Бер йәй – мең хәтирә

Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға, Ҡөрьән өйрәнеүгә, төрлө практик күнекмәләр үҙләштереүгә, ижадҡа, аралашыуға һәм әүҙем ялға ҡоролдо.

 

Йәйге клубтың төп маҡсаты – ҡыҙҙар өсөн йылы һәм уңайлы мөхит булдырыу ине. Унда улар яңы белем алыуҙан тыш, каникул көндәрен файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәреп, яңы дуҫтар таба, үҙ һәләттәрен аса һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ала алды.

Программа үҫмер ҡыҙҙарҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлдө. Дини белем һәм Ҡөрьән өйрәнеү практик күнекмәләр, ижади дәрестәр, уйындар, саф һауала ял итеү һәм аралашыу менән бергә алып барылды.

Һәр көндө ҡыҙҙар дин нигеҙҙәренә һәм Ҡөрьән өйрәнеүгә арналған дәрестәрҙән башланы. Уларға Ислам дине нигеҙҙәре тураһында мөһим һәм кәрәкле мәғлүмәттәр аңлайышлы телдә еткерелде. Ҡөрьән өйрәнеүгә, дини ҡиммәттәрҙе аңлауға һәм уларҙы көндәлек тормошта ҡулланыуға айырым иғтибар бирелде.

Дәрестәрҙең маҡсаты бары тик теоретик белем биреү менән генә сикләнмәне. Ҡыҙҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә, фекерҙәре менән уртаҡлаша, мөһим темалар тураһында һөйләшә һәм алған белемдәренең тормоштағы әһәмиәте хаҡында уйлана алды.

Үҫмерлек осоронда йәштәр өсөн үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар тураһында асыҡ һәм ышаныслы мөхиттә һөйләшеү айырыуса мөһим. Шуға күрә клубтағы дәрестәр, белем биреү менән бер рәттән, аралашыу, фекер алышыу һәм рухи яҡтан үҫеү өсөн дә мөмкинлек булды.

Шулай уҡ клубта ҡыҙҙар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Уларҙың һәр береһе көндәлек тормошта кәрәк булған яңы белем һәм практик күнекмәләр биреүгә йүнәлтелде.

Шундай ҡыҙыҡлы дәрестәрҙең береһе фотография нигеҙҙәренә арналды.

Ҡыҙҙар дөрөҫ ракурс һайларға, матур кадр төҙөргә, яҡтылыҡ менән эшләргә һәм тирә-яҡтағы ғәҙәти әйберҙәрҙә лә матурлыҡ күрергә өйрәнде.

Шулай уҡ шәхси гигиена темаһына ла ҙур иғтибар бүленде. Үҫмерлек осоронда үҙ һаулығың һәм таҙалығың тураһында дөрөҫ хәстәрлек күреү, файҙалы ғәҙәттәр булдырыу айырыуса мөһим.

Тағы бер мөһим тема – кейем һайлау. Дәрес барышында ҡыҙҙар тыйнаҡлыҡ, уңайлылыҡ һәм үҙенсәлелек араһында дөрөҫ нисбәт табыу, үҙ стилеңде булдырыу һәм шул уҡ ваҡытта зауыҡ һәм әҙәп сиктәрен һаҡлау тураһында һөйләште. Был тема үҫмерҙәр өсөн айырыуса актуаль, сөнки нәҡ ошо осорҙа улар үҙҙәренең тышҡы ҡиәфәтенә, кейеменә күберәк иғтибар бирә башлай.

Йәйҙе ижадһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Шуға күрә клуб программаһында ҡыҙҙарға үҙ һәләттәрен һәм фантазияларын күрһәтергә мөмкинлек биргән ижади дәрестәргә лә ҙур урын бирелде.

Балалар төрлө биҙәүестәр һәм декор элементтарын яһаны, үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәр барыһында ла ҡыуаныс тыуҙырҙы.

 

 

 

 

 

 

Клуб программаһы төрлө һәм мауыҡтырғыс булһын өсөн, дәрестәрҙән тыш ҡыҙҙар өсөн саф һауала ял итеү һәм әүҙем саралар ҙа ойошторолдо. Ҡыҙҙарҙың паркта йөрөүе лә күңелле мәлдәрҙең береһенә әйләнде. Тәбиғәт ҡосағында саф һауала булыу, аралашыу һәм дәрестәрҙән һуң ял итеү уларға яңы көс тупларға ярҙам итте. Был ваҡыт ҡыҙҙар өсөн иркен аралашыу һәм яҡшы кәйеф менән ваҡыт үткәреү мөмкинлеге булды.

Клубтың иң сағыу сараларының береһе мауыҡтырғыс квест булғандыр. Унда ҡыҙҙар үҙҙәренең зирәклеген, тапҡырлығын ғына түгел, ә команда менән эшләй белеү һәләтен дә күрһәтте. Улар төрлө һорауҙарға яуап биреп, ҡала картаһында йәшерелгән урындарҙы таптылар, бергәләп мәсьәләләр систеләр.

Йәйге клубта шөғөлләнеү ҡыҙҙарға күп ыңғай тәьҫораттар бүләк итте:

Мәҙинә, 12 йәш: «Көн һайын йәйге клубҡа ҙур теләк менән йөрөнөм. Беренсенән, миңә ундағы ҡыҙҙар оҡшаны, улар бик ихлас, һөйкөмлө. Беҙ көн һайын бер-беребеҙ тураһында яңы нәмәләр белдек. Икенсенән, тәрбиәселәр, уҡытыусылар бик хәстәрлекле һәм иғтибарлы. Улар һәр ваҡыт ярҙам иттеләр һәм ҡеүәтләп торҙолар. Дәрестәрҙе лә бик ҡыҙыҡлы итеп үткәрҙеләр. Ысынында, мин был йәйге клубта каникулдың аҙағына тиклем йөрөр инем».

Йәмилә, 15 йәш: «Миңә йәйге клубта ныҡ оҡшаны. Айырыуса Ҡөрьән дәрестәре, доғаларҙы һәм сүрәләрҙе ҡабатлау иҫтә ҡалды. Әҙилә мөғәллимә бик яҡшы һәм ҡыҙыҡлы итеп аңлатты. Йома көнөндәге экскурсия, квест күңелемдә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Тағы ла Башҡортостан Республикаһының Милли музейының экспозициялары менән танышыу, мәсеткә барыу иҫемдә ҡалды. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт».

Самира, 13 йәш: «Клуб бик шәп ойошторолған. Ҡыҙыҡлы дәрестәр, татыу коллектив, төрлө ижади өйгә эштәр, ихлас, алсаҡ уҡытыусылар. Дини яҡтан ғына түгел, башҡа төрлө өлкәләр буйынса ла белемемде камиллаштырҙым. Беҙҙең өсөн ойошторолған йәйге клубтың программаһы шундай ҡыҙыҡлы булыуы бик ҡыуандырҙы. Тик бер генә етешһеҙлеге – төшкә тиклем генә йөрөү минең өсөн бик аҙ булды. Мин бындай клубта көнө буйы ҡалырға ризамын. Киләһе йәйҙе көтөп ҡалам – ҡуна ҡалып ял итә торған клуб ойошторолор, тип өмөтләнәм».

Үҫмерлек осоро – үҙеңде аңлаған һәм ҡабул иткән йәмғиәттә булғы килгән ваҡыт. Йәйге клуб йәш ҡыҙҙарға уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар һәм ҡиммәттәр нигеҙендә аралашырға, яңы дуҫтар табырға һәм үҙҙәрен берҙәм коллективтың бер өлөшө итеп тойорға мөмкинлек бирҙе.

«Бәхет» мәктәбе йәйге клубты ойоштороуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә, ата-әсәләргә, ә иң мөһиме – уның йәш ҡатнашыусыларына ҙур рәхмәт белдерә. Ҡыҙҙарҙың әүҙемлеге, ҡыҙыҡһыныусанлығы, ихласлыҡтары һәм күтәренке кәйефтәре йәйге клубтың һәр көнөн үҙенсәлекле итте.

Алған белемдәре һәм күнекмәләр киләсәктә ҡыҙҙарға файҙа килтерһен, ә ошо йәй тураһында иҫтәлектәр уларҙың күңелендә һәр ваҡыт яҡты һәм йылы хәтирә булып һаҡланһын!

 

Ләйсән Бәхтиева

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...