Аллаһҡа тәүәккәл ҡылыусыларҙың билдәләре
Аллаһҡа тәүәккәл ҡылыусыларҙың билдәләре

Аллаһҡа тәүәккәл ҡылыусыларҙы айырым билдәләре буйынса танырға мөмкин. Ул бер кемдән дә бер нимә лә һорамай, кешеләр биргән (һорап алынмаған) әйберҙе кире ҡаҡмай һәм үҙеңдә тотмай. Тәүәккәл ҡылыусының Аллаһ ҡаршыһында иң яҡшы хәле − йыуырға һалынған мәйет кеүек булыу.
Сөнки мәйет бер ниндәй хәрәкәт эшләмәй, бер нимәне лә хәл итмәй. Алдан план ҡорма һәм тулыһынса Аллаһ тәҡдиренә ышан. Һин бит беләһең: нәфсеңдән (теләгеңдән) алда Аллаһу Тәғәлә булған −Аллаһ һин булғансыға саҡлы ла булған, һин үлгәс тә буласаҡ − шуның кеүек. Һиңә кешеләрҙе мәшәҡәттәрҙән ҡотҡарыу кәрәк − был мөриттәрҙең һәм камил кешеләрҙең үлсәме. Матди нәмәләрҙе үлсәгән кеүек, кешеләрҙең торошон (мәҡәмен) һәм сифатын да шулай үлсәйҙәр. Йәшәү өсөн кәрәк нәмәләр тураһында борсолма. Аллаһу Тәғәлә һинең өсөн һин тыуғанға тиклем үк булған, һин донъяға яралғандан һуң Ул һине нисек онотһон! Һинең өсөн башҡалар эшләй торғанды үҙеңә алырға тырышып, үҙ-үҙеңде бимазалама.
Бишр әл-Хәфий әйткән: “Ҡайһы берәүҙәр, Аллаһҡа тәүәккүл ҡылабыҙ, тип ялғанлайҙар. Әгәр улар Аллаһҡа тәүәккәл ҡылһа, Ул улар менән нимә эшләһә лә, ҡәнәғәт булырҙар ине”.
Сәбәп ҡылыу тәүәккәл ҡылыуға ҡаршы килмәй.
Тәүәккәл ҡылыу − ул Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әҙәбе, ә йәшәү өсөн кәсеп итеү − Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәте. Кем Пәйғәмбәрҙең ﷺ әҙәбенә эйә, бер ҡасан да уның Сөннәтен ҡалдырмаһын. Үҙ-үҙенде тәьмин итер өсөн хәрәкәтте (кәсеп итеүҙе) тәнҡитләгән кеше Пәйғәмбәрҙең ﷺ Сөннәтен тәнҡитләй. Кем тәүәккүлде хурлай, шул иманды хурлай. Белегеҙ, тәүәккүлдең урыны − йөрәктә. Кешенең физик эшмәкәрлеге уның йөрәгендәге (ҡәлебендәге) тәүәккүлгә бер нисек тә ҡамасаулай алмай.
Әнәс ибне Мәлик сәхәбәнән риүәйәт ителә: “Пәйғәмбәргә ﷺ бер кеше килә һәм һорай: “Йә Рәсүлуллаһ ﷺ, дөйәмде, Аллаһҡа тапшырып, ысҡындырып ебәрәйемме?”. Пәйғәмбәр ﷺ: “Дөйәңде бәйлә һәм Аллаһҡа тапшыр (йәғни, сәбәбен эшлә лә, тәүәккәл ҡылыусы бул)”, − тигән.
Ибраһим әл-Хаууас тәүәккәл ҡылыусыларҙан була, әммә ул бер ҡасан да энә менән ептән, ҡайсынан һәм һыу һауытынан айырылмаған. Ул: Әгәр һеҙ һыу һауыты, энә менән ебе булмаған мөритте күрәһегеҙ икән, уның намаҙға тулы әҙерлекле булыуына ышанмағыҙ”, − тигән.
Тәүәккәл ҡылыу сәбәптәрҙе файҙаланыуҙан, эштәреңде уйлап, аҡыл менән үтәүҙән баш тартыу тигән һүҙ түгел. Киреһенсә, аҡылы булған кешегә (тәүәккәл ҡылыусыға) эштәрендә ентекле һәм иғтибарлы булыу, төптән уйлап эш итеү, ғәҙәттә кешеләр үҙ маҡсаттарына ирешеү өсөн ҡулланған сәбәп һәм юлдарҙы эҙләү зарур.
Йыйып әйткәндә, тәүәккүл − ул хаҡики иман тыуҙырған нәмә. Шуға күрә, әгәр тәүәккүл юҡ икән − иман да юҡ. Сөнки иман − ул Аллаһтың берлеген таныу (тәүхид), бөтөн нәмә лә Аллаһтан икәнен аңлау. Ә кем Аллаһтан башҡаға таяна, теле менән Уны берләһә лә, ысынында, Аллаһтың берлеген танымай. Бер һүҙ менән әйткәндә, тәүәккүл ул, сәбәптәрҙе ҡалдырып, кешеләрҙән килгән ярҙамға иҫәп тотоу түгел.
Кешене тәүәккәл ҡылыуға килтереүсе дарыу − ул биш нәмәлә тырышлыҡ: беренсе − Аллаһу Тәғәләнең һинең хәлеңде бик яҡшы белеп торғанын һәр саҡ аңлау; икенсе − Аллаһу Тәғәлә ҡөҙрәтенең камиллығына инаныу; өсөнсө − Аллаһу Тәғәләнең онотоу һәм яңылышыуҙан саф икәнлегенә инаныу; дүртенсе − Ғаләмдәр Раббыһының вәғәҙә иткәнен үтәмәүҙән пак икәненә инаныу; бишенсе − Раббының Иң Йомарт булыуына, Уның, беҙ һорамаһаҡ та, кәрәк нәмәләрҙе биреүенә ышаныу.
Тәүәккүл хаҡында алтын һүҙҙәр
Тәүәккүлдең асылын аңлатҡан әйтемдәр:
1. Пәйғәмбәребеҙ ﷺәйткән: “Кешеләр араһында иң көслөһө булырға теләүсе Аллаһҡа тәүәккәл ҡылһын”.
2. Яхъя ибне Мөғәҙҙән : “Ҡасан кешене Аллаһҡа тәүәккәл ҡылыусы тип атарға мөмкин?” − тип һорағандар. Ул: “Ҡасан ул Аллаһу Тәғәләне үҙенең яҡлаусыһы итеп күреп, Унан риза була − шул саҡта”.
3. Ибне Ғатанан тәүәккүлдең асылын һорағас, ул: “Ни тиклем сәбәп ҡылыуға мохтажлыҡ кисерһәң дә, борсолоу күрһәтмәү. Һәм сәбәп ҡылғанда ла, хәҡиҡәттән − Аллаһҡа тәүәккәл ҡылыуҙан тайпылмауың”.
4. Әбү Хәтәм әс-Сиджистәни ﷺ әйткән: “Әбү Түраб ән-Нахшәби әйтмешләй, тәүәккүлдең шарты − тәнең менән Аллаһҡа итәғәт ҡылыу (ғүбүдиә), ҡәлебеңдең Раббы менән даими бәйләнештә булыуы (рубүбиә), етерлек ризығың менән ҡәнәғәт булыу, биргән ниғмәттәре өсөн Аллаһу Тәғәләгә шөкөр итеү һәм, улар булмаған саҡта, сабырлыҡ күрһәтеү”.
5. Ҙүн-Нүн әл-Мисри әйткән: Тәүәкккүл – үҙ теләгеңде ҡалдырып, үҙ көсөңә таянмайынса, Аллаһу Тәғәлә барыһын да күреп, белеп тора икәнен иҫтә тотоу.
6. Сәһл ибне Ғәбдуллаһ әйткән: “Тәүәкккүл − ул Аллаһу Тәғәлә теләгенә тапшырылыу.
7 Шулай уҡ әйтелгән: “Тәүәкккүл − иманлылар сифаты. Буйһоноу, итәғәт итеү (тәслим) − Аллаһтың һөйөклө ҡолдарының (әүлиәләр) сифаты, ә бөтә нәмәлә Аллаһҡа таяныу (тәфуыйдҙ) − бар нәмәнең Аллаһтан икәнлеген күреүсе Аллаһтың яҡын ҡолдарының сифаты. Шуның өсөн тәүәккүл − ябай мосолмандар сифаты, бойһоноу, тәслим − һайланып алынған кешеләрҙең сифаты, ә һәр нәмәлә Аллаһҡа таяныусы − Аллаһтың айырым һайлап алынған ҡолдарының сифаты”
8. Әбү Ғәбдуллаһ әл-Ҡуршиҙән тәүәккүл тураһында һорағас, ул яуап биргән: “Ул һәр хәлдә лә Аллаһу Тәғәлә менән бәйләнештә булыу.”
9. Бер ғилем эйәһенән, нимә ул тәүәккүл, тип һорағас, ул әйткән: “Ул − бөтә нәмәне лә Аллаһу Тәғәләнән алғанды аңлау”.
10. Ошолай тип тә әйткәндәр: “Тәүәккүл ҡылыусының өс баҫҡысы бар: тәүәккүл, буйһоноу (тәслим) һәм Аллаһҡа ышанып тапшырыу (тәфуыйдҙ). Тәүәккүл ҡылыусы Аллаһтың вәғәҙәһендә тыныслыҡ табыр”.
11. Әбү Дәрдә әйткән: “ Имандың иң бейек баҫҡысы − ихласлыҡ, тәүәккүл һәм Бөйөк Раббыға тулыһынса буйһоноу”.
12. Ғалимдарҙан берәү әйткән: “Аллаһу Тәғәлә һиңә берәй нәмәлә һайлап алыу мөмкинлеге бирһә, һин үҙең һайлауҙан һаҡлан, унан ҡас һәм Раббыңдың ихтыярында туҡта. Сөнки эштең һуңғы һөҙөмтәһен һин бит белмәйһең”.
13. Тәүратта яҙылған: “Кем Раббыға түгел, ә үҙе һымаҡҡа ышаныс бағлай, ул − ләғнәтләнгән, Аллаһ рәхмәтенән мәхрүм кеше”.
14. Ғалимдар әйткән: “Кем Аллаһҡа таяна һәм Унан ярҙам һорай, Раббы кешеләрҙе уға мохтаж итә (уны кешеләргә кәрәкле итә), һәм уның теленә хикмәт һала”.
15. Әбү Йәзидтән : “Нимә ул тәүәккүл?” − тип һорайҙар. Ул: “Ә һуң үҙең был турала нимә әйтерһең?” − ти. Һорау биргән кеше былай ти: “Беҙҙең иптәштәребеҙ, әгәр һинең уң яғыңда ла, һул яғыңда ла йыртҡыс хайуандар һәм ҙур-ҙур йыландар торһа, һәм был һине бер тамсы ла борсомаһа, шул тәүәккүл була, тип иҫәпләй”, − тигән. Әбү Йәзид: “Эйе, был билдәләмә хәҡиҡәткә яҡын, − тигән. − Әммә, әгәр ҙә Йәннәт әһелдәре уның ниғмәттәренән кинәнә, ә Тамуҡ әһелдәре уның утында ғазап кисерһә, ә һинең өсөн ошо ике хәл араһында айырма була икән, һин тәүәккүлдән сығаһың” (Йәғни, Раббы Үҙенең ҡолон Ожмахҡа илтәме, Тамуҡҡамы − уның өсөн айырма булырға тейеш түгел, ул һәр нәмәне Аллаһҡа ышанып тапшырырға һәм, йыуырға һалынған мәйет кеүек, үҙе өсөн бер ниҙе лә һайламаҫҡа тейеш.).
16. Әбү Бәкер әл-Варраҡ әйткән: “Әгәр ҙә сикһеҙ һаранлыҡтан, һинең атайың кем, тип һораһалар, ул, Аллаһтың тәҡдиренә шикләнеү, тип яуап бирер ине. (Сөнки, әгәр үтә ныҡ һаран кеше Аллаһҡа тәүәккәл ҡылһа, Раббының байлығы сикһеҙ икәнен, һәм күпме генә уларҙы кешеләргә бирмәһен, уларҙың кәмемәгәнен белер ине, һәм ул кеше милкенә ҡул һуҙмаҫ ине). Әгәр унан, һөнәрең ниндәй, тип һораһалар, ул, һөнәрем − хурлыҡ эҙләү, тип яуап бирер ине. Әгәр ҙә, ә уның һөҙөмтәһе (ахыры) нимә, тип һораһалар, ул, мәхрүм ҡалыу (мохтажлыҡ), тип яуаплар ине”.
17. Шәйех әш-Шәҙили әйткән: “Әгәр кешелә түбәндәге биш сифаттың береһе генә булмаһа ла, уның иманы ысын (хаҡ) түгел: Аллаһтың ҡушҡандарына буйһоноу, уның тәҡдиренә риза (ҡәнәғәт) булыу, һәр ваҡыт Раббыға тапшырылыу, Аллаһҡа тәүәккәл ҡылыу һәм бәләнең башында уҡ сабырлыҡ күрһәтеү”
18. Әйткәндәр: “Тирә-яҡҡа өмөтләнмә, Аллаһҡа тәүәккәл ҡыл”.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)