Тәуадуғ. Түбәнселектең билдәләре

Белегеҙ, тәкәбберлек − ул хаҡлыҡты ҡабул итмәү, кешеләрҙе һанға һуҡмау, кәмһетеп ҡарау. Ә түбәнселек билдәһе − хаҡлыҡҡа эйәреү, тәҡәбберлектең булмауы һәм кешеләргә ҡарата йомшаҡ мөнәсәбәттә булыу, кемдән сығыуына ҡарамаҫтан, хәҡиҡәтте ҡабул итеү. Түбәнселеккә шулай уҡ, ярҙам иткәндә − кешеләрҙе айырып ҡарамау, бер кем дә донъя эштәрендә лә, әхирәт өсөн булған эштәрҙә лә һиңә мохтаж түгел, тигәнде аңлау, юғары рухи дәрәжәгә ынтылыуҙан, шулай уҡ, кешеләр араһында һинән насарыраҡ кемдер бар, тигән уйҙан баш тартыу инә.
Элекке тәҡүәлеләр, Пәйғәмбәребеҙ өлгөһөнә эйәреп, бер-береһенә кеселекле булған, һис ниндәй эрелек, тәкәбберлек күрһәтмәгән. Рәсүлуллаһ ауырыуҙың өйөнә барып хәлен белешкән, мәрхүмде ерләшеүҙә ҡатнашҡан, ишәккә менеп йөрөгән, ҡол саҡырғанда ла, янына барған, дөйәһен ашатҡан, иҙән һепергән, кейемен ямаған, һарыҡ һауған, хеҙмәтсеһе менән бергә ултырып ашаған, ул арыған саҡта, уға ярма тартырға ярҙам иткән. Пәйғәмбәр ғаиләһе өсөн әйбер алырға баҙарға барырға оялмаған.
Ул ярлыға ла, байға ла ҡул биргән. Пәйғәмбәр кешеләр иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы еңеләйткән, йомшаҡ холҡо һәм күркәм әҙәбе менән айырылған, һәр кемгә яҡшы мөнәсәбәт һаҡлаған, киң күңелле, яҡты сырайлы булған, йыш йылмайған, әммә ҡысҡырып көлмәгән. Ҡайғырған, әммә йөҙөн һытмаған, тыйнаҡ булған, әммә үҙен кәмһетмәгән, йомарт булған, ләкин исраф ҡылмаған, һиҙгер йөрәкле булған һәм һәр мосолманға мәрхәмәт күрһәткән. Пәйғәмбәр бер ҡасан да ашҡаҙанын тултырғансы ашамаған һәм бер нәмәгә ҡомһоҙланып үрелмәгән.
Ғүмәр ибне Хаттаб шәп атлап йөрөгән һәм: “Былай йөрөү маҡсатыңа тиҙ илтеп еткерә һәм тәкәбберлектән йыраҡ тора”, − тигән. Бер ваҡыт, ул үҙенең йомошо менән ҡайҙалыр барып ҡайтҡас, уға әйтәләр: “Беҙгә ҡушҡан булһаң, үҙебеҙ алып килер инек”. Ә ул: “Мин унда барғанда ла Ғүмәр инем, ҡайтҡанда ла Ғүмәр булдым”, − тип яуап бирә (йәғни бынан уның исеме лә, дәрәжәһе лә үҙгәрмәгән).
Шулай уҡ риүәйәт ителгән: “Зәйд ибне Ҫәбит дөйәгә менгәндә, өҙәңгене тотоп торор өсөн уның янына Ибне Ғәббәс килә. Зәйд уға: “Ҡуй, кәрәкмәй, эй Аллаһ Илсеһенең бабаһының (атаһының ағаһы) улы!” − тигән. Быға яуап итеп, Ибне Ғәббәс : “Беҙгә дин ғалимдарына хеҙмәт итергә ҡушылған”, − тигән. Шул саҡ Зәйд Ибне Ғәббәстең ҡулын үбә һәм әйтә: “Беҙгә Аллаһ Рәсүленең ғаилә ағзаларына хөрмәт күрһәтергә ҡушылған”. Ғүрүә ибне Зөбәйер һөйләгән: “Мин Ғүмәр ибне әл-Хаттабтың яурынында һыу һалынған ауыр һауыт күтәреп килгәнен күрҙем дә өндәштем: “Эй мосолмандар әмире! Һиңә былай килешмәй!”
Ғүмәр: “Миңә төрлө яҡтан вәкилдәр килеп, үҙҙәренең буйһоноуын белдергәс, минең күңелгә ғорурлыҡ һәм тәҡәбберлек тойғоһо үтеп инә башланы. Һәм мин уны һындырырға булдым”, − тип яуап бирҙе. Ул Һыуҙы оло йәштәге ансар ҡатынының өйөнә алып барып бушатты”.
Бер ваҡыт Мәҙинә ҡалаһының әмире Әбү Һөрәйрәнең арҡаһына утын йөкмәп килгәнен күрәләр. Ул үҙе атлай, үҙе туҡтауһыҙ: “Әмиргә юл бирегеҙ!”, − тип ҡабатлай икән. Ибне Ғәббәс әйткән: “Түбәнселек билдәһе − һауыттағы дин ҡәрҙәшеңдән ҡалған эсемлекте эсеп ҡуйыу” Ғүмәр ибне Ғәбделғәзиз үҙенең улына хат яҙған: “Мин һинең балдағыңдың ҡашына мең дирһәмлек ҡиммәтле таш һатып алыуыңды ишеттем. Минең хатты алғас, һин ул балдаҡты һат, аҡсаһына мең кешене ашат. Үҙеңә ике дирһәмгә яңы балдаҡ һатып ал һәм уның ҡашы өсөн ябай ҡытай ташына заказ бир. Ә ташҡа ошо һүҙҙәрҙе яҙып ҡуй: “Аллаһ үҙ нәфсеһенең бәйәһен аңлаған бәндәһен кисерһен”.
Ғүмәр ибне Ғәбделғәзиз мосолмандарға нәсихәт биргәндә, уның өҫтөндә ун ике дирһәмлек кейем була: елән, салма, күлдәк, салбар, күн башалтай һәм баш кейеме. Ибраһим ибне Әҙһәм һөйләгән: “Исламда мин ике тапҡыр ҡыуаныс кисерҙем. Беренсе тапҡыр − карапта бер шаян кеше менән бергә тура килгәндә. Ул: “Төрки ҡалаларында Ислам ҡабул итмәгәндәр менән беҙ шулай эшләй инек”, − тип, минең сәсемдән тотоп һелкетте. Мин ҡыуандым, сөнки карапта минән дә ерәнесерәк кеше юҡ ине. Икенсе ҡабат − мин ауырып киттем, был ваҡытта мәсеттә инем. Мәзин килде лә: “Сығып кит!” − тине, ә мин тора алманым. Шунда ул мине, аяҡтарымдан һөйрәп, мәсеттән сығарып ташланы”.
Тәкәбберҙәр өсөн нәсихәт
Эй мосолмандар, барса нәмә тураһында ла йөрәгегеҙ менән фекер итегеҙ һәм һеҙ бөтә нәмәлә Аллаһу Тәғәләне табырһығыҙ һәм һәр әйберҙе Ул яратҡан икәнен күрерһегеҙ. Нисек инде һеҙ Аллаһ яратҡанды кәмһетәһегеҙ? Аллаһ бар ҡылғанға күҙегеҙ һәм йөрәгегеҙ менән бағығыҙ һәм ҙурлағыҙ. Белегеҙ, мөрит башҡа кешеләрҙә етешһеҙлек күрә икән, ул камиллыҡҡа ирешә алмай. Кешеләрҙең кәмселектәрен күргән мөрит − тәрбиәсегә, уны камиллыҡҡа, фәрештәләр, пәйғәмбәрҙәр һәм әүлиәләр торған баҫҡысҡа ҡәҙәр еткерә торған остазға мохтаж.
Бер ваҡыт шәйех Мөхитдин ибне әл-Ғәрәби менән шундай хәл була. Ул карапҡа ултырғас, ел сыға һәм дауыл (шторм) башлана. Ул: “Эй, күл, тыныслан, һинең өҫтөңдә − ғилем диңгеҙе!” − ти. Уның һүҙҙәренән һуң тулҡындар тына һәм һыуҙан ғәләмәт ҙур йәнлек килеп сыға. Ул шәйехҡа былай ти: “Эй Мөхитдин, мин һиңә бер һорау бирәм, әгәр яуап тапһаң, ғалим булаһың, юҡ икән − һин наҙан”.
“Ниндәй һорау ул?” − тигән Мөхитдин . Йәнлек әйткән: “Әгәр Аллаһ ҡатындың ирен икенсе бер затҡа (кешегә түгел) әүерелдерә икән, ул ҡатындың ғиддә мөҙҙәте күпме: ире үлгән ҡатындыҡы кеүекме, әллә айырылған ҡатындыҡы һымаҡмы (ғиддә − ире үлгәс йәки айырылғас, икенсегә кейәүгә сығырға рөхсәт ителмәгән ваҡыт арауығы)? Шәйех нимә әйтергә лә белмәгән. Шунда йәнлек: “Әгәр мине үҙеңдең шәйехостазың итһәң, мин был һорауҙың яуабын әйтәм”, − тигән. Ғалим риза була, һәм йәнлек яуап бирә: “Әгәр ирҙе йәнле затҡа әүерелдерһәләр, ҡатын ирҙән айырылған саҡтағы ғиддәне үтәй. Әгәр инде йәнһеҙ әйбергә әйләндерһәләр, ғиддә ире үлгән ҡатындыҡы кеүек була”.
Ошо хәлдән һуң Мөхитдиндән ғилемлеге тураһында, үлгәнсе, бер ауыҙ һүҙ ҙә ишетмәйҙәр. Уйлап ҡара, әйтәйек, һин түбәндәге һүҙҙәрҙе әйттең, ти: “Әгәр мин, фәлән кеше эреләнеп китер, тип ҡурҡмаһам, үҙемде уның янында тыйнаҡ, түбәнселекле итеп тотор инем”. Был һүҙҙәрҙә тәкәбберлектең иң юғары кимәле ята. Сөнки һин үҙеңде был ҡәрҙәшеңдән өҫтөн ҡуяһың, шунан һуң, йәнәһе лә, үҙеңде уның кимәленә төшөрәһең. Аллаһты танып-белгәндәрҙең түбәнселеге тәкәбберлектән саф, сөнки улар, үҙҙәренең рухи кимәле кемдән дә булһа юғарыраҡ, тип уйламай.
Пәйғәмбәрҙәр, гонаһтары булмаһа ла, Аллаһу Тәғәләгә, уларҙы иблистән һәм Дәжжәл фетнәһенән яҡлауын һорап, доға ҡылғандар. Ғәли әл-Хаууас әфәнде әйткән: “Дәжжәл фетнәһе – кешеләр уның Аллаһ сифаттарына дәғүә итеүен дөрөҫ тип табыр (уға эйәрер), тип ҡурҡыу”. Хәҙистә әйтелә − Аллаһу Тәғәлә әйткән (мәғәнәһе): “Бөйөклөк һәм өҫтөнлөк − Минең кейемем (йәғни, Раббыға ғына хас булған сифаттар). Кем ошоларҙың береһен минән һалдырып алырға теләй, уны Мин юҡ итәм” (Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында).
ӘЛФИӘ БАТТАЛОВА ТӘРЖЕМӘҺЕ,