Дин ҡәрҙәшеңде барып күреү

Дин ҡәрҙәшеңде барып күреү

Шундай риүәйәт килтерелгән: ике дин ҡәрҙәштәр осрашҡан һәм береһе икенсеһенән һорай икән: “Ҡайҙан киләһең?” Икенсеһе яуап биргән: “Мин хаж ҡылып ҡайтып киләм, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡәберенә лә зыярат ҡылдым. Ә һин ҡайҙа барҙың?”. “Мин Аллаһ ризалығы өсөн яратҡан дин ҡәрҙәшемдең хәлен белергә барғайным, шунан ҡайтып киләм”, − тигән беренсеһе. Хаждан ҡайтҡаны бынан: “Дин ҡәрҙәшеңде зыярат ҡылыу әжер-сауабын минең хаж ҡылыуымдың сауабына алмаштырмаҫһыңмы?” − тип һораған. Дуҫы янынан ҡайтып килеүсе, башын аҫҡа эйеп, оҙаҡ ҡына өндәшмәй тора. Шунда ул серле тауыш ишетә: “Дин ҡәрҙәшеңде зыярат ҡылыу − Аллаһу Тәғәлә алдында − йөҙ тапҡыр өҫтәмә (нәфел) хаж ҡылыуға ҡарағанда ҡәҙерлерәк”. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: “ Кем дин ҡәрҙәшен зыярат ҡыла, уны етмеш мең фәрештә оҙата”.

Имам Шәғәрани остазы Ғәли Әл-Хаууастан : “Беҙҙең заманда дин ҡәрҙәшеңде күрергә барыу уны мөһимерәк эштәренән айырыу булмаҫмы, шуға күрә, бәлки, йөрөмәү хәйерлерәктер?” − тип һораған. Шәйех яуап биргән: “Башта үҙендең ниәтеңде таҙала, шунан һуң барырһың. Үҙенә файҙа алыу маҡсаты менән барған кеше генә шелтәгә лайыҡ”.

ШӨКӨР ИТЕҮ

Шөкөр итеүҙең асылы

Шөкөр итеү − ул бәндәнең Аллаһу Тәғәләгә үҙенең шөкөр итеүен тейешле кимәлдә еткерә алмауын таныуы. Был турала Джүнәйд әйткән: “Шөкөр итеү − үҙеңде, ниғмәткә лайыҡ түгел, тип иҫәпләү. Шөкөр итеүҙең асылы − ниғмәтте күреүҙә генә түгел. Ул − Аллаһ биргән ниғмәтте түбәнселек менән һәм ниғмәттәрҙең фәҡәт Аллаһу Тәғәлә тарафынан бүленгәнлеген аңлап ҡабул итеү”.

Шөкөр итеү − Аллаһ ниғмәте

Белегеҙ, шөкөр итә белеү − ул, ысынбарлыҡта, Аллаһу Тәғәләнән бирелгән ниғмәт. Әгәр Аллаһ һеҙгә Уға шөкөр итә белеү һәләтен бирмәһә, һеҙ быны үҙегеҙ эшләй алмаҫ инегеҙ.

Тәҡүәлеләрҙән берәү, Аллаһҡа мөрәжәғәт итеп, былай тигән: “Йә Илаһым, мин Һиңә нисек шөкөр итәйем − минең шөкөр итеүем ул бит Һинең миңә биргән тағы ла бер ниғмәтең!”. Шунда Аллаһ уның күңеленә һалған: “Бына хәҙер һин ысын шөкөр итеүеңде белдерҙең”.

Аллаһу Тәғәлә генә шөкөр итеүгә һәм маҡтауға лайыҡ

Тәҡүәле кешеләрҙән, Аллаһ уларға ниғмәттәр биргән саҡта ла, һәм ниғмәттәрҙән мәхрүм иткәндә лә, Уға шөкөр ҡылыу кәрәк, тигән һүҙ (вәғәҙә) алғандар. Аллаһу Тәғәләнең яҡын ҡолдары үҙҙәрен Раббыларына аманат итеп тапшырған. Ә Аллаһ − үҙҙәрен Уға аманат итеп тапшырғандарға хыянат итеүҙән юғары. Шулай уҡ уларҙан күркәм, маҡтаулы холоҡтарын күрһәтмәҫкә һүҙ алғандар, Аллаһу Тәғәләгә шөкөр итеү йәки бүтәндәрҙе үҙҙәре артынан эйәртеү өсөн булғандарынан башҡа. Ҡалған ваҡытта тәҡүәле кешеләр үҙҙәренең бөтә маҡтаулы әхлаҡтарын йәшерә һәм быны улар Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн ниәтләйҙәр. Улар төрлө йыйылыштарҙа, оялып йәки кешеләрҙең был донъялағы маҡтауынан ҡурҡып, сығыш яһамайҙар. Сөнки бит Аллаһу Тәғәлә генә маҡталыуға лайыҡ (әүлиәләр үҙҙәрен Аллаһты маҡтаған кеүек маҡтауҙарынан ҡурҡҡан).

Имам әл-Ғәзәли , маҡтау маҡталыусыға ҙур зыян килтерә, тигән. Маҡтау кешелә тәкәбберлек һәм үҙе хаҡында юғары фекер тыуҙыра. Ҡайһы саҡ ул был маҡтауҙарға ҡыуана, һәм был уның изге ғәмәлдәрен боҙа. Шуға күрә Пәйғәмбәр ﷺ: “Әгәр берәйһенең кешеләрҙе үтә ныҡ маҡтағанын күрһәгеҙ, уның битенә тупраҡ һибегеҙ”, − тигән. Шулай уҡ әйтәләр: “Һеҙҙе маҡтаһалар, үҙегеҙҙең балсыҡтан яратылғанығыҙҙы иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, тыйнаҡлыҡ күрһәтегеҙ һәм маҡталыуҙан үҙ-үҙегеҙгә һоҡланмағыҙ”.

Әбүл-Хәсән әш-Шәҙәли әфәнде былай тигән: “Аллаһу Тәғәлә бәндәһенә яҡшылыҡ теләһә, уның камиллығын унан йәшерә. Раббы уны Үҙенең ихлас ҡолона − унда Аллаһу Тәғәләгә генә хас сифаттарҙың береһе лә күренмәгән саф ҡолона − әйләндерә”. Бындай осраҡта бәндәгә алған белем һәм ғилемдәренән, хатта был йәшерен ғилем (кәшф) йәки айырым рухи торош (хәл) булған хәлдә лә − бөтәһенән дә баш тартырға кәрәк. Әгәр Аллаһу Тәғәлә уны һайлап алған һәм уның менән риза икән, ул сағында уға, хатта белеме, изге ғәмәлдәре булмаһа ла, нимә зыян килтерә алһын?

Шөкөр итеүҙең иң түбән дәрәжәһе

Дин ғалимдары, Аллаһу Тәғәләгә шөкөр итеүҙең иң аҙы − тел менән шөкөр итеү, ти. Теле менән шөкөр итмәгән кешенән дә көсһөҙөрәк кеше юҡ. Ундай шөкөр итеү бөтөнөһөн үҙ эсенә алырға тейеш. Аллаһу Тәғәләнең биргән ниғмәттәре өсөн тел менән шөкөр итеүҙең иң юғары баҫҡысы − “Әл-Фәтихәһ” сүрәһен уҡыу. Cүрәне уҡыр алдынан, Аллаһу Тәғәләнең барса ниғмәттәре өсөн: күренгән һәм күренмәгән (йәшерен), матди һәм рухи, бәндә өсөн билдәле һәм билдәһеҙ, донъя һәм әхирәт өсөн, булған һәм әле булмағандары өсөн, даими һәм ваҡытлыса бирелгәндәре өсөн − шөкөр итеү ниәтен ҡылырға кәрәк. Ошо ниәт менән ул сүрәне берҙән алып йөҙгә тиклем, күпме булдыра, шунса тапҡыр уҡыһын. Быны эшләгәне өсөн Аллаһу Тәғәлә ул кешене шөкөр итеүселәр исемлегенә индерә. Йә булмаһа, ул, ниәтенә ҡарап, һәм Аллаһтың вәғәҙәһе буйынса, тағы ла ҙурыраҡ бүләк аласаҡ.

Бөтөнөһөн дә үҙ эсенә алған телдән шөкөр итеүҙең ысулдары күп. Миҫалға Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ түбәндәге һүҙҙәрен килтерергә мөмкин: “Йә Раббым, мин Һиңә, Һин лайыҡ ҡәҙәр маҡтауымды белдерә алмайым. Һин − Үҙеңде Үҙең нисек маҡтайһың − шундайһың”.

Әҙәм ғәләйһи-ссәләм әйткән: “Йә Рабби, Һин мине, үҙ ҡулдарым менән кәсеп ҡылырға өйрәтеп, мәшғүл иттең, шулай уҡ барса маҡтау һәм данлауҙарҙы үҙ эсенә алған нәмәгә өйрәт”. Шунда Аллаһу Тәғәлә уға үәхи ебәрә: “Йә Әҙәм, көн һайын иртәле-кисле өс тапҡыр: “Әлхәмдүлилләәһи Раббил ғәәләмиин, хәмдән йүүәфии ниғәмәһү үә йүкәәфиү мәзиидәһү” (“Мин Ғәләмдәр Раббыһы Аллаһты Уның барса ниғмәттәрен һәм уларҙың артып тороуын эсенә алған маҡтау менән маҡтайым һәм данлайым”). Был һүҙҙәр маҡтау һәм данлауҙың бөтә төрөн үҙендә туплаған.

Шөкөр итеүсе (шәкир) һәм ныҡ шөкөр итеүсе (шәкүр) кеше араһындағы айырма шунда: шәкир Аллаһу Тәғәләнең биргәндәренә шөкөр итә, ә шәкүр Аллаһу Тәғәләнең уны нимәнәндер мәхрүм итеүенә шөкөр ҡыла.

Хәҡиҡәттә, һәр ниғмәт өсөн уға ярашлы шөкөр бар. Күҙ өсөн шөкөр − тыйылғанды (хәрәмде) һәм кешенең етешһеҙлеген күргәндә, ҡарашты йәшереү. Ҡолаҡ өсөн шөкөр − кешенең кәмселеге тураһында һөйләгәнде тыңламау, ҡулдар өсөн − кеше мөлкәтенә һонолмау. Аяҡтар өсөн шөкөр − Аллаһу Тәғәләнең бойороҡтары боҙолған ергә аяҡ баҫмау. Тәндең башҡа ағзалары өсөн дә шулай.

Шөкөрҙөң асылы − Аллаһтың һиңә биргән ниғмәттәрен уларҙың тәғәйенләшенә ярашлы ҡулланыу. Быға мал-мөлкәт тә, тән дә, эске һәм тышҡы ағзалар ҙа инә. Шуға күрә, уларҙы, нимәгә тәғәйенләнгән, шуға ярашлы файҙаланмайһың икән, был − бирелгән ниғмәттәр өсөн шөкөр итмәү.

Һәр халәттә Аллаһты маҡтаусылар

Аллаһ Рәсүле ﷺ, Ожмахҡа беренсе булып һәр халәттә лә Аллаһты маҡтаусылар инәсәк, тигән. Икенсе риүәйәттә, “шатлыҡта ла, ҡайғыла ла Аллаһты маҡтаусылар”, тиелә. Пәйғәмбәр ﷺ шулай уҡ әйткән: “Әл-хәмдү-лилләһ” һүҙе барса ниғмәттәр өсөн дә шөкөр һүҙе булып тора”.

Әс-Сәрий әс-Сәҡатый һөйләгән: “Бына утыҙ йыл инде мин бер тапҡыр әйткән “әлхәмдүлилләһ” (“Аллаһҡа маҡтау”) тигән һүҙем өсөн Аллаһу Тәғәләнән ғәфү һорайым. “Нисек инде?”, − тип һорағандар унан. Ул яуап бирә: “Бер ваҡыт Багдадта ҙур янғын булды. Миңә бер кеше: “Һинең кибетеңә янғын теймәгән”, − тине. Шунда мин: “Әлхәмдүлилләһ!” − тинем. Ошо һүҙем өсөн утыҙ йыл үкенәм, сөнки башҡа мосолмандар бәләгә тарығанда, мин үҙемә файҙа теләгәнмен”.

Һөйләйҙәр: Хәсән ибне Ғәли , Ҡәғбә мөйөшө янында туҡтап, Аллаһҡа ошондай һүҙҙәр менән мөрәжәғәт иткән: “Йә Илаһым, Һин мине ниғмәттәр менән бүләкләнең, ә мин шөкөр итеүемде белдермәнем. Һин мине төрлө бәләләр менән һынаның, ә мин сабырлыҡ күрһәтмәнем. Һин мине шөкөр итмәүем өсөн ниғмәттәреңдән мәхрүм ҡылманың һәм сабырһыҙлығым өсөн бәләләр ебәрмәнең. Йә Илаһым, йомарттан йомартлыҡ ҡына килә”.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

Әхмәт Хажи Абдулаевтың “Изгеләр әҙәбе” китабынан

Әлфиә Батталова тәржемәһе

Ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...