Сабыр булырға нимә ярҙам итә

Сабыр булырға нимә ярҙам итә

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ күрһәткәнсә, мосолманға сабыр итергә ярҙам итә торған доға-зекерҙәр бар. Ул әйткән: “Кем һәр көн иртәнге намаҙҙан һуң Раббыһына ун маҡтау доғаһы әйтә, ул Аллаһтың ризалығына һәм яҡлауына ирешер.

Уларҙың бишеһе кешенең был донъялағы тормошона ҡағыла, ҡалған бишәүһе − әхирәт тормошона: 1. “Хәсбийаллааһу ли диини” (“Минең динемдә миңә Аллаһ етә”; 2.“Хәсбийаллааһу лимән әһәммәнии” (Мине нимәлер босоғанда, миңә Аллаһ етә.); 3. “Хәсбийаллааһу лимән баға ғәләййә” (“Кем мине йәберләй, уларға ҡаршы торорға минең өсөн Аллаһ етә”) 4. “Хәсбийәллааһу лимән хәсәдәнии” (Кем миңә хөсөтлөк ҡыла, уға ҡаршы торорға минең өсөн Аллаһ етә”); 5. “Хәсбийәллааһу лимән кәәдәнии бисүүин” (“Кем миңә яуызлыҡ ҡылырға яҡынлаша, уға ҡаршы торорға миңә Аллаһ етә”); 6. “Хәсбийәллааһу ғиндәлмәүти” (“Үлем килгәндә миңә Аллаһ етә”); 7. “Хәсбийәллааһу ғиндәл-мәсьәләти фил-ҡабри” (“Ҡәберҙә һорау алғанда, миңә Аллаһ етә”); 8. “Хәсбийәллааһу ғиндәл-мизәни” (“Ҡиәмәт көнөндә ҡылған ғәмәлдәремде мизанға (үлсәүгә) һалғанда минең өсөн Аллаһ етә”); 9. “Хәсбийәллааһу ғиндәс-сыйраати” (“Сират күперен үткәндә, минең өсөн Аллаһ етә”); 10. “Хәсбийәллаааһу ләә иләәһә иллә һүүә ғәләйһи тәүәккәлтү үә һүүә раббүл-ғәршил-ғәҙыйм үә иләйһи үнииб” (“Минең өсөн Аллаһ етә, Унан башҡа илаһ юҡ, һәм тик Уға ғына тәүәккәл ҡылам, Уға ғына өмөт бағлайым, Ул − бөйөк Ғәреш эйәһе һәм мин Уға ҡайтасаҡмын”)”.

Пәйғәмбәр ﷺ ҡудси-хәҙистә Аллаһу Тәғәләнең һүҙҙәрен тапшырған: “Үҙемдең Ҡөҙрәтлегем һәм Бөйөклөгөм менән ант итәм: Минең ҡолдарымдан берәү, ихлас йөрәктән ышанып, Минән ярҙам һорай икән, Мин уға мотлаҡ ярҙам итәсәкмен, хатта ерҙә һәм күктә булғандарҙың барсаһы ла уға ҡаршы насарлыҡ ҡылырға уйлаһалар ҙа”. Әнәс t сәхәбә риүәйәт итеүенсә, Пәйғәмбәрҙең ﷺ иң күп уҡыған доғаһыr түбәндәге булған: “Аллаһүммә әәтинәә фид-дүнйәә хәсәнәтән үә фил-ахирати хәсәнәтән үә ҡыйнәә ғәҙәбән-наар” (Йә Аллаһ, беҙгә был доньяла ла, әхирәттә лә хәйерлеһен (яҡшыһын) бир, һәм беҙҙе Тамуҡ утынан һаҡла!”)”.

Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: “Кем, күңеле тынысһыҙланып, борсолғанда, ҡайғылы сағында “әл-Көрси” аятын һәм “әл-Бәҡара” сүрәһенең һуңғы ике аятын уҡый, уға Аллаһу Тәғәлә ярҙам итер”. Аллаһ Илсеһе ﷺ йәнә әйткән: Мин шундай һүҙҙәр беләм, уларҙы әйткәндән һуң ҡайғылы булған кешегә еңеллек килер. Ул − минең ҡәрҙәшем пәйғәмбәр Юныс ғәләйһис-сәләмдең дөм ҡараңғылыҡ эсендә уҡыған һүҙҙәре: “Ләә иләәһә илләә әнтә, сүбхәәнәкә, иннии күнтү минәҙ-ҙаалимиин” (“Һинән башҡа табынырлыҡ Һиңә тиң зат юҡ. Һине, пак, тип таныйым. Мин үҙемә ҡарата залимдарҙан булғанмын (сөнки халҡыма асыуланып, Һинең рөхсәтеңдән башҡа уны ташлап киткәнмен”)”. Пәйғәмбәр ﷺ асыҡлап үткән: “Юныс пәйғәмбәр u ҙур балыҡ (кит) эсендә булғанда Рабыһына мөрәжәғәт итеп, доға ҡыла: “Ләә иләәһә илләә әнтә, сүбхәәнәкә, иннии күнтү минәҙҙаалимиин”. Аллаһу Тәғәләгә ошо доға менән мөрәжәғәт иткән һәр мосолман, ниндәйҙер ауырлыҡ, можтажлыҡ кисерә икән, Ҡөҙрәтле Аллаһ мотлаҡ яуап бирер”.

Хөкөм итеү – фәҡәт Аллаһҡа ғына хас

Бел, бөтә нәмә Аллаһ хаҡимлығында, кешеләр иһә ябай һындар ғына, Аллаһу Тәғәлә уларҙы, нисек теләй, шулай хәрәкәтләндерә. Ошо хәҡиҡәтте аңлаған кеше уға насарлыҡ эшләгән икенсе берәүгә асыу тотмай, сөнки белә: был ғәмәлдең ысын Хужаһы − Аллаһу Тәғәлә, башҡа бер кем дә түгел. Әүлиәләр солтаны (ҡотб) шәйех Ғәбдел-Үәһһәб әш-Шәғәрани “Әл-минән әл-кубра” китабында яҙған: “Аллаһу Тәғәлә миңә шундай ниғмәт биргән − мин үҙемә уҫаллыҡ ҡылған кешене ғәйепләмәйем һәм уға үҙе һымаҡ уҫаллыҡ менән яуап бирмәйем, ә тиҙерәк уның ҡылығын аҡларлыҡ сәбәп табырға тырышам. Сөнки беләм: әгәр Аллаһу Тәғәлә ҡушмаһа, һәм мин ошо кешенән күргән зыянға торошло гонаһҡа батмаған булһам, бер кем дә миңә теле менән дә ҡылығы менән дә зыян килтерә алмаҫ ине. Йәғни минең иғтибарым Аллаһ тарафынан ихтыяр ителгәнгә йүнәлә, ә кешеләрҙең теләгенә, ҡылығына түгел. Хәл-ваҡиғаларға ошондай ҡараш менән баҡҡан кеше бер ҡасан да үҙенә насарлыҡ ҡылыусыға асыуланмаҫ һәм борсолмаҫ. Сөнки Аллаһу Тәғәлә тәҡдиренә асыуланыу мөмкин түгел. Һиңә уҫаллашҡан кешеләргә ҡарата хатта әрнеү тойғоһоноң да булмауы шунан килә − бөтә нәмә: хәрәкәттәр ҙә, тынлыҡ та −Аллаһ ихтыяры буйынса эшләнә. Йәғни, яуызлыҡ ҡылыусы кеше − ул ябай сыбыртҡы.

Һине сыбыртҡы түгел, ә сыбыртҡы кемдең ҡулында, шул туҡмай. Ә инде Аллаһтың тәҡдиренә ҡарата асыу тойғоһоноң булмауы шунан килә: бөтә нәмәнең дә Барыһын да Белеүсе, үҙенең ҡолдарына әсә кешенең үҙ балаһына ҡарағанда ла рәхимлерәк булған Аллаһу Тәғәләнең ҡушыуы буйынса эшләнеүенә инаныуҙан килә”. Бынан шул асыҡ күренә: һиңә насарлыҡ ҡылыусыға ҡарата нәфрәт тойғоһо, бөтә нәмә кешеләр тарафынан башҡарыла, тип инанған кешелә генә тыуа. Уйлап ҡарағыҙ, гонаһҡа батҡан һәм халыҡ алдында хурлыҡҡа төшкән кешенең ҡ а й ғ ы р ы у ҙ а н , ҡылған гонанһтары өсөн үкенеүҙән йөрәге нисек ө ҙ г ө л ә н ә с ә к . Әммә, әгәр ул ошо хәлдең буласағы Аллаһу Тәғәлә тарафынан ул тыуғанға тиклем үк тәҡдиренә яҙылып ҡуйылғанын белһә һәм шуға инанһа, уның йөрәгенең һыҙлауы кәмейәсәк. Ике донъяла ла Хакимлыҡ итеүсе − Ул Бер, Бөйөктәрҙән Бөйөк Аллаһ ҡына, ошоно аңына һеңдергән кешенең тормошо уң булыр. Быны Ҡиәмәт көнөндә Тамуҡ фәрештәләренең хәле менән сағыштырырға мөмкин. Бит ул көндө, гонаһлы кешеләрҙең өҫтөндәге ябыуҙы (шаршауҙы) алып ташлап, уларҙың бөтә ғәмәлдәре фашланғас, бер кем дә үҙенең ғәйебен Тамуҡ фәрештәләренә япһармаҫ, уларҙы ғәйепләмәҫ. Сөнки ул фәрештәләрҙең фәҡәт Аллаһтың ҡушҡанын үтәүселәр икәнен күрер.

Имам әш-Шәғрани шулай уҡ әйткән: “Аллаһу Тәғәләнең миңә биргән ниғмәттәренең береһе − мин, башҡалар кеүек, миңә теле менәнме, эше менәнме уҫаллыҡ ҡылған кешеләргә асыуланып, уларға ҡаршы төрлө хәйләләр эҙләп, йөрәгемде йонсотмайым. Ҡайһы берәүҙәр, хатта төн йоҡламай, үҙенең дошманынан үс алыу юлын эҙләй, ниндәй ҙә булһа хәйлә уйлап сығарырға маташа”. Ысынында, Аллаһ Үҙ ҡолдарының етешһеҙлектәрен күреп тора, әммә уларҙы йәшерә. Һәм уныңса эшләгәндәрҙе, йәғни башҡаларҙың кәмселеген йәшергән ҡолдарын ярата. Дошманыңа ҡарата мәрхәмәтлек күрһәтеү ҙә, шулай уҡ Аллаһу Тәғәләнән уны ғәфү итеүен һорап, доға ҡылыу ҙа әҙәп ҡанундарынан һанала. Ғәли әлХаууас әйткән: “Кем дә булһа һиңә зыян килтергән йәки халыҡ алдында кәмһеткән икән, был − һиңә Аллаһтың үҙ гонаһтарың тураһында уйларға кәрәклекте иҫкәртеүе. Эште ысын күңелдән үҙеңдең хаталарың, яңылыш аҙымдарың өсөн үкенеп, тәүбә ҡылыуҙан башла. Һине кәмһеткән кешенең етешһеҙлектәре тураһында уйлауҙан баш тарт”. Эй мосолмандар, белегеҙ, әгәр һеҙ Ҡөҙрәт Эйәһе Аллаһтан алыҫлашмаған булһағыҙ, Ул һеҙгә ундайҙарҙы ебәрмәҫ ине.

Сөнки, кем Аллаһҡа яҡын һәм Раббыһының уны күреп торғанын белә, − уға бер кем дә, ен булһынмы, кеше булһынмы, зыян килтерә алмай. Кем бәләгә тарырға йәки кемдәндер зыян күрергә теләмәй икән, гонаһ ҡапҡаларын ябып ҡуйһын. Быға яҙыҡ ғәмәлдәрҙән баш тартып ҡына ирешергә мөмкин. (Ҡайһы саҡ һынау кешегә ҡылған гонаһтары өсөн яза рәүешендә килергә мөмкин. Ҡайһы саҡ уға ғәйеп эштәрен ҡаплау, ғәфү итеү һәм таҙарыныу өсөн ебәрелә. Ә инде ҡайһы берҙә ул Аллаһ ҡаршыһында кешенең рухи торошон, дәрәжәһен күтәреү өсөн бирелә. Һынауҙың яза рәүешендә килеүенең билгеһе − бәндәнең был бәләгә сабырлыҡ күрһәтмәүе. Гонаһтарҙы кисереү өсөн ебәрелгән һынауҙың билгеһе − бәндәнең, дуҫтары һәм күршеләре алдында зарланмай, сабырлыҡ күрһәтеүе. Ә инде бәләнең Аллаһҡа яҡынайтыусы баҫҡыс икәнлегенә билдә − ул ризалыҡ һәм күңел тыныслығы).

Дин ғалимдары әйткән: “... Кем, мине йәберләйҙәр, тип зарлана, уның өсөн иң яҡшы дарыу ‒ йыш тәүбә итеү, Аллаһтан ғәфү һорау. Һәм кем Раббыһының асыуына тарыған, уға ла Аллаһ ҡаршыһында тәүбә итеп, истиғфар ҡылыуҙан да яҡшыраҡ дауа юҡ”. Әйтелгәндәрҙән шул аңлашыла, гонаһ эйәһенең: “Бында минең ғәйеп юҡ, был хәл мин тыуғансы уҡ яҙылып ҡуйылған”. − тигән һүҙе Аллаһу Тәғәләгә ҡарата әҙәпһеҙлек булып тора. Сөнки был һүҙҙәрҙә Аллаһ ҡанундарын боҙоуҙа үҙеңдең ғәйебеңде танырға теләмәү, нәфсе теләктәрен аҡларға тырышыу ята. Шуға күрә дин ғалимдары әйтеп үткән: “Кешеләр һиңә зыян килтерә башлаһа, уларҙың Раббыһына − Аллаһҡа мөрәжәғәт ит. Ысынбарлыҡта, уларҙың эше менән Аллаһ идара итә. Уларға ҡаршы көрәшергә маташма − хәлең ҡалмаҫ, өҫтәүенә, тағы ла ҙурыраҡ зыян күрерһең”.

ӘХМӘТ ХАЖИ АБДУЛАЕВТЫҢ

“ИЗГЕЛӘР ӘҘӘБЕ” КИТАБЫНАН

Әлфиә Батталова тәржемәһе,

ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...