Аҙан әйтте балалар!
Аҙан әйтте балалар!
Аллаһу Тәғәлә «Та һа» сүрәһенең 132-се аятында былай ти (мәғәнәһе): «Эй Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм, йорт әһелдәреңә һәм өммәтеңә намаҙ уҡыуҙы бойор, намаҙ уҡыу, намаҙға өйрәтеү һәм намаҙға бойороу мәшәҡәттәрендә сабырлыҡ күрһәт». Шулай уҡ «Тәхрим» сүрәһенең 6-сы аятында әйтә (мәғәнәһе): «Әй һеҙ, иман килтереүселәр, үҙегеҙҙе лә, йорт әһелдәрегеҙҙе лә йәһәннәм утынан һаҡлағыҙ». Йәғни, үҙегеҙ шәриғәт хөкөмдәрен дөрөҫ үтәп, йәмәғәттәрегеҙгә лә шәриғәт хөкөмдәрен дөрөҫ өйрәтегеҙ. Һәм был – Аллаһу Тәғәлә бойорған фарыз эштәрҙән булып тора.
Имам Ғазали иһә балалар тураһында былай ти: «Сабый – ул ата-әсәһенә Аллаһ тарафынан бирелгән аманат. Уның паҡ йөрәге − нәфис аҫылташ. Әгәр изгелеккә өйрәтелһә һәм ғәҙәтләндерелһә, шулай булып үҫер һәм донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле булыр. Әгәр насарлыҡҡа ғәҙәтләндерелһә һәм, хайуандар кеүек, үҙ яйына ҡалдырылһа, бәхетһеҙ булыр һәм һәләкәткә дусар ителер...»
Эйе, киләсәгебеҙ яҡты, хәйерле булһын, тиһәк, үҙебеҙҙән һуң иманлы, миһырбанлы, күркәм холоҡло балалар ҡалдырыу тураһында һәр беребеҙ уйланырға, тырышырға тейеш. «Беҙҙән һуң беҙгә доға уҡырлыҡ бала ҡаламы?» − тигән һорау һәр аҡыллы кешене борсорға тейештер, тип уйлайым. Сөнки мосолман кешеһе белә: иманлы, тәрбиәле, Ҡөрьән уҡыған һәм быларҙы башҡаларға өйрәтеүсе бала ҡалдырыу − ул саҙаҡа-джәриә (дауамлы саҙаҡа).
Беҙҙең Ғафури районында балаларға дини ғилем биреү өсөн күп эштәр эшләнә, ял көндәрендә уларҙы ауыл мәсеттәрендә уҡытыу яҡшы ойошторолған. Әлхәмдүлилләһ, балалар менән эшләүсе кадрҙарыбыҙ артып тора: 20-нән ашыу уҡытыусы Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында белемде камиллаштырыу курстарында уҡып, мәктәптә лә балаларға дин дәрестәрен үткәреү хоҡуғын алды.
Районыбыҙҙа ололар һәм балалар өсөн төрлө саралар үткәрелеп тора. Яңы йылдан һуң ғына беҙҙең Красноусол Үҙәк мәсетендә мөслимәләр өсөн «Алтын тирмә», балалар өсөн «Мөғжизәләр яланы», шулай уҡ район кимәлендә «Йөрәк һүҙе» бәйгеләре ойошторолдо. Был сараларҙың маҡсаты: динебеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, мосолмандарҙы берләштереү, дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, ғаиләлә ислам дине нигеҙҙәрен балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә таратыу өлгөһө булдырыу ине. Бер-беребеҙгә терәк, үрнәк, дуҫ булғанда ғына алға китеш буласаҡ, ин шәә Аллааһ.
Бөгөнгө һүҙем 13 апрелдә Ғафури районы мөслимәләр ойошмаһы һәм Красноусол Үҙәк мәсете тарафынан ойошторолған тағы ла бер күркәм сара тураһында ине: балалар араһында район буйынса беренсе тапҡыр аҙан әйтеүселәр бәйгеһе үткәрҙек. Ҡатнашырға теләүсе 32 бала (12 ауылдан) үҙҙәренең аҙан уҡығандарын видеоға төшөрөп ебәрҙе. Шуларҙың 16-һын баһалама ағзалары финалға үткәрҙе.
Бәйгене Ғафури районы имам-мөхтәсибе Фәнил хәҙрәт Басиров асты. Ул, ҡунаҡтарҙы сәләмләп, аҙан әйтеүҙең фазиләттәре тураһында һөйләп үтте. Унан һуң беҙҙең мәсетебеҙгә яңы ғына ҡайтып, матур итеп эш башлап торған Мирас хәҙрәт Шәрипов изге Ҡөрьән аяттары уҡып ишеттерҙе.
Финалға үткән балалар бер-бер артлы сығып аҙан әйтте. Был шул тиклем матур күренеш булды! Сөбхәналлаһ! Тулҡынланыуҙан күңелдәр тулып китте. Малайҙар, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә аҙан әйтергә өйрәнеп, ҡыйыу ғына сығыш яһай алдылар бит. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллааһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: «Әгәр ҙә кешеләр аҙан әйтеүҙең һәм намаҙҙа беренсе сафта тороуҙың әжер-сауабын белһәләр, был дәрәжәгә ирешеү өсөн йәрәбә тартырҙар ине». Беҙҙең ошо йәш кенә мәзиндәр, киләсәктә халҡына аҙан тауыштары ишеттереү бәхетенә ирешеп, ислам динен үҫтереүселәр булһын ине, ин шәә Аллаһ.
Аҙан араһында Әлиә Шәйәхмәтова, Илгизә Кәримова шиғырҙар уҡыны, Яңғыҙҡайын, Үтәк мөслимәләре, Сәйетбаба балалары, матур мөнәжәттәрен әйтеп, сараны тағы ла йәмләп ебәрҙе. Сәйетбаба ауылы балалары күҙ яуын алып торған милли кейемдәрҙә килгәйне, уларға ҡарап тороуы үҙе бер ҡыуаныс булды.
Красноусол ауылынан Грязнов Әмин иң яҡшы аҙан әйтеүсе тип табылды. Башҡа балаларға 1-се, 2-се, 3-сө дәрәжәләге дипломдар бирелде, һәр бала бүләк алып ҡыуанды.
Өфөнән килгән ҡунағыбыҙ, Башҡортостан мөслимәләр берләшмәһе етәксеһе Халикова Розалия Иҙрис ҡыҙы ла, бүләктәр таратып, малайҙарҙы тағы ла шатландырҙы.
Сара тамамланғас, балалар, мәсет урамындағы кафеға кереп, төшкө аш ашаны, шунан бассейнға китте. Унда уларҙы «Өмөт нуры» фонды директоры Табулдина Ләйсән Ислам ҡыҙы ҡаршы алды һәм, балалар бассейндан сыҡҡас, уларҙы тәмле үлән сәйе менән һыйланы. Бик бәрәкәтле һәм күңелле үткән көн күңелдә яңы шиғыр юлдары булып урғылды:
Сеү, өндәшмәй тыңла әле,
Аҙан әйтә балалар.
Был малайҙар бик бәхетле −
Дин юлынан баралар.
Моңло аҙан тауышына
Мәсетебеҙ нурлана.
Иң ҙур байлыҡ − иман менән
Был балалар ҙурлана.
Өммәтемдең киләсәге
Булыр улар ҡулында.
Тырышырҙар, берҙәм булып,
Улар Аллаһ юлында.
Мең шөкөрҙәр, күңелдәрҙә
Шатлыҡ хисе уяна.
Балалар дингә ынтыла −
Шуға ҡарап ҡыуанам!..
Айгөл Кәлимуллина,
Ғафури районы



