Сабырлыҡ һәм нәфсегә ярҙам итеүҙе ҡалдырыу

Сабырлыҡтың асылы
Сабырлыҡ − ул сыҙамлыҡ, ауырлыҡтарҙы түҙемлек менән үткәреү, зарланмау, нәфсе теләктәрен тыйыу, асыуыңды ауыҙлыҡлау, батырлыҡ һәм киң күңеллелек. Зүн-Нүн әл-Мисри әйткән: “Сабырлыҡ − ул шәриғәткә ҡаршы килгән нәмәләрҙән алыҫ булыу, бәләгә тарыған саҡта ла тыныс ҡалыу, шулай уҡ, фәҡирлек килгәндә, уны тыштан һиҙҙермәү һәм фәҡәт Аллаһу Тәғәләнән ярҙам һорап, Уға ғына ялбарыу”. Сабырлыҡтың билдәһе − бәхетһеҙлек килгән мәлдә үҙеңде контролдә тота белеү һәм хатта дуҫтарың янында үҙеңде тыйыу, ныҡ булыу. Шулай уҡ әйтелгән: сабырлыҡ билдәһе − шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бер үк төрлө ҡабул итеү.
Сабырлыҡ күрһәтеүҙең ҡиммәте һәм әжере
Аллаһу Тәғәлә сабырҙарҙы айырым билдәләп, уларҙы үҙенең оло әжере менән йомарт бүләкләй. Бөйөк Аллаһ әйткән (мәғәнәһе): “Ысынында, сабыр иткәндәргә бихисап әжер буласаҡ” (“Әз-Зүмәр” сүрәһе, 10-сы аят). Аллаһу Тәғәлә Пәйғәмбәргә ﷺ әйткән (мәғәнәһе): “Күркәм сабырлыҡ менән сабыр ит” (“Әл-Мәғәриж” сүрәһе, 5-се аят). Күркәм сабырлыҡ күрһәтеү шунан ғибәрәт: башына бәлә төшкән кеше башҡалар янында үҙен ҡәҙимгесә, бер ни булмағандай тота, йәғни үҙенең эске кисерештәрен, борсолоуҙарын һиҙҙертмәҫкә тырыша. Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә мосолмандарға үҙҙәренең нәфселәре менән көрәштә, шулай уҡ кешеләр менән мөнәсәбәттә сабырлыҡ күрһәтергә ҡушҡан. “Эй, иман килтергәндәр, ғибәҙәт ҡылғанда сабыр булығыҙ һәм дошманға ҡаршы көрәштә бергәләшеп сабырлыҡ һәм ныҡлыҡ күрһәтегеҙ” (“Әл-Ғимран” сүрәһе, 200-сө аят). Шуның менән бергә, әгәр Аллаһ ярҙам итмәһә, бәндә сабырлыҡ күрһәтә алмай, тигән Раббыбыҙ (мәғәнәһе): “Сабыр бул, ә сабырлыҡты фәҡәт Аллаһ ярҙамында ғына күрһәтә алаһың”.
Сабырлыҡ күрһәтеүҙең ҡиммәтен Аллаһ Рәсүле ﷺ шулай билдәләгән: “Сабырлыҡ − ул имандың яртыһы, ә ныҡлы инаныу (яҡин) − тулы иман”. Шулай уҡ ﷺ әйткән: “Бәлә килгәндә, сабырлыҡ күрһәтеү һәм, Аллаһу Тәғәләнең әжеренә өмөтләнеп, бының менән ҡәнәғәт булыу − ҡолдарҙы иреккә ебәреүҙән дә ҡиммәтерәк”. Пәйғәмбәр әйткән: “Мосолмандың ҡайһылай матур ҡоралы ул − сабырлыҡ һәм Аллаһу Тәғәләгә доға.” Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: “Аллаһу Тәғәләгә иң ҡиммәтле ғибәҙәт − ауырлыҡтан һуң еңеллек килеренә өмөт итеү” (йәғни, бәлә йәки ҡайғы килгәндә, сабырлыҡ һәм түҙемлек күрһәтеү ). Ғәли ибне Әбү Талип сәхәбә әйтеүенсә: “Иман өсөн сабырлыҡ – кәүҙә өсөн баш һымаҡ” (йәғни, сабырлыҡ булмағанда, кешенең иманы камил була алмай).
Сабырлыҡ хаҡында күркәм һүҙҙәр
Дин ғалимдары сабырлыҡ күрһәтеүҙең асылын һәм ҡиммәтен ҡыҫка һәм мәғәнәле һүҙҙәр, әйтемдәр аша аңлатҡан. Бына уларҙың бер нисәһе.
1. Джүнәйд әл-Бәғдәди әйткән: “Сабырлыҡ − ул бәләауырлыҡтарҙың асыһын һис ниндәй ризаһыҙлыҡ белдермәй кисереү”.
2. Ибне Ғатауллаһ әйткән: “Сабырлыҡ − ул бәләгә тарығанда әҙәплелек күрһәтеү” (йәғни Аллаһтың биргәненә ҡәнәғәт булыу, зарланмау).
3. Шулай уҡ әйтелгән: “Сабырлыҡ − ул бәхетһеҙлек килгәндә, үҙеңде бәхетле сағыңдағы кеүек тотоу”.
4. Әл-Хаууас былай тигән: “Сабырлыҡ − ул Ҡөрьән һәм Сөннәтте үтәүҙә ныҡ тороу”.
5. Ғәли ибне Әбү Талип әйткән: “Сабырлыҡ − ул абынмай торған менге мал”.
Сабырлыҡтың төрҙәре
Сабырлыҡтың төрҙәре күп:
1. Нәфсегә ҡарата сабырлыҡ. Шәйех әш-Шәҙили әйткән: “Әгәр һин насар дуҫыңдан айырылырға теләһәң, иң элек үҙеңдең нәфсеңдән башла. Нәфсеңдең алама яҡтарынан баш тарт. Нәфсең бит башҡа берәүгә ҡарағанда һиңә яҡыныраҡ, ә яҡын кешең һинең яҡшылығыңа лайыҡлыраҡ”.
2. Бәлә килгәндә, сабырлыҡ күрһәтеү. Ул Аллаһу Тәғәләнең тәҡдиренә ризаһыҙлыҡ белдермәүҙән ғибәрәт. Шулай ҙа, әгәр был хаҡта берәйһенә зарланмай ғына һөйләйһең икән, бында сабырһыҙлыҡ юҡ. Ғүмәр ибне әл-Хаттаб әйткән: “Әгәр ҙә сабырлыҡ менән шөкөр итеү дөйә булһа, уларҙың ҡайһыһына ултырһам да минең өсөн айырма булмаҫ ине”. Пәйғәмбәрҙән ﷺ иман тураһында һорағас, ул әйткән: “Иман − ул сабырлыҡ һәм мәрхәмәтлек”.
3. Бурысҡа алып, ҡайтарып бирергә мөмкинлеге булмаған кешегә ҡарата сабырлыҡ. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: “Бурысын ҡайтарып бирә алмаған кешегә ҡарата сабырлы булыу − ул саҙаҡа, бының өсөн Аллаһу Тәғәлә бурысҡа биреүсегә, уның балаларына, шулай уҡ мөлкәтенә килә торған бәләләрҙең етмеш ҡапҡаһын бикләй”.
4. Кешеләр күрһәткән зыянға сабырлыҡ күрһәтеү. Был − сабырлыҡтың иң әһәмиәтле төрҙәренең береһе. Дин ғалимдары уның ҡиммәтен билдәләп киткән, тасаууф әһелдәре асылын аңлатып биргән, сөнки ул Аллаһты танып белеү юлында мөһим урынды биләй.
Кешеләрҙән килгән зыянға сабырлыҡ күрһәтеүҙең фазиләте
Мөриттең төп бурыстарының береһе − уның дин ҡәрҙәштәре тураһында яҡшы фекерҙә булыуы. Был бурысты боҙоу, йәғни кемдер хаҡында насар уйлау − кешенең эске донъяһының бысраҡлығын дәлилләй. Өҫтәүенә, әгәр ул мөрит, нәфсеһен яҡлап, үҙен аҡлап та маташһа, белегеҙ, Аллаһу Тәғәлә ундай бәндәһен Үҙенең яҡын ҡолдары иҫәбенә индерергә теләмәй. Мәҫәлән, тәбиғиндәрҙе (Пәйғәмбәрҙең ﷺ сәхәбәләрен күргән, уларҙан дин ғилеменә өйрәнгән мосолмандарҙың икенсе быуыны) яфалағанда, улар үҙҙәрен йәберләүселәргә ҡаршы хатта насар доға ла ҡылырға ашыҡмағандар. Сөнки улар Аллаһу Тәғәләне танып белеүселәрҙән булған. Әгәр ҙә инде тәбиғиндәрҙән кемдер үҙҙәрен рәнйетеүселәргә ҡаршы доға ҡылған икән, ул быны фәҡәт Аллаһу Тәғәләнең рөхсәте менән эшләгән, ә асыуынан йәки хәленең ауырлығынан түгел.
Әш-Шәҙили һөйләгән: “Бер ваҡыт мин залимдарға ҡаршы доға ҡылырға теләнем, ләкин улай яраймы икән, тип шикләнә башланым. Шунан һуң төшөмдә рухи остазымды күрҙем. Ул миңә: “Әгәр йәберләүсеңде юҡ итергә теләйһең икән, ашыҡма”. Сөнки дошманыңды юҡ итергә ашығыу һәм Аллаһтың яҡын ҡолдарына ярҙам итергә ынтылыш − ул йәшерен шәһүәт, нәфсе теләге. Ә кем, Аллаһтың тәҡдирен инҡар итеп, нәфсе теләге артынан эйәрә, ул золомлоҡ эшләй”. Билдәле, әгәр мөрит үҙенең нәфсеһенә ярҙам итеп, теләгәненә яуап бирә икән, уны тупраҡҡа тиңләргә мөмкин. Йәғни, нәфсеһе теләгенә яуап биреү, ул рухи һәләкәткә килтерә. Ә кем, өҫтәүенә, нәфсеһенән риза булһа, ул − мотлаҡ хәсрәттә буласаҡ.
Юғарыла әйтелгәндәрҙең маҡсаты − һеҙҙең сабырлыҡ күрһәтеүегеҙ, бар эштә лә тик Аллаһҡа ғына тәүәккәл итеү, сөнки беҙгә Аллаһтың булыуы етә, һәм Ул, Ғаләмдәр Раббыһы, − иң яҡшы бағыусы. Әммә, Муса пәйғәмбәргә Фирғәүен бирелгән кеүек, һәр кемгә уның көсө етерлек һынау мотлаҡ бирелә. Аллаһу Тәғәлә Үҙенең батшалығында − барыһынан да өҫтөн булыусы.
Яуызлыҡҡа ҡарата сабыр итеү ихтыяжы
Эй, мосолмандар, шуны белегеҙ, беҙҙең заманда кешеләрҙән килгән яуызлыҡҡа айырым сабырлыҡ күрһәтеү кәрәк. Һәм, шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, Аллаһу Тәғәлә яуызлыҡ ҡылыусы бәндәгә, хатта уны шуға ҡотортоусыға ҡаршы мотлаҡ уларҙан көслөрәк кешеләрен ебәрә. Шуға күрә һәр бәндәгә Аллаһу Тәғәләнән яҡлау һорарға кәрәк. Әгәр ҙә инде бәндә үҙенең теләгенән тыш ниндәйҙер ғауғасыуалышта ҡатнашырға мәжбүр булған икән, бында иң дөрөҫө − динебеҙ өйрәткәнсә, яуызлыҡҡа изгелек менән яуап биреү. Әгәр быны эшләргә көсөгөҙ етмәй икән, золомлоҡ ҡылыусыларҙы ғәфү итергә тырышырға кәрәк, шулай итеп тоҡанырға торған фетнәнең ялҡынын һүндерергә ярҙам итерһегеҙ. Әгәр Аллаһ ҡоло быны эшләй алмаһа, ул саҡта уға, Аллаһу Тәғәләнең тәҡдиренә буйһоноп, тауыш ҡуптарыусыларҙың килтергән зыянына ҡаршы бер нисек тә яуап бирмәй, түҙемлек һәм сабырлыҡ күрһәтеп, тыныс ҡалыу. Шулай ҙа, бола тоҡанып, Аллаһ ҡоло уның эсендә ҡалған икән, унан ул күндәмлек күрһәтеп, йомшаҡлыҡ менән генә ҡотола ала. Улай ҙа килеп сыҡмаһа, шау-шыу тыуҙырыусыларҙы ҡалдырып, ул ерҙән китергә кәрәк. Һуңғы сиктә, быныһын да эшләй алмаһа, яуызлыҡҡа ҡаршы иң аҙ ғәмәл менән асыҡтан-асыҡ яуап бирһен. Йәшерен ғәмәлгә килгәндә − туҡтауһыҙ, күп итеп Аллаһу Тәғәләнән уны яфалаусыларҙың яуызлығынан ҡотҡарыуын һорап ялбарырға − Раббы доғаларҙы ҡабул итеп, еңеллек килгәнгә тиклем. Юғарыла әйтелгән ҡағиҙәләрҙе тотоу мотлаҡ, сөнки быны беҙҙән дини ғилем талап итә.
Диндә ихлас кеше үҙен тиҙ тоҡанып китеүҙән (ҡыҙыу ҡанлылыҡтан) һаҡлаһын. Ҡыҙыу ҡанлылыҡ ул яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап биреүҙе талап иткән эске наҙанлыҡтан һәм үҙ-үҙеңде яратыуҙан килә. Ниндәйҙер насар ғәмәлгә яуызлыҡ менән яуап бирергә ашыҡҡан кешегә, хатта ул йәберләнеүсе хәлендә булһа ла, башҡалар тарафынан күп зыян киләсәк. Ундай кешегә ике донъяла ла бәхет булмаясаҡ. Бының сәбәбе − һынау ваҡытында бәндәнең Раббыһынан ярҙам һорамауында. Әгәр ул, үҙенең бөтә көсһөҙлөгөн танып, түбәнселек һәм күндәмлек менән Аллаһу Тәғәләгә ялбарып мөрәжәғәт итһә, Ғаләмдәр Раббыһы, бер ниндәй сәбәпһеҙ уны кешеләр яуызлығынан ҡотҡарыр. Йәки Ул яфалаусыларҙы башҡа нимәгә йәлеп итеп, уларҙың бар иғтибарын һәм ваҡытын шуға йүнәлтәсәк. Шулай уҡ Аллаһ йәберләнеүсегә оло бер ниғмәт һәм күркәм сабырлыҡ ебәрергә мөмкин, һәм шуның арҡаһында бәндә, Раббыһынан еңеллек килгәнгә ҡәҙәре, бөтә ауырлыҡ һәм бәләләрҙең асыһын лайыҡлы үткәрәсәк. Һәм бына шул ваҡытта Аллаһтың ҡоло ике донъяның бәхетенә лайыҡ булыр.
ӘХМӘТ ХАЖИ АБДУЛАЕВТЫҢ
“ИЗГЕЛӘР ӘҘӘБЕ” КИТАБЫНАН
Әлфиә Батталова тәржемәһе,
ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов