Һаҡланыу доғаһы

Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән үә әхсаа күллә шәй`ин ғәдәдәә. Аллааһүммә иннии әғүүҙү бикә мин шәрри нәфсии үә мин шәрри күлли дәәббәһ. Әнтә әәхыҙүн бинәәәсыйәтиһәә. Иннә Раббии ғәләә сыраатын мүстәҡыым».

Мәғәнәһе: «Эй Аллам! Һин минең Раббым һәм Һинән башҡа илаһ юҡ. Тик һин генә бар. Һиңә һыйынам. Һин Бөйөк Әл-Ғәрештең хужаһы. Бөтә көс-ҡеүәт Аллаһта, Ул әл-Ғәлий һәм әл-Ғәҙыым. Аллаһ насип иткән нәмә − булыр, Аллаһ насип итмәһә – булмаҫ. Беләм, Аллаһ бөтөн нәмәнән дә көслөрәк һәм Аллаһ үҙенең ғилеме менән бөтөн нәмәне солғап алған. Аллаһ бөтә нимәнең иҫәбен Белеүсе. Эй Аллам! Үҙемдең һәм башҡаларҙың яуызлығынан Һиңә һыйынам. Һин уларҙың барыһының маңлайынан тотоп тораһың (барыһының да тәҡдире – Һинең ихтыярыңда). Шуныһы хаҡ – Раббым хаҡ юлдан алып бара».

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...