ДОҒАЛЫ ЙОРТ

ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ғәрәфәт көнөндә әйтелә торған доға

Аллаһ Илсеһенең ﷺ былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Доғаларҙың иң яҡшыһы – Ғәрәфәт көнөндәгеһе. Мин, йәнә минән алда үткән пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы:

«Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүүә ғәләә күлли шәйьин ҡадиир».

Мәғәнәһе: «Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ. Ул – Яңғыҙ, һәм Уның тиңдәше юҡ. Бөтөн хакимлыҡ – Уныҡы, йәнә барлыҡ маҡтауға Ул ғына лайыҡ. Йәнә Уның көс-ҡөҙрәте барлыҡ нәмәгә тулыһынса етә!» (әт-Тирмизи)

 

Ҡорбан салғанда

«Бисмил-ләәһ, үәл-лааһү әкбәр, Аллааһүммә минкә үә ләк, Аллааһүммә тәҡаббәл миннии».

Мәғәнәһе: «Аллаһ исеме менән, Аллаһ Бөйөк. Эй Аллаһ! Был мал Һинән йәнә Һиңә. Эй Аллаһ! Минән быны ҡабул итә күр!» (Бәйһәҡи)

 

Светлана Ғәлиуллина әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...