Көнсөллөк

Көнсөллөк

Көнсөллөк

Белегеҙ, көнсөллөк (ревность (“зависть” менән бутамағыҙ. Ред.), ҡыҙғаныу) ул − нимәләлер үҙеңдән башҡаның ҡатнашыуын теләмәү. Билдәле әүлиә ӘшШибли әйткән: “Көнләшеү ике төрлө була: нәфсегә ҡарата әҙәми көнсөллөк һәм йөрәктәргә ҡарата илаһи көнсөллөк. ӘшШибли шулай уҡ әйткән: “Кешенең һулышына илаһи көнсөллөк − ул Аллаһу Тәғәләнән башҡа бүтән нәмә өсөн һулышыңды әрәм итеү (бушҡа тын алыу).”

Әйтәләр: “Көнләшеү (ҡыҙғаныу) ике төрлө була: Аллаһу Тәғәләнең Үҙенең ҡолона көнсөл булыуы − Раббы яратҡан ҡолоноң кешеләргә мөрәжәғәт итеүен (ярҙам һорап) теләмәй. Ҡолдоң Аллаһҡа ҡарата көнсөл булыуы − ҡол үҙенең бөтә торошон һәм һәр бер һулышын тик бер Аллаһҡа ғына бағышлай. Аллаһҡа ҡарата көнсөллөк ҡолдо Раббының хоҡуҡтарын ололарға һәм ғибәҙәттәрен Уның өсөн генә ҡылырға мәжбүр итә.” Белегеҙ, Аллаһу Тәғәләнең үҙенең яратҡандарына (әүлиәләренә) ҡарата ҡағиҙәһе шундай: әгәр уларҙың йөрәгендә Раббынан башҡа бүтән берәй нәмә урын алһа, йәки улар бүтән берәй нәмәгә иғтибарҙарын йүнәлтһә, Аллаһ уларға ҡамасаулай.

Аллаһ уларҙың йөрәктәрен ҡыҙғана, уларҙы бөтә ят нәмәләрҙән бушатып, тулыһынса Үҙенә йүнәлдерә. Был Әҙәм ғәләйһиссәләм менән булған хәлгә оҡшаш. Әҙәм u Ожмахта мәңгелеккә ҡалырға әҙерләнеп йөрөгәндә, Аллаһ уны Ожмахтан сығарып ебәрә. Ибраһим ғәләйһис-сәләм менән дә шуға оҡшаш хәл була. Ибраһим үҙенең улы Исмәғилгә үтә ныҡ һоҡлана башлағас, Аллаһ уға улын ҡорбан итергә ҡуша. Ибраһимдың u йөрәгенән улына һоҡланыу тойғоһо китеп, йәне таҙарғас, Ғаләмдәр Раббыһы уның улы урынына ҡорбанлыҡҡа һарыҡ бәрәнен ебәрә. Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: “Аллаһу Тәғәләнән дә нығыраҡ көнсөл (ревнивый) зат юҡ. Шул көнләшеү арҡаһында Раббы бөтә йәшерен һәм асыҡ боҙоҡлоҡтарҙы тыйған”. Пәйғәмбәр йәнә былай тигән: “Ысынында, Аллаһ көнләшеүсән һәм ысынында, иманлы кеше лә көнләшеүсән. Аллаһу Тәғәләнең көнсөл булыуы иманлы ҡолдоң Аллаһ тарафынан тыйылған ғәмәлде башҡарған сағында күренә”. Ғалимдар билдәләп үткән: “Хәҙистәрҙә әйтелгән Аллаһу Тәғәләгә хас көнләшеү әҙәми заттарҙың көнсөллөгөнә оҡшамаған. Сөнки етешһеҙлекте күрһәткән сифаттарҙы Аллаһу Тәғәләгә ҡушып булмай. Аллаһтың сифаттары Уның мәхлүктәрендә булған сифаттарға оҡшамаған. Раббының көнсөллөк сифатының мәғәнәһе шунан ғибәрәт: Ул үҙенең ҡолона әҙәпһеҙ ҡыланыштарҙы, боҙоҡлоҡтарҙы харам ҡылған һәм уларҙан тыйған.

Сөнки көнләшеүсе кемде көнләшә, ҡыҙғана, шуны яҙыҡ ғәмәлдәрҙән һаҡлай. Быны Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ һүҙҙәре асыҡлай: “Көнләшеү сәбәпле Раббы барса фәхеш ғәмәлдәрҙе харам ҡылды”, йәғни уларҙан тыйҙы һәм тотоп ҡалды. Аллаһу Тәғәлә әйткән (мәғәнәһе): “Әйт, йә Пәйғәмбәр, ысынында, минең Раббым асыҡ һәм йәшертен фәхеш эштәрҙе харам ҡылды...” (“Әл-Әғраф” сүрәһе, 33-сө аят). Һөйләйҙәр, бер ваҡыт әүлиә Әс-Сәрий әс-Сәҡатый f янында Аллаһу Тәғәләнең һүҙҙәрен уҡыйҙар (мәғәнәһе): “Йә Пәйғәмбәр, һин Ҡөрьән уҡыған саҡта Беҙ һинең менән әхирәткә ышанмағандар араһына уларҙы ҡаплаған шаршау ҡорҙоҡ” (“Әл-Исра” сүрәһе, 45-се аят). Шунда Сәрий сәхәбәләрҙән һорай: Беләһегеҙме, ул ниндәй шаршау? Ул − көнсөллөк шаршауы. Аллаһу Тәғәләнән дә нығыраҡ көнләшеүсе зат юҡ” (Аллаһ Үҙенең Рәсүлен ﷺ иманһыҙҙарҙан ҡыҙғанған. Ред). Сәрийҙең “Ул − көнсөллөк шаршауы” тигән һүҙендә шул ята: Аллаһу Тәғәлә иманһыҙҙарҙы диндең хаҡлығын аңларға лайыҡ ҡылмаған.

Аллаһу Тәғәлә − ныҡ көнсөл

Аллаһтың көнләшеүсәнлеге шуның менән аңлатыла: Раббыны фәҡәт Ул күрһәткән юл менән генә танып белергә мөмкин. Йәнә әйтәләр, Аллаһ Сөбхәнәһү пәйғәмбәрҙәрҙең береһенә вәхи ебәргән: “Бер кешенең Миңә ихтыяжы бар, Минең дә уға ихтыяжым бар. Әгәр ул минең ихтыяжды үтәһә, Мин уның ихтыяжын үтәрмен”. Теге пәйғәмбәр Аллаһҡа мөрәжәғәт иткән: “Йә Илаһым, нисек инде Һинең кемгәлер ижтыяжың булырға мөмкин?!” Шунда Аллаһу Тәғәлә әйткән (мәғәнәһе): “Ул кешенең йөрәге Минән тыш бүтән нәмә менән тулған. Ул үҙенең йөрәген шул нәмәнән бушатһын, шул саҡта Мин дә уның ихтыяжын үтәрмен”.

Тәҡүәлеләрҙән берәү һөйләп ҡалдырған: “Лүбнән тауы тирәһендә йөрөп ятҡанда, ҡапыл ел һәм ҡояшта янып ҡарайған бер йәш егет килеп сыҡты. Мине күреү менән, яңғыҙы ҡалырға теләп, ҡаса башланы. Мин уға: “Эй ҡәрҙәшем, исмаһам, фәһем булырлыҡ берәй һүҙ әйт, бәлки, миңә файҙаһы тейер”, − тинем. Ул йәһәт кенә миңә боролдо ла: “Һаҡ булығыҙ, Аллаһ бик көнсөл. Ул Үҙ ҡолоноң йөрәгендә Үҙенән башҡа һис бер ниҙе күрергә теләмәй”, − тине. Әбү Ғәли әд-Даҡҡаҡ остаз һөйләгән: “Бер ваҡыт ниндәйҙер бәҙәүи, Аллаһ Илсеһенең ﷺ мәсетенә кереп, кесе ярау иткән. Сәхәбәләр шунда уҡ уны ҡыуып сығара. Пәйғәмбәр ﷺ : “Бәҙәүи әҙәпһеҙ ҡыланған”, − ти. Сәхәбәләргә оятын юғалтҡан бәндәне күреү ауыр тәьҫир итә, күңелдәренә ныҡ ҡыйын була. Шулай уҡ юғары тәҡүәле кеше өсөн ғәмһеҙ, битараф йөрәк менән Аллаһты зекер итеүсене һәм харамдан тыйылмайынса ғибәҙәт ҡылыусыны күреү ҙә − ошондай уҡ тәьҫир ҡалдыра.

Фиҙаҡәрлек, киң күңеллелек һәм йомартлыҡ

Йомартлыҡтың асылы

Белегеҙ, йомартлыҡтың асылы − бер ниндәй ауырлыҡһыҙ башҡаларға бирә алыу, таратыу. Шулай уҡ әйткәндәр: “Йомартлыҡ − нимәнелер биреү тураһындағы уй башыңа килеү менән шунда уҡ уны үтәү”. Әүлиә Әд-Даҡҡаҡ: “Байҙың фәҡиргә ярҙамы йомартлыҡ түгел, мохтаждың хәлле кешегә ярҙамы − йомартлыҡ”, − тигән. Аллаһу Тәғәлә әйткән (мәғәнәһе): “Мәккә кешеләре килгәнгә тиклем үк имандарын нығытҡан Мәҙинә халҡы, күсеп килеүселәргә һөйөү менән ҡарай, уларға төшкән бүләктәргә күңелдәре тарһынмай, үҙҙәре мохтаж булған хәлдә лә, уларға өҫтөнлөк бирә. Кем үҙенең һаранлығын еңә, улар − уңышҡа ирешеүсе” (Хәшр сүрәһе, 9-сы аят). Был аят − Мәккәнән мөһәжирҙәр күсеп килгәнгә тиклем Мәҙинәлә йәшәгән ансарҙар хаҡында.

Ансарҙар Мәккәнән күсеп килгәндәрҙе ярата, ғанимәт малы (һуғыштан һуң дошмандан ҡалған кәрәк-яраҡ, мөлкәт) тик Мәккәнән килгәндәргә генә бирелһә лә (Аллаһ ҡушыуы буйынса), улар күңел тарлығы кисермәй. Үҙҙәре мохтажлыҡта булһа ла, Аллаһ ҡарарына саҡ ҡына ла ҡаршы килеү уларҙың күңелендә бөтөнләй булмай. Шулай уҡ был аят Мәҙинәләге бер мосолман тураһында тип тә әйтәләр: уға һарыҡ башы бүләк итәләр, ул уны икенсе берәүгә бирә. Был һарыҡ башы ете өйҙө урап сыға, ләкин һәр кем башҡа кешегә тәҡдим итә, ахырҙа ул тәүге кешегә әйләнеп ҡайта. Хәҙистә әйтелгән: “Был донъяла йомартлыҡта һәм һаранлыҡта, ансарҙарҙан башҡа, улар кеүек бер ҡасан да бер халыҡ та булманы. Ысынында, уларҙың барыһы ла йомарт һәм улар араһында һарандар юҡ.” Сәхәбә Хүҙәйфә әл-Ғәдәүи t һөйләгән: “Йәрмүк янында һуғыш булған көндө ике туғанымдың улын эҙләп киттем. Уға эсерерлек бер аҙ һыуым бар ине. Уның янына килгәс: “Һиңә һыу эсерәм”, − тинем.

Ул ризалыҡ белдереп, баш ҡаҡты. Шул саҡ һыуһыҙлыҡтан интегеп ятҡан, үлем сигендәге берәүҙең ыңғырашҡаны ишетелде. Ағайым һыуҙы шул кешегә илтергә ымланы. Ул кеше Һишам ибне әл-Ғас t булып сыҡты. “Һыу эсәһеңме?” − тигәс, эйе, тигән ишара белдерҙе. Ләкин шул мәлдә Һишам икенсе берәүҙең ыңғырашыуын ишетте һәм миңә уның янына барырға ымланы. Мин ул кеше янына барып еткәндә, ул йән биргәйне. Мин кире Һишам янына килдем, ләкин ул да әхирәткә күсеп өлгөргәйне. Шунан мин туғанымдың улын ҡалдырған урынға киттем, әммә ул да был донъяны ташлап киткәйне”. Был − башҡаларҙың ғүмере хаҡына үҙ нәфселәрен ҡорбан итеүҙең сағыу миҫалы. Фиҙаҡәрлектең был төрө малыңды башҡалар өсөн сарыф итеүгә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ. “Әт-Тәкмилә” китабында яҙылған: “Әйтелгән аяттың Әбү Талхә әл-Ансари t сәхәбәгә ҡарата төшөрөлгәнлеге − ысынбарлыҡҡа иң ныҡ тура килгәне. Рәсүлуллаһҡа ﷺ ҡунаҡ килә, ә уның өйөндә ҡунаҡ һыйларлыҡ бер генә ризыҡ та булмай. Шунда Пәйғәмбәр ﷺ сәхәбәләренә мөрәжәғәт итә: “Берәйегеҙ ошо кешене ҡунаҡ итә аламы? Аллаһтың уға рәхмәте төшһөн!” Шунда Әбү Талхә ҡунаҡты өйөнә алып ҡайта һәм ҡатынына: “Аллаһ Рәсүленең ﷺ ҡунағына хөрмәт күрһәт”, − ти. Ҡатыны ашарға йыйынған балаларын йоҡларға һала, утты һүндереп, ҡунаҡҡа ашарға бирә. Хужалар, ҡунаҡ менән бергә ултырып, ашаған булып ҡыланалар, ләкин бер ни ҙә ашамайҙар. Шул ваҡытта юғарыла әйтелгән Ҡөрьән аяты төшөрөлә. Сәләфтәрҙә, йәғни әүәлге иманлы кешеләрҙә аҙға ҡәнәғәт булыу, күңел киңлеге һәм бәрәкәт бик күпкә юғары булған”.

ӘХМӘТ ХАЖИ АБДУЛАЕВТЫҢ “ИЗГЕЛӘР ӘҘӘБЕ” КИТАБЫНАН

Әлфиә Батталова тәржемәһе, ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...