Өфө

Өфө

 

1

Алтын түҙәме ни ботаҡтарҙа?!

Ергә түгелә,

Һибелә...

 

Ҡала көҙө...

Өфөм йомарт бөгөн!

Бер ни түгел алтын йүкәләргә,

Уңға-һулға һибә тәңкәләрҙе.

Алтын төшә

Фонтан кәсәһенә,

Кешеләрҙең кеҫәһенә,

Һарайҙарҙың алдарына,

Балаларҙың арбаһына,

Өфөм ҡояш байрамында!

Алтын түҙәме ни ботаҡтарҙа,

Халҡым күңелеләй ихлас донъя,

Бер ни түгел байлыҡ йомарттарға.

 

2

Төнгө күпер аша ингәнемдә

Тарта-тарта шәмдәр тиҫбеһен,

Иләүенең үренә үрмәләгән

Бер ҡырмыҫҡа ғына төҫлөмөн.

 

Бер ҡалҡыуҙы ашып, икенсегә

Ана етәм, бына етәм, тип,

Гел ашҡындым, Өфөм,

Әллә һинең,

Сихри көсөң бармы икән, тим.

Мине,эйе,

«Әйҙүк! Әйҙүк!» – тиеп,

Шар асылған юҡ та ҡапҡалар,

Бар шулай ҙа яҡлап иң ҡуйырлыҡ

Рухташтарым –

Нахаҡ ҡаҡһалар.

Сөй ҡағырлыҡ йәндәш-күңелдәш бар!

«Һин – беҙҙеке, – тиҙәр, – шәп һин, шәп!»

Шул аҙмы ни?

Нисек ебәрмәҫһең

Бәйге аты ише кешенләп?!

 

3

Урамдарҙың йәшел толомдарын

Күп тараным инде,

Күп үрҙем.

Түрҙәрендә булдым мул туйҙарҙың,

Этә-төртә, булды, көн күрҙем.

 

Көнөм ҡалды.

Ҡай саҡ күңелем ҡалды,

Талды йәнем ғишҡи халәттән.

Мин дәбаһа, йортом ҡәлғәһе, тип,

Баш ҡаламды ҙурлап йөрөткән.

Ил саҡырһа,

Сығып майҙан тотҡан,

Ил хәстәре менән көн иткән.

Ил йомошо, тиеп сәфәр киткән,

Кире ҡайтып йәнә ереккән.

Ҡәлғәң ҡолғаһына аттар бәйләп,

Таштарында ҡылыс ҡайрарға ла,

«Эй Уралым» тиеп йырларға ла

Күнеккәнбеҙ шул беҙ электән.

 

Ныҡ электән.

Булғаныбыҙ саҡтан

Бер осҡоно Тәңре утының,

...Төнгө күпер аша ҡайтҡанымда

Һиңә, Өфөм, доға уҡыным.

 

Тамара Ғәниева,

Башҡортостандың халыҡ шағиры

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...