Мөхәмәтйән хәҙрәт

Мөхәмәтйән хәҙрәт

Мөхәмәтйән хәҙрәт

Иғтибар! Яңы рубрика! Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар! Һеҙҙең өйҙәрегеҙҙә һарғайып бөткән фотоһүрәттәр һаҡланыуы бар. Элек иғтибар бирмәһәгеҙ ҙә, олораҡ быуындан һорашығыҙ, бәлки, динебеҙгә, рухиәтебеҙгә ҡағылышлы әллә күпме тарихты бәйән итәлер был фотолар. Шулай була ҡалһа, гәзит биттәрендә иҫтәлектәрегеҙ менән бүлешергә саҡырабыҙ.

 

Бөгөнгө фотоһүрәттә алғы рәттә (һулда) Учалы районы Сәфәр ауылында йәшәүсе Мөхәмәткәрим мулла, уның эргәһендә улы Мөхәмәтйән имам, йәш ҡатыны Һәҙиә улы Масһар менән, Зәкиә ҡыҙы. Артҡы рәттә Әхмәтфәрит, Мөхәмәтйәндең оло ҡатыны – Бибинәзифә, улы Мирғәзиз һүрәтләнгән.

Мөхәмәткәрим бай етеш йәшәй. Революциянан һуң, билдәле сәбәптәр менән, унан таралған ир заттары, бөтәһе лә тиерлек, ҡайһыһы Үзбәкстанға, ҡайһыһы Ҡаҙағстанға күсеп китә. Һәм улар һыуға төшкәндәй юғала. Шуларҙың береһе Мөхәмәтйән хәҙрәт тураһында бөгөнгө һүҙебеҙ.

Мулла малайы Мөхәмәтйән бала саҡтан отҡор, теремек, бөтә нимә менән дә ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә. Белемде ул тәүҙә атаһынан һәм Әхмәтйән Ғабулсаттар имамда ала.

Мөхәммәткәрим хәҙрәт улын уҡытырға тырыша һәм уны Троицкиҙа билдәле булған Әхмәт хажи Рахманҡоловтың мәҙрәсәһенә урынлаштыра. Тиҙҙән алдынғылыҡҡа ынтылған шәкерт уҡыуын маҡтаулы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә дауам итә.

Шәкерттәр йыйнап уҡытырға рөхсәт ҡағыҙы (шәһәҙәтнамә) алғас та, тыуған ауылына ҡайта. Башҡортостандың милли архив документтарында күренеүенсә, белемле Мөхәмәтйән хәҙрәтте 1905 йылдың 7 ғинуарынан Сәфәр ауылының үрге яҡтағы беренсе мәсеткә имам һәм мөғәллим итеп тәғәйенләйҙәр.

Мөхәмәтйән мулланың өс ҡатыны була. Тәүгеһенә Троицкиҙа уҡығанда өйләнә. Ҡатыны Ғәфифә Мөхәмәтлатиф ҡыҙы 1903 йылдың 12 октябрендә Фәтихә исемле ҡыҙ таба. Әммә Ғәфифәнең ғүмере ҡыҫҡа була. Тарихи мет-рика кенәгәһендә күренеүенсә, 25 йәшлек Мөхәмәтйән мулла икенсегә Бибинәзифә исемле тол ҡатынға өйләнә. Ул Сәфәр ауылының Зәйнулла Ниғмәтулла улының ҡыҙы була. Никахты ҡуяндар яғындағы мәсеттең имамы Әхмәтйән Мөхәмәтғариф хәҙрәт уҡый. 1906 йылда уларҙың Мөбәрәкйән исемле малайҙары тыуа, тик ул оҙаҡ йәшәмәй. Шул уҡ йылда ауырып үлеп ҡала. 1907 йылда Мирғәзиз тыуа. 1910 йылда тыуған Фәхрибанат исемле ҡыҙҙары ла 1912 йылда мәрхүмә була. 1909 йылда Әхмәтфәрит тыуа, Әнүәр улдары 1914 йылғы.

Өсөнсө ҡатыны ла Сәфәр ауылының Абдулғәли мәзиндең ҡыҙы Һәҙиә исемле була. Ул 1888 йылда тыуған. Уларҙан 1912 йылдың 19 сентябрендә Зәкиә исемле ҡыҙҙары, 1917 йылдың 2 ғинуарында Жәүит (күп тә үтмәй мәрхүм була), 1922 йылдың 20 февралендә Тәлғәт, 1924 йылда Масһар исемле улдары тыуа. Мөхәмәтйән хәҙрәт ике ҡатын менән йәшәй. Өйө иркен, ҙур була уның.

Октябрь революцияһынан һуң Сәфәр ауылындағы ике мәсеттең дә манаралары бысылып төшөрөлә. Ҡуяндар яғындағы икенсе мәсетте ҡутарып клуб итеп күсереп һалалар. Ә беренсе үрге яҡтағы мәсетте мәктәп итәләр. Мөхәмәтйән хәҙрәткә, , үҙе эшләгән мәсет мәктәп итеп күсерелгәс тә, Троицкиҙа уҡыған дәүерендә алған яңыса белемен файҙаланып, ололарҙы ла, балаларҙы ла уҡытырға рөхсәт итәләр. Уның үҙенә күрә магазины ла була.

1929-1930 йылдарҙа коллективлаштырыу компанияһы башланыу менән муллаларға, бигерәк тә хәлле йәшәгәндәргә, һунар киҫкен характер ала. Мөхәмәтйән хәҙрәттең өйөн тартып алалар. Өйөндәге бар әйберен, шәхси милкен тейәп алып сығалар. Оҙаҡ йылдар өйө сельпо контораһы һәм бер ҙур бүлмәһе магазин булып хеҙмәт итә. Әйткәндәй, был йорт әле лә ауылдың үрге яғында ташландыҡ хәлдә тора. Ҡулдан һалынған ҙур таш келәте лә Мөхәмәтйән мулланың һәм мөғәллимдең егәрле, эшһөйәр хужа булыуы тураһында һөйләй. Уларҙың ауыр хәлдәрен күргән көнсөл әҙәмдәр шатлыҡ кисерһә, изге күңелле кешеләр бер нимәнән дә ҡурҡмай уға ярҙамға ашыға. Ауыл советында секретарь вазифаһын алып барған Ғәзим Мортазин йәшеренеп кенә килеп, Мөхәмәтйән муллаға:

– Һеҙҙе бөгөн төндә алып китергә киләләр, балаларыңды йәшер, үҙегеҙ ҙә ауылдан сығып китеү яйын ҡарағыҙ, – тип белдереп китә.

Шундай ҡатмарлы ваҡытта Мөхәмәтйән муллаға ярҙам итеүсе оло йөрәкле кешеләр ҙә табыла. Илсе ауылы муллаһы (исеме билдәһеҙ) менән икеһенең ғаиләһен, Сәфәрҙән Ғилман исемле, Илсенән Таһир тигән изге күңелле уҙамандар, ҡасырып, Ҡостанайға тиклем оҙатып ҡуялар.

Оло, билдәһеҙ юлға әҙерләнгән Мөхәмәтйән мулла, Һәҙиәһен өс балаһы менән ҡаршыһына ултыртып:

 – Аллаһ бойорһа, мөмкинлек булыу менән, мин һеҙҙе килеп алырмын. Донъялар гел былай боларып тормаҫ, бәлки, күп тә үтмәй, үҙебеҙ ҙә ҡайтып төшөрбөҙ. Бибинәзифәнең бәпәй табырға ваҡыты етеп килә, Әхмәтфәриттең дә ҡатыны Ғәлимә килен ауырлы, Әнеүәрҙе лә ҡалдырмайым, уларҙы ла ғәйепһеҙгә алып китеүҙәре ихтимал, йәштәре еткән. Ә һиңә, Һәҙиә, теймәҫтәр. Тәлғәт менән Масһар бәләкәй әле. Һеҙҙең йәшәргә өйөгөҙ ҙә, байлығығыҙ ҙа ҡалманы. Зәкиәне оҙаҡламай Ахун ауылынан мулла Мөхәмәтйән, һоратып киләм, тине. Шуға әҙер тор. Һәҙиә, һин йәшһең, шәп, егәрлеһең. бирешмәҫһең. Малайҙарҙы юҡҡа-барға ҡыйырһытырға бирмә, – ти.

Мөхәмәтйән мулланың өйөн тартып алғас, улар Денислам ағаһының өйөнә күсеп сыҡҡан булалар.

 – И-и-и-их! Землянканы эшләп бөтөрөргә өлгөрмәнем. Нисек кенә ауыр булмаһын, тиҙерәк эшләп бөтөрөргә тырышығыҙ. Денислам ағайымдың өйө ҙур булһа ла, уның ғаиләһендә үҙҙәре күмәк. Хоҙай насип итһә, оҙаҡ та үтмәҫ – күрешербеҙ, Алла бойорһа, – тип, күҙҙәренә йәш алып, малайҙарын, ҡатынын ҡосаҡлап, ашығып сығып китә.

Шул көнө таңдан уны алып китергә килгәндәрендә, уларҙан елдәр иҫкән була. Һәҙиә өс балаһы менән, төҙөлөп бөтмәгән баҙ өйө эргәһендә әрнеп илап тороп ҡала. Әлбиттә, улар землянканың эшен бөтөрөп, төҙөп күсеп сығалар. Малайҙар ҙурая биргәс, бик ҙур булмаған өй ҙә һалып шатланалар. Тик аталары, оҙаҡламай килеп алам тиһә лә, уларҙан бер ниндәй ҙә хәбәр ҙә, өн дә, тын да булмай. Әйтерһең дә, улар һыу төбөнә төшөп юғала. Ғүмер аҡҡан һыу менән бер, ти халыҡ. Кешеләрҙең яҙмышы менән ҡыҙыҡһына башлаһаң, уларҙың тормоштары китап итеп яҙырлыҡ бит, тип уйлайһың. Мөхәмәтйән хәҙрәттең вариҫтарының да яҙмышы ҡатлы-ҡатлы, әммә был турала икенсе юлы дауам итербеҙ.

 

 

Әҡлимә Сафина,

Учалы районы

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әйтегеҙ әле, зинһар: ҡатынына «атайың менән әсәйеңдән алып китәм дә, улар менән аралашмаясаҡһың» тигән шарт ҡуйған ир кешегә уның хаҡ түгеллеген һәм был осраҡта ундай шарттың ҡуйылмаҫҡа тейешлеген нисек аңлатырға? Ирегеҙҙең һеҙгә, атай-әсәйең менән аралашма, тип шарт ҡуйыуы дөрөҫ...


Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.   Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар,...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...