«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе
Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр тураһында ғына һөйләргә күнеккәнбеҙ, ә бит көслө мәҙрәсәләр һәр төбәктә булған. Мәғлүмәт туплай башлаһаң, әллә күпме тарих биттәре асыла! Рубриканың эшен йәнләндереү теләге Башҡортостаныбыҙҙың төнь-яҡ-көнсығышына юлландырҙы.
«1800 йылдың аҙаҡтарында Дыуан районының Арый ауылында «Заһиҙиә» мәҙрәсәһе эшләүе 1906 йылда нәшер ителгән «Полный алфавитный список населенных мест Уфимской губернии» китабында теркәлгән, – тип йыйған мәғлүмәттәре менән бүлеште тыуған яҡты өйрәнеүсе уҡытыусы Флорида Ғайсар ҡыҙы Әхтәмова. – Бынан тыш Арый ауылында 1897 йылда төҙөлгән мәсет, мануфактура лавкаһы ла булған. «Заһиҙиә» төньяҡ-көнсығыш төбәк өсөн ярайһы уҡ ҙур уҡыу йорто булып һаналған. Ул Әнйәк йылғаһының уң яҡ ярында ҙур булмаған бинала урынлашҡан (Бөгөнгө көндә ул урын тәңгәлендә йылға аша күпер һалынған). Ололар һөйләүенсә, мәҙрәсә бинаһы ҡараңғы һәм тәпәш булған. Ул бер үк ваҡытта уҡыу бүлмәһе лә, ашхана ла, йоҡо бүлмәһе лә булып хеҙмәт иткән. Мәҙрәсә ир балалар өсөн тәғәйенләнгән һәм унда күберәген етеш ғаилә балалары уҡыған. Ғәҙәттә ун биш-егерме йәштәге кешеләр 50-60 саҡрым алыҫлыҡтағы ауылдарҙан килеп, айына 5-10 һум аҡса түләп уҡығандар. Уҡыу ғәрәп хәрефтәрен өйрәнеү, һанау, Ҡөрьән аяттарын ятлауҙан торған. Мөғәллимдәр махсус эш хаҡы алмаған, улар шәкерттәрҙән килгән хәйер-саҙаҡа иҫәбенә йәшәгән. Мәҙрәсәлә уҡыу өс йылдан биш йылға тиклем дауам иткән һәм уны тамамлағандар уҡымышлы кеше булып иҫәпләнгән.
1899 йылда мәҙрәсәнең етәксеһе һәм мөғәллиме булып Арый ауылында тыуып үҫкән указлы мулла Ғиниәт Әхмәтшин торған. Архив документтары буйынса Ғиниәт хәҙрәттең өс ҡатыны һәм ун ике балаһы булғаны билдәле. Мәшәрифә исемле ҡыҙы Арый мәҙрәсәһен реформалау буйынса күп эш башҡарған Таһир Байышевҡа кейәүгә бирелә.

Ғиниәт хәҙрәт бик алдынғы ҡарашлы кеше була. Ул, күрше Мәрйәмғол ауылы муллаһы Фәрхетдин Батыршин менән берлектә, 1906 йылда Земство идаралығына мәҙрәсәләге мөғәллимдәрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу маҡсатында, үтенес хаты яҙып һала. Һөҙөмтәлә, донъяуи предметтарҙы уҡытыусы мөғәллимдәргә йылына 144 һум, дин дәрестәре биреүселәргә 60 һум аҡса бүленә башлай.
Граждандар һуғышы осоронда Ғиниәт Әхмәтшин Башҡортостанда Милли-мәҙәни мөхтәриәт (Милли-мәҙәни автономия) ойоштороуҙа ҡатнаша. 1930 йылда кулак мөһөрө һуғылғас, фамилияһын үҙгәртеп, Арый ауылынан 100 км алыҫлыҡта ятҡан Сверловск өлкәһенең Красноуфимск районына күсеп китә. Әммә 1933 йылда суфыйсылыҡ традицияларын дауам итеүселәргә ҡаршы ҡуҙғатылған эш процесында (Дело: «Муридизм на Среднем Урале») тәриҡәт әһеле булған һәм ишандар менән тығыҙ бәйләнештә торған Ғиниәт Әхмәтшин уландары: Абдулла, Абдулхай, Абдрахман, Әүәл, Әхсән, Хәсән ҡыҙҙары, Ғәлиә, Ғәффә, Зәйнәб, Мәнзүмә, Мәйсара, Сәғиҙә менән 1933 йылда Урал өлкәһенең Остяко-Вогульский милли округына биш йылға һөргөнгә оҙатыла.
1907-1909 йылдарҙа «Заһиҙиә» мәҙрәсәһендә уҡытыусы булып Камалетдин мөғәллим, 1910-1914 йылдарҙа Хажи хәҙрәт һәм Ғайса хәҙрәт эшләгәндәр.
Үрҙә телгә алынғанса, «Заһиҙиә» мәҙрәсәһенең ошо осоро унда телсе-ғалим Таһир Байышевтың хеҙмәт юлы башланыуы менән дә әһәмиәтле. Бына уның автобиографияһынан өҙөк: «1905-1906 йылдарҙа, башҡорт ауылдарында йәҙитсә мәктәптәр асыла башлағас, Арый ауылында өс йыл (1906-1909) уҡытыусы булып эшләнем. 1917 йылда батша армияһынан ҡайтҡас, 1920 йылға тиклем «Заһиҙиә» мәҙрәсәһендә, аҙаҡ Арый башланғыс мәктәбендә арифметика, әсә теле, биология физиология фәндәрен уҡыттым».
«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе менән ҡыҙыҡһыныуым бушҡа түгел ине. Унда минең Ғәлим ҡарттайым да белем алған. Был турала уның көндәлектәрендә ошондай иҫтәлектәр яҙылған: «Тыуған ауылымда (Дыуан районы, Иҫке Хәлил ауылы күҙ уңында тотола-ред.) мәҙрәсә ябылғас, 1919 йылда Арый мәҙрәсәһенә уҡырға төштөм. Был мәҙрәсәне Әхмәтшин Ғиниәт исемле кеше тота, һәм унда башлыса кулак һәм мулла балалары ғына белем ала ине. Иң ярлы шәкерттәр икәү генә булды: мин һәм ауылдашым Ҡәрипов Низам. Өйҙән ит, май, шәкәр, сәй һәм хатта бәрәңге алып килергә мөмкинлек булмағас, ҡайнар һыу менән ҡатҡан икмәк кимереп көн күрә инек. Шарттар ҡот осҡос ине: бысраҡ, бет, иҙәндә йоҡлайбыҙ. Көндөҙ нимә кейеп йөрөгән булғанбыҙ, шуны ябынып ятабыҙ. Ғималетдинов Ғилметдин дини дәрестәрҙе алып барҙы, Байышев Таһир – арифметиканан һәм башҡорт теленән уҡытты. Ошо дәрестәр беҙҙең киләсәккә юл асты».
Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, белемгә ынтылыштары ла бик көслө була тиҫтер егеттәрҙең. Низам Ҡәрип Ҡазандағы Татарстан коммунистик университетының журналистика бүлегендә уҡый, Ғәлим Вәлиев Мәскәү ҡалаһында Я. Свердлов исемендәге Бөтә Союз коммунистик ауыл хужалығы университетын тамамлай. 1940-сы йылдар башында төрлө яуаплы урындарҙа эшләп, ярайһы тормош тәжрибәһе туплаған Низам Ҡәрип улы Башҡортостан Яҙыусылар союзын етәкләй, Ғәлим Вәли улы Стәрлебаш районы партия район комитетының I секретаре була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, икеһе лә яуға китә.
112-се Башҡорт атлы дивизияһының 275-се полкында партбюро секретаре булған ҡарттайым – гвардия капитаны Ғәлим Вәлиевҡа – күп һанлы яралар менән булһа ла һуғыштан иҫән-аман әйләнеп ҡайтырға яҙған. Ғүмеренең аҙағынаса ул республика кимәлендәге етәкселектә эшләне, гел алғы сафта булды.
292-се уҡсылар дивизияһының 1009-сы уҡсылар полкы өлкән политругы капитан Низам Ҡәрипов, ҡыҙғанысҡа ҡаршы 1942 йылдың 26 октябрендә Сталинград өсөн барған һуғышта батырҙарса һәләк була.
Әйткәндәй, телсе-ғалим Таһир Байышев та, яҙыусы Низам Ҡәрип тә, дәүләт эшмәкәре Ғәлим Вәлиев та – барыһы ла Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында тыуып үҫкән. Уларҙың барыһының да тамырҙары бер шәжәрә ағасына – Урта Азия тарафтарынан йөҙләгән мөритен эйәртеп, ислам динен таратыу маҡсатында, Әй йылғаһы буйына килеп ултырып, алты ауылды биләгән һарт тоҡомло Ҡуйден улы Саид остазға барып тоташа.
Әлеге ҡыҫҡа ғына мәҡәләлә күпме яҙмыш, күпме тарих биттәре барланды. Халҡыбыҙ күңеленә мәғрифәт орлоғон һалып, ғилем һәм иман нурын сәсеүсе мәҙрәсәләребеҙ тарихын саң-туҙан күммәһә ине. Үткәндәребеҙҙе ентекләп өйрәнеү – яҡты киләсәгебеҙгә юл асыр. Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ, дуҫтар!