Хәмзә ҡыҙҙары

Баймаҡ районындағы сәфәрҙә таныштым мин Суфия, Зәкиә, Көнһылыу исемле иҫ киткес мөләйем, изге күңелле өс бер туған ханымдар менән. Дөрөҫөрәге, иң өлкәндәре 75 йәшлек Суфия ханымдың тыштан да, эстән дә гөл-сәскәләргә күмелгән йортондағы матур табында осраштыҡ беҙ.
Хужабикәнең маһирлығына хайран ҡалып, тәүҙә күҙҙең яуын алып торған ҡул эштәре менән таныштыҡ: милли кейемдәр, һаҡал, ҡашмау кеүек биҙәүестәр, сигелгән мендәр тыштары, ҡорама юрғандар, ултырғыс япмалары. Баҡтиһәң, һәр биҙәктең үҙ мәғәнәһе бар икән. «Был сергетыш атай кешене сағылдыра. Ир кеше урамда, ҡырҙа эшләй, мал, аҡса таба, ә быныһы – әсәй кешене: өйҙән йылылыҡ тарата, нур бирә. Бына был сергетышты 10 йыл элек эшләгәйнем. Башҡорт аты байрамы беренсе тапҡыр Темәстә 2015 йылда уҡ уҙғарылғайны бит. Ә бына был текә таҡыяны кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар уҡтан атҡанда, һыбай йөрөгәндә кейер булған», – тип ихлас таныштырҙы үҙенең ҡул эштәре менән Суфия ханым.
Затлы тоҡом балалары
«Беҙҙең ҡарт олатайыбыҙ Хам-мат Килмәков 25 йыл батшаға хеҙмәт иткән. Сафура ҡартәсәйебеҙ уның иң өлкән ҡыҙы. Уны 13 йәшендә генә беҙҙең ҡартатайыбыҙға кейәүгә биргәндәр. Улар ике ул, ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Ике улдары ла офицер. Беҙҙең атайыбыҙ Сөләймәнов Хәмзә Йомағужа улы хәрби училище тамамлаған, унан алда Темәс педагогия училищеһында уҡыған кеше ине. Беҙ үҙ әсәйебеҙҙән биш ҡыҙ тороп ҡалдыҡ. Атайыбыҙ икенсе ғаилә ҡорғас, ете ҡыҙ, бер малай бергә үҫтек. Һәр беребеҙ тормошта үҙ юлын тапты. Икенсе Этҡол ауылында йәшәгән Көнһылыу һеңлебеҙ бөгөн Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы. Әсәйҙән өс айлыҡ ҡына булып ҡалһа ла, бирешмәне. Бәләкәйҙән уҡыуға отҡор булды. Һеңлебеҙ ауылда ағинәйҙәр хәрәкәтен дә етәкләй. Зиннәт кейәүебеҙ менән бик матур итеп донъя көтәләр. Биш бала тәрбиләп үҫтерҙеләр», – тип зат-ырыуы менән таныштырҙы Зәкиә ханым. Сөләймәновтарҙың нәҫеле, ысынлап та, ҡотло нәҫел булып сыҡты. Улар араһында ҡала хакимиәте, ауыл хакимиәте башлыҡтары ла, дәүләт эшмәкәрҙәре лә, мәғариф хеҙмәткәрҙәре лә, хатта «Рәсәйҙең атҡаҙанған уйлап табыусыһы» исеменә лайыҡ булған, юғары уҡыу йорттарында эшләгән абруйлы шәхестәре лә бар.
Суфия Хәмзә ҡыҙына «Милләт әсәһе» миҙалы тапшырылған. Һеңлеһе Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына ла лайыҡ булған улар.
Нәҫел ептәрен барлағанда, бигерәк тә Сафура ҡартәсәләрен йылы итеп иҫкә алды булдыҡлы ханымдар: «Ул бер минут та тик ултырманы. Ауылдаштар көлөп: “Сафура инәй йоҡламай бит ул!” – тиер ине. Самауыры урындыҡтан төшмәне, гел генә ҡайнап ултырҙы. Бөтөн ауылға килгән түрәләр, былай кешеләр барыһы ла беҙҙең өйгә төшөр ине. Ауылда ике генә сепаратор булды, шуның береһе беҙҙә ине. Һөт айыртырға, көйәнтәләп һөт күтәреп, хатта сит ауылдан да килә торғайнылар. Мунса ла беҙҙә генә булды. Кешеләр сират буйынса мунса яғып инә торғайны. Етеш, тәрбиәле донъяла үҫтек».
– Һеҙ ҙә өләсәйегеҙгә оҡшап уңған булдығыҙмы?
– Мин уңған түгел. Суфия апайыбыҙ уға оҡшап уңған, – тип көлә Зәкиә ханым.
– Эшлекле булыр өсөн ваҡытыңдың булыуы ла кәрәк бит әле. Мәктәптә күңел биреп эшләһәң, хужалыҡ эштәренә ваҡыт аҙ ҡала. Шулай ҙа мин дә һарауысты, арҡыры яғаны үҙем эшләп алдым, таҫтар сиктем, – ти Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы. – Зөлфиәбеҙ ҙә ҡартәсәй кеүек егәрле була торғайны.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Зөлфиә лә, уҡытыусы булып эшләгән иң өлкәндәре Асия Хәмзә ҡыҙы ла 48 йәштәрендә генә гүр эйәһе булған.
Ҡулдарынан гөл ҡойола!
«Суфия апайыбыҙ беҙҙе туплап, берләштереп тороусы. Кәрәк икән, әрләгән ерҙә әрләп тә ебәрә, кәрәк икән, ярҙам ҡулын да һуҙа Улдарыбыҙ армияға алынһа ла, өгөт-нәсихәттәрен әйтеп, фатихаларын биреп, оҙатып ҡала.
Апайыбыҙҙың ҡулынан килмәгән эш юҡ. Аш-һыуға ла оҫта, ҡул эштәренә лә. Халҡыбыҙҙың кәсептәрен тергеҙеүсе булараҡ, уның тураһында мәғлүмәт Баймаҡ районының энциклопедияһына ла индерелгән», – тинеләр гүзәл ханымдар.
Суфия Әсәнова ҡул эштәре менән районда, баш ҡалала һәм хатта Санкт-Петербургта үткән күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан: «Йәш саҡтан бәйләргә яраттым. Кешеләргә матур итеп ажурлы шәлдәр, дебет шәлдәр, карауат япмаһына селтәрҙәр бәйләнем. Дебет етмәй китһә, йомшаҡ йөндө нәҙек кенә итеп иләп, паутинка бәйләй торғайным. Ике бала менән бер бүлмәле генә йортта торҙоҡ тәүҙә. Ул саҡта ирем Рәфҡәт ферма мөдире, мин һауынсы инем. Төнгө өскә тиклем бәйләм тотоп ултыра торғайным. Иртәнсәк алтыла һыйыр һауырға барырға бит инде... Әле лә шул йоҡо. Кискеһен унда ятам. Дүрттә, дүртенсе яртыла: “Түшәк туҙҙырып, арҡа талдырып, нишләп ятам әле мин?!” – тим дә торам да китәм. Шунан кире йоҡламайым. Эшләмәгән эш ҡалмай өйҙә. Ҡул эше тотмаған кешеләр зерә таҙа торалыр, тип уйлайым мин. Мин, ярар, ҡул эше менән ваҡыт уҙғарам. Улар нимә эшләһен?
41 йәштә алты бала өҫтөнә Әмир ағайығыҙға кейәүгә сыҡтым. Таһир ауылына сәскәләремә тик-лем күсереп алып барҙым. Мал, ҡош-ҡорт күп булғас, тәүҙә КАМАЗ менән күсендек. Өйрәктәрем бәпкә сығарып барҙы йәшник эсендә. Машинаға һыймаған ҡалған ваҡ малды бишекле мотоцикл менән ташып бөттөк.
Ул ауылда мин 26 йыл йәшәнем. Баймаҡҡа яңыраҡ ҡына күсеп килдем. Әлхәмдүлилләһ, бабайымдың (йәне Йәннәттә булһын!) балалары менән ҡатнашып йәшәйбеҙ. Ныҡ яҡын күрәләр, ҡәҙер итеп торалар.
Өсөһө лә – Аллаһ юлында!
«Беҙ бик иманлы, тәҡүәле ғаиләлә үҫтек. Өләсәйебеҙ им-томға шәп булды. Кешеләрҙең теше һыҙлаһа, быуға ултыртып дауалар ине. Малдарға ҡыҙыҡ итеп иң һалғаны иҫтә ҡалған. Иң һалғас, уларҙы ҡырмыҫҡа иләүе өҫтөндә тәгәрләтеп ала торғайны, ҡырмыҫҡалар кеүек үрсегеҙ, тип. Шунан Ҡөрьән аяттарын, доғалар уҡый торғайны.
Мин үҙем, хаҡлы ялға сыҡҡас, өйрәндем Ҡөрьән уҡырға. Иртәнге автобус менән Баймаҡҡа дәрескә киләм дә өстә кире Беренсе Этҡолға ҡайтып китәм.
Тормошта күп һынауҙар аша үттем. Бер нисә тапҡыр йортом янып китте, МХО-ла улым хәбәрһеҙ юғалды. Күп һөнәрҙәр үҙләштерҙем: ашхана мөдире булып та эшләнем, тегенсе, лаборантка, газ операторы ла булдым. Күп төрлө һөнәргә эйә булһам да, ҡайҙа тура килә, шунда йәшәнем, ҡайҙа тура килә, шунда эшләнем. Пенсияға сыҡҡас, өй һалып, ауылға ҡайттым», – ти Зәкиә Сөләймәнова. Йор һүҙле апай шиғыр, хикәйә, әкиәттәр ҙә ижад итә икән. Ул бер нисә китап авторы.
Апалы-һеңлеле бер туғандар барыһы ла намаҙлы булып сыҡты. Барыһы ла «Әс-Сәләм» гәзитен яратып алдыра.
«Мин сүрәләрҙе тегенеп ултырғанда, алдыма ҡуйып ятланым, – ти Суфия Хәмзә ҡыҙы – Таһир ауылында мәсет төҙөп ятабыҙ. Мин казначей булдым. Ауылдағы ун ике ҡатынды йыйып алдым да: “Мәсетебеҙ төҙөлөр ҙә ул, унда кем намаҙ уҡыр?” – тинем. Мәсеттең нигеҙен һала башлау менән намаҙ өйрәнә башланыҡ, доғалар ятланыҡ. Аллаһ Йорто төҙөлгәс, йома намаҙына йөрөнөк. “Мәсеттән ҡайтҡан әбейҙәрҙе индереп сәй эсереү – ҙур сауап”, – тип, йома һайын әхирәттәремде сәйгә алдым, башҡаларҙы ла шуға өйрәттем».
Баймаҡтың күркәм, ипле ағинәйҙәре менән аралашыу миңә рух күтәренкелеге, иман байлығы өҫтәне. Шул арала уңған хужабикәнән бер нисә рецепт яҙып алдым, ай-вайыма ҡуймай, ҡулыма тотторолған бүләк түшәместе ҡосаҡлап ҡайтырға юлландым. Бәҫле ҡулдар һырлап биҙәгән ҡораманың сағыу биҙәктәре йөҙөмә йылмайыу ҡундырҙы. «Ниндәй күркәм ханымдар! Ошолай матур ғына итеп, яҡты күңелле булып олоғайырға яҙһын инде беҙгә лә», – тип теләктәр теләнем.