Балаларыбыҙ өсөн доға ҡылайыҡ!

Балаларыбыҙ өсөн доға ҡылайыҡ!

Балаларыбыҙ өсөн доға ҡылайыҡ!

Йә Аллаһ, баламды Үҙеңдең иң яратҡан ҡолдарыңдың берәүһе ит, өммәтебеҙ өсөн файҙалы итеп йәшәт, тура юлыңдан алып бар.

 

Бәрәкәтле ғүмер насип ит үҙенә!

Йә Раббым, миңә уны юғары әхлакле һәм тәҡүәле итеп үҫтерергә ярҙам ит. Һинең Ризалығыңа ирешергә теләгән изге күңелле кешеләр менән уратып ал. Әхирәттәге тормошона зыян итеүсе һынауҙар бирмә!

Икһеҙ-сикһеҙ ғилем сығана-ғыңдан файҙалыһын бир, зирәк аҡыл менән бүләклә. Үҙеңдән башҡаға мохтаж итмә. Балама тәүбә ҡылып, Аллаһты зекер итеп, рәхмәтле булып йәшәү бәхетен бир, иманын ҡеүәтлә! Ҡушҡаныңды үтәүҙә ныҡлыҡ, ихласлыҡ бир!

Был донъяның, Ҡиәмәт көнөнөң ғазабынан, хәүеф-хәтәрҙән һаҡла. Хисап көнөндә еңеллек бир, нәфсеһенең зыянынан ҡурсала, бөтә гонаһтарын кисер. Үҙеңдән башҡа бөтәһен дә оноттор. Ҡәҙерле балағынамды Һинең Рәхмәтеңде еткереүгә сәбәпсе ит. Амин.

 

(Социаль селтәрҙәрҙән)

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...