Ҡайғы баҫҡанда

Ҡайғы баҫҡанда

«Ләә иләәһә илләл-лааһүл-ғәҙыиимүл-хәлиим, ләә иләәһә илләл-лааһү раббүл-ғәршил-ғәҙыиим, ләә илләәһә илләл-лааһү раббүс-сәмәәүәәти үә раббүл-әрды үә раббүл-ғәршил-кәриим».

Мәғәнәһе: «Олуғ һәм Йомшаҡлыҡ Эйәһе Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ. Олуғ һәм Ғәрештең Раббыһы Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ, күктәр менән ерҙең Раббыһы һәм Ғәрештең Раббыһы Йомарт Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ!» (Әл-Бохари, Мөслим)

 

«Аллааһүммә рахмәтәкә әржүү, фәләә тәкилнии иләә нәфсии тарфәтә ғәйн, үә аслих лии шәьнии күлләһ, ләә иләәһә илләә әнт».

Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ! Һинең рәхимлегеңә өмөт итәмен. Мине, бер мәлгә генә булһа ла, үҙ нәфсемә тапшырма һәм минең барлыҡ эштәремде уң ит. Һинән башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ!» (Әбү Дауыт, Әхмәт)

«Ләә иләәһә илләә әнт, сүбхәәнәкә иннии күнтү минәҙ-ҙаалимиин».

Мәғәнәһе: «Һинән башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ. Һин кәмселектәрҙән Паҡһың. Дөрөҫлөктә, мин үҙ-үҙемә золом яһаусыларҙан булдым» (әт-Тирмизи).

 

«Аллааһү Аллааһ, раббии, ләә үшрикү биһии шәйьәә».

Мәғәнәһе: «Аллаһ, Аллаһ, Раббым! Уға һис кемде тиң тотмайым!» (Әбү Дауыт, Ибне Мәджә).

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...