Яуызлыҡтың артыуы − ахырызаманға яҡынайыу билгеһе

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ , Ахырызамандың яҡынлашыу билгеләренең береһе − кешеләр араһында яуызлыҡтың артыуы, йәбер-золомдоң таралыуы, тигән. Шуға күрә сабыр булырға кәрәк, сабырлыҡты пәйғәмбәребеҙ ﷺ сәхәбәләренә (улар унан васыят һорағас) васыят итеп ҡалдырған. Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: “Ахырызамандың билдәләре бар”. Сәхәбәләрҙең береһе: “Йә Рәсүлуллаһ ﷺ , уның билдәләре ниндәй?” − тип һораған. Ул: “Мәсеттәрҙә ярамаған тауыш күтәреү (фисҡ) һәм аҙашҡан, боҙоҡ бәндәләрҙең хаҡ мосолмандарҙан өҫтөнлөк алыуы”, − тигән. Шунда бәҙәүиҙәрҙән ( күсмә ғәрәптәрҙән) берәү һорау бирә: “Йә, Рәсүлуллаһ ﷺ , ундай осраҡта мин ни эщләргә тейешмен?”. Пәйғәмбәр ﷺ уға: “Ярамаған ғәмәлдәрҙән баш тарт һәм хәҡиҡәткә таян, һәм өйөңдән сыҡма”, − тип яуап биргән.
Икенсе бер риүәйәттә әйтелгәнсә, Пәйғәмбәрҙән ﷺ берәү һорай: “Йә Аллаһ Рәсүле ﷺ , әгәр әмирҙәр, башлыҡтар, беҙҙе үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙан мәхрүм итеп, үҙҙәренең хоҡуғын үтәүҙе талап итә башлаһа, ул сағында беҙгә нимә эшләргә ҡушырһың?” Пәйғәмбәр ﷺ былай тип яуап бирә: “Уларҙы тыңлағыҙ һәм уларға буйһоноғоҙ. Сөнки, уларға ғәҙеллек өсөн яуаплылыҡ һалынған (ғәҙеллекте тотмаһалар, гонаһы − үҙҙәренә), ә һеҙгә һалынған яуаплылыҡ − уларҙы тыңлау һәм уларға буйһоноу (бының өсөн Аллаһу Тәғәлә һеҙҙе мул әжер менән бүләкләр). Улар һеҙҙән, хатта золомлоҡ менән талап итһәләр ҙә, нимә һорай, бирегеҙ, һәм уларҙан һеҙгә ҡарата үҙ бурыстарын үтәүҙе талап итмәгеҙ. Әгәр хаҡтарығыҙҙы бирмәһәләр, уларға ҡаршы һуғышмағыҙ, ә Аллаһу Тәғәләнән улар һеҙҙән талап иткәндең әжерен һорағыҙ. Һәм уларға үҙҙәренең ҡылған эштәре өсөн, һеҙгә үҙегеҙҙең ҡылған ғәмәлдәрегеҙ өсөн Аллаһтың хисабы булыр”.
Пәйғәмбәр ﷺ иҫкәрткән: ”Һеҙҙең менән шундай әмирҙәр идара итер − улар яҡшы ғәмәлдәр ҙә, шәриғәткә һыймаған эштәр ҙә башҡарыр. Кем уларҙың насар эштәрен кире ҡаға − уларҙың гонаһынан пак булыр. Кем уларҙың яуызлығын күңеле менән ҡабул итмәй − ул да ҡотолор. Әммә, кемдер уларҙың тәртибе менән риза булып, улар артынан эйәрә икән, ул гонаһ ҡылыусылар менән бергә булыр”. Сәхәбәләр һорай: “Ә улар менән һуғышырға кәрәкмәйме?”. Пәйғәмбәр ﷺ яуап бирә: “Юҡ, әгәр намаҙ уҡыһалар. Әгәр намаҙ уҡыһалар!”. Был хәҙистә Пәйғәмбәр ﷺ Ахырызаманға яҡынлашҡан саҡта идара итәсәк хакимдар тураһында хәбәр иткән. Уларҙың ҡайһы бер ҡылған ғәмәлдәре яҡшы, ә ҡайһылары насар булыр. Кем уларҙың шәриғәткә ҡаршы килгән эштәрен теле менән кире ҡаға ала, ул монафиҡлыҡтан (ике йөҙлөлөктән) саф булыр. Кем уларҙың яҙыҡ ғәмәлдәренән күңеле менән риза түгел, ул гонаһтан ҡотолор. А кемдәр уларҙың яуызлығын хуплай һәм улар артынан эйәрә − улар гонаһ ҡылыуҙа ҡатнашыусылар һәм улар язаға лайыҡ. Аллаһ Рәсүле ﷺ шулай уҡ әйткән: “Заман ахырында (Ҡиәмәт көнө алдынан) шундай кешеләр килеп сығыр − уларҙың йөҙө кешенеке, ә йөрәктәре − шайтандыҡы.
Улар кеше ҡанына ҡаныҡҡан ҡоторған бүре һымаҡ, йөрәктәрендә бер ниндәй мәрхәмәт юҡ, улар һәр төрлө әшәкелеккә бара ала. Әгәр һин улар артынан бараһың икән, улар һинең елкәңә атланып ултырасаҡ, әгәр инде улар менән осрашыуҙан ҡасаһың икән, улар һинең турала ғәйбәт таратасаҡ. Әгәр улар һинең менән һөйләшһә − алдаясаҡтар, әгәр уларға ышанып тапшырһаң – хыянат итәсәктәр.Уларҙың балалары − зыян ҡылыусы, уларҙың йәштәре − шайтандың үҙе, уларҙың ҡарттары һине яҡшылыҡҡа өндәмәҫ һәм яуызлыҡтан тыймаҫ. Улар ярҙамында күтәрелергә тырышыу − түбәнлек, ә уларҙың ҡулындағы нәмәне үҙеңдә булдырырға ынтылыу − фәҡирлек. Баҫалҡы кеше улар өсөн − юлдан яҙыусы, нәфсе ҡоло; тоғро һүҙле − шикле; тәҡүәле (саф иманлы) − түбән тәгәрәгән; ә намыҫһыҙ кеше − хөрмәтле. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтен улар зыянлы биҙғәт (яңылыҡ) тип иҫәпләй, ә яңылыҡ индереүҙе Пәйғәмбәрҙең ﷺ сөннәте, тип ҡабул итә. Был ваҡытта араларынан иң насарҙары власты үҙ ҡулдарына алыр һәм хакимлыҡ итер. Шул саҡта уларҙың яҡшыраҡтары Аллаһҡа ялбарып доға ҡылыр, әммә Раббы уларға яуап бирмәҫ” Ниндәй ҙә булһа берәй халыҡ Аллаһу Тәғәлә һәм Уның Рәсүле ﷺ менән килешеүҙе боҙһа, Раббы мотлаҡ уларға мөлкәттәрен тартып алыр өсөн дошман ебәрәсәк.
Уларҙың юлбашсыһы халыҡ менән Аллаһ хөкөмөнә ярашлы идара итмәһә, Ғаләмдәр Хужаһы уларҙы үҙ-ара ҡаты һуғышҡа дусар итәсәк. Пәйғәмбәр ﷺ шуны билдәләп киткән: “Кемдең Тамуҡ утынан йыраҡ булғыһы һәм Ожмахҡа ингеһе килә, үҙенең үлем сәғәтен Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә инанған хәлдә ҡаршылаһын. Һәм кешеләрҙең уға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булыуын теләй, үҙе лә уларға шундай уҡ мөнәсәбәттә булһын”. Әҙәм балаһы ғүмер юлының нисек тамамланырын белмәй: был донъянан иман менән китерме, әллә иманһыҙ килешме. Уның ғүмер ахырының бәхетле йә бәхетһеҙ булырын бары Аллаһу Тәғәлә генә белә. Шулай ҙа, юғарыла әйтелгәндәр: кешенең ҡылған ғәмәлдәре уға, ғүмер аҙағын хәйерле үткәреп, үлемен Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә ышанған хәлдә (иманда) ҡаршы алыуға сәбәп булып тора. Хәҙистә әйтелгәнсә: “Кеше нисек йәшәгән, шул хәлдә үлә. Ҡиәмәт көнөндә һәр бер ҡолдо, ул нисек был донъянан киткән, шул халәттә тергеҙәсәктәр”.
Шуға күрә бәндәгә Аллаһу Тәғәлә тураһында яҡшы фекерҙә булыу фарыз, Аллаһтың уға хәйерле үлем биреүе тураһында уйлап, быға ярҙам итә торған сәбәптәрҙе ҡылырға кәрәк. Шулай уҡ кешеләрҙең уға күрһәткән аламалыҡтарына түҙергә һәм уларҙың уның менән ниндәй мөғәмәләлә булыуын теләй, үҙенә лә улар менән шундай мөғәмәләлә булырға, кешеләргә изгелек ҡылырға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткәнсә: ”Бөтә кеше − Аллаһ тәрбиәһендә, һәм уларҙың Раббы өсөн иң һөйөклөһө − Уның тәрбиәһендәгеләргә файҙалы булғандары”. Шул сәбәпле Пәйғәмбәр ﷺ ундай кешенең Тамуҡ утынан йыраҡ булып, Йәннәткә индерелеүе тәьмин ителер, ‒ ти. Пәйғәмбәр ﷺ шулай уҡ әйткән: “Ике ҙур төркөм үҙ-ара һуғыша башламай тороп, Ҡиәмәт көнө етмәйәсәк. Улар араһында ҙур һуғыш буласаҡ. Ике яҡ та бер үк нәмәгә (Исламға) саҡырасаҡ, һәм һәр ике яҡ та үҙен хаҡ тип иҫәпләйәсәк.
Шулай уҡ үҙҙәрен пәйғәмбәр тип атаған 30 дәжжәл (ялған пәйғәмбәр) килмәй тороп, Хөкөм көнө башланмаҫ. Һәм ысын дини ғилем юҡҡа сыҡмай, ер тетрәүҙәр йышаймай, ваҡыт тиҙерәк үтмәй, фетнәләр сыҡмай, һәр төрлө сыуалыш, үлтерештәр күбәймәй тороп − Ҡиәмәт ҡупмаҫ. Байлыҡтың күбәйеүе арҡаһында бай әҙәм зәкәт, саҙаҡа бирергә кеше тапмаҫ, тапҡан хәлдә лә ул кеше: “Минең мохтажлығым юҡ”, − тип, саҙаҡанан баш тартыр − байлығығыҙ ошо дәрәжәлә артмай тороп, һәм кешеләр бейек йорттар һалыуҙа ярышмай тороп, һәм кеше, икенсе берәүҙең ҡәбере янынан үткәндә: “Их, һинең урында мин булһам ине!” − тип әйтмәй тороп, Ҡиәмәт көнө етмәҫ.
Хәйерлеһе − зыян килгәндә түҙемлек күрһәтеүҙә
Монафиҡ (ике йөҙлө кеше) − күп зарланған, башҡаларға әҙ файҙа килтергән һәм йыш бәхәсләшкән кеше. Әүәлге тәҡүәле заттар уларҙың юлын дауам итеүсе мөриттәренә кешеләрҙең уларға ҡылған яуызлығын түҙемлек менән үткәрергә кәрәклекте васыят итеп әйтеп ҡалдырған. Уларҙың береһе үҙенең уҡыусыһына: “Серәкәй менән саяндың тешләүенә түҙ − башҡаларҙың зыян итеүенә түҙә алырһың”. Бер ваҡыт ул мөриттең серәкәйҙе үлтергәнен күреп ҡала һәм уға әйтә: “Һин нисек Аллаһтың яҡын ҡолдарының юлы − тәриҡәт юлына − баҫырға ынтыла алаһың, әгәр, серәкәй тешләүенә түҙмәй, уны үлтереп, нәфсең теләген ҡандыраһың икән!”.
Шәйехтәрҙән берәү әйткән: “Мөриттең иң ҙур әҙәбе − дин ҡәрҙәштәренә булған ихтирамды һаҡлау, улар менән күркәм мөнәсәбәттә булыу һәм кейем, аҙыҡ һәм аҡсаһының запаста булмауы”. Әүлиә әш-Шибли дауаханала ятҡанда, уның янына бер төркөм кеше килә, һәм ул: “Һеҙ кемдәр?” − тип һорай. Улар әйтә: “Беҙ һине яратҡан кешеләр, хәлеңде белергә килдек”. Быны ишеткәс, ул быларҙы таш менән бәргесләргә керешә, тегеләр ҡаса башлай. Һәм ул былай ти: “Эй һеҙ, ялғансылар, әгәр мине ысынлап яратҡан булһағыҙ, минең һеҙҙе ыҙалауыма түҙер инегеҙ!”. Тағы бер бер әүлиә әйткән: “Әгәр донъяуи хәлдәр өсөн асыуланмаҫҡа булдыра алаһың икән, асыуланма”.
ӘХМӘТ ХАЖИ АБДУЛАЕВТЫҢ
“ИЗГЕЛӘР ӘҘӘБЕ” КИТАБЫНАН
Әлфиә Батталова тәржемәһе,
ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов