Күркәм холоҡ тураһында изгеләр һүҙе

Күркәм холоҡҡа ҡарата бик күп хиҡмәтле һүҙҙәр әйтелгән. Йөрәктәрҙе битарафлыҡтан уятһын, гүзәл холоҡҡа эйә булырға дәртләндерһен өсөн шуларҙын бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ.
1. Аллаһ Илсеһенән ﷺ һорағандар: “Ҡайһы мөьминдәрҙең имандары өҫтөнөрәк?” Ул әйткән: “Холоҡтары күркәмерәк булғандарының”. “Ә нимә ул бәхетһеҙлек?”, – тигән һорауға ул: “Алама холоҡ”, – тип яуап бирә.
2. Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: “Әгәр һеҙҙең үҙ милкегеҙҙән Раббының ҡолдарына саҙаҡа таратырлыҡ хәлегеҙ юҡ икән – бөтә кешеләргә лә яҡты сырайлы булып күркәм мөғәләмә итегеҙ”.
3. Бер ваҡыт Пәйғәмбәрҙән ﷺ : “Эй, Аллаһ Илсеһе ﷺ , мәжүсиҙәргә ҡаршы Аллаһу Тәғәләгә доға ҡыл әле!”, – тип үтенгәндәр. Быға ул: “Ысынында, мин бында рәхмәт өсөн ебәрелгәнмен, ә яза өсөн түгел”, – тигән.
4. Фудайль f әйткән: “Әгәр кеше күп яҡшы ғәмәлдәр ҡылып та, йортондағы тауыҡҡа тупаҫлыҡ күрһәтә икән, ул – изге холоҡлоларҙан түгел”.
5. Әйтелгән: “Күркәм холоҡ – ул Аллаһу Тәғәлә биргәндең барыһын да ололап, шул уҡ ваҡытта Раббы алдында үҙеңдең ғәмәл-ғибәҙәттәреңде бик аҙ, тип иҫәпләү”.
6. Шаһ әл-Кармани әйткән: “Башҡаларға ҡарата әҙәплелек күрһәтеүҙең билдәһе – уларға зыян килтереүҙән баш тартыу һәм уларҙан килгән ҡыйынлыҡтарҙы сабырлыҡ менән үткәреү”.
7. Үәһб f әйткән: “Әгәр кеше бер яҡшы сифатты ҡырҡ көн буйы тотһа, Аллаһу Тәғәлә быны уның холконоң даими сифаты итәсәк”.
8. Хәсән әл-Басри Аллаһу Тәғәләнең “кейемеңде сафла” (“ӘлМүдәҫҫир” сүрәһе, 4-се аят) тигән һүҙҙәре: “Эй Пәйғәмбәр, холҡоңдо камил ҡыл”, – тигәнде белдерә, тип аңлата.
9. Әбү Хафсанан күркәм холоҡ тураһында һорағас, былай тип яуап бирә: Ул – Аллаһу Тәғәләнең Пәйғәмбәр ﷺ өсөн әйткән һүҙҙәрендә (мәғәнәһе): “Кешеләргә кеселекле бул, уларҙы яҡшылыҡҡа өндә һәм наҙандарҙан ситләш” (“Әл-Әғраф” сүрәһе, 199-сы аят).
10. Әйтелгән: “Күркәм холоҡ – ул йөрәгеңә Аллаһтан башҡаны яҡынайтмау, йәғни, кешеләр араһында булғанда ла, йөрәгеңдең Аллаһ менән генә бәйле булыуы”.
11. Әйтелгән: “Күркәм холоҡ – ул, кешеләр һиңә ниндәй генә тупаҫлыҡ күрһәтмәһен, барыһын да сабырлыҡ менән ҡабул итеү, һәм шулай уҡ Аллаһу Тәғәләнең һиңә яҙған тәҡдиренә, бер ниндәй асыу һәм борсолоу күрһәтмәй, риза булыу”.
12. Әйтелгән: “Насар холоҡ хужаһының йөрәген ҡыҫа, сөнки ул үҙенең маҡсатынан башҡаны ҡабул итмәй, һыйҙырмай (аҙ урын үҙенә бер генә кешене һыйҙыра алған кеүек)”.
13. Әйтелгән: “Насар холоҡтоң билдәһе – башҡа кешеләрҙең етешһеҙлеген күреү”.
Күркәм холоҡҡа миҫалдар
Элекке тәҡүәлеләрҙән беҙҙең көндәргә иҫ китмәле риүәйәттәр килеп еткән. Бәғзеләр өсөн был ваҡиғалар уйҙырма булып тойолор. Әммә былар – һис шикһеҙ, дөрөҫ риүәйәттәр.
1. Ғабдуллаһ ибне Ғүмәрүҙенең ҡолон, әгәр ул еренә еткереп намаҙ уҡыһа, иреккә ебәргән. Хужаларының ошондай холҡон белеп алғас, хеҙмәтсе ҡолдар намаҙҙарын матурлап (күрһендәр өсөн) уҡырға тырышҡан. Шулай булһа ла, Ғабдуллаһнамаҙ уҡығандарҙың барыһын да ҡоллоҡтан азат иткән. Ибне Ғүмәргәбыл турала әйткәс, ул былай ти: “Әгәр кем дә булһа мине Аллаһ диненә бәйле алдай икән – мин алданырға әҙер”.
2. Әхнәф ибне Ҡайстан(йыуашлығы һәм күркәм холҡо менән билдәле булған): “Матур холоҡҡа һеҙ кемдән өйрәндегеҙ?”, – тип һорағандар. Ул: “Ҡайс ибне Ғасим ән-Нәҡриҙан”, – тип яуап биргәс, йәнә һорайҙар: “Ә ибне Ғасим ән-Нәҡриҙыңәҙәбе ниндәй кимәлдә ине?”. Әхнәфяуап бирә: “Бер ваҡыт Ҡайсҡахеҙмәтсе ҡатын итле шампур килтерергә уйлай, ләкин шампур ныҡ эҫе булғанлыҡтан, ҡулынан төшөп китә һәм ибне Ғасимдыңбәләкәй балаһының өҫтөнә төшә – сабый үлә. Хеҙмәтсе ҡатын ҡурҡышынан ни эшләргә белмәй. Һәм шунда Ҡайс ибне Ғасим ән-Нәҡриуға былай ти: “Ҡурҡма, һиңә бер ниндәй ҡурҡыныс янамай, мин һине Аллаһ ризалығы өсөн ҡоллоҡтан азат итәм”.
3. Бала-саға, бөйөк әүлиә Уүәйс әл-Ҡараниҙыкүргәс, уға таш менән бәрәләр. Ә әүлиә уларға: “Әгәр миңә таш бәрмәҫкә ярамай икән, исмаһам, вағыраҡтарын бәрегеҙ – аяғымды ныҡ яраламаһындар. Юғиһә, мин бит аяғөҫтө тороп намаҙ уҡый алмамын”, – ти.
4. Бер ваҡыт ниндәйҙер кеше, Әхнәф ибне Ҡайсартынан эйәреп, уны әрләп килә икән. Әүлиә йәшәгән урам сатына килеп еткәс, Әхнәф ибне Ҡайстуҡтай һәм был кешегә боролоп: “Ҡустым, әгәр миңә тағы әйтә торған һүҙҙәрең булһа, әйтеп бөтөр, юғиһә, был кварталда йәшәгән ҡайһы бер алйоттар, әрләшкәнеңде ишетеп, һиңә зыян килтереүҙәре ихтимал”, – тигән.
5. Ошондай хәлде һөйләйҙәр: бер ваҡыт хәлиф Ғәли ибне Әбү Талипүҙенең хеҙмәтсеһен саҡыра, ләкин тегеһе яуап бирмәй. Ғәли ҡабатлап саҡыра, тағы өндәшеп ҡарай... Шунан ул хеҙмәтсеһе янына үҙе китә. Уның ятҡанын күреп: “Әллә һин мине ишетмәйһеңме?”, – тип һорай. Хеҙмәтсе уны ишеткәнен белдергәс, ул: “Улайһа, нимә һине минең саҡырыуыма яуап бирмәҫкә мәжбүр итте?”, – ти. “Һинең яза бирмәҫеңә ышандым, шуға күрә яныңа барырға ирендем”, – тип яуап бирә хеҙмәтсе. Шунда Ғәлибыға әйтә: “Бар кит, мин һине Аллаһ ризалығы өсөн иреккә ебәрәм”.
6. Бер саҡ Мәғруф әл-КархиТигр йылғаһы янында тәһәрәт алырға туҡтаған, Ҡөрьән китабы менән өҫкө кейемдәрен ситкәрәк алып ҡуйған. Шул мәлдә ниндәйҙер ят ҡатын уның Ҡөрьәнен һәм кейемдәрен алып китә. Мәғруф әл-Кархитаныш булмаған был ҡатынды ҡыуып етеп әйтә: “Эй һеңлекәш, мин Мәғруф, мин һине һис ғәйепләмәйем. Һинең Ҡөрьән уҡый белгән улың бармы?” Юҡ, тип яуап бирә ҡатын. “Бәлки ирең барҙыр, һәм ул Ҡөрьән уҡый беләлер?”, – ти. Был һорауға ла ыңғай яуап алмағас, Мәғруф әл-Кархибылай ти: “Улай булғас, Ҡөрьәнде миңә кире бир, ә кейемдәремде үҙеңдә ҡалдырһаң да була”.
7. Бер ваҡыт Әбү Ғабдрахман әсСүләмиҙеңөйөнә бурҙар төшә. Өйҙәге бөтә нәмәне алып сығып китәләр. Аҙаҡ ул дуҫына һөйләгән: “Бер көн баҙарға сыҡҡайным, үҙемдең урланған сапанымды күреп ҡалдым. Мин, ул яҡҡа ҡарамаҫ өсөн, тиҙ генә боролоп киттем”.
8. Нисектер бер ваҡыт Мәлик ибне Динарҙыҡатыны: “Һин – рия ҡылыусы!” (изге ғәмәлдәреңде, кеше күрһен, тип эшләүсе), – ти. Мәликуға: “Эй ҡатын, һин миңә Басра халҡы белмәй йөрөгән исем таптың”, – тигән.
9. Яхъя ибне Зияд әл-Хәриҫиҙыңхолоҡһоҙ хеҙмәтсеһе булған. Унан: “Ниңә ул йүнһеҙ хеҙмәтсене тотаһың?”, – тип һорағас, яуап бирә: “Мин уның насар холҡона ҡарата түҙемлек күрһәтергә тырышам. Был мине йыуашлыҡҡа өйрәтә”.
10. Ошондай бер хәлде һөйләйҙәр: бер ваҡыт Ибраһим ибне Әҙһәмсүллеккә сығып китә, унда уға бер яугир осрап: “Ҡайҙа бында кешеләр йәшәгән урын?” – тип һорай. Ибраһимзыяратты күрһәтә. Һуғышсы, был мине мыҫҡыл итә, тип уйлап, башына ҡанатҡансы һуға. Ибраһимкиткәс, яугирға был кешенең Хөрәсәндә билдәле дәрүиш Ибраһим ибне Әҙһәмикәнлеген әйтәләр. Шунан һуң һуғышсы ғәфү үтенергә Ибраһимянына бара. Әүлиә иһә уға былай ти: “Һин миңә һуҡҡандан һуң, мин Аллаһу Тәғәләнән һине Ожмах менән бүләкләүен үтендем”. Бындай үтенестең сәбәбен һораған һалдатҡа Ибраһимшулай яуап бирә: “Мин аңланым – һин миңә һуҡҡан өсөн Раббы миңә мул итеп әжер-сауабын бирәсәк. Һәм мин, һинән бүләк алып, һинең иһә минең арҡала язаға дусар булыуыңды теләмәнем”.
11. Йәнә бер хәлде һөйләйҙәр: бер кеше шәйех Әбү Ғосман әлХириҙыҡунаҡҡа саҡыра. Шәйех, саҡырыусының ҡапҡаһы янына килеп еткәс, йорт хужаһынан шундай һүҙҙәр ишетә: “Эй остаз, әле уңайһыҙ ваҡыт, беҙ һине ҡабул итә алмайбыҙ. Ғөмүмән, һине бөгөн саҡырғаныма үкенәм, шуға күрә һин ҡайтып кит инде”. Әбү Ғосманкире китә. Өйөнөң ҡапҡаһы янына килеп еткәс, уның артынан ҡыуып еткән әлеге кешенең тауышын ишетә: “Эй шәйех, һиңә әйткән һүҙҙәрем өсөн бик үкенәм”. – тип, ғәфү үтенә башлай. Остаз тағы килергә һүҙ бирә. Шәйех икенсегә уның өйөнә китә һәм ҡапҡа төбөндә әлеге саҡырыусынан тәүге барғандағы һүҙҙәрҙе ишетә. Өсөнсө, дүртенсе тапҡыр ҙа шул уҡ хәл ҡабатлана. Ә Әбү Ғосманбер һүҙһеҙ ҡайтып китә һәм яңынан килә... Сираттағы шундай хәлдән һуң, бер ни булмағандай, боролоп китә башлаған шәйехты туҡтатып, теге кеше: “Эй остаз, мин бит һине һынап ҡарарға теләнем”, – ти һәм Әбү Ғосман әл-Хириҙанкүҙ йәштәре менән ғәфү үтенә, уға һоҡланыуын белдерә, маҡтау һүҙҙәре әйтә. Шунда ул әйтә: Һин мине юҡҡа маҡтайһың, миндәге сифаттар хатта эттә лә бар. Эт тә бит саҡырһаң килә, ҡыуһаң китә”.
12. Икенсе бер риүәйәттә һөйләнелә: бер ваҡыт Әбү Ғосманкөн үҙәгендәге эҫе мәлдә урам буйлап китеп бара икән, ҡапыл берәүҙәрҙең өй ҡыйығынан әүлиәнең өҫтөнә бер тас көл ауҙаралар. Уны оҙатып барыусы дуҫтары, ҡаты асыуланып, әрләшә башлай. Шунда Әбү Ғосманәйтә: “Әрләшмәгеҙ! Утҡа (тамуҡҡа) лайыҡ кешене көл менән ҡойондорғанға асыуланалармы ни!”.
13. Һөйләйҙәр: бер мөрит Йәғфәр ибне Ханзаләгәҡунаҡҡа килә. Йорт хужаһы мөриткә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә тырыша. Ә тегеһе уға: “Әгәр йәһүд булмаһаң, һин бик яҡшы кеше булыр инең”, – ти (Күрәһең, мөрит уны йәһүд тип уйлаған, Ә Йәғфәр, тыйнаҡлығы арҡаһында, үҙенең ысын диндә булыуын әйтергә тартынғандыр). Йәғфәруға: “Минең динем һиңә ярҙам итергә ҡамасауламай. Иң һәйбәте – Ғаләмдәр Раббыһынан үҙеңә һаулыҡ (күрәһең, мөрит ауырыу булғандыр), ә миңә – хаҡ юлға баҫтырыуын һора”.
14. Һөйләүҙәренсә, тегенсе Ғабдуллаһ әл-Хаятҡайыш ҡына утҡа табыныусы бер кеше килеп йөрөгән. Ғабдуллаһуға кейем тегеп биргән, ә теге кеше һәр саҡ ялған аҡсалар менән иҫәпләшкән. Бер ваҡыт Ғабдуллаһ, эше күп булып, кибеткә бара алмай, тап шул мәлдә утҡа табыныусы теге кеше тегергә биргән күлдәген алырға килә һәм, ғәҙәттәгесә, алдаҡ дирхәмдар менән иҫәпләшмәксе була. Ғабдуллаһтыңөйрәнсеге был аҡсаларҙы алмай, һәм теге кешегә ысын аҡсаларын сығарырға тура килә. Ғабдуллаһкилгәс уҡыусыһынан: “Утҡа табыныусының күлдәге ҡайҙа?” – тип һорай. Уҡыусыһы хәлде һөйләп бирә. Һәм шунда Ғабдуллаһбылай ти: “Ҡайһылай насар эшләгәнһең! Был кеше оҙаҡ ваҡыт миңә ялған аҡсалар ташыны. Ә мин түҙемлек күрһәттем һәм ул аҡсаларҙы ҡоҙоҡҡа ташлай барҙым – улар менән башҡаларҙы алдай алмаһындар өсөн”.
ӘХМӘТ ХАЖИ АБДУЛАЕВТЫҢ “ИЗГЕЛӘР ӘҘӘБЕ” КИТАБЫНАН
Әлфиә Батталова тәржемәһе Ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов