Минең ике тормошом

Минең ике тормошом

Билдәле публицист, журналист Зөһрә Ҡотлогилдина ғәйәт ҙур изге эштәр башҡара. Бер нисә йыл дауамында республикабыҙҙың район-ҡалалары буйлап йөрөп, һуғыш балалары иҫтәлектәрен туплап, дүрт китап әҙерләне. Уның һуңғыһы, «Беҙ – һуғыш балалары», тип аталғаны, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы нәшер ителәсәк.

Бөгөн уҡыусылар иғтибарына Ленинград блокадаһында булған яҡташыбыҙ, дин ҡәрҙәшебеҙ Шәкирә Ҡорманаева-Бикбулатованың иҫтәлектәрен тәҡдим итәбеҙ.

 

 

Инәйем йыл да Ҡөрьән уҡыта ине. Мин шуны тыңлап үҫтем. Аҙаҡтан «Балаҡайым, һәйбәт кенә оҙатһағыҙ ине, Ҡөрьән уҡытһағыҙ ине, ауылға алып ҡайтһағыҙ ине», – тине. Барыһын да ул әйткәнсә эшләнек. Ун биш йыл инәйемә Ҡөрьән уҡыттым.

Үҙемдең дә Ҡөрьән уҡырға өйрәнгем килә ине. Ғүмер буйы шул турала уйлап йөрөнөм. Ул саҡта әлеге шикелле мөмкинлектәр булманы шул.

Бер йылы Бохараға экскурсияға барҙым. Ундағы мәсеттәрҙе күргәс, эсенә инеп йөрөгәс, йәш кешеләрҙең дә намаҙ уҡығанын белгәс, был теләгем тағы ла көсәйҙе. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Ҡөрьән уҡырға өйрәнәсәкмен, тип уйланым. Өфөгә ҡайтҡас, телевизорҙан иғлан ишетеп ҡалдым: Сочи урмындағы китапханала дини дәрестәр алып барыла икән, һәм шунда уҡырға теләүселәрҙе саҡыралар ине.

Йүгерә-атлай барҙым. Ярым-емерек кенә йорттоң бер класында егермеләп кеше ултыра. Ислам нигеҙҙәрен өйрәнгәндәр. Ижекләп Ҡөрьән уҡый башлағандар. Мин өйрәнергә сат йәбештем, күҙгә аҡ-ҡара күренмәне, тиҙерәк өйрәнгем килде. Ҡыуанып, Факиһа апайыма ла шылтыраттым. Бигерәк наҙанбыҙ икән, тип белгәнемде уның менән дә уртаҡлаштым. Үлер алдынан: «Аллаһу Тәғәлә һине Үҙе етәкләп йөрөтә, туғаным, уҡы, өйрән, ташлама», – тине.

Шулай итеп 57 йәштә дингә килдем. Улай тиһәм дә, өйрәнә алмай бер булдым әле, юҡ, минән булмай, тип илар сиккә еттем. Нурия исемле абыстай мине маҡтаған була, күр ҙә тор, өйрәнерһең, ти. Күңелем төшөп ҡайттым. Ятҡанда ла уҡыйым. Ни ғәжәп, Аллаһтың хикмәтелер, иртәгәһенә дәрескә барғайным, уҡыным да киттем. Артабан еңел бирелде.

Беҙ йөрөгән иҫке китапхана емерелде. 54-се мәктәпкә күстек. Уның директоры Сәлимә абыстай дин дәрестәрен уҡытты. Ике йыл шөғөлләндем. Нурмөхәммәт хәҙрәт тә дәрестәр бирҙе. Башҡортостан Республикаһы зыялы мосолмандарҙың төбәк йәмәғәт ойошмаһы ти аталған мосолман мәктәбендә алған белемдәребеҙ буйынса имтихан тапшырҙыҡ. Аҙаҡ беҙгә мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ислам нигеҙҙәрен өйрәтергә хоҡуғыбыҙ булыуы тураһында кенәгә бирелде. Шулай итеп, мин 2000 йылдың декабрендә мосолман мәктәбен тамамланым. Бәлхиә исемле абыстай мине үҙе менән Ҡөрьән мәжлестәренә йөрөтә башланы.

Бер ваҡыт машиналарға запас частәр һатҡан магазинға саҡырҙылар. Күрәһең, сауҙаһы бик уңышлы бармағандыр. Хужаһы Салауат исемле егет ине. Мин хәйер өсөн түгел, ә ихлас күңелдән уҡып йөрөнөм. Ҡөрьән уҡытҡас, был егеттең эштәре бик алға киткән. Хәҙер уның Өфөлә бик күп магазиндары бар икән.

Аллаһ бойорһа, быйыл 90 йәшемде тултырам. Әле лә доғаларҙан айырылғаным юҡ. Мәрхүмдәргә ҡырҡ Йәсин дә сығам. Үҙем яҙып, үткәрмә Йәсин яһап алдым. Шуның аша балаларымды, ейәндәремде, бүләләремде лә үткәрҙем.

Шундай һәйбәт балалар биргәненә көн дә Хоҙайға шөкөр ҡылам. Тормошомда бер кемде лә рәнйетмәҫкә тырыштым. Аллаһу Сөбхәнә үә Тәғәләнән яҡындарым: инәйем Мәрзиә Ноғман ҡыҙы, атайым Ғибәҙулла Хәйбулла улы, апайым Факиһа Ғибәҙулла ҡыҙы, иптәшем Рөстәм Зөфәр улы өсөн ғәфү һорайым. Шөкөр, ике ҡыҙым, ике кейәүем, туғыҙ ейән-ейәнсәр, бүләсәрҙәрем бар.

Бөгөнгө көнөмә шөкөр итәм. Ә бит мин бала саҡта күп ауырлыҡтар күрҙем. Утыҙынсы йылдарҙа ауылдарҙа колхозлаштырыу осоро башланғас, атайымдарҙың да мал-мөлкәтен тарып алғандар, кешеләрҙе ситкә һөргөнгә ебәргәндәр. Шул саҡта атайым Ленинградта йәшәгән Фәтҡулла ағаһы янына сығып киткән. Ул ваҡытта балаларынан апайым ғына булған. Мин 1935 йылдың 11 октябрендә Ленинградта тыуғанмын.

Һуғыш башланғас, күптәр тыуған яҡтарына ҡайтты. Атайым ҡуҙғалманы. Тиҙҙән ҡала блокадала ҡалды. Икмәкте карточка менән генә бирҙеләр. Немецтар көн дә ҡаланы бомбаға тота. Тышҡа сығырлыҡ та түгел. Халыҡ аслыҡтан интекте, үлеүселәр күп булды. Атайым да заводтан ауырып ҡайтты ла башҡа эшкә бара алманы. Апайым ҡала ситенә оборона эштәренә йөрөнө. Һыуға элек Нева йылғаһына йөрөй инек, хәҙер урамдан ҡар керетеп, шуны иретеп эстек. Инәйемдең карточкаға алған икмәген хулигандар тартып алып ҡасҡан. Илап ҡайтты. Өйҙә ашарға бер нәмә лә юҡ. Ҡайҙандыр ҡатҡан елем табып, шуны һыуҙа ҡайнатып эсерҙе. Өйҙә һыуыҡ. Ут юҡ. Тәҙрәнән ут күренһә, немец бомба ташлай. Әсәй тәҙрәне одеял менән ҡаплап ҡуйҙы. Күсеп киткән күршеләрҙең өҫтәл, ултырғыстарын алып яғып әҙерәк йылынабыҙ. Урам тулы үлектәр. Йыйып алып китергә өлгөрмәйҙәр. Беҙҙең йорттоң аҫҡы ҡатында үлектәрҙе йыйҙылар. Бер көндө атайыбыҙ ҙа мәңгелеккә күҙен йомдо. Көн дә: «Һеҙҙә үлектәр юҡмы?» – тип һорап йөрөгән кешеләргә атайымдың үлеме хаҡында әйтмәҫкә ҡушты инәй. Шулай итеп, өс көн уның карточкаһына ла икмәк алып ашаныҡ.

Бер көндө апайым ҡайты ла эвакуация менән тыуған яҡҡа ҡайтырға рөхсәт итеүҙәре хаҡында әйтте. Ул көн буйына документтар артынан йөрөнө. Беҙ санаға өҫтәл таҡтаһын бәйләп, әйберҙәребеҙҙе тейәнек. Эвакобаза ҡаланың икенсе ситендә ине. Иртән сығып киткәйнек, кискә саҡ барып еттек. Ас булғас, атларға ла хәл юҡ. Мин биш йәштәмен. Мине санаға әйберҙәр араһына һөйәп ултыртып ҡуйҙылар, тик кәүҙәмде тота алмайым, йығылам да китәм, йығылам да китәм. Инәйем санаға тотоноп саҡ атлап килә.

Эвакопунктҡа килеп еткәс, беҙгә ҡарабойҙай бутҡаһы менән сосиска бирҙеләр. Ундай ризыҡты күреп өйрәнмәгәс, беҙ аптырап киттек. Ас кешеләрҙең эсенә килешмәне ул, әсәй эсен тотто, минеке кире сыҡты.

Төндә йөк машинаһына ултыртып, ике икмәк, бер плиткә шоколад биреп оҙаттылар. Ладога күле аша сыҡҡанда, немец самолеттары бомба яуҙыра башланы. Береһе беҙҙән алдағы машинаға эләкте, ул кешеләре менән һыу төбөнә китте. Шунда бер ҡатын юрғанға төрөлгән балаһын боҙ өҫтөнә һалып өлгөрҙө лә: «Баламды ҡотҡарығыҙ!» – тип ҡысҡырҙы. Беҙҙең машинанан бер ир, төшөп, боҙ фонтаны эсенән баланы алып өлгөрҙө. Немецтар аҫтан ғына осоп, хахылдап көлөп, үс алғандарына ҡыуанып, кире киттеләр.

Беҙ шулай саҡ ҡоро ергә сығып, поездға ултырып, айҙар буйына тыуған ауылыбыҙға ҡайтып төштөк. Туғандар беҙҙе шунда уҡ мунса индереп, беттәрҙән таҙартып алды, йылы кейемдәрен бирҙе. Аҙаҡ Өфөгә килеп урынлаштыҡ. Шулай йәшәп киттек.

Һуғыштан һуң да оҙаҡ ҡына еңел булманы бит тормош. Шөкөр, барыһына ла түҙҙек. Тик бөгөн дә илдә тыныслыҡ булмауы күңелде әрнетә. Тиҙерәк туҡталһын инде был һуғыштар. Көн дә Хоҙайҙан һорап, доғалар уҡыйым. Фатирымдың бөтә бүлмәләренә лә доғалар яҙып эленгән. Ишектән ингәс тә, аш бүлмәһендә лә, залда ла, йоҡо бүлмәһендә лә үҙем күсереп яҙған доғалар тора.

Ҡала етәкселәре лә, республика башлығы ла һуғыш балаларын онотмай. Еңеү көнөндә парадтарға саҡыра, байрамдарҙа ҡотлап торалар. Ветерандарҙы онотмағандары өсөн рәхмәт. Ленинград блокадаһында булғандарҙың ойошмалары бар. Мәктәптәргә уҡыусылар алдында сығыш яһарға саҡырып алалар. Уларға ғибрәт өсөн 125 грамм блокада икмәген алып барып күрһәтәм. Бәләкәй генә бер киҫәк икмәк. Үҙе ҡап-ҡара. Унда нимә генә юҡтыр инде, икмәк тәме лә килмәй ине. Ул көндәрҙе балаларыбыҙҙың балалары күрмәһен!

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы яҡынлашҡан мәлдә үткәндәр йышыраҡ иҫкә төшә. Илдәр имен булһа, бөтәһе лә яҡшы булыр, Ин шәә Аллаһ.

 

Зөһрә Ҡотлогилдина,

Өфө ҡалаһы

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...