Фиҙаҡәрлек, киң күңеллелек һәм йомартлыҡ

Фиҙаҡәрлек, киң күңеллелек һәм йомартлыҡ

Фиҙаҡәрлек, киң күңеллелек һәм йомартлыҡ

(дауамы)

Шундай бер хәлде һөйләйҙәр: бер батша үҙенең вәзиренә: “Ғалимдар рухи баҫҡыстары (мәҡәм) һәм ҡәлебтәренең (йөрәк, рух) торошо менән суфыйҙарҙан юғарыраҡ”, − тигән. Ә вәзир уның фекере менән ризалашмаған һәм әйткән: “Беҙ уларҙы ике нәмәлә һынап ҡарайбыҙ”.

1. Ул бер кешенең ҡулына бер нисә мең дирһәм аҡса тоттороп, мәҙрәсәгә барырға һәм ундағы уҡытыусы ғалимдарға әйтергә ҡушҡан: “Батша ошо аҡсаларҙы һеҙҙең аралағы иң лайыҡлы һәм камил булғанығыҙға бирергә ҡушты. Кем ул кеше?” Шунда араларынан берәү әйткән: “Ул − мин!”, ә икенсеһе ҡаршы сыҡҡан: “Ул алдаша, иң лайыҡ кеше − мин!” Бәхәс киткән, һәр кем үҙен, иң шәбе, тип иҫбатларға тырышҡан. Шунда вәзир илсеһе: “Мин кемегеҙҙең был аҡсаға лайыҡлыраҡ икәнен билдәләй алмайым”, − тигән һәм аҡсаны берәүгә лә бирмәгән. Ҡайтып хәлде һөйләп биргән. Шунда вәзир был аҡсаларҙы суфыйҙарға алып барырға ҡушҡан. Былар иһә ғалимдарҙың тап киреһен эшләгән. Уларҙың һәр береһе: “Ул минән яҡшыраҡ! Ул лайыҡлыраҡ!” − тигән.

2. Вәзир илсеһенә ҡылыс тотторған һәм әйткән: “Суфыйҙар йәшәгән ергә бар ҙа әйт: “Батша миңә һеҙҙең етәксегеҙҙең башын киҫергә бойорҙо. Күрһәтегеҙ, кем ул?”. Араларынан берәү әйткән: “Мин − етәксе”, икенсеһе ҡаршы төшкән: “Юҡ, бында мин башлыҡ”. Бүтәндәр ҙә ошо уҡ яуапты бирә, һәр ҡайһыһы башҡаларҙың ғүмерен үҙенекенән өҫтөн ҡуя, иптәшенең ғүмере хаҡына үҙенекен тәҡдим итә. Илсе, бер ни ҙә белә алмайынса, вәзир янына барып, хәлде һөйләй. Шунан уны ҡылысы менән ғалимдарға ебәрәләр, ә улар суфыйҙар эшләгәндең бөтөнләй киреһен эшләй. Шулай итеп, вәзирҙең дәлиле батшаныҡына ҡарағанда көслөрәк була. Күреп тораһығыҙ, ул ваҡыттағы мөриттәрҙән айырмалы, бөгөнгө заман мөриттәре ауыл һәм ҡалаларҙа үҙҙәрен бөтөнләй башҡа төрлө тота. Ҙур әүлиә Әбү Йәзид әл-Бистами һөйләгән: “Балх ҡалаһынан бер егет мине еңде. Ул минән: “Һеҙҙең өсөн заһитлыҡтың (аскетлыҡ, донъянан ситләшеү) сиге ниндәй?” − тип һораны. Мин: “Беҙ ашарлыҡ берәй нәмә тапһаҡ, ашайбыҙ, тапмаһаҡ, түҙәбеҙ”, − тип яуап бирҙем. Был егет миңә былай тине: “Ә беҙҙә, Балхта, эттәр шулай итә. Беҙ иһә, ашарға бер ни ҙә тапмаһаҡ, Аллаһҡа шөкөр ҡылабыҙ, ә инде ашарға яраған берәй нәмә тапһаҡ, ҡаршыбыҙҙағы бүтән берәүгә өҫтөнлөк бирәбеҙ”.

Киң күңеллелек һәм йомартлыҡтың дәрәжәһе

Тәҡүәлеләрҙең әсәһе Ғәйшә риүәйәт иткәнсә, бер ваҡыт Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: “Йомарт кеше Аллаһу Тәғәләгә, кешеләргә, Йәннәткә яҡын һәм Тамуҡтан йыраҡ тора. Ә һаран кеше − Аллаһу Тәғәләнән, кешеләрҙән, Йәннәттән алыҫ һәм Тамуҡҡа яҡын. Наҙан, әммә йомарт булғанды Аллаһу Тәғәлә туҡтауһыҙ ғибәҙәт ҡылған, ләкин һаран булған кешегә ҡарағанда нығыраҡ ярата”. Пәйғәмбәр ﷺ йәнә әйткән: “Биреүсе ҡул алыусы ҡулға ҡарағанда яҡшыраҡ”. Бишр ибне әл-Харис әйткән: “Һаранға ҡарау йөрәкте ҡатыра”. Бер ваҡыт мөьминдәр әмире Ғәли ибне Әбү Талип илап ебәргән, ти.

Ни сәбәптән илауын һорағас, ул: “Бер аҙна инде миңә ҡунаҡ килгәне юҡ. Бының менән Аллаһу Тәғәлә мине түбәнһетәлер, тип ҡурҡам”, − тип яуап биргән. Сәхәбә Әнәс ибне Мәлик tәйткән, ти: “Өйҙөң зәкәте − унда ҡунаҡтар өсөн айырым бүлмә булыуы”.

Фиҙәҡәрлек, киң күңеллелек һәм йомартлыҡҡа бәйле ҡиссалар (булған хәлдәр)

Киң күңеллелек һәм йомартлыҡтың юғары кимәлен күрһәткән ҡиссалар үҙҙәре шул юғарылыҡҡа еткән тәҡүәле заттарҙан риүәйәт ителә.

1. Ғүләм Хәлил исемле кеше суфыйҙарға яла яға, һәм хәлиф уларҙың башын сабып өҙөргә бойора. Джүнәйд Әл-Бәғдәдигә теймәйҙәр, сөнки ул мосолман хоҡуҡтары (фиҡһ) буйынса ғалим була (ул Әбү Ҫәүр мәҙһәбе (Әбү Ҫәүр − имамдар Әбү Хәнифә һәм Әш-Шәфиғи фиҡһтарын үҙенең мәҙһәбендә берләштергән фаҡиһ) буйынса фәтүәләр биргән). Ә инде Шаххам, Раҡҡам, Ән-Нурий һәм тағы бер нисә төркөм кешеләрҙе ҡулға алалар. Улар алдына, баштарын сабыр өсөн, махсус күн балаҫ йәйәләр. Иң тәү булып, Ән-Нурий алға сығып баҫа. Палач унан һорай: “Нимәгә ашыҡҡаныңды беләһеңме?” Ыңғай яуап алғас, йәнә һорай: “Нимә һине шулай ашығырға мәжбүр итә?” ӘнНурий: “Мин иптәштәремдең аҙ ғына булһа ла оҙағыраҡ йәшәүен теләйем”, − тип яуап бирә. Палач быға бик ғәжәпләнә һәм быны хәлифкә еткерә. Ә хәлиф әсирҙәрҙе, эштәрен ныҡлап тикшерһен өсөн, ҡазыйға (судьяға) ебәрә. Ҡазый Әбү Хөсәйен Ән-Нурийға фиҡһ буйынса һорауҙар бирә һәм барыһына ла төплө яуаптар ала. Артабан ӘнНурий f һүҙен дауам итә: “... Аллаһу Тәғәләнең шундай ҡолдары бар: улар тик Уның менән йәшәй, һөйләһәләр, тик Уның хаҡында ғына һөйләйҙәр”. Шунан ул тағы ла бер нисә һүҙ өҫтәй, ул һүҙҙәр судьяны иларға мәжбүр итә. Ошонан һуң ҡазый хәлифкә түбәндәге һүҙҙәрҙе еткерә: “Әгәр был кешеләр ҙә аҙашыуҙа булһа, ер йөҙөндә, ихтимал, бер хаҡ мосолман да юҡтыр”.

2. Ғәли Ибне Фудайл үҙенең урамындағы һатыусынан әйбер һатып ала. Уға: “Баҙарға барған булһаң, арзаныраҡ хаҡҡа алыр инең”, − тиҙәр. Ул: “Был кешеләр беҙҙән файҙа алырға өмөтләнеп, беҙҙең янда туҡтаған бит”, − тип яуап бирә.

3. Әбүл Хәсән Әл-Бүшәнжи f бәҙрәфтә сағында үҙенең шәкертен саҡырып алған да әйткән, ти: “Минән күлдәгемде һалдыр ҙа, фәлән кешегә илтеп бир”. Аҙаҡ унан: ”Был эште бәҙрәфтән сыҡҡас эшләй алмай инеңме ни?” − ти һорайҙар. Ә ул: “Мин нәфсемдең һуңынан ҡарарҙы үҙгәртмәҫенә ышанмайым”, − тип яуап биргән.

4. Ҡайс ибне Сәғд ибне Ғүбәдәнән f һорағандар: “Үҙеңдән дә йомартыраҡ берәй кешене күргәнең бармы?” Ул: “Эйе, − тип яуап бирә. − Бер ваҡыт сүлдә бер ҡатында туҡтаныҡ. Шунан уның ире ҡайтты. Ҡатын уға ҡунаҡтар килеүен әйтте. Ир инә дөйәне алып килеп һуйҙы һәм был дөйәнең беҙгә тәғәйенләнеүен әйтте. Икенсе көндө ул йәнә бер дөйәне һуйып, беҙгә бирҙе. Беҙ: “Кисә һуйған дөйәнең итен ашап бөтмәнек бит”, − тинек. Ә ул: “Мин үҙемдең ҡунаҡтарымды кисәге аҙыҡ менән һыйламайым”, − тип яуап бирҙе. Беҙ уның өйөндә икеме, өсмө көн булдыҡ, сөнки ямғыр яуҙы, ә ул көн һайын ошо хәлде ҡабатланы. Китер мәл еткәс, беҙ уларҙың өйөндә йөҙ динар аҡса ҡалдырҙыҡ һәм ҡатынына:.”Беҙҙең өсөн иреңдән ғәфү үтен”, − тип әйтеп, өйҙән сығып киттек. Төш мәлендә артыбыҙҙан ҡысҡырған тауыш ишеттек: “Эй һеҙ, һыбайлы һарандар! Минең һыйыма һеҙ хаҡ ҡуйҙығыҙмы?”, ул беҙҙе ҡыуып етте лә: “Хәҙер үк был аҡсағыҙҙы кире алығыҙ!” − тине.

5. Бер ваҡыт Ғабдуллаһ ибне Йәғәфәр үҙенең хужалығына китеп барғанда, берәүҙәрҙең финик пальмалары баҡсаһы тапҡырында ял итергә туҡтаған. Унда ул ҡара тәнле ҡолдоң эшләп йөрөгәнен күрә. Бына ҡолға ашарға килтерәләр, тап ошо мәлдә ҡойма аша бер эт һикереп төшә лә, хеҙмәтсегә яҡынлаша. Тегеһе уға йәймә ырғыта. Эт уны тиҙ генә ашап бөтә. Ҡол икенсе йәймәне ырғыта, шунан өсөнсөһөн. Эт бөтәһен дә ашап ҡуя. Ғабдулла ибне Йәғәфәр был кешегә ҡарай ҙа: “Эй хеҙмәтсе, һинең көнлөк аҙығың күпме?” − тип һорай. Тегеһе яуап бирә: “Күрҙең бит (йәғни өс йәймә)”. Ғабдулла һорай: “Ә ниңә һин был этте үҙеңдән өҫтөн ҡуйҙың?”. Һәм ҡол былай ти: “Был тирәлә эттәр юҡ. Был эт иһә йыраҡтан асығып килгән, мин уны мәхрүм иткем килмәне”. Ғабдуллаһ : “Ә үҙең һуң бөгөн ни эшләрһең?” − тип һорай. “Бөгөн мин ас торормон”, − тип яуаплай ҡол. Шунда Ғабдуллаһ ибне Йәғәфәр әйтә: “Кешеләр мине йомартлыҡта ғәйепләй. Ә был кеше минән йомартыраҡ”. Ғабдуллаһ ибне Йәғәфәр был ҡолдо һәм ошо баҡсаны ундағы бөтә нәмәһе менән бергә һатып ала, аҙаҡтан ҡолға ирек бирә һәм баҡсаны уға бүләк итә.

6. Мутарриф ибне Шиххир әйткән: “Берәйегеҙгә минән ярҙам кәрәк булһа, ҡағыҙға яҙып ебәрегеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, мин кемдеңдер мохтажлыҡтан кәмһенгән йөҙөн күрергә яратмайым”.

8. Имам Әш-Шәфиғи үлем түшәгендә ятҡанда: “Минең тәнемде йыуырға фәлән кешегә әйтегеҙ”, − тигән. Әммә ул кеше был ваҡытта алыҫ юлда була, шунлыҡтан, имам Әш-Шәфиғи мәрхүм булғас, уны йыуа алмай. Сәфәрҙән ҡайтҡас, уға имамдың һүҙҙәрен еткерәләр. Ул имам Әш-Шәфиғиҙең яҙмалар алып барған дәфтәрен һорап ала. Унда имамдың етмеш мең дирһам бурысы яҙылған була. Был кеше имам Әш-Шәфиғиҙен бурысын түләй һәм: “Уның өсөн минең йыуыуым ошо булыр”, − ти.

9. Байрам көндө Әс-Сәри ӘсСәҡатый , өйөнән сыҡҡас, юғары дәрәжәле кешене осрата һәм уның менән һалҡын ғына иҫәнләшә. Уға: “Был бит ҙур кеше”, − тиҙәр. Ул: “Мин уны таныным. Ләкин Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ошондай һүҙҙәре бар: “Ике мосолман осрашһа, уларға йөҙ рәхмәт төшөрөлә, шуның туҡһаны, кем алсағыраҡ, шуға тәғәйенләнә”. Мин, рәхмәттең күберәк өлөшө уға булһын, тип теләнем”, − тигән.

ӘХМӘТ ХАЖИ АБДУЛАЕВТЫҢ “ИЗГЕЛӘР ӘҘӘБЕ” КИТАБЫНАН

Әлфиә Батталова тәржемәһе, ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...