САЛАУАТ ЮЛАЕВ ХАҠЫНДА РИҮӘЙӘТТӘР

САЛАУАТ ЮЛАЕВ ХАҠЫНДА РИҮӘЙӘТТӘР

САЛАУАТ ЮЛАЕВ ХАҠЫНДА РИҮӘЙӘТТӘР

1998 йылдан алып РФА ӨҒТҮ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән дәүерҙә, фольклор материалдарын йыйыу өсөн ғилми экспедиция һәм командировкалар ваҡытында милли батырыбыҙ Салауат Юлаев тураһында күп риүәйәттәр яҙып алынды. Халҡыбыҙҙың аҫыл улына ҡағылышлы тарихтарҙы әле лә ишетергә тура килә. Салауат һәр башҡорттоң күңелендә йәшәүен дауам итә. Ошо риүәйәттәрҙең ҡайһы берен гәзит уҡыусылары иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.

 

Юлайға һыу ҡыҙының әйткәне

2003 йылда Ҡыйғы р-ны Сағыр (Сутыш) ауылында Абдулйән Мөхәмәтйән улы Мөхә-мәтйәновтан (1904 йылғы, һуғыш ветераны)

Бер ваҡыт, иртә таң менән, Юлай, йүгән тотоп, туғайға атҡа китеп ултырған. Ҡуйы томан төшкән саҡ икән. Һыу буйына етәрәк томан эсенән бер ҡыҙҙы шәйләп ҡала. Һыу ҡыҙы Юлайға: «Ҡайт, ҡатының ул тапты», − тигән дә күҙҙән юғалған. Юлайҙың ҡатыны ғоманлы булған була. Ҡайтһа, ысынлап та улы тыуған, ти. Сабыйға «Салауат» тип исем ҡушҡандар.

 

Юлайҙың Салауат көсөнә һоҡланыуы

1998 йылда Салауат р-ны Мөсәт ауылында Ғайсин Фәрит Фәсхетдин улынан (1963 йылғы, уға Ғайсин Сәмсетдин Фәхретдин улы (1912-1987) һөйләгән булған)

Улы Салауатты Юлай һәр ваҡыт үҙе менән иптәшкә йөрөтөр булған. Салауат ун өс-ун дүрт йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бик аҡыллы була. Оло кешеләр һымаҡ фекер йөрөтөп һөйләшкән. Юлда йөрөгәндә атаһы Салауатҡа ер-һыуҙың, ауылдарҙың тарихын һөйләп йөрөр булған. Ошолай йөрөгәндә, бер ваҡыт урыҫтар менән старшина араһында бәхәс сыға. Улар унлаған кеше була. Нимәгәлер, Юлай старшинаға бәйләнә бит былар. Етмәһә, туҡмай ҙа башлайҙар. Йәш тип, Салауатҡа иғтибар итмәйҙәр икән. Салауат был хәлгә түҙмәй, бик көслө тауыш менән: «Атай!» – тип ҡысҡырып ебәрә лә, урыҫтар менән һуғыша башлай. Һуҡҡан һайын осора-осора һуғып, күҙ асып, күҙ йомғансы еңеп ташлай. Урыҫтар Юлай старшинанан ғәфү үтенә. Ошо хәлдән һуң Юлай улының бик көслө, ғәйрәтле, аҡыллы булыуына төшөнә. Салауатты, Мөхәмәд пәйғәмбәр һымаҡ, Аллаһу Тәғәләбеҙ тарафынан ебәрелгән бер кешелер, тип уйлап, уны һәр ваҡыт һаҡлап, ҡурсалап йөрөтөр була.

 

Салауаттың ҡиәфәте

1999 йылда Салауат р-ны Мөсәт ауылында Ғайсин Фәсхетдин Сәмсетдин улынан (1935 йылғы, Мөсәт ауылынан, Йосоп олатаһы һөйләп ҡалдырған)

Олатайҙар һөйләүенсә, Салауат – ул бик ҡалын, мыҡты, бәһлеүән кәүҙәле булған, ике йөрәкле, киң күкрәкле, буйы уртасанан әҙ генә ҡалҡыуыраҡ кеше булған. Дөрөҫлөк өсөн үлеп барған, тәбиғәтте яратҡан. Уның ҡара-һоро күҙҙәренән осҡондар сәсрәп торған. Шул тиклем үткер күҙ ҡарашынан кешеләр хатта ҡурҡыр булған. Шуға ла бер һүҙһеҙ буйһонғандар. Гипнозы көслө булған, тиҙәр. Гел алмаш-тилмәш ике ат менеп йөрөгән.

Салауаттың йәне хәҙер Ожмахта йәшәй. Биш йөҙ, мең йылға бер генә тыуа уның һымаҡтар. Салауат ҡай саҡ, нимәнәндер киҫәтеп, алдан белгертеп, изге кешеләрҙең генә төштәренә керә. Салауатты төштә күреү – үҙе бер бәхет ул.

 

Салауатты үрмәкес ҡотҡара

2003 йылда Ҡыйғы р-ны Мөхәмәт ауылында Филүзә Ғарипованан (1958 йылғы)

Ҡәртнәйем үрмәкесте үлтермәгеҙ, ти торғайны.

− Ниңә үлтерергә ярамай? – тип һорайбыҙ.

− Ул Салауатты һаҡлап алып ҡалған. Салауатты дошмандар баҫтырып килгәндә, мәмерйәгә кереп ҡасҡан. Әллә мәмерйә ауыҙын ҡаплаған үрмәкес ауы аҫтынан шыуышып кергән, әллә ул кергәс үрмәкес ау үргән? Һәр хәлдә дошмандар килеп еткәс, был хәтле үрмәкес ауы торғас, бында кеше кермәҫ инде, тип мәмерйәгә кермәй, ары киткәндәр. Мөхәмәд пәйғәмбәр менән дә шундай хәл булған. Салауат был хаҡта белгән, – тине.

 

Салауат яҙмышы

2003 йылда Салауат р-ны Мөсәт ауылы Ғайсин Фәсхетдин Сәмсетдин улынан (1935 йылғы):

Салауат бала сағында төш күргән була. Унда ул үҙе менән нәмә булырын күрә. Аллаһу Тәғәлә уға алдан әшкәртә. Шуға үҙенең яҙмышын алдан белгән була ул.

Салауат Юлаевты бала сағында инәһе динде һәм фарсы, ғәрәп телдәрен өйрәтә. Аҙаҡ ул мәҙрәсәлә уҡый. Ул динде яҡшы белгән. Уны ҡарттар: «Ҡөрьән-хафиз булған», тип һөйләйҙәр ине.

 

Cалауаттың улы Етембай тураһында

2010 йылдың ноябрь айында Салауат р-ны Мәсетле ауылында Яппарова Әңгизә Хөснөтдин ҡыҙынан (1935 йылғы, 9 класс белемле, Көҫәпәй ауылынан килен булып төшкән):

«Инәйемдең (Мәҙинә, 1903 йылғы) атаһы (Фәссәхетдин – Хисаметдиндың оло улы), Хисаметдиндың атаһы Латиф – Моталип мулланың улдары булғандар. Йәй утынға, Ҡаратау юл буйындағы Шигергә барғандар. Латиф ике улы менән барған булған. Шунда бер ир сабып килгән һыбай: «Минең арттан ҡара яу баҫып килә. Егеттәр! Зинһар, юл өйрәтеп ебәрегеҙ. Мин Тәкәйҙән киләм», – тигән. Сәкмәндең осо бороп бәйләнгән, ҡуйынына ете-һигеҙ айҙыҡ [айлыҡ] бала тығып алған, башы ғына күренеп тора, ти. «Мин Юлай улы Салауат булам. Баламды ҡотҡарығыҙ», – тигән. Олатай оло кеше булғас, әйткән: «Беҙ ҡара яуҙан үҙебеҙ ҡурҡабыҙ. Һин Яубүләккә бар, унда бер ҡарт бар, ғүмер буйы балалары булманы», – тигән. Салауат улын шул ҡартҡа алып барып биргән: «Исемен минекенә яҡын итеп ҡушмағыҙ», – тигән. Шул Яубүләк кешеһе, ҡарт әйткән: «Мин артынан ҡарап ҡалдым. Ул үҙәндән [Йүрүҙән] аша сығып, Мәсәғүт яғына китте», − тигән. Ҡарт малайға Етембай тип исем ҡушҡан. Уның улы Динислам, унан Фәхрей ҡарт тыуған. Фәхрейҙең улдары: Мырҙахан, Ғилмитдин. Мырҙахандан тыуған-дар: Ҡаҙихан (1938 йылғы, Соколовта тора), Рәүхәнә (Яубүләктә тора), Әмерхан (Соколовта тора). Ғилмитдиндән: Әминә, Сәмәриә тыуған.

 

Салауат нисә йәшендә,

Батыр булған ун дүрт йәшендә.

Салауаттың йәшен һораһағыҙ,

Батыр булған егерме ике йәшендә.

 

Салауат атҡа менә алмай,

Өҙәнкекәйҙәрен кейә алмай.

Өҙәнкекәйҙәрен кейер ине,

Күҙ йәштәрен һөртөп тыя алмай.

 

Ике генә тауҙың ай, араһы,

Ята унда болан балаһы.

Болан ҡасты ла ҡотолдо,

Юлай улы Салауат тотолдо.

 

Салауат та тигән батыр ир,

Данлы ғына Юлай балаһы.

Салауаттай итеп Әминәне,

Кемдәр һөйөр икән, яратып…

 

Тәүге ҡатыны Әминә Ҡалмаҡтыҡы булған, Бохарбай тигән ағаһы Салауатты һатҡан. Ҡарттайым әйткән: «Беҙ андый көфөр эшкә ҡыҫылмайбыҙ. − тигән. − Беҙҙең халыҡ ҡурҡмай, тураһын әйтәбеҙ ҙә ҡуябыҙ».

Инәйем (94 йәшендә үлде) һөйләй торғайны: «Ауылы текә урында тора, шуға «Тәкәй» тигәндәр уны», − тип. Инәйем, шулай тип һөйләп ултыра торғаны. (Инәйем уҡымышлы ине. Тимер һандығы бар ине. Уның боронғо китаптары күп ине, бәйет, мөнәжәт китаптары. Әбүғәлисина китабы бар ине. Шунан уҡып, әйтеп ултыра торғайны. Әнә, Нурияның ҡарттаһы Йәлләй мулланы кулак итеп ебәргәндә, бер мөшәк бөтә китаптарын биреп киткән булған)».

 

Фәнирә Ғайсина

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...