«Ауыл егетенә кейәүгә сыҡҡым килмәй!..
Ике юғары белемем менән ауылға килен булып төшөргәме?
Миңә ауылда йәшәгән туғаныбыҙға кейәүгә сығырға тәҡдим итәләр. Егет насар түгел, әммә мин ҡалала үҫкәнмен, ике юғары белемем бар, һәм ниндәйҙер төпкөл ауылда йәшәү теләге миндә бөтөнләй юҡ. Ни өсөн ата-әсәйем быны аңларға теләмәй икән?
Д., Тубыл ҡалаһы
Дин белгесе яуабы
Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ҡатыны Ғәйшә ﷺ аша риүәйәт ителгән билдәле бер хәҙисе бар. Унда былай тиелә: «Ҡатын һайлағанда, тиңегеҙгә иғтибар итегеҙ. Үҙегеҙгә тиң булғандарға өйләнегеҙ һәм ҡыҙҙарығыҙҙы ла үҙҙәренә тиң булғандарға кейәүгә бирегеҙ» (Ибне Мәджәһ, әл-Хәким).
Был хәҙистәге «тиң» тигән һүҙ нимәне аңлата?
Ғалимдар аңлатыуынса, был осраҡта тиңлек, тәү сиратта, диндарлыҡ һәм күркәм әхлаҡи сифаттар буйынса уртаҡлыҡты аңлата. Йәғни, тормош юлдашы итеп дини ҡараштарығыҙҙы уртаҡлашҡан, юғары әхлаҡи сифаттарға эйә булған һәм тормошта ышаныслы терәк була алырлыҡ кешене һайларға кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта тиңлек төшөнсәһе башҡа яҡтарҙы ла үҙ эсенә алырға мөмкин. Мәҫәлән, социаль статус, белем кимәле, аралашҡан мөхит тә мөһим роль уйнай ала. Был өлкәләрҙәге уртаҡлыҡ ғаиләлә гармонияға һәм үҙ-ара аңлашыуға булышлыҡ итә, тәрбиә һәм тормошҡа ҡараштарҙағы айырмалыҡтар арҡаһында килеп сығыуы ихтимал булған бәхәстәрҙе кәметә.
Шуны ла иҫтә тотоу мөһим, тигеҙлек – тормош иптәшен һайлауҙа берҙән-бер шарт түгел. Исламда кешенең өҫтөнлөгө, иң беренсе сиратта, уның тәҡүәлеге менән билдәләнә.
Икенсе хәҙистә былай тиелә: «Әгәр һеҙгә диненә һәм әхлағына риза булырлыҡ кеше ҡыҙ һоратып килһә, уны кейәүгә бирегеҙ. Әгәр улай эшләмәһәгеҙ, ер йөҙөндә фетнә һәм боҙоҡлоҡ таралыр» (әт-Тирмиҙи).
Был хәҙис тә, ҡыҙ өсөн тормош иптәшен һайлағанда, уның дини ҡараштары һәм әхлаҡи сифаттары төп урында торорға тейешлеген раҫлай.
Шулай итеп, был хәҙис никахҡа аҡыл менән, уйлап ҡарап әҙерләнергә саҡыра. Бында рухи яҡынлыҡ беренсе урында тора, әммә тормоштоң башҡа яҡтарын да иҫәпкә алыу зарур.
Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙгә тәҡдим ителгән егетте, ауылда үҫкәне һәм ике юғары белеме булмауы арҡаһында ғына үҙегеҙгә лайыҡ түгел, тип иҫәпләйһегеҙ икән, минеңсә, был яңылыш ҡараш.
Һеҙгә никахта оҙаҡ йылдар татыу ғүмер иткән кешеләр менән кәңәшләшергә һәм хәлдең бөтә яҡтарын ентекләп уйлап ҡарарға кәңәш итәм. Йәки имамға мөрәжәғәт итеп, унан тәүҙә буласаҡ кейәү менән һөйләшеүен, шунан һуң ата-әсәйегеҙ менән фекер алышыуын үтенегеҙ.
Шулай уҡ истихара намаҙы уҡып, Аллаһу Тәғәләнән һеҙҙең өсөн хәйерле булған юлды күрһәтеүен ихлас күңелдән һорай алаһығыҙ.
Психолог яуабы
Психология күҙлегенән ҡарағанда, бәхетле һәм ныҡлы никахтың мөһим шарттарының береһе — тормош ҡиммәттәренең оҡшаш булыуы. Ир менән ҡатындың төп ҡараштары һәм тормошҡа ҡағылышлы принциптары араһында ҙур айырма булмауы бик мөһим.
Бер хәл – ҡыҙҙың, егетте яратып, уның артынан эйәрергә әҙер булыуы. Икенсе хәл – ундай хистәрҙең дә, теләктең дә булмауы.
Беренсе осраҡта, әгәр ире уға ҡарата игелекле, ихтирамлы һәм хәстәрлекле булһа, ҡыҙға яңы шарттарға яраҡлашыу психологик яҡтан еңелерәк буласаҡ. Ә икенсе осраҡта, бер-береһенә өйрәнеү һәм уртаҡ тормош ҡороу күпкә ауырыраҡҡа төшәсәк.
Ата-әсәйегеҙгә аңлатырға кәрәк булған төп фекер тап ошо.
Әммә быны дөрөҫ итеп еткерергә кәрәк. Әгәр һеҙ: «Мин ауыл егетенә кейәүгә сығырға теләмәйем, минең маҡсаттарым күпкә юғарыраҡ», – тип һөйләһәгеҙ, моғайын, еңелеүгә дусар булырһығыҙ. Сөнки был осраҡта ата-әсәйегеҙ һеҙҙең һүҙҙәрегеҙҙә өлгөргән шәхестең етди ҡарашын түгел, ә улар иғтибарға алырға теләмәгән үҫмерҙәрсә кәйефте генә күреүе мөмкин.
Егеткә шәхсән бер ниндәй ҙә дәғүәгеҙ булмауын, уның насар кеше түгеллеген әйтегеҙ. Әммә, һеҙҙең арала хистәр һәм уртаҡ ынтылыштар булмаған осраҡта, киләсәктә уның менән мөнәсәбәттәр ҡороу ауыр буласағын аңлатығыҙ. Юғиһә, ваҡыт үтеү менән, һеҙ үҙегеҙҙең ғүмерегеҙҙә тормошҡа ашыра алмаған мөмкинлектәрегеҙҙә уны ғәйеп итә башлауығыҙ ихтимал.
Егеттең яҡшы сифаттарын һәм өҫтөнлөктәрен кәмһетмәһәгеҙ, ата-әсәйегеҙгә һеҙҙе аңлау еңелерәк буласаҡ.
Иң мөһиме – үҙегеҙҙең дә шәхес икәнегеҙҙе, ата-әсәйегеҙ өсөн яҙмышығыҙҙың ниндәйҙер алыш-биреш предметы булырға тейеш түгеллеген аңлау.
Тағы бер мөһим мәсьәлә бар: туғандар араһындағы никахтарҙың да үҙенә күрә хәүефлектәре була. Мәҫәлән, был ғаиләлә хәлдәр насар яҡҡа үҙгәреп, айырылышыу килеп сыҡһа, ике яҡтың туғандары араһында фетнә, дошманлашыу барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Туған булмаған кешеләрҙең никахында ғаилә эсендәге аңлашылмаусанлыҡтарҙы хәл итеү бер төрлө булһа, ике туған йәки өс туған кешеләр ҡорған ғаиләләге бәхәстәр бөтөнләй икенсе һөҙөмтәләргә килтереүе мөмкин. Бындай осраҡта ир менән ҡатындың үҙ-ара мөнәсәбәттәрендәге ауырлыҡтар бөтә туғандар араһындағы мөнәсәбәттәргә лә йоғонто яһай ала.
Ҡыҫҡаһы, мәсьәләгә етди ҡарағыҙ, үҙегеҙҙең теләктәрегеҙҙе тыныс һәм нигеҙле итеп аңлатығыҙ, артыҡ хис-тойғоларға бирелмәгеҙ. Шул саҡта ата-әсәйегеҙҙең дә һеҙҙе ишетеү мөмкинлеге артыр.
Һорауҙарға дин белгесе Адиль Ибраһимов һәм психолог Алиасхаб Мурзаев яуап бирҙе.
Ләйсән Бәхтиева әҙерләне.