ДОҒАЛЫ ЙОРТ

ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Кейем кейгәндә

«Әл-хәмдү лил-ләәһил-ләҙии кәсәәнии һәәҙәҫ-ҫәүбә үә разәҡанииһи мин ғайри хәүлин миннии үә ләә ҡуүүәһ».

Мәғәнәһе: «Мин үҙем көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да (йәғни, ошо кейемде үҙем таба алырлыҡ көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да), миңә ошо кейемде кейҙергән һәм шуның менән мине ризыҡландыр-ған Аллаһҡа маҡтау булһын!» (Әбү Дауыт, әт-Тирмизи, Ибне Мәджә).

 

Яңы кейем кейгәндә

«Аллааһүммә ләкәл-хәмд! Әнтә кәсәүтәнииһ, әсьәлүкә мин хайриһии үә хайри мәә суниғә ләһ, үә әғүүҙү бикә мин шәрриһии үә шәрри мәә суниғә ләһ».

Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ! Һиңә маҡтау булһын! Һин миңә ошо кейемде кейҙерҙең. Мин Һинән уның игелеген йәнә, ул нимә өсөн эшләнгән булһа, шуның игелеген һорайым, һәм уның яманлығынан йәнә, ул нимә өсөн эшләнгән булһа, шуның яманлығынан Үҙеңә һыйынамын!» (Әбү Дауыт, әт-Тирмизи).

 

Яңы кейем кейгән кешегә әйтелә

«Түблии үә йүхлифүл-лааһү тәғәәләә».

Мәғәнәһе: «Һин уны туҙҙырғаныңда, Аллаһу Тәғәлә һиңә башҡаһын бирһен» (Әбү Дауыт).

«Илбәс жәдиидәә, үә ғиш хәмиидәә, үә мүт шәһиидәә».

Мәғәнәһе: «Кейгәнең – яңы, ғүмерең – маҡтаулы, үлемең шәһитлек булһын!» (Ибне Мәджә).

 

Кейем сискәндә

«Бисмил-ләәһ».

Мәғәнәһе: «Аллаһ исеме менән!» (әт-Тирмизи).

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...