Һаҡланғанды Аллаһ ﷻ һаҡлар!

Һаҡланғанды Аллаһ ﷻ  һаҡлар!

Һаҡланғанды Аллаһ ﷻ  һаҡлар!

Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ, хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр!

 

Ҡулыма ҡәләм алырға түбәндәге ваҡиға мәжбүр итте. Редакцияға һылыу йөҙлө, урта йәштәрҙәге ҡатын килеп инде. «Һөйләгәндәрем, бәлки, башҡа кешеләрҙе мошенниктар (мутлашыусылар) ауынан ҡотҡарыр, – тип башланы һүҙен сабыр ҡарашлы мөслимә. – Ҡасандыр алдаҡсылар ҡорбаны булырмын, тигән уй башыма ла инеп сыҡманы, сөнки, үҙемә ҡалһа, бик һаҡ кеше кеүек инем».

Баҡтиһәң, баш ҡалалағы дауаханаларҙың береһендә шәфҡәт туташы булып эшләгән Алһыуға таныш булмаған номерҙан шылтыратыу килгән. Официаль ир-ат тауышы үҙен «полиция хеҙмәткәре», тип таныштырған. Ысынлап та һаҡ ҡатын шылтыратыусы менән һөйләшеп тә тормаған. Ҡат-ҡат шылтыратһалар ҙа, яуап биреүҙе кәрәк тапмаған. Шунан бер мәл ватсапҡа баш табип номерынан хәбәр килә: «Һеҙҙе ФСБ хеҙмәткәрҙәре эҙләй. Ниңә яуап бирмәйһегеҙ? Тиҙ арала бәйләнешкә сығығыҙ!»

Етәксеһе лә яҙғас, берәй хәл булдымы икән әллә, тип Алһыу сираттағы шылтыратыуға яуап бирә.

«Алһыу Мөхтәр ҡыҙы, мутлашыусылар Үҙәк банкылағы иҫәбегеҙҙе емергән. Ике машинағыҙҙы залогҡа ҡуйып, һеҙҙең исемдән кредит алырға йыйыныуҙары асыҡланды. Беҙгә шул енәйәтселәрҙе тоторға ярҙамығыҙ кәрәк буласаҡ. Хәҙер һеҙҙең менән Үҙәк банкы хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә сығып, артабан нимә эшләргә кәрәкләген аңлатыр», – тиҙәр уға. Тиҙҙән «банк хеҙмәткәрҙәре» шылтырата. «Ҡарайым, аватаркалары, ысынлап та, Үҙәк банкыныҡына тап килә, – ти Алһыу. – Былары ла шул уҡ хәбәрҙе сурыта. Енәйәтселәрҙе тотор өсөн, һеҙгә уларҙан алда, машиналарығыҙҙы залогҡа ҡуйып, кредит алып өлгөрөргә кәрәк. Был осраҡта улар һеҙҙең исемдән эш итә алмай, тиҙәр. Тәүҙә 200 мең һум кредит алдым һәм икенсе банкылағы улар әйткән иҫәпкә күсерҙем. «Полиция», «ФСБ» хеҙмәткәрҙәре гел бәйләнештә булып, һәр аҙымымды йөпләп, артабан нимә эшләргә икәнен өйрәтеп торҙо. «Купюраларҙы фотоға төшөрөп ебәр», – тинеләр, уныһын да үтәнем. Үҙемсә, бик мөһим эш башҡарам бит инде, енәйәтселәрҙе тотошам. Артабан икенсе машинаны залогка ҡуйҙырып, 400 мең һумға кредит алдырҙылар. Бына ошо аҡсаларҙы күсерергә торғанда, ҡапыл күңелдә шик уянды. Бер туған ҡустыма шылтыраттым. Ҡустым бик иманлы егет: «Апай, бер ҡайҙа ла күсерәһе булма!» – тине һәм тиҙ генә таныш тәфтишсеһенә шылтыратты. Мин, үҙем дә аңғармаҫтан, мутлашыусылар ауына эләккәнмен булып сыҡты. Һуңынан ысын ФСБ, полиция хеҙмәткәрҙәре менән дә осрашырға тура килде. Баш табип менән дә һөйләштек. Хакерҙар уның номеры аша эш иткәнен белеп ҡалғас, ул бөтә дауахана хеҙмәткәрҙәрен йыйып, тиҙ генә иҫкәртеүҙе кәрәк тапты.

Һуңынан ғына белдем, ул мутлашыусыларҙың схемалары әллә күпме икән! Кешенең һуңғы аҡсаһын тартып алыу өсөн нимә генә уйлап сығармайҙар. Бына хәҙер ай һайын 20 мең кредит түләйем. Бер ҡасан да аҡса ҡоло булмаһам да, күңелгә ҡыйын барыбер. Һауаға осҡан аҡсалар бит улар! Әммә төшөнкөлөккә бирелмәйем. Быны Аллаһу Тәғәләнең һынауы итеп ҡабул итәм. Раббыбыҙ, һынауҙарҙың көс етерҙәйен генә бирермен, тигән. Ин шәә Аллаһ, түләп бөтөрөрмөн. Шулай ҙа, башҡалар өсөн һабаҡ булһа ине минең менән булған хәлдәр».

Үҙенә ни тиклем ҡыйын булмаһын, башҡа дин ҡәрҙәштәрен ҡурсалау маҡсаты менән редакцияға килгән Алһыу ҡәрҙәшебеҙгә һоҡланыу менән ҡараным. Аллаһу Тәғәләнең рәхмәтендә булһын һәм бурыстарынан еңел генә ҡотолоу форсаты табылһын! Ә шулай ҙа, уйланырға урын бар...

Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө буйынса штабы начальнигы Артур Хафизов әйтеүенсә, баш ҡалабыҙҙа уҙған йылдың сентябрь айында ғына 312 кеше мутлашыусылар ауына эләгеүе тураһында ғариза яҙған, улар тарафынан енәйәтселәргә 85 миллион аҡса күсерелгән. Ә 2023 йылдың туғыҙ айы эсендә мутлашыусылар ҡулына төшөрөлгән аҡса күләме 801 миллион һумды тәшкил иткән!

Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән бит Аллаһу Тәғәлә. Кеҫә телефондары ни тиклем уңайлы булмаһын, беҙҙән ҙур иғтибар һәм һаҡлыҡ талап итә. Нисек алданмаҫҡа, мошенниктар ауы-на эләкмәҫкә һуң? Һаҡланыу саралары тураһында интернет селтәрҙәрендә хәҙер бик күп яҙалар. Телефондағы Онлайн-Сбербанк ҡушымтаһында ла (приложениеһында) Хәүефһеҙлек тип исемләнгән бүлеккә инеп, был юҫыҡтағы белемде арттырыу мөмкинлеге бар.

Әммә был осраҡта иң тәүҙә хәрәм ысул менән аҡса юллап алыу тәҡдиме мосолман кешеһен уйға һалырға тейеш булғандыр.

Бер Аллаһҡа тәүәккәл ҡылып, ул тыйған ғәмәлдәрҙән тыйыла белеү беҙҙе күп бәлә-ҡазаларҙан ҡотҡарыр ине. Алһыуҙың ҡустыһы ла бит иң тәүҙә апаһының кредитҡа аҡса алыуына “Аллаһ тыя бит!” – тип, кире мөнәсәбәтен белдергән. Хәҙер шундай заманда йәшәйбеҙ, барыһы ла шулай итә, тиер күптәр. Әммә рибаны алыусы ла, биреүсе лә – гонаһлы икәнлеген Изге Китап асыҡ иҫкәртә! Ҡөрьәндә йәнә әйтелгән (мәғәнәһе): “Йәһүдиҙәр ҙә, насраниҙар ҙа уларҙың диненә (мәҙһәбенә) эйәрмәйенсә, һинән риза булмаҫ. Әйт: «Ысынлап та, Аллаһ юлы – хаҡ юл, тиең. Әгәр ҙә һиңә килгән ысын ғилемдән һуң, уларҙың хыял-теләктәренә эйәрһәң, Аллаһ һинең яҡының да, ярҙамсың да булмаҫ. Беҙҙең китап биргән кешеләребеҙ уны ҙур иғтибар менән уҡый һәм яҙылғандарға ышана. Ә кем ышанмай, шул зыян күрер» (“Бәҡара” сүрәһе, 120-121-се аяттар).

Хәҙер мәсьәләнең икенсе яғын ҡарайыҡ. Кеше алдап, аҡса талау – иң ауыр гонаһтарҙың береһе. Хәҙистәрҙә әйтелә: «Кем дә кем башҡа кешенең мөлкәтенән үҙенә тәғәйен булмаған өлөштө ала, уға, шуға ҡушып, тамуҡ утынан да өлөш биреләсәк». Ә шулай ҙа эргә-тирәбеҙҙә, кеше алдап, аҡса туплаған, мәкерле кешеләрҙең күбәйеүе – иманыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ нығытырға кәрәклегенә ишара түгелме икән?

Ил-йортобоҙға, яҡындарыбыҙға именлек теләп, ҙур өмөттәр менән яңы 2024 йылға аяҡ баҫҡанда, Аллаһу Тәғәлә барыбыҙға ла Үҙенең хәйерле ғилем һәм иман байлыҡтары насип итһә ине!

 

Зөлфиә Ханнанова

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...