«Бәхет» бәхетле итте!

«Бәхет» бәхетле итте!

Ислам нигеҙҙәрен өйрәнеүселәр өсөн Ләйсән Бәхтиева етәкләгән «Бәхет» онлайн-мәктәбе 2023 йылда үҙ эшен башлағайны. Башлап өйрәнеүселәр төркөмөндә мәхрадж (ғәрәп өндәренең әйтелешен өйрәнеү), тәжүид, әҙәп, фикһ, пәйғәмбәрҙәр тарихы кеүек дәрестәр уҡытылһа, әҙерлеклеләр төркөмөндә Ҡөрьән уҡыу ҡағиҙәләре тағы ла төплөрәк өйрәнелә. «Онлайн-дәрестәрҙә белем алыусыларҙың географияһы киңәйгәндән-киңәйә бара. Башҡортостан шәкертәренән тыш Мәскәү, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Татарстан тарафтарынан да белем алыусылар бар», – ти Ләйсән Илдар ҡыҙы.

Быйыл онлайн-мәктәпте 47 уҡыусы тамамлаған. Өс йыл дауамында белем эстәп, таныҡлыҡ алған мөслимәләр үҙҙәренең тәьҫораттары менән бик ихлас бүлеште.

 

Әлфиә Хәйретдинова, Ҡырмыҫҡалы районы:

Беҙҙең быуын кешеләренең ғүмер юлының байтаҡ өлөшө Аллаһты инҡар иткән, динде һанламаған ваҡытҡа тура килде. Әммә, Аллаһҡа шөкөр, беҙҙең ғаиләбеҙҙә дини йолаларға ыңғай мөнәсәбәт, Ҡөрьәнгә ихтирам бер ҡасан да һүрелмәне. Ошо яҡтан үҙемдең әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Бала саҡтан уҡ унан доғалар отоп алдым, замандар үҙгәреп, дингә ыңғай ҡараштар барлыҡҡа килеп, Аллаһ йорттары һалынғас, ихлас күңелдән мәсеткә йөрөй башланым, намаҙға баҫтым, ураҙа тотам, әлхәмдүлилләһ. Шул уҡ ваҡытта күңелемдә: «Их, хәреф танып, Ҡөрьәнде ғәрәп яҙмаһында уҡырға ине», – тигән теләк бар ине. Йылдан-йыл был ынтылыш көсәйә барҙы. Үҙ аллы уҡырға ла тырышып ҡараным, тик килеп сыҡманы. Ниһайәт, «Бәхет» онлайн-мәктәбе Ҡөрьән уҡыу һәм ислам нигеҙҙәре буйынса уҡыусылар йыя, тигән иғланды күреп, бәхетемде һынап ҡарау теләге менән уҡырға яҙылдым.

Тәүге йыл, әлбиттә, бик ауыр булды. Үҙеңде беренсе класс балаһылай, йә булмаһа, ҡуйы урман эсендә аҙашып йөрөгән кеүек тойған саҡтар ҙа булды. Дәрестәге мәғлүмәттәрҙе төшөнөп китә алмайынса йонсоном. Сабыр, тыныс, мәрхәмәтле остаздарыбыҙға мең рәхмәтлемен. Улар үҙ-үҙебеҙгә ышанысты арттырҙы, зиһенебеҙҙе байытып, дин серҙәрен, мөһим ҡағиҙәләрҙе үҙләштерергә ярҙам итте.

Икенсе уҡыу йылында уҡыу еңелерәк бирелә башланы. Ҡағиҙәләрҙе лә үҙләштерә, ҡыҫҡа сүрәләрҙе лә арыу ғына уҡый башланыҡ. Һәр аятты еренә еткереп уҡый алыуым аңлатып бөткөһөҙ ҡыуаныс өҫтәне.

Пәйғәмбәрҙәр тарихын өйрәнеү, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең ﷺ тормош юлын, Уның сифаттарын өйрәнеү ҙә бик файҙалы булды. Шулай уҡ фикһ фәне, ислам йолалары бу-йынса Ләйсән Илдар ҡыҙы биргән һабаҡтар донъяға күҙемде нығыраҡ асты, тормошҡа ҡарашымды киңәйтте. Ул һәр бер дәрес темаһын ныҡлап төшөндөрҙө. Ошо рәүешле, һәр бер ваҡиға йәки күренешкә ҡыҙыҡһыныу уятырға өлгәште.

Шулай уҡ Гүзәл Финат ҡыҙы ла Ҡөрьән уҡыу дәрестәрендә шул тиклем сабырлыҡ менән беҙҙе тырышып уҡырға дәртләндерҙе. Ҡайһы бер ауырыраҡ тойолған һүҙҙәрҙе ҡабат-ҡабат әйттереп, телебеҙҙе шымартты.

Уҡытыусыларымдың юғары һөнәри оҫталығы һәм тырышлығы менән хәҙер иркен рәүештә Ҡөрьәнде уҡый алам. Был изге эштәре мең-мең сауап булып үҙҙәренә әйләнеп ҡайтһын, Аллаһу Тәғәлә тарафынан сәләмәтлек насип итһен.

Өс йыл һиҙелмәйенсә үтеп тә китте. Күптән түгел беҙ, «Айша» төркөмө мөслимәләре, «Бәхет» онлайн-мәктәбен тамамлау тураһында сертификат алып ҡыуаныс кисерҙек. Осрашып, остаздарыбыҙ менән бергәләп фотоға төштөк, онотолмаҫ ғүмер миҙгелдәре кисерҙек. Уҡыуыбыҙ тамамланһа ла, күңелем төркөмдәштәрем, уҡытыусыларым менән. Уларҙан һис тә айырылғы килмәй. Киләһе йылдарҙа ла бергә-бергә уҡыуҙы дауам итһәк ине, тим.

 

Гәүһәр Мөхәмәтйәнова, Ҡырмыҫҡалы районы:

«Бәхет» онлайн-мәктәбендә белем алыуым менән үҙемде бик бәхетле тип һанайым. Сөнки ошонда өс йыл дауамында белем алыу миңә бик күп мәғлүмәт бирҙе, күңелемде байытты, тормошҡа яңыса ҡарарға мөмкинселек тыуҙырҙы. Ислам диненең бар асылын, ғәрәп яҙмаһының нескәлектәрен төшөнөп, Ҡөрьән сүрәләрен иркен уҡый алыу мөмкинлегенә эйә булдым. Шулай уҡ пәйғәмбәрҙәр тормошон тулыһынса өйрәнеү ҙә миңә бик оҡшаны. Беҙгә арымай-талмай, ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә белем биргән остаздарыбыҙ Ләйсән ханымға, Гүзәл ханымға, Әлиә ханымға ихлас күңелдән рәхмәтлемен. Уларҙың барыһына ла оҙаҡ йылдар ҡыуаныстар кисереп, рәхмәт һүҙҙәре ишетеп, ихтирам татып йәшәргә, эшләргә насип итһен.

Бергә уҡыған төркөмдәш мөслимәләр, бер туған һымаҡ, бер-беребеҙгә өйрәнеп бөттөк. Бер-беребеҙгә терәк булырға, үҙ-ара ярҙам ҡулы һуҙышырға һәр саҡ әҙер булдыҡ.

Өс йыл бик файҙалы осор, тулы ҡанлы тормош йылдары булды. Ошо осорҙа туплаған белем, бергә уҡыған мөслимәләр, беҙҙе ҡанатландырған остаздарым менән бик ҡәнәғәт һәм бәхетлемен.

 

Римма Йәрмөхәмәтова, Сибай ҡалаһы:

Дини белем алыу еңел генә бирелмәне. Сөнки Ҡөрьән Кәримде ғәрәп телендә уҡыр өсөн ҡағиҙәләр белергә һәм дөрөҫ аңлап уҡырға кәрәк ине. Сит телде өйрәнеү тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ талап итте. Ислам дине әҙәбе, фикһ дәрестәре, Пәйғәмбәрҙәр тарихы һәм һөйөклө Пәйғәбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ сирраһын өйрәнеү йөрәгебеҙҙе биләп алды. Эйе, «Бәхет» онлайн мәктәбе беҙҙе, ысын мәғәнәһендә, бәхетле итте. Шулай уҡ сессия ваҡытында контроль эштәр, имтихандарҙан тыш, бөтә дәрестәр буйынса конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. Былар инде беҙҙе тағы ла нығыраҡ дини белемебеҙҙе камиллаштырырға, тәҡүәле булырға этәргес булды. Беҙҙең заманда өйҙә генә ултырып интернет селтәре аша көслө дини белемле остаздарҙан белем алыу, Хаҡ Тәғәләгә һыйыныу, һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ сөннәтен үтәү – бәхет.

 

Зөлфиә Ханнанова

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...


Хаж ҡылыусыларҙы исламға саҡырыу

Пәйғәмбәрлек килгәндең ун беренсе йылында, хаж ҡылыу мәле еткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Әбүбәкер менән Ғәлиҙең оҙатыуында, хажиҙар туҡталған урынға бара.   Мина яланында ул үҙ-ара бирелеп һөйләшеп ултырған алты кеше эргәһенә килә. Улар Йәсрибтән килгән Хазрадж ырыуы кешеләре булып сыға. Үҙҙәре...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


«Хажда үҙеңде Аллаһ ҡаршыһында итеп тояһың...»

Изге ерҙәрҙә оло хаж ғибәҙәтен имен-аман үтәгән мосолмандар төркөм-төркөм булып тыуған яғына ҡайта башланы. Бөгөн телевидение һәм радио журналисы, йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр изге ерҙәрҙә булып хаж һәм ғөмрә ғәмәлдәрен үтәп ҡайтҡан Морат Нәжип улы Лоҡманов менән ошо оло яуаплылыҡ талап иткән...


Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.   Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар,...