыһы). Уның ﷺ теле − иң яҡшыһы. Уға ﷺ төшөрөлгән Китап − Изге Китаптарҙың иң яҡшыһы. Уның ﷺ сәхәбәләре − сәхәбәләрҙең һәм ғаилә ағзаларының иң яҡшыһы. Ул тыуған ваҡыт − ваҡыттарҙың иң яҡшыһы. Ә уның нурлы әр-Раузаһы (ҡәбере һәм минбәре араһындағы урын) − ер йөҙөндәге иң хөрмәтле урын. Уның аҫыл бармаҡтары араһынан аҡҡан һыу − бөтә һыуҙарҙың иң яҡшыһы. Аллаһтың “ул һеҙҙең иманға килеүегеҙҙе һәм хәҡиҡәт юлына баҫыуығыҙҙы ныҡ теләй” тигән һүҙҙәре, Пәйғәмбәр ﷺ һеҙҙең иманға килеүегеҙҙе һәм рухи хәлегеҙҙе яҡшыртыуығыҙҙы теләй, тигәнде аңлата. Ә “мөьминдәргә ул шәфҡәтле, мәрхәмәтле” тигән һүҙҙәр уның шәфҡәтлеге һәм мәрхәмәтлеге фәҡәт иман килтергәндәргә йүнәлтелгән, тигәнде аңлата. Шуға ла әйтәләр: һәр эштә әҙәплелек һәм ихтирамлы булыу − хушбуйҙар араһында иң хуш еҫле мисек кеүек.

ҒӘҘЕЛЛЕК

Ғәҙеллек − ул нәфсеңә ҡаршы тороу

Пәйғәмбәр ﷺ әйткән: “Бер сәғәт ғәҙеллек урынлаштырыу − алтмыш йыл ғибәҙәттә булыуҙан яҡшыраҡ”. Муса пәйғәмбәр Аллаһу Тәғәләнән Фирғәүенде юҡ итеүен һорағас, Аллаһ уға үәхи ебәрә: “Эй Муса, уның кафырлығы миңә зыян итмәй, ә Минең ҡолдарым өсөн уның ғәҙел идара итеүенән файҙа бар”. Фирғәүен халыҡҡа золомлоҡ күрһәтә башлағас, Аллаһ уны һәләк итә.

Аллаһ ризалығы өсөн һөйөү һәм нәфрәт

Эй мосолмандар, белегеҙ: донъя (байлыҡ) яратҡан кеше бер ҡасан да кешеләр араһында кемде лә булһа күрә алмауҙан ҡотола алмаясаҡ. Быны Пәйғәмбәр ﷺ заһитлыҡты (донъянан ситләшеүҙе) кешеләргә булған һөйөү менән бәйләп аңлатҡан. Ул әйткән: “Кешеләр ҡулындағы нәмәнән баш тарт, һәм улар һине яратыр”. Шуға күрә, кеше ни тиклем донъя ярата, уның дошмандары шул тиклем күберәк була.

Әгәр һин, Аллаһ ризалығы өсөн, кемгәлер нәфрәтлеһең икән, һинең был нәфрәтең фәҡәт ул кешенең сифаты һәм ғәмәленә йүнәлтелгән булырға тейеш, ә уның Аллаһ яратҡан (бар иткән) затына, булмышына түгел. Сөнки кешенең заты, асылы Аллаһ тарафынан яратылған һәм ул үҙгәрмәй. Пәйғәмбәрҙең ﷺ һарымһаҡ тураһында әйткән һүҙҙәренә иғтибар ит: “Мин был үҫемлектең еҫен яратмайым”. Уйлап ҡара, Аллаһ Рәсүле ﷺ, һарымһаҡты яратмайым, тимәгән, ә уның еҫен оҡшатмауын әйткән.

Эй мосолмандар, һеҙҙең кемделер күрә алмауығыҙ Аллаһ ризалығы өсөнмө, әллә нәфсегеҙ талабымы − быны һеҙ билдәләй алаһығыҙ. Йәғни, һеҙ ул кешенең һеҙҙә нәфрәт уятҡан ҡылығын Ҡөрьән һәм Сөннәт менән тикшереп ҡарай алаһығыҙ. Әгәр унда ул ғәмәлдәр маҡтала икән, һеҙҙә ул кешегә ҡарата һөйөү уяныр. Әгәр инде ул насар ғәмәлдәр булһа, һеҙ асыуығыҙҙы белдерегеҙ. Һеҙҙең кешене яратыуығыҙ йәки күрә алмауығыҙ нәфсегеҙҙең теләген ҡандырыу өсөн булып ҡуймаһын. Беҙҙән һүҙ (вәғәҙә) алдылар: нәфсебеҙ талап иткән өсөн мосолман ҡәрҙәшебеҙгә ҡарата күрә алмау тойғоһон кисерергә тейеш түгелбеҙ. Ә инде, күрә тороп, асыҡ гонаһ ҡылыусы шаҡшы бәндәләрҙе беҙ Аллаһ ризалығы өсөн күрә алмаҫҡа тейешбеҙ. Был иһә башҡалар хаҡында насар фекер йөрөтөүгә ҡағылмай (беҙ кешене түгел, ә уның гонаһҡа тартылыуын күрә алмайбыҙ.

Ҡәнәғәт булыу

Ҡәнәғәт булыу − ул үҙеңдә булмаған нәмәгә ынтылмау, булғаны менән сикләнеү һәм нәфсеңдең Аллаһ биргәненә риза булыуы. Кем булғаны менән ҡәнәғәт, ул − ас булһа ла, бай. Аҡыллы кеше донъя эштәренән ҡәнәғәт һәм уларҙы аҙаҡҡа ла ҡалдырыуы ихтимал, ә әхирәт эштәрен атлығып, һуңлатмай үтәй, ә дини әмерҙәрҙе, белемгә таянып, тырышып башҡара.

Ҡәнәғәт кеше тәүлегенә бер тапҡыр ашай. Ә кем тәүлегенә ике тапҡыр ашай, ул ҡәнәғәт тип аталмай.

Аллаһу Тәғәлә биш нәмәне биш урынға ҡуйған: бөйөклөк − Аллаһҡа буйһоноуҙа; түбәнлек − Аллаһҡа буйһонмауҙа; хөрмәт − төндәрен ғибәҙәттә булыуҙа; хикмәт − буш ҡарында; байлыҡ − булғанына ҡәнәғәтлек күрһәтеүҙә. Әл-Кәттәни әйткән: “Кем теләген ҡәнәғәтлек менән алмаштырҙы, ул – бөйөклөккә һәм киң күңеллеккә эйә булды”.

Тәҡүәлеләрҙән берәү һөйләгән: “Хаж ваҡытында Джүнәйд әл-Бәғдәди янында ултырған саҡта, бер кеше уның алдына биш йөҙ динар аҡса килтереп һалды һәм: “Мөриттәреңә тарат” − тине. Джүнәйд : “Һинең тағы ла динарҙарың бармы?” − тип һораны. “Эйе, минең динарҙарым күп”, − тине теге. Ғалим йәнә һорау бирҙе: “Ә һин тағы ла динарҙар теләйһеңме?” ”Эйе”, − тип баш ҡаҡты теге кеше. Шунда Джүнәйд : “Аҡсаларыңды кире ал, һин уларға беҙгә ҡарағанда нығыраҡ мохтажһың”, − тине һәм уның аҡсаларын алманы.

Өндәшмәү

Эй мосолмандар, белегеҙ, өндәшмәү − ысын ирҙәрҙең һәм камил кешеләрҙең сифаты, ул Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу әҙәбенең бер төрө. Әгәр кеше үҙенә кәрәк (тейешле) нимәне генә һөйләй икән − ул да өндәшмәүселәр иҫәбендә. Пәйғәмбәр ﷺ өндәшмәүҙе хуплаған һәм шуға өндәгән: “Телеңде һаҡла, сөнки, кем өндәшмәй − шул ҡотола. Һиңә үҙеңдең өйөңдә булыу һәм гонаһтарың өсөн күҙ йәшеңде түгеү кәрәк”.

Һөйләгең килгәндә – шым тор, шым торғоң килһә − һөйлә.

Баҫалҡылыҡ

Баҫалҡылыҡта (күҙгә ташланып бармауҙа, тыйнаҡлыҡта, билдәлелеккә ынтылмауҙа) күп файҙа йәшерелгән. Бөгөнгө замандағы йәмғиәттең хәленә һәм кешеләрҙең әхлаҡи торошона ҡарап, эшләгән эшеңде халыҡҡа сығарып, танылыу яуларға ашыҡма. Әйтелгән бит:

Танылғанлыҡ − ысынында, бәлә.

Ләкин һәр кем шуға ашҡына.

Баҫалҡылыҡ − йәнгә тыныслыҡ ул,

Әммә кеше унан тайшана.

Бишр әйткән: “Кем танылыу ярата, ул Әхирәттең ләззәтен татый алмаҫ”. Бер шәйех үҙенең уҡыусыһына ошондай нәсихәт биргән: “Бер ҡасан да үҙеңде тирә-яғыңдағы кешеләрҙән яҡшыраҡ, тип иҫәпләмә, баҫалҡы һәм түбәнселекле бул. Был донъяның мәшәҡәттәренән һәм һине билдәлелеккә күтәрә торған урындан ҡас. Донъяны һәм тәкәбберлекте, кемдәр шулар артынан ҡыуа, уларға ҡалдыр. Был донъяла нәфсең яратмаған эш менән шөғөллән һәм уның асыһын таты. Был донъяны ташлап киткән дуҫтарың һәм таныштарыңдан ғибрәт ал. Бел, улар бер ҡайҙа ла юғалмай, үҙ дәрәжәләрендә ҡаласаҡ, ә беҙ уларға барып ҡушыласаҡбыҙ, улар менән бергә буласаҡбыҙ”.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

Әхмәт Хажи Абдулаевтың “Изгеләр әҙәбе” китабынан

Әлфиә Батталова тәржемәһе, ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...