Ирем өйҙә ҡунмай

Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы ла минең елкәлә. Уға нисек үҙемдең хәлемде аңлатырға?

А., Вышний Волочек ҡалаһы.

 

Дин белгесе яуабы

Был осраҡта иптәшегеҙгә бер нимә лә аңлатырға кәрәкмәй, сөнки ул аңлы рәүештә эш итә. Әгәр ҙә ул әсәһе менән өләсәһен ярҙамһыҙ ҡалдырһа, шул саҡта уға нәсихәт кәрәк булыр ине. Ҡайһы саҡта ваҡытлыса икенсе йәки өсөнсө планда булғанға борсолорға кәрәкмәй. Сөнки хәҙерге ваҡытта уның яҡындары иғтибар менән ярҙамға нығыраҡ мохтаж.

Үҙегеҙҙе ирегеҙҙең урынына ҡуйып ҡарағыҙ: әгәр һеҙҙең улығыҙ тик ҡатыны менән генә ваҡыт үткәреп, һеҙҙең турала онотһа, һеҙгә уның ҡылығы оҡшар инеме? Әгәр һеҙ, ирегеҙгә терәк булып, уның менән бергә ҡәйнәгеҙгә ҡунаҡҡа барып, булғанса ярҙам итһәгеҙ, моғайын да, иптәшегеҙ риза булыр, ул ғәмәлегеҙҙе юғары баһалар, тип уйлайым. Шулай уҡ һеҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәт тә яҡшырыр, тип уйлайым, сөнки һеҙ уның эргәһендә буласаҡһығыҙ.

Нисек кенә булмаһын, һәр һорауҙы шәхсән тикшерергә кәрәк. Был хәлдә, иң мөһиме, һәр яҡтың фекерен тыңлап, сәбәптәренә төшөнөү кәрәк. Әгәр ҙә ул, һеҙҙе һәм балаларығыҙҙы ҡалдырып, бар ваҡытын әсәһе һәм өләсәһе менән үткәрә икән, бының сәбәбен аңлау зарур. Шулай ҙа һеҙ иптәшегеҙгә уға әсәһе менән өләсәһен үҙегеҙҙең өйөгөҙгә алып ҡайтырға тәҡдим итә алаһығыҙ.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Һеҙҙең иманығыҙ камил булмаҫ, әгәр һеҙ ҡалғандарға үҙегеҙгә теләгәнде теләмәһәгеҙ» (Әхмәт).

 

Психолог яуабы

Ысынын әйткәндә, бындай һорауҙар ныҡ ҡатмарлы, сөнки унда төрлө тойғолар йыйылған. Бер яҡтан, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәт, икенсе яҡтан, ата-әсәгә булған ихтирам һәм улар алдында яуаплылыҡ.

Ирегеҙҙе, уның яғынан һеҙгә һәм балаларығыҙға иғтибар етмәүҙә ғәйепләү – уны һайлау алдында ҡалдырыуға тиң: «Йә әсәйең, йә беҙ», – тигәнде аңлата. Һәм иң борсоғаны шул, әгәр ирегеҙҙе бындай һайлау алдына ҡуйырға тура килһә, уның һеҙҙең яҡлы булмау ихтималлығы ҙур. Был осраҡта мәсьәлә һеҙҙең һәм балаларығыҙҙың ирегеҙгә кәрәкмәүендә түгел. Эш − әхлаҡта.

Күбеһенсә психик яҡтан сәләмәт кешеләр ярҙамға мохтаж булғандарға өҫтөнлөк бирәләр. Һеҙҙең хәләл ефетегеҙ әлеге хәлдә үҙенең әсәһен, өләсәһен көсһөҙҙәр тип һанай, шуға ла уларға ярҙам күрһәтеүҙе өҫтөн күрә. Ошо сәбәптән үҙен шулай тота.

Тап шуға ла, һеҙҙең яҡтан уға ҡарата булған ғәйепләү, киреһенсә, унда асыу һәм көсөргәнеш тыуҙыра. Был көсөргәнеш һис тә һеҙгә булған мөнәсәбәттең сағылышы түгел, ә уның һайлау алдына ҡуйылыуы менән бәйле эске борсолоуы.

Был ҡатмарлы хәлдән еңел генә сығыу ысулы бар. Әгәр ҙә ирегеҙгә һеҙ уның яҡлы булыуығыҙҙы, уның шундай иғтибарлы ул һәм ейән булғанына һоҡланыуығыҙҙы һәм киләсәктә балаларығыҙҙың да ошондай ихтирамлы булыуын теләүегеҙҙе, әммә, шул уҡ ваҡытта, һеҙгә уның иғтибары һәм ярҙамы етмәүен, уның йылыһына һәм хәстәрлегенә мохтаж икәнегеҙҙе еткерһәгеҙ, барыһы ла үҙ урынына ҡайтасаҡ. Был осраҡта ирегеҙ һайлау алдында тормаясаҡ, ул үҙенең хәлен аңлағандары күрәсәк, һәм артабан, ихтимал, үҙе үк был мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләргә тырышасаҡ.

 

Һорауҙарға дин белгесе Адиль Ибраһимов һәм психолог Алиасхаб Мурзаев һәм яуап бирҙе.

 

Ләйсән Бәхтиева әҙерләне

 

 

 

Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәр! Һеҙҙең иғтибарға яңы рубрика тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы түбәндәге электрон адресҡа ебәрә алаһығыҙ: assalambash876@gmail.com.

Бәйләнеш өсөн телефон: 89613620937

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...