Ватанды һаҡлау – изге бурыс

Ватанды һаҡлау – изге бурыс

Ватанды һаҡлау – изге бурыс

Баҫмабыҙҙың дуҫы Мәләүез районы имам-мөхтәсибе Рәфис хәҙрәт Сафин былтыр үҙ теләге буйынса махсус хәрби операцияһы биләмәһенә юлланды. Үҙенең был аҙымын гражданлыҡ бурысын үтәү менән аңлата. Әле лә ул − яу барған төбәктә.

 

Рәфис хәҙрәт һәм башҡа руханиҙар хәүеф-хәтәр һағалап торған ерҙә иҫ китмәле ҙур эш алып бара. Алғы һыҙыҡта ҡатмарлы шарттарҙа улар яугирҙарға терәк-таяныс булып, ярҙам күрһәтә. Рәфис хәҙрәт Сафин әүҙем хәрби-сәйәси эше өсөн «Армия генералы Маргелов», «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Уға Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы Андрей Мордвичевтың Рәхмәт хаты тапшырылған.

Күптән түгел имам яугир егеттәр менән мәсет һалып сыҡты. Хәрби мосолмандар тормошондағы ошо матур яңылыҡты Рәфис хәҙрәт беҙгә ватсап аша еткерҙе:

– Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ, ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр, яҡташтар! Мосолман егеттәре өсөн мәсет һалыу тураһында командирыбыҙға өндәшкәс, ул быға бик ыңғай ҡараны, сөнки блиндаж сиркәү беҙҙә күптәнән бар ине. Ғибәҙәт-ханабыҙ бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ эшләнде. Әлхәмдүлилләһи шөкөр! Егеттәр мине төҙөлөшкә яҡын да ебәрмәне. «Хәҙрәт, үҙебеҙ эшләйбеҙ, доға ғына ҡылығыҙ», – тинеләр. Ҡарағас бураһынан күтәрҙеләр, тиҙ эшләнде, мәсетебеҙ яртылаш ерҙә, ҡыйығын эшләргә ярамай, тышын ағас менән көпләгәндән һуң ҡом менән күмделәр. Иҙәндәрен буяп, эш тамамланғас, намаҙлыҡтар йәйҙек. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ебәргән, үҙем менән алып килгән китаптарҙы урынлаштырҙыҡ, тәсбихтәр элеп ҡуйҙыҡ. Шулай итеп, 13 сентябрҙә тәүге йома намаҙын үткәрҙек.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Мәсеттәрегеҙ йыһаздары менән түгел, ғибәҙәт ҡылыусылары менән күркәм булыр», – тигән.

Блиндаж-окоптарҙа төрлө милләт кешеләре бар. Йәшәү мәғәнәһе, тормош ҡиммәттәре үҙгәреп, ғүмергә хәүеф яһаған ситуацияла дин әһеле менән аралашыуға ихтыяж көслө: һәр кемдең яҡындан һөйләшкеһе, Аллаһу Тәғәләгә мөрәжәғәт иткеһе килә. Бындай һөйләшеүҙәр тәүлек эсендә бихисап. Йә замполит, психологтар менән бергә алғы һыҙыҡҡа сығып китәбеҙ. Һалдаттар беҙ килгәнде түҙемһеҙлек менән көтөп тора. Һәр береһе Аллаһу Тәғәлә Рәхмәтендә өйҙәренә иҫән-һау, ағзалары теүәл булып ҡайтыуҙарын теләй, доғабыҙ ҙа һәр ваҡыт ошо хаҡта.

Өсөнсөгә килдем бында. Быйылғы Рамаҙан айы Донецк тарафында үтте. Ураҙа тоттом, шулай итмәһәм, бындағы һалдаттарға имам булараҡ ниндәй фәһем бирермен? Һалдаттар араһында ла имандың был шартын үтәүселәр булды, Әлхәмдүлилләһ!

Һуғыштағы имамдың вазифаһы ла тыныс тормошта эшләгәндән айырыла. Үлем менән йәшәү араһында хәрби бурысын үтәгән һалдаттың күңеле нескәрә, һиҙгерерәк була. Шуның өсөн дә яугирҙәр менән һөйләшеү, аралашыу – оло яуаплылыҡ минең өсөн. Мосолман егеттәре менән әңгәмә ҡорғанда, яндарында православие динендәге яуҙаштарының тыңлап тороуы бар. Бында ла бер кемгә хилафлыҡ килтермәй, рәнйетмәй торған һүҙҙәр табыуы зарур. Бында Исаның  Ҡөрьәндә пәйғәмбәр тип бирелеүен, уның әсәһе хөрмәтенә 19-сы сүрәнең «Мәрйәм» тип аталыуын телгә алырға тырышам.

Ватанды һаҡлау – мосолмандың изге бурысы. Тыуған илен яҡлап, мосолман үҙенең йортон һәм ғаиләһен, мәҙәниәтен һәм йолаларын, динен һәм инаныуҙарын яҡлай. Был өлкәлә ул үҙенең мөлкәтен дә, ғүмерен дә йәлләмәй. Армияла хеҙмәт итеү һәм Ватан сиген һаҡлау – һәр диндар өсөн хөрмәт. «Аллаһ юлында хеҙмәт итеүҙең бер көнө был донъянан да, унда булған бөтә нәмәнән дә яҡшыраҡ», – тигән Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙ ﷺ . Рәсәй – тиҫтәләгән мосолман халҡының Тыуған иле. Илебеҙҙең 20 миллиондан ашыу гражданы үҙҙәрен мосолман тип атай. Мосолмандар уның именлеге өсөн доға ҡыла, уның именлеге өсөн эшләй һәм ил алдындағы бурысын лайыҡлы үтәй.

 

 

Светлана Ғәлиуллина яҙып алды

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм һижри йыл иҫәбенең беренсе айы булып тора. Аллаһу Тәғәләнең хәрәм айҙарының береһе булған мөхәррәм изге һәм бәрәкәтле айҙарҙан һанала.   Ҡөрьән Кәримдә былай тиелгән (мәғәнәһе): «Аллаһ хозурындағы китапта айҙар һаны ун ике, ерҙе һәм күктәрҙе яратҡан көндән бирле, ул ун ике...


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....


Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Ҡөрьән аяттары – шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан дауа. Аллаһтың һүҙе, Изге Китабы менән дауалау борондан билдәле. Мәҫәлән, башҡорт халҡы элек-электән шифалы аяттар менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан һәм башҡа сирҙәрҙән дауалаған, хәлдәрен шәбәйткән. Мәҫәлән, Миәкә яҡтарында...


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...