Мосолмандың донъялағы мөхәббәткә ҡарашы

Мосолмандың донъялағы мөхәббәткә ҡарашы

Хәҡиҡәттә, Аллаһу Тәғәлә кеше нәфсеһен балаларын, йәмәғәтен, юғары дәрәжәне һәм байлыҡты һөйөүсе итеп яратҡан. Һәм мөрит, йөрәге матди донъя менән бәйле булғанлыҡтан, рөхсәт ителгәндән ситкә сығып китмәһен өсөн, тәриҡәт ғалимдары шәриғәт тарафынан рөхсәт ителгәндәрҙе аңлатып биргән. Имам әш-Шәғрани әйткән: Эй мосолмандар, белегеҙ – фетнә сығыуҙың нигеҙендә дүрт сәбәп ята: ҡатындар, юғары дәрәжә, байлыҡ һәм балалар. Ҡатындарға мөхәббәт тигәндә, шуны аңлау мөһим: уларҙы һин яратаһың, сөнки ҡатындарға һөйөүҙе Аллаһу Тәғәлә һинең йөрәгеңә үҙе һалған – улар бит һинең бер өлөшөң, йәғни, һинән яралғандар (Ҡатын ирҙең ҡабырғаһынан яһалған. – Ред.), шуға күрә уларҙы яратыу үҙеңде яратҡан кеүек була. Был дәлилде “Үҙеңдән башла” тигән хәҙис тә көсәйтә. Бигерәк тә шуның өсөн – ҡатындар аша тоҡом дауам ителә, донъяға яңы кеше тыуа, яңы тормош яратыла һәм шул арҡала беҙҙе хис-тойғолар, кисерештәр уратып ала. Сөнки бит, ер йөҙөндә кешелек нәҫеле үрсеп, фани донъяның хасил булыуы арҡаһында ғына Аллаһу Тәғәләнең Батшалығын, Уның бөйөк ижадын күреү мөмкинлеге тыуа.

Шуға күрә кем ҡатын-ҡыҙҙы ошондай халәттә күреп ярата, тимәк, ул уны үҙенең нәфсеһе ҡушҡанға түгел, ә Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн ярата. Һәм ундай кеше өсөн ҡатын-ҡыҙға булған мөхәббәт Аллаһу Тәғәләнәнең ниғмәте буласаҡ. Шунлыҡтан, ошондай һөйөү менән һөйөлгән ҡатынҡыҙ ирҙең иғтибарын Аллаһҡа йүнәлтә, йәғни ир кешенең уға булған мөхәббәте Аллаһҡа ҡарата һөйөүгә әүерелә. Был осраҡта бит ир кеше ҡатындарҙы Аллаһу Тәғәләнең ижади камиллығының бер сағылышы булғаны өсөн ярата, башҡа сәбәптән түгел. Быны Пәйғәмбәребеҙҙең e һүҙҙәре лә ҡеүәтләй: “Аллаһ ҡушыуы буйынса, фани донъяла миңә ҡатындарға һөйөү һалынған”. Бында ҡатын-ҡыҙға ҡарата ғөмүми һөйөү күҙ уңында тотола. Ләкин мөхәбәттең икенсе төрө лә бар, уның нигеҙендә шәхестәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте ята. Ундай мөхәббәт шулай уҡ маҡтаулы, мәҫәлән, Пәйғәмбәребеҙҙең e үҙенең ҡатыны Ғәйшәгә, йәки иң яҡын сәхәбәһе Әбү Бәкергә булған мөхәббәте. Ундай мөнәсәбәт ике кешенең тәбиғәттән булған рухи яҡынлығы йәки холоҡтарҙың оҡшашлығы арҡаһында тыуа. Тап шуның өсөн ундай мөхәббәт бер ҡасан да һүнмәй һәм хатта ике донъяла ла үҙгәрешһеҙ ҡала”.

Бел, тәҡүәлеләрҙең йөрәгенән насар холоҡтарҙан иң һуңғы булып дәрәжә һөйөү, дан һәм маҡталыуҙы яратыу сифаттары юғала, сөнки нәфсе тәбиғәттән ошо кәмселеккә ауышыусан. Ысынбарлыҡта, Аллаһу Тәғәлә Үҙенең ҡоло тураһында хәстәрлек күрә икән, Ул туҡтауһыҙ уның нәфсеһен барса боҙоҡлоҡтарҙан таҙалай. Һәм нәфсе, бөтә булған насар сифаттарҙан арынғас, әҙәм балаһында уға бығаса билдәле булмаған илаһи сифаттарға эйә булырға ынтылыш барлыҡҡа килә. Һәм шул саҡта был кешелә власть һәм хакимлыҡҡа һөйөү уяна башлай, ләкин был тойғо кешеләргә ҡарата тәкәбберлектән түгел, ә үҙенең Хужаһы – Раббыһына хас сифат булғанлыҡтан барлыҡҡа килә.

Аллаһты танып белеү кимәленә барып еткән кеше байлыҡ яратыуын

Аллаһ ризалығы өсөн... яратыуға әйләндерә. Сөнки ундайҙарға донъяуи байлыҡты, шулай уҡ юғары дәрәжәне яратмай мөмкин түгел, ни өсөн тигәндә, уларға был тойғо тыумыштан һалынған. Аллаһты танып белгәндәр түбәндәге хәҙискә иғтибар йүнәлтә: “Ысынында, биргән саҙаҡаң киң мәрхәмәтле Аллаһҡа барып етә”. Йәғни, Аллаһтың бындай ҡолдары донъя байлығын башҡаларға ярҙам итер, саҙаҡаға әйләндерер өсөн ярата.

Ә инде балаларға булған мөхәббәткә килгәндә, был Аллаһу Тәғәләнең үҙенең ҡолдарына ҡарата иң ҙур һынауҙарының береһе: балаға булған һөйөүҙәре арҡаһында ата-әсәләр Раббыларының билгеләгән сиктәрен боҙмаҫтармы? Был иң ҙур һынау, сөнки Аллаһу Тәғәлә баланы үҙаллы йән эйәһе итеп яратҡан, йәғни бала, ата-әсәгә сит булмаһа ла, уларға бәйле түгел. Рәсүлуллаһ ﷺ быны ошо рәүешле әйтеп биргән: “Аллаһ менән ант итәм: хатта Мөхәммәдтең ҡыҙы Фатима урлашҡан булһа ла, мин уның ҡулын сабыр инем”. Юғарыла әйтелгәндәрҙән шул аңлашыла: кем ошо дүрт төрлө ҡотҡоно аңлап, тейешле рәүештә иғтибарға ала, ул кеше, ҡурҡмайынса, донъяуи ниғмәтттәрҙән файҙалана ала. Шуға күрә, эй һин, ҡәрҙәш, Аллаһтың яҡын ҡолдары донъя ниғмәттәренән үҙең кеүек байлыҡ яратҡанлыҡтан файҙалана икән, тип уйлауҙан ҡурҡ. Был, ысын мәғәнәһендә, изгеләргә ҡарата әҙәпһеҙлек буласаҡ.

Күркәм хисап

Эй һеҙ, Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә ышаныусылар, юғарыла әйтелгәндәрҙе күңелегеҙҙән үткәреп, үҙегеҙҙе Аллаһу Тәғәләнең һүҙҙәре менән һынағыҙ (мәғәнәһе): “Әхирәт тормошо – яҡшыраҡ һәм мәңгелек” (“Әл-Әғлә” сүрәһе, 17- се аят); һәм Пәйғәмбәрҙең һүҙҙәре менән: “Саҙаҡа биреү менән мал кәмемәй” ; “Үҙенә ҡарата булған золомдо ғәфү итеүсенең һис шикһеҙ дәрәжәһе күтәреләсәк”; “Саҙаҡаның әжере 700 тапҡырға һәм унан да күберәккә арта”; “Барлыҡ ендәр һәм кешеләр бергә йыйылып, бәндәне ниндәйҙер өлөшөнән (хатта ул саң бөртөгө ҡәҙәре генә булһа ла) мәхрүм итергә тырышһалар ҙа, Аллаһу Тәғәлә ихтыярынан тыш, улар бер ни ҙә эшләй алмаясаҡ”. Бел, әгәр, матди байлығыңдан яҙғандан һуң, нәфсеңдең ҡәнәғәт ҡалғанын һәм һиңә тейешле тип һанаған өлөшөңдән мәхрүм итеүҙә ҡатнашыусыны яратҡанын тояһың икән, ул саҡта һин ысын мөьмин. Бында һин донъялыҡты мәңгелектән нисек айырырға өйрәнерһең.

Бел, кешеләрҙе көйөнөскә һалған һәр нәмә, һәм нимә өсөн кешеләр бәхәсләшә, үҙ-ара ыҙғыша – бөтәһе лә донъяны аңлата, Аллаһу Тәғәлә уларҙан ситләшергә ҡушҡан. Әхирәт ғәмәлдәрендә иһә донъя шау-шыуына, даулашыу, талаш-тартышҡа урын юҡ. Ундай ғәмәлдәргә көндөҙ ураҙа тотоу, төндәрен Аллаһҡа ғибәҙәттә булыу, кешеләргә ярҙам итеү, саҙаҡа биреү, башҡалар ҙа файҙаланһын өсөн ҡойо ҡаҙыу һәм Аллаһ юлындағы башҡа төрлө изге ғәмәлдәр инә. Ундай эштәрҙә кешеләр, әйтәйек, ниндәйҙер өлөш (аҡса, бүләк, абруй) алыр өсөн тәрбиәсе-остаз, шәйех булырға йәки башҡа берәй вазифаға ынтылыусыларҙан айырмалы булараҡ, бер-береһе менән дәғүәләшмәй, ярышмай. Билдәле булыуынса, Пәйғәмбәр e, эшен тамамлағас, тейешле эш хаҡын талап итергә тартынған. Бер ваҡыт Рәсүлуллаһ ﷺ менән бергә һарыҡ көткән кеше уға: “Эй Мөхәммәд, эшебеҙ өсөн Хәдижәнән хаҡ һора әле”, – тигән. Пәйғәмбәр ﷺ уға: “Миңә һорауы оят”, – тип яуап ҡайтарған. Ғалимдарға, ысын мәғәнәһендә, матди донъянан боролоп, юғары дәрәжәгә, власҡа, донъя байлығына һәм үҙ-үҙеңә булған мөхәббәт әсирлегенән азат булырға кәрәк. Шул ваҡытта ғына улар мәңгелек тормоштоң ысын ғалимдары, пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары булып ҡаласаҡ, сөнки хисап көнөндә уларҙың яҙған ҡаралары шәһиттәрҙең түккән ҡанынан ауырыраҡ тартасаҡ.

“Ғалимдың йоҡоһо – Аллаһҡа ғибәҙәт”, тип тап шундайҙар хаҡында әйтәләр. Һәм шул ваҡытта ғына улар мәңгелектең бар матурлығын һәм фанилыҡтың бер нигә лә тормағанын күрер. Һәм, әлбиттә, улар үткенсе донъяға түгел, ә мәңгелеккә өҫтөнлөк бирер, сөнки фани донъя менән әхирәт донъяһы – ике ҡатын кеүек: береһе ҡәнәғәт булһа, икенсеһе – ярһыу. Әгәр кешегә был тормош ҡәҙерле икән, теге донъяны ул һанға һуҡмаясаҡ, һәм киреһенсә, был донъя уның өсөн һөйкөмһөҙ булһа, мәңгелек донъя – ҡиммәтле. Һәм ике ҡапма-ҡаршыны берләштереп булмағандай, бында ла берләшеү мөмкин түгел (нимәлер бер юлы аҡ та, ҡара ла була алмаған кеүек, кеше өсөн фанилыҡ һәм мәңгелек бер үк төрлө ҡәҙерле була алмай, – ред.).

Пәйғәмбәрҙең ﷺ заһитлығы (матди донъяға битарафлығы)

Аллаһ Илсеһе ﷺ ошо ерҙә ҡасандыр йәшәгән һәм бынан һуң йәшәйәсәк кешеләрҙең бөтәһе араһынан матди донъяға иң битарафы була. Аллаһу Тәғәлә Пәйғәмбәргә ﷺ , ҡайҙа барһа ла, байлығы артынан оҙатып йөрөһөн өсөн, Тиһәмә тауы ҙурлығындай алтын, көмөш һәм зөбәржәт тәҡдим итә. Ләкин Мөхәммәд ﷺ быны теләмәй һәм әйтә: “Йә Аллаһ! Мин – бер көн ас, ә икенсе көндө туҡ булайым”. Ул шулай уҡ былай ти: “Ухуд тауы ҡәҙәрле алтыным булып, өс көндән һуң унан, бурыстарымды түләү өсөн һаҡланылғандарҙан тыш, бер генә тәңкә аҡса ҡалһа ла, был мине ҡыуандырмаҫ ине”. Пәйғәмбәр ﷺ донъя байлығынан нимәнелер үҙендә һаҡларға яратмаған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ шулай уҡ мосолмандарҙың иғтибарын мөхәббәттең хаҡиҡәтенә йүнәлткән, һәм аңлатҡан: бер генә бәндә лә, әгәр йөрәге Аллаһ Рәсүленә ﷺ мөхәббәт менән менән тулмай икән һәм ул шул һөйөүҙе башҡа бөтә һөйөүҙәрҙән юғарыраҡ күтәрмәй икән – ул камил иманға эйә була алмай. Рәсүлуллаһ ﷺ әйткән: “Мине ғаиләгеҙгә, балаларығыҙға һәм бөтә кешелеләргә ҡарағанда ла нығыраҡ яратмай тороп, һеҙҙең берегеҙҙең дә иманы камил булмаясаҡ”. Артабан Пәйғәмбәр ﷺ мосолмандарға шуны аңлата: донъя байлығына бирелеү – кешене түбәнлеккә төшөрә, ҡомһоҙлоҡҡа килтерә, сөнки донъяның байлыҡмөлкәтенән тулыһынса туйыу мөмкин түгел.

Пәйғәмбәр ﷺ шулай уҡ әйткән: “Әгәр әҙәм балаһы алтын менән тулы ике йылға үҙәненә эйә булһа, ул шундай уҡ өсөнсө үҙәнде теләр ине, ә инде өсөнсөһө булһа, мотлаҡ дүртенсеһен дә теләр ине. Сөнки әҙәм балаһының күҙе туймай тупраҡтан башҡа (йәғни, үлеп, тупраҡҡа күмелмәйенсә, – ред.)”. Пәйғәмбәр ﷺ һәр мосолмандың сафлығы һәм әхлагы тураһында борсолған һәм Аллаһу Тәғәләнең һәр бәндәһенә донъя байлығына юғарынан ҡарарға, үҙенең кешелек дәрәжәһен, матди донъянан өҫтөнлөгөн тойорға ярҙам итергә тырышҡан. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: “Дөрөҫөн әйткәндә, саҙаҡа – кешеләрҙең бысрағы һәм гонаһтарының йыуынтыһы”. Пәйғәмбәрҙең ﷺ был әйтемендә асыҡ күрһәтмә ята: тәҡүәле кешенең рухы юғары, изге һәм саф, башҡаларҙа булған нәмәгә ынтылыуҙан азат булырға тейеш; ул үҙенең мохтажлығын һәм хәжәтен Аллаһу Тәғәләнән башҡа һис кемгә күрһәтмәй. Пәйғәмбәр ﷺ шулай уҡ мөъминдәрҙе, донъя байлығына битарафлыҡ ул –Аллаһтың һәм кешеләрҙең һөйөүенә ҡапҡа, тип өйрәткән. Сөнки кешеләр уларҙағы әйбергә дәғүәләшеүсене яратмай. Рәсүлуллаһ ﷺ әйткән: “Донъя малынан баш тарт – Аллаһтың һөйөүен табырһың. Кеше әйберенән баш тарт – уларҙың һөйөүенә юлығырһың”.

Шуға күрә дин ғалимдары әйткән: “Эй ҡәрҙәшем, әгәр һин кемгәлер ярҙам итергә теләп, хөкүмәт башлығына, йәки башҡа берәй түрәгә, етәксегә мөрәжәғәт итергә уйлайһың икән, тәүҙә донъя малынан баш тарт. Уларҙың бүләк һәм саҙаҡа алыусылар исемлегендә һинең исемең булмаһын. Әгәр шулай эшләйһең икән, ул ваҡытта кешеләр йөрәгендә һиңә ҡарата ысын хөрмәт уянасаҡ. Һине күргән һәр кеше һиңә ихтирам менән ҡараясаҡ”. Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә заһитлыҡтың (аскетлыҡтың) дөйөм ҡағиҙәһен күрһәткән (мәғәнәһе): “Аллаһ кеше тәнендә ике йөрәк яһамаған” (“Әл-Әхзәб”, 4-се аят). Был, бер йөрәктә матди тормошҡа мөхәббәт менән Аллаһу Тәғәләгә мөхәббәтте, Уның ризалығына ынтылыуҙы бергә ҡушып булмай, тигәнде раҫлай.

Заһитлыҡ емеше

Белегеҙ, Аллаһу Тәғәлә донъяуи ниғмәттәрҙе яратыуҙан баш тартҡан бәндәһенең йөрәген байыта һәм уға, йөрәге нисек кенә ҡаршылашмаһын, матди байлыҡты ла бирә. Бер ваҡыт үҙенең кейемен ямап ултырған Ибраһим ибне Әҙһәмде (ҡуддисә сирруһу) бер кеше күреп ҡала һәм янына килеп, һорай: “Эй Ибраһим, Балхала ҡалдырған власть урынына Аллаһ һиңә нимә бүләк итте?” Ибраһим яуап бирә: “Аллаһу Тәғәлә мине нимә менән бүләкләгән, ул һинең аңыңа һыймаясаҡ. Шулай булһа ла, мин һиңә Уның бүләктәренән һин аңлай алырлығын күрһәтәм”. Шунан һуң Ибраһим ҡулындағы энәһен диңгеҙгә ырғыта һәм, Аллаһтан энәне ҡайтарып биреүен һорап, доға ҡыла. Һәм шул мәлдә диңгеҙҙән ҙур-ҙур балыҡтар килеп сыға. Һәр береһенең ауыҙында – алтын энә. Ибраһим: “Йә Раббым, миңә үҙемдең энәмдән башҡаһы кәрәкмәй!” – ти. Һәм, әлеге кешегә боролоп һүҙен дауам итә: “Бына ошо – Аллаһу Тәғәләнең миңә биргән бүләктәренән һин аңлай алырлығы”.

(дауамы бар)

ӘХМӘТ ХАЖИ АБДУЛАЕВТЫҢ

“ИЗГЕЛӘР ӘҘӘБЕ” КИТАБЫНАН

Әлфиә Батталова тәржемәһе,

ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...