«Аллаһҡа яҡынайырға сәбәпсе булһын!..»

«Аллаһҡа яҡынайырға сәбәпсе булһын!..»

Өс көн рәттән белем алмаған, китап уҡымаған кеше үҙендә үҙгәрештәр күрмәһә лә, уның рухи торошо ҡырҡа үҙгәрер, тип яҙған имам әл-Ғазали. «Күҙгә салынған һәр китапты уҡығансы, үҙең өсөн мөһим һорауҙарға яуап биргәнде генә уҡы», – тип кәңәш иткән Лев Толстой. Эйе, эш уҡылған китаптар һанында түгел, ә уларҙың йөкмәткеһендә икәнен аңлай башланыҡ шикелле. Китаптар бик күп хәҙер. Әммә аҫыл таштан аҫылыраҡ, изгелеккә, ихласлыҡҡа өндәп торғаны һирәгерәк шул, йыш ҡына был хазинаның күҙгә салынмай ҡалыуы ла бар. Йөрәгеңде яҡшылыҡҡа әйҙәп торғаны туған телеңдә булһа, айырыуса ҡыуаныслы. Күптән түгел Өфөлә күренекле дин эшмәкәре Әхмәт хажи Абдулаевтың башҡортсаға тәржемә ителгән «Тәҡүәлеләр әҙәбе» китабының исем туйы үтте. Бәрәкәтле мәжлескә төрлө райондарҙан китап һөйөүсе мосолмандар йыйылды.

 

Күркәм мәжлестә Рәсәй мөфтиҙәре советының тулы хоҡуҡлы вәкиле, оҙаҡ йылдар Башҡортостан мосолмандарының диниә назаратының етәксеһе урынбаҫары булып эшләгән, бөгөнгө көндә мөфтиәттә Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе булған Әйүп Бибарсов, Дағстан Республикаһы Мөфтиәте рәйесе Абдулла Сәлимов, Дағстан Мөфтиәтенең Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Израил Мөхәммәтбасиров, дин ғалимдары Мөхәммәтрәсүл Гимбатов һәм Мөхәммәт Мансуровтар һәм ҡатнашты.

Мөхәммәтрәсүл Гимбатов: Нәфсебеҙ – ҡурҡыныс нәмә. Уға ҡаршы тора алған – еңеүсе. Нәфсебеҙгә ҡаршы көрәштә ярҙам итеүсе сараларҙың иң көслөһө – Аллаһты зекер итеү, тап шул беҙгә көс-ҡеүәт бирә, йөрәгебеҙҙе сафландыра, холҡобоҙҙо тәрбиәләй. Бер кемгә лә сер түгел, беҙ бит үҙебеҙҙе ныҡ яратабыҙ, ғәм алдында «социаль битлек»тә йөрөйбөҙ, был нәфсебеҙҙең һыҙаты. Кешеләрҙең тормошон тикшереп, ниндәйҙер хәл-ваҡиғаларҙы байҡай башлаһаҡ, һәр ваҡыт үҙебеҙҙән дә яҡшыраҡ һәм аҡыллыраҡ әҙәм юҡ икән был донъяла, тигән һығымтаға киләбеҙ. Ул нәфсебеҙҙең иң беренсе дәрәжәһе – «әл-әммәра»ның сағылышы. Ошо китап тап шул нәфсебеҙ, уға ҡаршы тороу хаҡында. Уны нисек еңергә, яман тәьҫиренән нисек ҡотолорға – бихисап һорауҙарға яуапты ошо файҙалы китапта таба алабыҙ. Бәрәкәтле хеҙмәт менән танышҡан, уҡыған һәр кеше, үҙендә булған ытырғаныс һыҙаттарҙы күреп, үҙен тәрбиәләй башлай. Үҙеңдең етешһеҙлектәреңде күреү, уларҙы асыҡлау – оло табыш. Аллаһ һәр беребеҙгә тәүфиҡ Бирһен!

Абдулла Сәлимов: Матур кисәгә килеүсе дуҫтарым, һеҙгә мөфтөйөбөҙ Әхмәт хажи Абдулаевтың сәләмдәрен еткерәм. Ул һеҙгә оло һөйөү менән ҡарай, сөнки һеҙ үҙегеҙҙең урындағы күренекле дин әһелдәрен яратып иҫкә алаһығыҙ, ҡәҙерләйһегеҙ, рухи мираҫтарын өйрәнергә тырышаһығыҙ. Был матур эшегеҙҙе дауам итегеҙ. Бөгөн сығыш яһаусы һәр кем күркәм холоҡҡа ирешеүҙең өҫтөнлөгө тураһында һөйләне. Бының тиккә түгел икәнен һәр беребеҙ аңлай. Күп ғалимдарҙың фекеренсә, матур әхлаҡ тураһында Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ 40 меңгә яҡын хәҙисе бар икән. Һәр ваҡыт матур холоҡҡа, яҡшы әҙәпкә өндәй Аллаһ Рәсүле ﷺ. Беҙҙең диндәге остаздарыбыҙ ҙа тормошон, булмышын ошо фәнгә бағышлаған һәм бөгөн дә уның әһәмиәте юғалмаған, киреһенсә, беҙгә һулар һауа, эсер һыу кеүек кәрәк. Ошо китапты тәржемәләп, нәшер итеү өҫтөндә эшләгән һәр кемдең эшен баһалап үткем килә. Ысын мәғәнәһендә, илһөйәр, телһөйәр шәхестәр улар! Йәмғиәтебеҙҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртер өсөн тос өлөш индергәндәр! Аллаһу Тәғәлә Үҙенең Китабында әйткәнсә, кешеләр үҙгәрмәйсә тороп, йәмғиәт тә үҙгәрмәйәсәк. Ә был аҫыл хеҙмәттә, нисек итеп яҡшы яҡҡа үҙгәрергә, тигән һорауға ентекле аңлатма бирелә.

Израил Мөхәммәтбасиров: Был мәжлестә ҡатнашыусы һәр кем – даланлы кеше. Сөнки һәр берегеҙ ғилем алырға килгән. Аллаһтың Рәхимлеге менән генә беҙ ғилем алабыҙ, яҡшы кешеләр менән аралашабыҙ. Сирлегә дарыу бирмәһәң, үлеүе бар. Эске донъябыҙ ҙа дауалауға мохтаж. Ошо китапта беҙгә ҙур зыян килтергән бөтә ауырыуҙар – хөсөтлөк, асыу, тәкәбберлек, ғәйбәт һәм һүҙ йөрөтөү, дәрәжә һөйөү кеүек рухи ауырыуҙар һүрәтләнгән, уларҙан ҡотолоу юлдары бирелгән. Һәр беребеҙгә бәрәкәтле китапты аңлап, изгеләрҙең һүҙен һеңдереп уҡырға насип итһен Аллаһ. Был ғилем – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡалдырған аманат, ике донъяла ла бәхеткә ирешеү сығанағы.

Мөхәммәд Мансуров: Беҙҙең ҡылған ғәмәлдәребеҙ ике төргә бүленә: тышҡы һәм эске ғәмәлдәр. Тышҡы ғәмәлдәребеҙҙе барыһы ла күрә, мәҫәлән, саҙаҡа биреү, мәсет төҙөү һ.б. Эскеһен – бер Аллаһу Тәғәлә генә күреүе бар. Эске ғәмәлдәр бер кемгә лә күренмәгәс, беҙ уға аҙ иғтибар бүләбеҙ. Әхирәткә күскәс, Раббыбыҙ һорар: «Һин кеше ҡараған урынды биҙәр өсөн ҙур тырышлыҡ һалдың. Ә мин ҡараған урынды биҙәр өсөн ниҙәр ҡылдың?» Аллаһу Тәғәлә бит беҙҙең йөрәгебеҙгә ҡарай. Беҙҙең ғәмәлдәребеҙ тулыһынса беҙҙең уйыбыҙға бәйле. Яҡшы эштәр эшләүгә лә, насар эштәргә лә ниәт беҙҙе эске донъябыҙҙа ярала. Шуның өсөн дә тәсаууф фәне өйрәткәнсә, истиғфар, салауат, зекер ярҙамында йөрәгебеҙҙе таҙалап тороу бик мөһим.

Был матур кисәлә шәйех Әхмәд хажи Абдулаевтың бүләге – ғөмрәгә юллама уйнатылды. Өфө ҡалаһынан Эльмира Ғарипова кесе хажға барыу мөмкинлегенә эйә булды. «Был беҙҙең өсөн йән атып, дини тәрбиә бирергә тырышҡан ҡәҙерле өләсәйем һәм ҡартатайымдың доғалары, фатихаһы, тип уйлайым», – тип шатлығы менән уртаҡлашты бәхетле ҡатын.

Бәрәкәтле китапты башҡорт телендә нәшер итеүгә әҙерләүселәр ҙә үҙ тәьҫортаттары менән бүлеште.

 

 

 

 

«“Тәҡүәлеләр әҙәбе”н уҡыған һәр кемдең әхлағы яҡшы яҡҡа үҙгәрһен, тип ихлас доға ҡылам. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ кеүек, уның яратҡан сәхәбәләре кеүек күркәм холоҡло булырға насип итһен! Бөгөн милли телдәрҙең ҡулланыштан сыға барған осоронда, был китаптың йәштәргә башҡорт телен өйрәнеү өсөн дә файҙаһы ҙур булһын! Китап өҫтөндә эшләүселәргә һаулыҡ, именлек, оҙон ғүмер теләйем. Балаларығыҙ һеҙҙе ҡыуандырып торһон. Аллаһу Тәғәлә Әхирәттә беҙҙе Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Уның сәхәбәләре һәм вариҫтары, бигерәк тә Зәйнулла Рәсүлев, Мөхәммәтзакир хәҙрәттәр менән бергә тоташтырһын!» Әхмәд-хажи Абдулаев

 

 

 

 

 

Зөлфиә Ханнанова, китаптың мөхәррире: «Әс-сәләм» гәзите биттәрендә халҡыбыҙ күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған билдәле шәхестәр тураһында материал әҙерләгәндә, изге заттарыбыҙҙың тәржемәи хәле генә түгел, әйтеп ҡалдырған нәсихәте, кәңәштәре, нимәгә өндәгәне лә сағылһын, тип тырышабыҙ. Был мәғлүмәттәр бөртөкләп йыйылған алтынға бәрәбәр оло хазина ул беҙҙең өсөн! Һәм беҙҙең ерлектә йәшәгән дин әһелдәренең әйткән һүҙе «Тәҡүәлеләр әҙәбе» китабында яҙылғандар менән ныҡ оҡшаш. Сөнки беҙҙең руханиҙар ҙа борон-борондан нәфсебеҙ өҫтөндә эшләүгә, яҡшы әхлаҡҡа өндәгән.

Әлфиә Батталова, тәржемәсе: Биш йыл буйына «Әс-сәләм» гәзитендә эшләүем һәм бәрәкәтле китапты тәржемә итеүем – ул Аллаһтың бүләге. Китаптың ҡануни редакторы – башҡорт һәм ғәрәп телдәрен бөтә нескәлегендә белгән Азат Шәрипов булды (әле ул Янғантау мәсетенең имам-хатибы). Мин русса нәшер ителгән китапты башҡортсаға тәржемә иттем, ул ғәрәпсә яҙылған төп нөсхәһенә ҡарап, төҙәтмәләр индерҙе.

Аллаһу Тәғәлә биргән нурҙы, сафлыҡты, изге тойғоларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн, холоҡто төҙәтеү өсөн яҙылған был китап. Кеше үҙгәрергә мөмкин. Үҙемдән беләм: нәфсене, йөрәкте таҙартыу еңел түгел. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер яуҙан ҡайтҡас, сәхәбәләренә әйткән: «Кесе йыһат (һуғыш) тамам, алда ҙур йыһат тора». Сәхәбәләре, аптырап: «Ниндәй ҙур йыһат ул тағы?» – тип һораған. «Нәфсегеҙ менән көрәш», – тигән Рәсүл ﷺ. Ысынлап та, нәфсе менән алышыу анһат түгел. Нәфсе – шайтан, тигән халҡыбыҙ. Ул беҙҙең иң ҙур дошманыбыҙ! Мин һеҙгә ошо алышта гел еңеүсе булыуығыҙҙы теләйем. Аллаһу Тәғәлә китапты аңлап уҡырға ярҙам итһен, ҡәлебебеҙҙе асһын, йөрәгебеҙҙе нурлаһын! Ошо хеҙмәт Аллаһҡа яҡынайырға сәбәпсе булһын!

Бөйөк ғалимдарҙың хеҙмәтенә таянып яҙылған «Тәҡүәлеләр әҙәбе» нәфсене таҙартыу өсөн ҙур бер әсбап булып тора. Донъялағы иң мөһим эш – йөрәк, холоҡ тәрбиәһенә бағышланған был китапты ҡулға алып, таныша башлағас та, был хеҙмәттең туған телебеҙгә йөрәк менән тәржемә ителгәнен аңлайһың. Матур сарала ҡатнашыусы бер ҡунаҡтың әйтеүенсә, ул һәр мосолмандың өҫтәлендә, ҡәҙерле урында торорға, уҡылырға тейешле китап.

 

 

Светлана Ғәлиуллина репортажы

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә

Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң...


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


«Хажда үҙеңде Аллаһ ҡаршыһында итеп тояһың...»

Изге ерҙәрҙә оло хаж ғибәҙәтен имен-аман үтәгән мосолмандар төркөм-төркөм булып тыуған яғына ҡайта башланы. Бөгөн телевидение һәм радио журналисы, йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр изге ерҙәрҙә булып хаж һәм ғөмрә ғәмәлдәрен үтәп ҡайтҡан Морат Нәжип улы Лоҡманов менән ошо оло яуаплылыҡ талап иткән...