Мөслимәләр килде Сәйғәфәргә

Мөслимәләр килде Сәйғәфәргә

Мөслимәләр килде Сәйғәфәргә

Тыуған ауылым Баймаҡ районындағы Сәйғәфәр ауылы тураһында яҙып үтмәксемен. Хәҙерге ваҡытта беҙҙә бөтәһе 206 хужалыҡ, 40 өй буш тора, йәмғеһе 270 кеше йәшәй. Ауылда эш юҡлыҡтан күп йәштәр ҡырға китеп эшләргә мәжбүр.

 

Тик халыҡ бирешмәй: күпләп мал аҫырайҙар, балалар үҫтерәләр. Ауылда 2 фермер хужалығы, 1 билмән цехы, 1 таҡта ярыу цехы, 4 магазин, урта йыллыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы, медпункт, мәҙәниәт йорто эшләп килә, әлхәмдүлилләһ!

Ауылыбыҙҙан 4 фән кандидаты, бихисап арҙаҡлы шәхестәр бар.

Беҙҙең ауыл яҙыусылары: Фирҙәүес Мырҙабулатова, Фирүзә Алсынбаева, Әлифә Юнысбаева, Нәркәс Алсынбаева. «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева ла беҙҙең ауыл шәхесе.

Ауылыбыҙ тураһында «Әптекәйҙә ил яҙмышы», «Сәйғәфәр» тигән китаптар сыҡты. Тарихсыбыҙ Рәүил Назаров (Йәне йәннәт түрендә булһын!), бик күп көс һалып, беҙҙең ауылға 250 йыл элек нигеҙ һалыныуын дәлилләне, шәжәрә тамырҙарын барланы. Айһылыу Сәләхова етәкләгән мөслимәләр берлегендә «Иманға баҫҡан юлым» исемле китап донъя күрҙе.

Ауыл халҡы йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. Төрлө мәҙәни, дини, донъяуи саралар үткәрелеп тора. 2023 йыл «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә 3-сө урын алып, тағы ла дәртләнеп донъя көтөләр.

Әле яңыраҡ ауылда хажиә Айһылыу Сәләхованың тотош Башҡортостан буйынса ойошторолған һигеҙ айлыҡ «Ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнеү һәм Ҡөрьән һабаҡтары» исемле дистанцион уҡыуҙы уңышлы тамамлаусыларҙың йыйыны үтте. Был сара «Нур» мәсетендә имам-хатиб Ишбулат хәҙрәттең фатихаһы менән уҙғарылды. Алыҫ араларҙы яҡын итеп сараға Айһылыу Сәләхованың интернет селтәре аша уҡыған мөслимәләре йыйылды. Бөтәһе 15 район берләште: Силәбе өлкәһенән, Өфө, Сибай ҡалалары, Баймаҡ, Мәсетле, Мәләүез, Хәйбулла, Учалы, Ишембай, Стәрлебаш, Белорет, Ауырғазы, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Балаҡатай райондарынан килделәр. Көндөң ямғырлы, һалҡын булыуы ла кәртә була алманы. Әйткәндәй, Айһылыу Сәләхова ойоштороуында курсты тамамлаусыларға бындай « Шәһәҙәтнамә» тапшырыу бишенсегә үткәрелә.

 

Нурзилә Ғәлина, Баймаҡ районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...