Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы үткәрелде.

 

Башҡортостандың иң төпкөл ауылдарының береһе ул Ҡаҙырша. Йылайыр районының Хәйбулла менән сигендә урынлашҡан бик боронғо ауыл. 18-се быуатта төҙөлгән иман йорто ауылға йәм бирә. Зифа ҡайындар, шау сәскәле тауҙар уратып алған. Тирә-яғын йәмләп, өс төрлө һыулы өс шишмә аға.

Кәзә ташы һыртында, Сусаҡтау итәгендә, Мәмбәтов хәлфә йортондағы мәктәп беҙҙең белем усағыбыҙ булды. Роза Бәҙәмша ҡыҙы Буканова, Азат Сәлихйән улы Ғәйетов, Мәғәмүрә Сәйфетдин ҡыҙы Ғәйетова, Флүрә Яхъя ҡыҙы Тауылбаевалар уҡытты беҙҙе. Байрам һайын концерт ҡуйҙырып, әкиәттәр сәхнәләштереп, гимнастик күнекмәләр яһатып, күңел биреп эшләнеләр.

Беҙҙең Ҡаҙырша ауылында тормошто яратҡан, хеҙмәт һөйгән, белемгә ынтылған кешеләр йәшәй. «Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын», –тип әйтер ине Зариф ҡартатайым.

Беҙ белә-белгәндән кешеләрҙе үҙенә тартып торған Пәйғәмбәр ташы бар. Кемдәр генә килеп китмәй беҙҙең яҡтарға! Үҙҙәренең зирәк аҡылдары, тойомлау һәләте менән кемдәргә генә ярҙам итмәгән икән Ҡаҙырша аҡһаҡалдары – Игебаев Зариф Саҙиҡ улы, Игебаев Нуретдин Хәсән улы. Тирә-яҡ ауыл ҡарттары дини байрамға беҙҙең ауылға йыйылырҙар ине.

Фатихалы ерҙә тыуып үҫкән һәр бер ауылдашым тырышып донъя көтә. Ниндәй генә эштә булһалар ҙа, ихлас эшләйҙәр, белемгә ынтылалар. Бик күп уҡытыусыларыбыҙ үҫеп сыҡты. Юғары белемле инженер Дауыт Ғәлиулла улы Билалов етәкселегендә күп ауылдашым газ үткәреүсе булып эшләне. Күп ҡыҙҙарыбыҙ ашнаҡсы булып, тәмле аштары менән һөйөндөрҙө. Күп егеттәребеҙ юл төҙөлөшөндә эшләй.

«Күмәк кеше ҡайҙа ынтыла, шунда бар, ҡыҙым», – тиер ине Фәғилә өләсәйем. Эйе, хәҙистәрҙә лә яҙылыуынса, яҡшы ниәт менән кеше йыйылған ергә фәрештәләр туплана. Улар араһында булып, изге ғәмәлдәр ҡылып, сауаплы булып ҡалырға ынтылайыҡ. Еребеҙгә килеп киткән оло ғилем эйәләре, әүлиәләр рухына бағышлап ҡорбандар салынды, аштар бешерелде ауылыбыҙ байрамында. Балалар араһында Ҡөрьән аяттары уҡыу буйынса ярыштар үткәреп, матур бүләктәр таратылды. Аҡыллы, белемле, Аллаһтың доғаларының көсөнә ышанған балалар үҫә, йәштәр тәрбиәләнә. Балаларҙың күп булыуы шатландырҙы. Ҡөрьән аяттары уҡыу бәйгеһендә Ғәле Игебаев, Усман Тауылбаев, Хәнифә Билалова, Алтынбикә Ҡоланбаеваларҙың ейән-ейәнсәрҙәре ҙур маһирлыҡ күрһәтте.

 

 

 

 

 

 

Ҡунаҡ саҡырырға, килгән кешегә оло хөрмәт күрһәтергә яратты ауылдаштарым. Хатта «мал докторы» – ветеринар Әҙеһәмов Әхмәҙей ағай, килһә, аптырап һөйләй торғайны: нимәгә мине оло ҡунаҡ итеп ҡаршы алалар икән, әллә ҡайҙан күреп ҡалып, әйҙүкләп саҡыралар, тиһә: «Килгән кеше ҡыуанып, ризыҡланып, фатихаһын биреп китһен», – тиер ине Зариф ҡартатайым. Эйе, мәшһүр дин әһеле Зәйнулла Рәсүлевтан ғилем алып, волость үҙәге булған Һабыр ауылы мәсетенә эшкә тәғәйенләнгән Әбдрәхим хәҙрәттең улы ине Әхмәҙей ағай. Ауылыбыҙҙан ун биштән ашыу мал табибы үҫеп сыҡты. Күптәре, уңышлы эшләп, үҙ һөнәрҙәренең маһиры булды. Асаинов Рәүеф ҡустым «Башҡортостандың атҡаҙанған ветеринария табибы» исеменә лайыҡ булды. Фатиханың сауабы, доғаның көсөлөр, тип уйлайым.

Көн аяҙ, салт ҡояшлы. Ауылға етә килә иҫтәлектәр ҡуйыра, бер-бер артлы картиналар алмашына. Ниндәй генә осор булмаһын, һәр ваҡыт үҙенә тартып торған көсө бар ауылымдың.

Һуғыштан алда, баҫыуҙар мул уңыш бирә, колхоз полуторка машина менән бүләкләнә. Баймөхәмәт ҡартатайым бригадир булып эшләй. Мәскәүгә ВДНХ-ға саҡырыла, күргәҙмәнең алтын миҙалы менән бүләкләнә. Оҙаҡ йылдар ауылда ете йыллыҡ мәктәп эшләй. Ете класс белемле олатайым Игебаев Шәмсетдин Зариф улы, хаҡлы ялға сыҡҡансы, төрлө урында баш бухгалтер вазифаһын башҡарҙы. Ете класс белем менән! Был бер генә миҫал. Күпме юғары белемле инженерҙар, хәрби летчиктар, балаларыбыҙ араһынан да, ололар араһынан ла ҙур вазифалар биләгән хоҡуҡ һағында тороусы белгестәр үҫеп сыҡты.

Ауылды матур итеп байрамға, ҡунаҡтар ҡаршыларға әҙерләүсе ауылдаш йәштәрҙең, ололарҙың берҙәмлеге һоҡландырҙы. «Тыуған ауылым – Ҡаҙырша» тигән исем аҫтында Интернет селтәрҙәрендә чат булдырып, материал туплаусы апайҙарыбыҙ – Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһынан Рәшиҙә Ғәлиулла ҡыҙы Абдрахманова-Билаловаға, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Бүләкбикә Ғәлиулла ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева-Билаловаға оло рәхмәтлебеҙ. Ауылыбыҙ, тыуған нигеҙебеҙ, тәпәй баҫҡан еребеҙ, ауылдаштарыбыҙ һәр ваҡыт имен, ҡотло булһын. Тыуған ерҙән алған көс йәшәүгә дәрт, рух бирһен. Фатихалы булайыҡ, ауылдаштар!

 

Фәриҙә Әбсәләмова

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...