Донъяға ҡарата заһитлыҡ

ДОНЪЯҒА ҠАРАТА ЗАҺИТЛЫҠТЫҢ, ДОНЪЯНАН СИТЛӘШЕҮҘЕҢ МӘҒӘНӘҺЕ
Донъяға ҡарата заһитлыҡтың (аскетлыҡ, зуһд) асылы – йөрәкте Аллаһу Тәғәләнән башҡа бөтә нәмәнән бушатыу, милек-мөлкәткә эйә булыуҙың бөтә ысулдарынан, шулай уҡ милектең үҙенән баш тартыу. Ситләшеү тигәндә – оҙон ғүмергә һис ниндәй өмөт бағламау, донъяның байлығына, рәхәтлектәренә ынтылыуҙан йөрәк һәм ҡулдарыңдың бушауы – күҙ уңында тотола. Һөйөү кешене йәнен бирергә әҙер булыу хәленә еткергән кеүек, заһитлыҡ (аскетлыҡ) бәндәне мал-мөлкәткә ҡарата йомартлыҡҡа алып килә. Әҙәм балаһы, өс сифатҡа эйә булмай тороп, фани донъянан ситләшеүҙең дәрәжәләренә ирешә алмаясаҡ.
Беренсе – башҡара торған эштәреңә йөрәгеңде бәйләмәү, йәғни үҙеңә түгел, ә Аллаһу Тәғәләгә тәүәккәл ҡылып, йөрәгеңде тик Уның менән бәйләү. Сөнки бит кеше Аллаһ ҡушҡан сәбәптәргә генә таянып эшләй.
Икенсе – ул дәғүәһеҙ телмәр, йәғни әйткән фекерҙәрең өсөн башҡаларҙан үҙеңә өлөш алыу теләгенең булмауы.
Өсөнсө – ул дан-дәрәжәгә һәм маҡталыуға ынтылышһыҙ бөйөклөк. Был, тимәк, Аллаһу Тәғәлә кешенең абруйын нисек кенә күтәрмәһен, Аллаһтың ысын ҡоло үҙен һәр ваҡыт башҡаларҙан түбәнерәк күрәсәк. Аллаһтың ундай бәндәһе кешеләрҙән өҫтөн булырға, улар менән идара итергә ынтылмай. Бел, Аллаһтан килгән барлыҡ диндәрҙә лә (шәриғәт ҡанундарында) фани донъяға мөхәббәт маҡталмай, сөнки ул – барлыҡ гонаһтарҙың нигеҙе һәм һәр фетнәнең сәбәпсеһе. Шуға күрә Аллаһ бәндәһенә донъяны һөйөүҙән һәм йәмғиәттә юғары, дәрәжәле урындарға ынтылыуҙан баш тартыу кәрәк. Дөрөҫөн әйткәндә, дан, дәрәжә һөйөү байлыҡ һөйөүгә ҡарағанда ла яманыраҡ. Был ике сифат кешене донъяуи рәхәтлектәрҙе яратыуға алып килә.
ФАНИ ДОНЪЯНЫҢ ТҮБӘНЛЕГЕ УНАН СИТЛӘШТЕРӘ.
Бел, Аллаһтың яҡын ҡолдары был донъяның мәғәнәһен асып, ысын булмышын аңлаған, һәм улар фани донъяның бер нигә тормауын төшөнгән. Шуның өсөн әүлиәләр уға иғтибар итмәй һәм йөрәген донъя менән бәйләмәй. Ошондай хәлде һөйләйҙәр: бер ваҡыт әфәндебеҙ Ғәли ибне Әбү Талип t зыяратҡа килә һәм былай ти: “Эй ҡәбер әһелдәре, әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ. Беҙҙе үҙегеҙҙәге хәбәрҙәр менән таныштыраһығыҙмы, әллә беҙ үҙебеҙҙекен һөйләйекме?” Һәм шунда ул тауыш ишетә: “Үә ғәләйкүм әссәләм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ. Һин һөйлә: беҙ киткәс, нимәләр булды?” Һәм Ғәли һөйләй: “Ҡатындарығыҙ кейәүгә сыҡты, мал-мөлкәттәрегеҙ таратылды, балаларығыҙ йәтим ҡалды, ә һеҙҙең һалып ингән йорттарығыҙҙа һеҙҙең дошмандарығыҙ йәшәй. Беҙҙәге яңылыҡтар шул. Ә һеҙҙә хәлдәр нисек?” Баяғы тауыш яуап бирә: Беҙҙең кәфендәребеҙ серене, сәстәребеҙ ҡойолдо, тиреләребеҙ киҫәктәргә бүлгеләнеп тарҡалды, күҙҙәребеҙ сикәләргә ағып төштө... Беҙ донъяла йәшәгәндә нимә ҡылғанбыҙ, шуны бында таптыҡ һәм унда үҙебеҙҙән нимә ҡалдырғанбыҙ, шуларҙы юғалттыҡ. Беҙ – үҙ ғәмәлдәребеҙҙең аманаты”.
Фани донъя тураһында изгеләр былай тигән: Фудайль ибне Ғияд f: Миңә был донъяны, уның өсөн Ҡиәмәт көнөндә яуап һорамайынса, тотошлай тәҡдим итһәләр ҙә, кеше емтек янынан, кейемен бысратыуҙан ҡурҡып, ерәнеп үтеп киткән кеүек, был фани донъя ла минең өсөн барыбер сиркәнес булыр ине”. Ибраһим ибне Әҙһәм, иттең ҡиммәтләнгәнен белгәс, әйткән: “Хаҡын төшөрөгөҙ”, йәғни, бөтөнләй һатып алмағыҙ. Шулай итеп, суфыйҙар шундай һығымтаға килә: кем был үткенсе донъяға һөйөү һәм теләк менән ҡарай, уны Аллаһу Тәғәлә илаһи нурҙан, шулай уҡ ысын ғилемдән һәм йөрәк заһитлығынан (Аллаһтан башҡаны яҡынлатмау) мәхрүм итә. Әбүл-Хөсәйен әл-Хауариҙән донъя рәхәтлектәренән ситләшеү тураһында һорағас, ошолай яуап бирә: “Заһитлыҡ (аскетлыҡ) ул – донъяны, уның баһаһын кәметеп, сиркәнеп, иғтибарға лайыҡ булмаған нәмә итеп, шул уҡ ваҡытта үҙеңдең бәҫеңде төшөрмәй, ҡабул итеү”.
Абруйлы шәхес һәм Аллаһты танып белеүселәрҙең береһе, ҡотоп Әхмәт әл-Хөсәйен “ӘлҒәҡд ән-нәфис” китабында яҙа: “Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә Муса пәйғәмбәргә u әйтә: “Әгәр һиңә фәҡирлек килгәнен күрһәң, әйт: рәхим ит, тәҡүәле кешеләрҙең билдәһе! Әгәр ҙә донъя малы килеп ингәнен күрһәң, әйт: был миңә ошо тормошта уҡ яза итеп ебәрелгән гонаһ”. Хәҙистә әйтелә: “Был донъяның аҙына ла ҡәнәғәт булыу – бөткөһөҙ хазина”. Изгеләрҙән берәү әйткән: “Беҙҙең фекер буйынса, әгәр кеше – ашаған икмәге уңғанмы, әллә сейле-бешлеме – айырмаһын тоймаһа, шул – аҙға ҡәнәғәт булыу. Һәм ундай кеше икмәкте үҙенә кәрәк тиклем генә, йәғни, тәнен намаҙ ҡылырлыҡ хәлдә тоторлоҡ ҡына ашай”.
Боронғо әүлиәләр үлгән балаһы өсөн илаған, ләкин Аллаһ ҡаршыһында үтәлмәгән бурыстары өсөн ҡайғырмаған кешене, аҡылһыҙ, тип һанағандар. Ундай кеше әйтерһең дә: “Нимә минең иғтибарымды Раббымдан үҙенә йүнәлтеп, мине албырғатҡан, шуның өсөн илайым”, – ти. Киреһенсә, шатланырға кәрәк. Сөнки Хоҙай Тәғәлә һине Үҙенән албырғатыусыны (баланы) янына алған. Дөрөҫөн әйткәндә, һин үлгәс, балаларың да, ҡатындарың да, хеҙмәтселәрең дә, дуҫтарың да һинең өсөн иламаясаҡ. Улар, үҙҙәрен йәлләп, һинһеҙ нисек йәшәрмен, тип илаясаҡ. Шуға күрә уларҙан алдараҡ ила һәм үҙеңә әйт: “Миңә, Аллаһтың өлөшөн ҡулдан ысҡындырғаным өсөн, ҡатыным, балаларым минең өсөн илашҡанға тиклем, уларҙан алдараҡ иларға кәрәк”. Хәҡиҡәттә, был донъя һәм ундағы бар нәмә Аллаһу Тәғәлә өсөн серәкәй ҡанатына ла торош итмәй. Кем шуны аңлай, ул Аллаһты танып белгән кешеләрҙе заһитлыҡтары, донъянан ситләшкәндәре өсөн маҡтамаясаҡ. Сөнки ул заһиттар баш тартҡан нәмә (донъя рәхәтлектәре, мал) – серәкәй ҡанатының кескенә генә, хатта күҙгә лә күренмәгән бер өлөшө генә. Һәм ошо әһәмиәтһеҙ, файҙаһыҙ нәмәләрҙән баш тартҡан кешеләрҙе маҡтаусы, асылда, фанилыҡты маҡтай. Һәм Раббыға яҡынайған заттар (әүлиәләр) ошолай тип әйткән һымаҡ: “Кем донъяны ярата, ул, серәкәй ҡанатының үҙендә булған өлөшөн алып ташлап, тапап ырғытмай тороп, беҙ уға Аллаһҡа яҡынайырға ирек бирмәйбеҙ. Әммә донъя яратыусыларҙың береһе лә быны эшләмәйәсәк”.
Имам әш-Шәғрани әйткән: Беҙҙән ошо ялтырауыҡ донъяның имәнеслеген күрергә һәм мәңгелек йортобоҙҙо хәстәрләргә, уны матурлап ҡорорға тырышырға тейешлегебеҙ хаҡында һүҙ алдылар. Һинең өсөн, эй минең ҡәрҙәшем, һис сер түгел: беҙҙең һәр һулышыбыҙ һанаулы, улар иҫәпләнеп ҡуйылған – кәм дә түгел, артыҡ түгел. Ә был донъя – әхирәттең баҫыуы. Кем сәсеү осоронда эшләмәй тик ята, уңыш йыйыу мәлендә бик ныҡ үкенәсәк. Аллаһу Тәғәлә әйткән (мәғәнәһе): “Һәр кемгә тик үҙ тырышлығы менән тапҡаны әҙерләнгән” (Ән-Нәджм сүрәһе, 39-сы аят). Аллаһу Тәғәлә шулай уҡ өлөш һәм ризыҡ тураһында әйткән (мәғәнәһе): “Ер йөҙөндә ниндәй генә йән эйәһе булмаһын, уларҙы ризыҡландырыуҙы Аллаһ үҙ өҫтөнә алған” (“Һуд” сүрәһе, 6-сы аят). Раббы тарафынан вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн интегеп көс түгеү һәм Аллаһтың һеҙгә ҡушҡандарын үтәүҙә тырышлыҡ һалмау, ялҡаулыҡ күрһәтеү – ҙур иҫәрлек.
Шул һиңә билдәле булһын: нәфсеһе талап иткәнде хәстәрләүсе кеше аҙаҡ үҙен сағып үлтерәсәк йыланды аҫыраусыға (халыҡ әйтмешләй, “ҡуйынында йылан аҫырағанға”ға (ред.) тиң. Ә әхирәт эштәренән боролоп, донъя эштәренә мөкиббән киткән кеше һаҫыҡ емтеккә барып йәбешкән эткә оҡшаш.
ЗАҺИТЛЫҠТЫҢ, ФАНИ ТОРМОШҠА БИТАРАФЛЫҠТЫҢ АСЫЛЫ
Әүәлге тәҡүәле заттар фани тормошҡа битарафлыҡтың, йәғни унан ситләшеүҙең (зуһд) асылын дөрөҫ итеп аңлағандар. Һөйләүҙәренсә, Әбү Йәзид әлБистамиҙанзаһитлыҡ (аскетлыҡ) һәм шулай уҡ уның үҙенең нисек итеп донъя малынан баш тарта башлауы тураһында һорағас, ул яуап бирә: “Заһитлыҡ бер кимәлдә генә булмай”. Быны асығыраҡ итеп аңлатыуын үтенгәс, әйтә: “Сөнки мин өс көн заһитлыҡта булдым, ә дүртенсе көндә унан сыҡтым. Беренсе көндә фани донъянан һәм унда булған барлыҡ нәмәләрҙән йөҙ борҙом. Икенсе көндә мәңгелек әхирәттән һәм унда булған барса нәмәнән баш тарттым. Ә өсөнсө көндә Аллаһу Тәғәләнән башҡа бөтәһенән дә ваз кистем”.
Заһитлыҡ һинең был донъяла бер ниндәй мөлкәтең дә юҡлыҡты аңлатмай. Ваз кисеүҙең мәғәнәһе шунда: Һин, матди байлыҡҡа эйә булған хәлдә, йөрәгеңдә уның өсөн урын ҡалдырмайһың. Фани донъянан баш тартыуҙы элекке тәҡүәлеләр шулай аңлаған. Улар әйткән: “Эй мөрит, донъя байлығынан, кешенән һоранмаҫ өсөн, үҙеңә күпме кәрәк, шулай ҡалдыр. Булған мөлкәтеңдән бөтөнләй баш тартып, сиктән уҙма”. Имам әш-Шәғраниәйткән: “Беҙҙән, донъя ниғмәттәренән тулыһынса баш тартыу юлы менән фанилыҡтан ситләшмәҫкә, тип вәғәҙә алдылар. Беҙҙең заһитлыҡ Аллаһу Тәғәләнең Уны ысынлап танып белгән ҡолдарыныҡы кеүек булырға тейеш. Беҙ һөйөү менән тулған йөрәгебеҙҙе бары тик Раббыбыҙға йүнәлтергә, шунан һуң ғына донъя ниғмәттәренән нимәлер алырға тейешбеҙ. Сөнки Аллаһу Тәғәлә, ерҙә һәм күктәрҙә нимә бар, бөтәһен дә беҙгә буйһондороп, оло рәхимлек ҡылған. Һәм, әгәр беҙ ер һәм күктәрҙәге нәмәләргә ихтыяж кисермәһәк, бындай рәхимлектең мәғәнәһе лә булмаҫ ине”.
Тәҡүәлеләр йыш ҡына шуға иғтибар иткән: бәндәнең йөрәгендә донъялыҡтан нимә лә булһа бар икән – был хәүефле. Шуға күрә улар мөриттәргә донъя һөйөүҙең эҙемтәләренән киҫәтеү өсөн бик ҙур көс һалыр булған. Миҫал өсөн изгеләрҙең ҡайһы бер фәһемле һүҙҙәрен килтерәбеҙ. Әбүл-Хәсән Ғәли ибне әл-Мүзәйнәйткән: “Әйтәйек, һеҙ кемделер маҡтайһығыҙ һәм уны изге кеше, сиддиҡ (Аллаһу Тәғәләне танып белеүҙең юғары баҫҡысына күтәрелгән зат) тип иҫәпләйһегеҙ, әммә әлегә ул кешенең йөрәгендә донъяға, ярсыҡтай ғына булһа ла, мөхәббәте ҡалған икән, Аллаһу Тәғәлә өсөн ул – бер кем дә түгел. Аллаһ менән ант итәм, тәриҡәткә баҫҡандарҙан әле берәүҙең дә рухи бөлгөнлөккә төшкәне юҡ, күңелендә әҙ генә булһа ла байлыҡ тәмен йөрөтөүселәрҙән башҡа”.
Шәйех Әш-Шәзилиәйткән: “Кеше матди донъяны һәм уның артынан ҡыуыусыны күрәлмағанға тиклем, шулай уҡ ике донъяның да ниғмәттәренә битараф булғансыға ҡәҙәр Аллаһу Тәғәлә ул бәндәһен һөймәйәсәк. Аллаһу донъя яратҡандарҙың береһен дә яратмай. Шуға күрә мөрит донъяны ҡулынан да, йөрәгенән дә алып ташларға бурыслы”. Әбү Раби әл-Үәситиәйткән: “Мин Дауыттанмиңә васыят әйтеүен һораным. Ул миңә яуап бирҙе: “Донъялыҡтан ураҙа тот, үлем менән ауыҙ асырһың. Кешеләрҙән йыртҡыс хайуандарҙан ҡасҡан кеүек ҡас”. Яхъя ибне Муғаҙәйтә: “Һиңә тәғәйенләнмәгән бөтә нәмәнән ҡас, ә артабан, һиндә нимә бар, шуларға битараф бул”.
(дауамы бар)
ӘХМӘТ ХАЖИ АБДУЛАЕВТЫҢ
“ИЗГЕЛӘР ӘҘӘБЕ” КИТАБЫНАН
Әлфиә Батталова тәржемәһе,
ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов