Тәкәбберҙәр өсөн нәсихәт

Эй мосолмандар, кешегә хөкөм сығарыуҙан һаҡланығыҙ. Ысынбарлыҡта, Аллаһу Тәғәләнең батша ҡиәфәтендәге ҡолдары булған кеүек, ҡол ҡиәфәтендә йөрөгән батшалары ла бар. Аллаһ йыш ҡына Үҙенең бәндәһенә ҡоллоҡ кейемен кейҙерә (ғүбүдиә) һәм уны Үҙ ҡаршыһында ҡол итә, ләкин башҡалар өсөн ул хаким булып күренә.
Белегеҙ, кем үҙенең нәфсеһен фирғәүендекенән яҡшыраҡ тип уйлай, ул тәкәбберлек күрһәтә. Бары тик нәфсе генә бурысын түләүҙе оҙағыраҡ һуҙа. Иблистән дә ҙурыраҡ дошман юҡ. Үҙеңдең нәфсе-теләктәреңдән дә көслөрәк ҡаршылыҡ күрһәтеүсе юҡ.
Аллаһтың ярҙамын тәкәбберлектән дә нығыраҡ кирегә этәргән нимә юҡ, сөнки ямғыр һыуы бары тик түбән урында ғына йыйыла, ә тау башында түгел. Тәкәббер әҙәмдәрҙең йөрәктәре менән дә шундай уҡ хәл: рәхимлек уларҙың йөрәген ҡалдырып, түбәнселекле булғандарҙың йөрәгенә инә. Шул уҡ ваҡытта тәкәбберҙәр − матур һәм ҡупшы кейенгәндәр түгел, ә хәҡиҡәтте ҡабул итмәгән кешеләр.
Пәйғәмбәр әйткән:
“Тәкәбберлек − ул хаҡлыҡты инҡар итеү”, йәғни унан баш тартыу һәм кешеләрҙе кәмһетеү. Әммә, тәкәбберлек фәҡәт юғары дәрәжәле йәки бай кешеләргә генә хас нәмә, тип уйлама. Ҡайһы саҡ ул кискеһен ашарына булмаған кешелә лә күренә. Тәкәбберлек боҙа, һис тә яҡшыртмай. Сөнки был − Аллаһ мәхлүктәренә ҡарата һауалы мөнәсәбәт.
Бел, залимдар ниндәй генә ерәнгес эш менән шөғөлләнмәһен, һин үҙеңде, уларҙан һәйбәтерәк, тип иҫәпләргә тейеш түгелһең. Әгәр мөрит үҙен эттән йәки себендән яҡшыраҡ тип уйлаһа, ул үҙен юғары кимәлдәге кешеләр (шәйехтәр) камиллығынан мәхрүм итә. Һин гонаһлы кешеләргә, уларҙың, дөрөҫлөктө ҡалдырып, ялғанға эйәреүҙәре һәм Хаҡ Тәғәлә юлынан тайшаныуҙары өсөн, асыулана алаһың.
Бындай хәлдәге нәфрәт Аллаһ хаҡы өсөн нәфрәтләнеү була (йәғни, уларҙы кәмһетеү, хурлау түгел, ә насар ҡылыҡтарына асыуланыу). Сөнки бит был − гонаһ эйәләренең, тәүбәгә килеп, Аллаһҡа мөрәжәғәт итеүе, һәм уларҙың хәле беҙҙекенән яҡшыраҡ булып китеүе ихтимал.
Әш-Шәғәрани үҙенең остазы Ғәли әл-Хаууастан һораған:
“Нисек миңә, алған ғилемдәрем буйынса йәшәгән ғалим кешегә, үҙемде наҙан һәм боҙоҡ бер бәндәнән насарыраҡ, тип иҫәпләргә?”. Остаз былай тип яуап бирә: “Ысынбарлыҡта, кешеләрҙең бер-береһенән өҫтөнлөгө уларҙың асылында (кем булыуында) түгел, сифатында (ниндәй булыуында).
Ғаләмдәр Раббыһының түбәндәге һүҙҙәре хаҡында фекер йөрөтөп ҡара (мәғәнәһе):
“Эй Мөхәммәд әйт, мин дә һеҙҙең кеүек үк кеше, миңә аяттар ебәрелә” (“Әл-Кәһф” сүрәһе, 110-сы аят). Раббы кешеләр менән Пәйғәмбәр араһында, аяттар ҡабул итеү һәм Аллаһу Тәғәләгә бойһоноуҙан, ҡоллоҡ күрһәтеүҙән (әҙәм балаһы тап шуның өсөн яратылған) башҡа, айырма эшләмәгән.
Бынан шул аңлашыла:
Кешеләр бер-береһенән фәҡәт үҙгәрмәй торған, тотороҡло нәмәләрҙә генә айырыла. Ә кешенең белеме һәм хәле үҙгәреп тора”.
Шуға күрә, эй мөслим, һин белемең арҡаһында дәрәжәле булып, һәм шуның арҡаһында үҙеңде наҙандарҙан өҫтөн күрһәң дә, әгәр һине белемеңдән мәхрүм итһәләр, дәрәжәң дә һине ташлап китәсәк. Муса пәйғәмбәр u янында ике кеше үҙҙәренең затлы нәҫелдән булыуҙары менән маҡтаныша икән.
Берәүһе, мин фәлән кешенең улы, ә уның атаһы фәлән булған.., тип туғыҙынсы быуынға тиклем затын һанап сыҡҡан. Шунда Аллаһу Тәғәлә Мусаға үәхи ебәрә: “Әйт уға: “Ырыуыңдың һиңә тиклем килеп киткәндәре барыһы ла Тамуҡта яна, һин улар янына унынсы булып бараһың”.
Белегеҙ, өс төрлө холоҡ тәҡүәлеләрҙең ғәмәле: беренсе − улар мөлкәттәрен мохтаждарға таратырға ярата; икенсе − улар көсһөҙ мосолмандарға ярҙам итергә яраталар; өсөнсө − улар түбәнселекле булыуҙы һәм кешеләрҙең уларға төшөргән ауырлыҡтарын ярата. Әбү Сәғиттән риүәйәт ителгән: Аллаһ Рәсүле әйткән:
“Әр-Рахмандың ғалимдары − түбәнселек һәм күндәмлек эйәһе. Ә хакимдарҙың ғалимдары (йәғни динһеҙ, файҙа алыуҙы ғына көҫәгән) − маһайыу һәм тәккәберлек эйәһе”. Шулай уҡ әйтелгән: “Түбәнселек − ул кешеләр ҡыҙыҡмай торған ниғмәт.
Тәкәбберлек − кешеләрҙә мәрхәмәтлек хисе уятмаған бәлә. Бөйөклөк − түбәнселектә, ә кем уны тәкәбберлектә эҙләй − ул уны бер ҡасан да тапмаясаҡ”.
Пәйғәмбәребеҙ әйткән:
“Кешеләрҙең ҙурлауын теләгән бәндә − үҙенә Тамуҡта урын әҙерләһен”. Элекке тәҡүәлеләрҙән, кешеләрҙе түбәнселекле булыуына ҡарап күтәрергә, тип һүҙ (вәғәҙә) алғандар. Шуға күрә, кем Аллаһу Тәғәләгә һәм кешеләргә нығыраҡ түбәнселекле була, шул кеше бөтәһенә ҡарағанда ла уға асыҡ йөҙ күрһәтеүгә һәм хөрмәткә лайыҡ.
Минең остазым Ғәбделҡадир әл-Джиләни әйткән:
“Мин Аллаһты төнгө намаҙҙарым, көндөҙгө ураҙаларым менән түгел, йомартлыҡ, тыйнаҡлыҡ, ихласлыҡ, Аллаһҡа түбәнселек һәм мохтажлыҡ телендә мөрәжәғәт итеп, Уның рәхмәтен һәм ниғмәттәрен тойоп, һәм нимәлер эшләүҙә үҙемдәге көс-ҡеүәттән баш тартыу юлы менән таныным”. Аллаһу Тәғәлә күндәмлек эйәһенә Үҙенә яҡынайырға мөмкинлек бирә.
Пәйғәмбәр әйткән:
“Аллаһу Тәғәлә кемгә генә Үҙен аса, ул мотлаҡ күндәмләнә”. Әгәр бәндә кемгәлер золомлоҡ ҡыла йәки уның менән даулаша икән, уның Аллаһу Тәғәлә яҡынайтҡан заттарҙан түгел икәнлеге асыҡлана.
Нәсихәт
Белегеҙ, эй мөслимдәр, ысынында, дин − ул нәсихәт, хәҙистә әйтелгәнсә:
“Дин − ул нәсихәт”.
Сәхәбәләр һорай:
“Йә Рәсүлуллаһ, кемгә ҡарата?”
Пәйғәмбәр :
“Аллаһҡа, Уның Китабына, Аллаһ Илсеһенә, мосолмандарҙың имамдарына, етәкселәренә һәм барса мосолмандарға”, − тип яуап бирә.
Нәсихәт биреүсе түбәндәге әхлаҡ ҡағиҙәләрен тоторға тейеш:
- Ихлас ниәт − ниәтте бары тик Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн ҡылырға, билдәлелек яулау йәки асыуҙы баҫыр өсөн түгел.
- Нәсихәтте кешеләр янында түгел, йәшерен генә әйтергә кәрәк, юғиһә, ул фашлау буласаҡ.
- Кешене үпкәләтмәҫ өсөн, һәйбәт итеп, йомшаҡлыҡ менән һөйләшергә кәрәк.
- Аллаһтың асыуына тарымаҫ өсөн, биргән нәсихәтен кеше үҙе үтәргә тейеш.
Раббы әйткән (мәғәнәһе):
“Эй мөьминдәр, ниңә һеҙ үҙегеҙ эшләмәгәнде һөйләйһегеҙ? Үҙегеҙ эшләмәгәнде һөйләүегеҙ Аллаһта нәфрәт тыуҙыра” (Әс-Cафф” сүрәһе, 2-3- сө аяттар).
Иң кәрәкле нәсихәт − үҙеңә нәсихәт биреү, үҙеңде яуызлыҡ ҡапҡаларына керетмәү һәм әүлиәләрҙе инҡар итеп, үҙеңде һәләкәткә илтмәү. Әгәр ул, наҙанлығы арҡаһында, әүлиәләрҙе инҡар итә икән, иң элек уға был өлкәлә тейешле белемгә эйә булыу кәрәк: уларҙың (әүлиәләрҙең) тормошо, нәсихәттәре, ғибәҙәттәре тураһында ысын дин ғалимдары яҙған китаптарҙы уҡыу мотлаҡ. Сөнки бит уға үҙең белмәгәнде инҡар итеү тыйылған.
Аллаһу Тәғәлә әйткән (мәғәнәһе):
“Үҙең белмәгән нәмә артынан эйәрмә: ҡолағыңдан, күҙеңдән, йөрәгеңдән − бөтәһенән дә шул хаҡта һоралыр” (“Әл-Исра” сүрәһе, 36-сы аят). Йәғни, үҙең белмәгәнгә эйәрергә ярамай. Ысынында, Аллаһ һинән oшо ағзаларың менән ҡылған ғәмәлдәрең өсөн яуап һорар. Һөҙөмтәлә, эш өс нәмәгә терәлеп ҡала: нимә һинең өсөн асыҡ аңлашыла, шуға эйәр; нимәнеңдер ялғанлығы асыҡланһа, унан йыраҡлаш; нимәләлер шигең бар икән, уны яҡшы белгән кешегә мөрәжәғәт ит.
Ҡул биреп күрешеү
Белегеҙ, осрашҡанда һәм хушлашҡанда ҡул бирешеү сәхәбәләрҙең ғәҙәтендә булған. Пәйғәмбәребеҙ әйткән:
“Берберегеҙҙең ҡулын ҡыҫығыҙ, ул нәфрәтте ҡыуа”. Аллаһ Илсеһе шулай уҡ әйткән: “Ҡулдан тотоу − сәләмләүҙе (хөрмәтләүҙе) теүәл итә, ә ҡулды ҡыҫҡанда − уңын ҡыҫырға кәрәк”.
Пәйғәмбәрe тағы былай тигән:
“Беренсе булып ҡосаҡлаусы − Ибраһим пәйғәмбәр u булған, уға тиклем кешеләр бер-береһенә, эйелеп йәки сәждә ҡылып, сәләм биргән. Ислам ҡул бирешеүҙе индергән”.
Хәҙистә әйтелә:
“Әгәр ике мосолман осрашҡас, Аллаһҡа маҡтау һәм истиғфар әйтеп (ғәфү итеүен һорап), ҡул биреп күрешә икән, Раббы уларҙың икеһенең дә гонаһтарын кисерер”. Рәсүлуллаһ e әйткән: “Әгәр ике мосолман осрашып, береһе икенсеһенә сәләм бирһә, уларҙың ҡайһыһы иптәшенә алсағыраҡ − шуныһы Аллаһу Тәғәләгә һөйөклөрәк. Улар бер-береһенең ҡулдарын ҡыҫҡандан һуң, Аллаһ улар өҫтөнә йөҙ рәхмәтен төшөрә: шуның туҡһанын − беренсе булып сәләм биреүсегә, ә унауһын икенсеһенә бирә”
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)
ӘХМӘТ ХАЖИ АБДУЛАЕВТЫҢ “ИЗГЕЛӘР ӘҘӘБЕ” КИТАБЫНАН