Сауҙа әҙәбе

Сауҙа әҙәбе

Сауҙа әҙәбе
  • Сауҙагәр, юлды ябып, кеше йөрөй торған яҡҡа тауарҙарын ҡуйырға тейеш түгел
  • Үлсәүҙә алдашмаған, аҡыллы йәш кешене эшкә алғанда, үлсәгән ваҡытта ашыҡма, тип иҫкәртеү яһау лазым
  • Үлсәүҙәр дөрөҫ үлсәргә тейеш. Үлсәгән ваҡытта бер ҡасан да алдашмау
  • Һәр көндөң башында сауҙагәр үлсәүен һөртөп алырға, герҙәрҙең һәм тигеҙләгестәрҙең дөрөҫ булыуын тикшерергә тейеш
  • Кибеткә хөрмәтле кеше керә икән, уны һыйлау. Күрше килгәндә, уға күберәк биреү. Ярлы кеше килһә, ярҙам итеү. Ҡалған кешеләргә бер тигеҙ ғәҙеллек менән ҡарау.
  • Сауҙагәр билдәләнгән хаҡҡа һатырға тейеш. Әгәр хаҡын кәметһә, алыусылар күбәйә. Хаҡын арттырһа, алыусыларҙың һаны кәмей.
  • Ултырған ваҡытта Ҡөрьән уҡыу. Харамға ҡарамау.
  • Хәйер һорағандарҙы буш ҡул менән оҙатмау
  • Кибеттә эшләгән хеҙмәтселәренә сәйлек биргәндәренә ҡаршы килмәү
  • Хеҙмәтселәр булмаһа, сауҙагәр хеҙмәтсенең эшен үҙе эшләргә тейеш
  • Герҙәрҙе һәм тигеҙләгестәрҙе ышаныслы кешенән алыу
  • Һатҡан ваҡытта тауарыңды артыҡ маҡтамау. Һатып алған ваҡытта тәнҡитләмәү
  • Тауарҙы тәҡдим иткәндә алдашмау
  • Һатҡан ваҡытта һүгенмәү
  • Ялғандан һаҡланыу
  • Башҡа сауҙәгәрҙәр һәм баҙар хеҙмәтселәре менән йыш һөйләшмәү
  • Йәш кешеләр менән шаярмау
  • Бәхәс тыуһа, үҙеңде тыйнаҡ тотоу

 

Алтын әйберҙәрҙе үлсәүсенең әҙәбе

  • Тауарҙарыңдың ысын һәм ышаныслы булыуына ышаныу
  • Аманатҡа бирелгән әйберҙәрҙе кире биреү
  • Процент менән бәйле булған килешеүҙәрҙән һаҡланыу
  • Етешһеҙлеге булған тауарҙы яҡшы тип күрһәтмәү
  • Ғәҙел үлсәү
  • Кешеләр һинең хаҡта: «Был кеше бер ҡасан да алыш-бирештә алдашмаҫ», – тип уйларлыҡ итеп үҙеңде тотоу
  • Үлсәүҙең боҙолоп ҡуйыуынан ҡурҡып, келәймәне йыш тикшереп тороу

 

Зәргәр (ювилер) әҙәбе

  • Кешеләргә яҡшылыҡ ҡына теләү
  • Затлы тауарҙар эшләргә тырышыу
  • Бурыстарҙы түләүҙә һуңға ҡалмау
  • Вәғәҙәләреңде үтәү
  • Хаҡтарҙы күтәрмәү

 

Имам Әбү Хәмид әл- Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...