Ир-егетлек һәм ҡыйыулыҡ

Ир-егетлек һәм ҡыйыулыҡ

Ир-егетлек һәм ҡыйыулыҡ

Ир-егетлек һәм ҡыйыулыҡтың асылы

Белегеҙ, ир-егетлек (фүтүүә) һәм ҡыйыулыҡты (мүрууа) аңлатҡан төшөнсәләрҙең атамалары төрлө булһа ла, уларҙың мәғәнәләре бер үк нәмәгә килеп тоташа: тоғро һүҙлелек, дин ҡәрҙәшеңдең хаталарын сабырлыҡ менән үткәреү, замандаштарыңа изгелек эшләү, күршеләреңә уҫаллыҡ ҡылыуҙан тыйылыу. Әбү Әл-Хәсән ӘлБүшәнжиҙән ир-егетлек тураһында һорағас, ул әйткән: “Бөтә ғәмәлдәрҙе яҙып барыусы фәрештәләр һинең менән булған саҡта (тимәк, һәр ваҡыт), тыйылған нәмәләрҙән (хәрәмдән) баш тартыу”.

Әл-Әнтаки әйткән: “Ҡыйыулыҡ − ул һиңә нимә яҙылған, шуны үтәү, тыйылғандан тыйылыу һәм тәнеңдең көслө теләктәренән ләззәт кисереүҙән баш тартыу”. Тәҡүәлеләрҙән берәү әйткән: “Ир-егетлектең нигеҙе булып бәндәнең һәр ваҡыт бүтән кешеләрҙең ихтыяжын үтәргә ынтылыуы тора”. Джүнәйдтән ир-егетлек тураһында һорағандар, ул: “Ул − һинең фәҡирҙән ерәнмәүең һәм байға дошманлыҡ ҡылмауың (ҡаршылыҡ күрһәтмәүең). Ә тоғро һүҙлелек − ирегетлектең һәм ирекле булыуҙың дуҫы”.

Ҡыйыулыҡ һәм ир-егетлек − тәриҡәт шарты

Эй мосолмандар, суфыйсылыҡ сылбырын дауам итеүселәрҙең берҙәм фекере буйынса, Аллаһу Тәғәләне танып белеү юлында ир-егетлек, батырлыҡ һәм ғәйрәтлек шарт булып тора. Мин, тау тәкәһе һымаҡ, кеше ҡулында булған нәмәнән баш тартыуҙы һәм унан боролоп китеүҙе артыҡ күрәм.

Минең, донъяның бөтә байлығын бергә туплағанда ла, Аллаһу Тәғәлә өсөн серәкәй ҡанатына ла торош итмәгән был донъяла, кешеләрҙән нимәлер алып, кеше ҡулындағы һыныҡҡа үрелгән кәзәгә оҡшағым килмәй. Имам Әл-Хаууастан, ни өсөн мөриттәр кешеләрҙән бер нимә лә алмай, тип һорағас, ул: “Сөнки ҡыйыулыҡ һәм күркәм холоҡ мөриттә кешеләрҙең изгелеген кире ҡайтарырға, уларҙың хоҡуғын еренә еткереп үтәргә һәм улар хаҡында хәстәрлек күрергә ынтылыш уята”. Пәйғәмбәр e үҙенең сәхәбәләренә ҡыйыулыҡты һаҡлауҙың мөһимлеген әйткән һәм уны боҙа, бысрата торған ғәмәлдәрҙән һаҡланырға ҡушҡан.

Аллаһ Илсеһе әйткән: “Юл буйында ултырыуҙан ҡасығыҙ. Әгәр ҙә инде шулай тура килә икән, юлға бурысығыҙҙы бирегеҙ”. Унан һорағандар: “Юл алдында ниндәй бурыс ул, йә Рәсүлуллаһ ?” Ул: “күҙ ҡарашын күтәрмәү (хәрәмгә ҡарамау), башҡаларға зыян итмәү, сәләмгә ҡаршы сәләм биреү, изгелеккә өндәү һәм насарлыҡтан тыйыу”, − тигән. Мәмерйә әһелдәрен (әсхәбү әл-кәһф) маҡтап, Аллаһу Тәғәлә уларҙың ир-егеттәр булыуына баҫым яһай. Ир-егетлек батырлыҡҡа илтә, батырлыҡ иһә камиллыҡтың сығанағы булған тәүхидкә (Аллаһты бер тип таныуға) килтерә. Аллаһ әйткән (мәғәнәһе): “Беҙ һиңә, эй Пәйғәмбәр, улар тураһында хаҡ тарихты мәғлүм итәбеҙ. Ысынында улар − Раббыларына иман килтергән егеттәр. Беҙ уларҙы хаҡ юлда нығыттыҡ” (Әл-Кәһф сүрәһе, 13-сө аят).

Әйтәләр, мәмерйә кешеләре ысын ир-егеттәр булған, сөнки улар шунда уҡ, һис ниндәй тотҡарлыҡһыҙ, үҙҙәренең Раббыһына иман килтерә. Шулай уҡ әйтәләр, улар батыр, сөнки улар юлға сыға һәм, Аллаһу Тәғәләне танып белмәй тороп, бер ерҙә лә туҡтамайҙар. Йәнә әйтәләр, ир-егетлектең (батырлыҡтың) нигеҙе − иман. Шуға күрә Ғаләмдәр Раббыһы мәмерйә кешеләрен ир-егеттәр, тип атаған (мәғәнәһе): “Ысынында улар − Раббыларына иман килтергән ир-егеттәр. (ӘлКәһф сүрәһе, 13-сө аят).

Ир-егетлек һәм ҡыйыулыҡ хаҡында гүзәл һүҙҙәр

Әүәлге тәҡүәле заттар ир-егетлек һәм ҡыйыулыҡ хаҡында сағыу һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған:

1. Шундайҙарҙың береһе әйткән: “Беҙҙеңсә, ҡыйыулыҡ ул − кем беҙҙе нимәнәндер мәхрүм иткән, шуға яҡшылыҡ эшләү, кем беҙгә золомлоҡ ҡылған, шуны ғәфү итеү, кем беҙҙең менән бәйләнешен өҙгән, шуға һәйбәт мөнәсәбәттә ҡалыу, кем беҙгә уҫаллыҡ ҡылған, шуға изгелек ҡылыу”.

3. Фудайл былай тигән: “Ир-егетлек − дин ҡәрҙәшеңдең хатаһын ғәфү итеү”.

4. Әбү Бәкер Әл-Варрактың әйткәне: “Ысын ир-егеттең дошманы булмай”.

5. Мөхәммәд ибне Ғәли Әт-Тирмизи әйткән: “Ир-егетлек − Аллаһ өсөн нәфсеңдең дошманына әйләнеүҙә”.

6. Әйтәләр: “Кем берәүгә лә дошман түгел − шул ирегет”.

7. Шулай уҡ әйтелгән: “Кем иң ҙур потты (һынташ, идол) ватҡан, шул ысын ир-егет”. Изге Ҡөрьәндә әйтелгән (мәғәнәһе): “Ниндәйҙер кешеләр әйткән: “Беҙ ул поттарҙы иҫкә алған егетте ишеттек. Уның исеме Ибраһим” (“Әл-Әнбиә” сүрәһе, 60). Һәр кешенең поты ‒ нәфсеһе бар, кем үҙенең теләктәренә ҡаршы килә, тимәк, ул, ысынбарлыҡта ‒ ир-егет.

8. Әйтәләр: “Ир-егетлек − һинең башҡаларға ҡарата ғәҙел булыуың, ә башҡаларҙан үҙеңә ҡарата ғәҙеллек талап итеү түгел”.

9. Ғүмәр ибне Ғосман ӘлМәкки әйткән: “Ир-егетлек − ул күркәм холоҡ”.

10. Бер әүлиәнән ирегетлек тураһында һорағас, ул яуап биргән: “Ул − ҡурҡҡан нәмәң (йәғни теге донъяла буласаҡ язанан ҡурҡыуың) хаҡына теләгән нәмәңдән баш тартыу”.

11. Икенсе бер әүлиәнән ир-егетлек хаҡында һорағандар, ул: “Әгәр кеше өсөн, хаҡ мосолманды ризыҡландырамы ул, кафырҙымы − айырма булмаһа, шул була егетлек”, − тигән.

12. Джүнәйд әйткән: “Ир-егетлек ул − яманлыҡтан тыйылыу, тик яҡшылыҡ ҡына эшләү һәм зарланмау”.

13. Сәһл ибне Ғабдуллаһ былай тигән: “Ир-егетлек − Пәйғәмбәрҙең ﷺ сөннәтенә эйәреү”.

14. Йәнә әйтелгән: “Ирегетлек − ул вәғәҙәңде үтәү һәм аманатҡа тоғролоҡ”.

15. “Ир-егетлек − изгелек эшләгәнеңде үҙең һиҙмәйһең”.

16. “Ир-егетлек − үтенес менән килгән кешенән ҡасмау”.

17. “Ир-егетлек − Аллаһу Тәғәлә тарафынан һиңә ниғмәт килгәндә − халыҡҡа белгертеү, ә бәлә килгәндә − йәшереү”.

18. “Ир-егетлек − әгәр һин ун кешене ҡунаҡҡа саҡырып, шуның туғыҙы ғына килһә, йәки ун бер кеше килгән хәлдә, һинең кәйефең, торошоң үҙгәрмәһә”.

19. “Дуҫлыҡтан үҙеңә файҙа алыу − ир-егетлек түгел”

20. ““Ир-егетлек – үҙеңә ҡарағанда башҡаларға өҫтөнлөк биреү, әүәл уларға донъя һәм әхирәт менән бәйле нимәләрҙә өҫтөнлөк биргәндән һуң”.

21. “Ир-егетлек − бөтәһенә лә, кеше лайыҡлымы, түгелме − уға ҡарамай, изгелек ҡылыу”.

22. “Ир-егетлек − ул башҡа кешеләрҙең ихтыяжын үтәү менән мәшғүл булыу, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: “Бәндә ҡәрҙәшенең ихтыяжын үтәгән саҡта, Аллаһу Тәғәлә уға ярҙам итеүҙән туҡтамай”.

23. “Ир-егетлек − ул кешеләрҙең хатаһын ғәфү итеү һәм уларҙың кәмселектәрен йәшереү”.

24. “Ир-егетлек − ул үҙеңде башҡаларҙан өҫтөнөрәк тип иҫәпләмәү”.

25. Бер тәҡүәле кеше әйткән: “Ниғмәтте күрһәтеү, михнәтте йәшереү”.

Ир-егетлек һәм ҡыйыулыҡ тураһында ҡиссалар

Изгеләрҙән беҙгә иҫ китмәле фәһемле ҡиссалар ҡалған. Түбәндә уларҙың бер нисәһен килтерәбеҙ.

1. Хәтәм тигән әүлиәне “Әл-Әсам” (һаңғырау) тип атауҙың үҙ тарихы бар. Уға фикһи мәсьәлә буйынса фәтеүә һорап, бер ҡатын килә. Хәтәмгә һорау бирә башлағас, үҙе лә һиҙмәҫтән, һауа сығара һәм бик ныҡ уңайһыҙлана. Шул ваҡыт Хәтәм уға: “Ҡысҡырып һөйләгеҙ!” − ти, йәнәһе, ул насар ишетә. Ҡатын ҡыуанып китә: “Тимәк, ул бер ни ҙә ишетмәне”, − тип уйлай. Ошо хәлдән һуң уны “ӘлӘсам” (һаңғырау) тип йөрөтә башлайҙар, һәм ул ошо исем менән билдәле була.

2. Зүн-Нүн Әл-Мисри хажға барған бер кеше тураһында һөйләгән: Ул кеше Мәҙинәлә саҡта йоҡлап киткән. Уянғас, уға аҡса янсығын кемдер урлаған һымаҡ тойолған. Ул, урынынан тороп, тышҡа сыға һәм Йәғфәр Әс-Садиҡты күрә. Ул: “Һин алдыңмы минең янсығымды?” − ти. Йәғфәр f: “Янсығыңда нимә бар ине”, − тип һорай. Хаж ҡылыусы: “Унда мең алтын тәңкә (динар) бар ине”, − тип яуап бирә. Йәғфәр уны өйөнә алып ҡайта һәм мең динар аҡса бирә. Хаж ҡылыусы йортона әйләнеп ҡайтҡас, аҡса янсығын күрә. Ул ғәфү үтенергә һәм аҡсаны ҡайтарырға тип, кире Йәғфәргә бара. Ләкин Йәғфәр f: “Мин бер биргән әйберҙе кире алмайым”, − тип аҡсаны алыуҙан баш тарта.

Тәҡүәле зат Әбү Ғәли ӘлДаҡҡаҡ әйткән: “Иң камил ир-егетлек һәм башҡаларға өҫтөнлөк биреү бары тик Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ генә хас булды. Хисап көнөндә бөтә пәйғәмбәрҙәр үҙҙәре өсөн борсолоп: “Үҙем, үҙем!” − тиәсәк. Ә Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ үҙенең өммәте өсөн борсоласаҡ: “Өммәтем, өммәтем!” − тиер ул. Белегеҙ, азатлыҡ, ирекле булыу тоғро һүҙлелеккә ҡарағанда хөрмәтлерәк, ирегетлек уларҙың икеһенә ҡарағанда ла ҡиммәтерәк. Киң күңеллелек һәм ҡыйыулыҡ − ир-егетлектең тармаҡтары. Ысын ирегет менән заһит (аскет) араһындағы айырма шунда, заһит үҙе етеш хәлдә булғанда ғына башҡаларға бирә, ә ысын ир-егет − үҙе мохтажлыҡ кисергәндә. Аллаһу Тәғәлә әйткәнсә (мәғәнәһе): “Улар, хатта үҙҙәре етешһеҙ хәлдә булһа ла, башҡаларға өҫтөнлөк бирә”.

ӘХМӘТ ХАЖИ АБДУЛАЕВТЫҢ “ИЗГЕЛӘР ӘҘӘБЕ” КИТАБЫНАН

Әлфиә Батталова тәржемәһе, ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...