Изгелеккә өндәү һәм боҙоҡлоҡтан тыйыу

Изгелеккә өндәү һәм боҙоҡлоҡтан тыйыу

Изгелеккә өндәү һәм боҙоҡлоҡтан тыйыу

Изгелеккә өндәү һәм боҙоҡлоҡтан тыйыу − ул яҡшылыҡ ҡылырға саҡырыу һәм яуызлыҡҡа юл ҡуймау. Ибне Ғәббәстән риүәйәт ителеүенсә, ул Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ һорау биргән: “Йә Рәсүлуллаһ ﷺ, ер өҫтөндә тәҡүәлеләр бар саҡта, ул убылырмы?”. “Эйе, − тип яуап биргән Аллаһ Илсеһе, − әгәр ҙә улар башҡалар алдында ялағайлана башлаһа (үҙҙәрен яҡшы күрһәтеү маҡсатында, боҙоҡлоҡҡа юл ҡуйһалар) һәм гонаһ ҡылынғанда өндәшмәһәләр”.

Пәйғәмбәр ﷺ шулай уҡ әйткән: “Минең өммәтемдән кешеләр, Ҡиәмәт көнөндә ҡәберҙән ҡубарылып, Аллаһу Тәғәлә ҡаршыһына маймыл һәм сусҡа ҡиәфәтендә килеп баҫырҙар, был уларҙың гонаһ эйәләренә ярарға тырышып, гонаһтарына юл ҡуйып, хәлдәренән килһә лә, яҙыҡ эштәренән тыймағандары өсөн булыр”

Аллаһ Рәсүле йәнә: “Эй Әбү Һөрәйрә, яҡшылыҡҡа өндә, боҙоҡлоҡтан тый һәм ауыр саҡта сабыр бул”, − тигән.

Имам Әбү Сәғид әл-Хадими “Әл-Бәрииҡатүл-Мәхмүүдә” китабында былай тигән: “Гонаһ ҡылыусыға йәки башҡа берәүгә ярарға тырышып, йәки дингә иғтибарһыҙлыҡтан, көсө етеп тә, гонаһты тыймау – шәриғәттә “мүдәһәнә” “ялағайлыҡ” тип иҫәпләнә. Имам әл-Бәркәүи “Әт-Тәриҡәт әл-Мүхәммәдиә” китабында: “Был харам”, − тигән.

Хаҡты өҫкә сығарыу һәм батылды, ялғанды фашлауға ҡағылғанда, өндәшмәй ҡалырға ярамай. Кем хәҡиҡәтте йәшерә, өндәшмәй − ул телһеҙ шайтан. “Мүдәһиндәр”, гонаһ ҡылыусыларға ялағайланып, уларҙы тыймаусылар Ҡиәмәт көнөндә маймыл һәм сусҡа ҡиәфәтендә ҡубарылырҙар. Яҡшылыҡҡа саҡыр, яуызлыҡтан тый һәм түбәндәге хәҙистән һабаҡ ал: “Яҡшыға әйҙәүсе− үҙе шул ғәмәлде башҡарыусы һымаҡ”.

Дин ҡушҡанды үтәү мәсьәләһендә шелтә, ғәйепләүҙәрҙән ҡурма. Алған белемеңдең ундан бер өлөшөнә булһа ла таян. Әт-Тирмизи Әбү Һөрәйрәнән Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ һүҙҙәрен еткерә: “Һеҙ (сәхәбәләр) шундай ваҡытта йәшәйһегеҙ − дин ҡушҡандың ундан бер өлөшөн ҡалдырған кеше һәләкәткә дусар. Шундай заман етер: ҡушылғандың хатта ундан бер өлөшөн генә үтәгән кеше лә һәләкәттән ҡотолор”.

Тел менән боҙоҡлоҡтан тыйыусылар бар, улар − дин ғалимдары. Улар ҡатылыҡ, һауалыҡ менән түгел, ә йомшаҡлыҡ һәм хикмәт менән насарлыҡтан тыялар. Ярамағанды ҡәлебтәре менән үҙгәртеүсе кешеләр бар, улар − камил шәйехтар һәм ныҡ тәҡүәлеләр (әүлиәләр). Минең остазым Ибраһим әл-Мәтбүли әйтә торғайны: “Ярамағанды ҡул менән тыйыу − хакимдар һәм уларҙың ярандарының эше. Ярамағанды тел менән тыйыу – ғәмәл ҡылыусы дини ғалимдарҙың эше. Ә инде ярамағанды йөрәк (ҡәлеб) менән тыйыу – һүҙ хужаларының эше”.

Балаларым, шуны белегеҙ, кем көсө етмәгән килеш боҙоҡлоҡто тыйырға тырыша, бының файҙаһына ҡарағанда зарары күберәк буласаҡ. Мөрит бер ҡасан да, тейешле бойороҡ булмаһа, шелтәле нәмәләрҙе бөтөрөү эшенә тотонмаһын.

Һөйләүҙәренсә, Аллаһу Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылып йәшәгән йәштәр йәмәғәте булған, улар үҙ көстәре менән тапҡан хәләл ризыҡ менән генә туҡланған. Иблис уларҙың береһенә лә яҡын килә алмаған, сөнки ул, берәйһенә яҡынайырға теләһә, яна башлаған. Бер ваҡыт, улар бергә йыйылып, Аллаһҡа зекер әйткән саҡта, иблис яҡындағы ике боласы төркөмдө бер-береһенә ҡаршы ҡотортҡан. Тегеләр, ҡанға туҙышып, таяҡтар менән туҡмаша башлай. Аллаһу Тәғәләне зекер итеүсе егеттәр, кешеләрҙе яуызлыҡтан ҡотҡарыу − Аллаһҡа зекер әйтеүгә ҡарағанда хәйерлерәк, сөнки ыҙғыштан аралау улар өсөн файҙалы, тип уйлай. Егеттәрҙең ошолай уйлауы − иблистең маҡсаты була ла инде. Егеттәр Аллаһҡа зекер ҡылыуҙан туҡтап, бер-береһен дөмбәҫләгән ике төркөмдө айыра башлай. Тегеләр иһә, быларҙың үҙҙәренә ташлана. Һөҙөмтәлә, ҡотҡосолар (янъялсылар) хаҡ иман юлындағыларҙы ғибәҙәттән айыра. Ә иблис шул тиклем ҡыуана, сөнки уның төп маҡсаты − Аллаһты зекер итеү мәжлесен боҙоу, таратыу була.

Китаптарҙа яҙылған: бер кеше әүәлге мосолмандарҙың береһенә килеп, гонаһ ҡылыусы күршеһенә зарлана. Ул унан: “Ә һин уның хаҡына берәй төн йоҡламай ғибәҙәт ҡылғаның булдымы?”, − тип һорай. Тегеһе, юҡ, тигәс, ул һүҙен дауам итә: “Ете төн уның хаҡына йоҡлама һәм Аллаһу Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп, уның өсөн яҡшы доға ҡыл. Аллаһ Сөбхәнәһү уға үҙенең рәхмәтен төшөрөр. Әгәр ул һинең ошо ғәмәлдәреңдән һуң тәүбәгә килмәй икән, бел, тимәк, һин унан да түбәнерәкһең. Ул сағында һин үҙеңдең нәфсеңде таҙалау менән шөғөллән”.

Тәҡүәлек

Белегеҙ, тәҡүәлек − ул йөрәгеңдә Аллаһтан башҡа һис ниҙең булмауы. Тәҡүәлектең асыҡ һәм йәшерен яҡтары бар. Асыҡ яғы − шәриғәт ҡуйған сиктәрҙән сыҡмау, ә йәшерен яғы − ниәт һәм ихласлыҡ. Аллаһу Тәғәлә тәҡүәлекте, әхирәт өсөн әҙерләнгән иң кәрәкле мөлкәт, тип атаған. Раббы әйткән (мәғәнәһе): “Мөлкәт әҙерләгеҙ, мөлкәттең иң яҡшыһы − тәҡүә” (“Әл-Бәҡара” сүрәһе, 197-се аят).

Дин ғалимдары: “Тәҡүәлек һымаҡ Әхирәт йөгө юҡ”, − тигән. Улар тәҡүәне (Аллаһтан ҡурҡыуҙы) юғалтҡан йөрәктәрҙе йәлләп илауҙы дөрөҫ, тип иҫәпләгән. Ғалимдар йәнә әйткән: “Әгәр ғалимдың белеме дүрт сифатты үҙ эсенә алмай икән, ундай ғалимды баһаламайҙар һәм белеменә ышанмайҙар, сөнки ул өҫтөндә китап тейәлгән ишәккә оҡшаш. Ул дүрт сифат − Аллаһҡа ҡарата тәҡүәлеге; йөрәгенең заһитлығы, донъянан ситләшеүе; тәкәббер булмайынса кешеләргә ҡарата түбәнселекле булыуы; нәфсе менән көрәшеүе”.

Аллаһ Рәсүленән: “Кешеләрҙе бөтәһенән дә күберәк нимә Ожмахҡа илтә?”, − тип һорағас, ул:”Тәҡүәлек һәм күркәм холоҡ”, − тип яуап бирә. Шунан һуң: “Ә нимә бөтәһенән дә күберәк Тамуҡ утына илтә?”, − тип һорағандар. Ул: “Ике ҡыуышлыҡ: ауыҙ (тел) һәм енси ағза”, − тигән.

Тәүәккүл (Аллаһҡа тапшырып эш башлау)

Тәүәккүлдең асылы

Белегеҙ, тәүәккүл, йәғни, Аллаһҡа ышанып тапшырыу − ул тыныслыҡ булмағанда борсолоу һәм борсолоу юҡта тыныс булыу. Был − тимәк, муллыҡҡа ла, етешһеҙлеккә лә бер төрлө ҡарауың. Бар булмышың менән Аллаһҡа һыйын. Күңелеңдә бер ниндәй шик ҡалдырмайса, яҙмышыңды тулыһынса Уға тапшыр. Шул ваҡытта һинең йөрәгеңдә һис ни боҙа алмаҫлыҡ тыныслыҡ урынлашыр. Әгәр инде Аллаһ һинең иманыңдың камиллығына һәм шәриғәт ҡанундарын дөрөҫ үтәүҙә йөрәгеңә тынғыһыҙлыҡ индергән икән, Аллаһ ҡушмай тороп, йөрәгең тынғылыҡ тапмаясаҡ.

Ғалимдар тәүәккүлдең мәғәнәһен төрлөсә аңлатҡан:

1. Тәүәккүл – тәнең менән Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу, ҡәлбең менән Аллаһҡа бәйле булыу һәм булған ризығыңа ҡәнәғәтлек.

2. Тәүәккүл – нәфсе идара итеүенән баш тартыу.

3. Тәүәккүл − Аллаһу Тәғәлә бирә, тигәнгә ышанып, кешенекенән баш тартыу.

4. Тәүәккүл − бөтә нәмәлә лә, минең өсөн Аллаһу Тәғәлә етә, тип инаныу һәм Уға таяныу.

5. Ябраил фәрештә әйткән: “Тәүәккүл − ул мәхлүктәрҙән ваз кисеү һәм Аллаһ мәхлүктәренең береһе лә һиңә зыян да эшләй алмауын, файҙа ла килтерә алмауын, нимәлер бирә йәки уны алырға ҡамасаулай ҙа алмауын аңлау. Хаҡ тәүәккүл − йөрәктең (ҡәлебтең) Аллаһтан башҡа бар нәмәнән боролоуы”.

Тәүәккүл − ул пәйғәмбәрҙәр сифаты. Күндәмлек менән эйәреү (тәслим) − ул Ибраһим пәйғәмбәрҙең сифаты. Бар нәмәлә Аллаһҡа тапшырып ғәмәл ҡылыу (тәфуыйдҙ) − был Мөхәммәд Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сифаты. Тәүәккүл ҡылыусы кеше әсәһенең күкрәгенән башҡаға үрелмәгән сабыйға оҡшаш. Тәүәккүл ҡылыусы ла бит бары тик бер Раббыһына һыйына.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

Әхмәт Хажи Абдулаевтың “Изгеләр әҙәбе” китабынан

Әлфиә Батталова тәржемәһе,

Ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...