Быйыл хажда ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Быйыл хажда ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Быйыл хажда ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Йыл һайын Ислам динен тотоусы тиҫтәләрсә мең Рәсәй граждандары Мәккә һәм Мәҙинә ерҙәренә фарыз булған оло ғибәҙәтте үтәргә бара. Хаж ҡылыу миҙгеленә әҙерлек барышында беҙ исламдың ошо терәге менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышабыҙ.

 

2024 йылда хаж ҡылыусыларҙы ниндәй үҙгәрештәр көтә? Ошо хаҡта «Мәрүә-тур» хаж компанияһының генераль директоры Булат Ҡорбанов бәйән итә

 

Тәғәйенле рәсми ҡағыҙҙар һәм ваҡыты

«Хаж ҡылыу өсөн ғариза биреү ваҡыты үҙгәрҙе. Быйыл беҙ, изге сәфәргә сығыуға ай ярым ҡалғас, документтар ҡабул итмәйәсәкбеҙ, йәғни яҡынса март аҙағы – апрель баштарында ҡабул итеүҙән туҡтайбыҙ, – тип һөйләй Булат Ҡорбанов. – Был көндәрҙә һуңғы визалар биреләсәк.

Әгәр элек визаларҙы хажға ҡуҙғалыр саҡта алып булһа, хәҙер тапшырыу системаһы алдан, хаж миҙгеле башланғанға тиклем үк туҡтатыласаҡ. Был Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегенең талабы, һәм ул СҒК-нең хажға яҡшыраҡ әҙерләнеү теләге менән бәйле. Элек улар һуңғы мәлгә тиклем хаж ҡылыусылар һанын белмәй ине, сөнки визалар тығын әҙерләнде һәм шуға күрә ҡабул итеүсе яҡ Мина, Мөздәлифә, Ғәрәфәттә хаж ҡылыу урындарын тулы кимәлдә әҙерләй алманы. Хәҙер сәғүдиҙәр алдан әҙерләнеү өсөн ваҡыт ҡалдыра.

Ошондай үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тотоп, рәсми ҡағыҙҙарҙы ваҡытында өлгөртөр өсөн, 2024 йылда хаж сәфәренә йыйыныусыларға тәғәйен документтарҙы, мөмкин тиклем иртәрәк тапшырырға кәңәш бирер инем.

Кемдәрҙең сит ил паспорты юҡ икән, уларға мотлаҡ алдан хәстәрләргә кәрәк булыр, сөнки Сәғүд Ғәрәбстаны Короллеге талаптарына ярашлы, биометрик паспорт талап ителә. Ә уны әҙерләү ваҡыты ғәҙәти биш йыллыҡ паспорттыҡына ҡарағанда оҙа-ғыраҡ.

Легаль булмаған хаж ҡылыусылар

«Мәрүә-тур»ҙың генераль директоры белдереүенсә, Сәғү-диә илгә легаль булмаған хаж ҡылыусыларҙың инеүенә юл ҡуймау өсөн, саралар күрергә ниәтләй. Улар, рәсми рәүештә хаж визаһы буйынса килеүселәрҙең аныҡ һанын белер һәм башҡаларға үтергә юл ҡуймаҫ өсөн, Мина, Мөздәлифә, Ғәрәфәттәге террито-рияларҙы әҙерләү барышында, техник ҡоролмалар, турникеттар урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота.

 

Медицина ярҙамы күрһәтеү саралары

«Хаж ваҡытында ғибәҙәт ҡылыусы мосолмандарҙың һаулығына айырыуса иғтибар бүленә, – тип билдәләй Б. Ҡорбанов. – Сәғүд Ғәрәбстанының һаулыҡ һаҡлау йәһәтенән талаптары, хаж ҡылыусылар өсөн тәҡдимдәре бихисап. Әйткәндәй, хаж ҡылыусылар менингитҡа ҡаршы вакцина яһатырға тейеш, сөнки был ерҙәр – халыҡ күп йыйылған һәм сир йоҡтороу хәүефе юғары булған урындарҙың береһе булып тора. Бынан тыш, хаж ҡылыусыларҙың элек менингит менән зарарланған осраҡтары теркәлгән, шуға күрә ошо сирҙән прививка яһатыу – Һаулыҡ һаҡлау министрлығының төп талаптарҙың береһе».

«Беҙҙең тарафтан йыл һайын хажға юлланыусыларға медицина оҙатыуы ойошторола ине, – ти Булат Ҡорбанов. – Табиптар менән бергә алдан һатып алынған медикаменттар ҙа оҙатыла килде. Был, нигеҙҙә, тәү сиратта кәрәк булған медицина препараттары ине. Беҙҙең медицина бригадаһының бурысы – беренсе ярҙам күрһәтеү, ниндәйҙер ҙә булһа консультация биреү. Төп дауалау саралары Сәғүд табиптары иңенә йөкмәтелгән. Оло һәм бәләкәй хаж ҡылыусыларҙың бөтә медицина сығымдарын Сәғүд Ғәрәбстаны үҙ өҫтөнә ала. Был шулай уҡ операциялар, диагностик тикшереүҙәр һ.б. ҡағыла».

 

Алып йөрөтөү һәм транспорт мәсьәләләре

«Хажға виза алғанда түләгән хеҙмәтләндереү пакетына транспорт хеҙмәттәре лә инә. Һүҙ хажға барыусыларҙы аэропортта ҡаршы алыу, унан һуң уларҙы Мәҙинә отеленә, артабан Мәҙинәнән Мәккәгә, унан Минаға, Ғәрәфәткә, Мөздәлифәгә алып барыу хаҡында бара. Һанап үтелгән урындарға транспорт менән хеҙмәтләндереүҙе тулыһынса Сәғүд Ғәрәбстаны Короллеге ойоштора», – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала «Мәрүә-тур»ҙың генераль директоры.

 

Туҡланыу

«Туҡланыу сифатын урында үҙебеҙ үк контролдә тотабыҙ, – тип һөйләй Булат Ҡорбанов. – Килешеү төҙөү барышында аш-һыу әҙерләү урыны билдәләнә, тәғәйен ризыҡты Мина, Ғәрәфәт, Мөздәлифә ҡунаҡханаларына алып барыу мәсьәләләре хәл ителә. Беҙҙең вәкилдәр Сәғүд Ғәрәбстаны Короллеге туҡланыуҙы ойоштороусылар менән төҙөлгән килешеүҙең ни тиклем сифатлы үтәлеүен контролдә тота.

Рацион бер аҙна алдан һайланыла, бер үк ризыҡ ҡабатланмаһын өсөн, ассортимент раҫлана. Аш-һыу әҙерләү барышы беҙҙең хеҙмәткәрҙәр күҙәтеүе аҫтында булһа ла, ҡайһы берҙә проблемалар килеп тыуа. Тәғәйен ризыҡтың күләме буйынса аҙыраҡ йәки сифатһыҙ булыуы мөмкин. Ҡайһы берҙә раҫланған меню урынына икенсе ризыҡтар әҙерләнеүе лә ихтимал. Беҙгә был проблемаларҙы урында хәл итергә тура килә».

 

Гидтар әҙерләү

«Хаж ҡылыусыларҙы оҙатып йөрөүсе гид сифатында барырға теләүселәр бик күп. Уларҙың барыһы ла алдан ғариза бирә. Һуңынан гидтар аттестация үтеп, имтихандарҙы уңышлы тапшырғандан һуң, квалификация күтәреү буйынса уҡыу курсы үтергә тейеш. Төп талаптар: хаждың ҡануни аспекттарын белеү, кешеләр менән эшләү тәжрибәһе, хаж йолаларын үҙ аллы башҡарыу практикаһы булыу, үҙ төркөмөндәге кешеләр өсөн яуаплылыҡ алырға ҡурҡмау; тағын да ғәрәп телен белеү ҙә мотлаҡ. Йыл һайын аттестация ҡатыраҡ үтә һәм шуға ла беҙ ыңғай һөҙөмтә күрәбеҙ, гидтарҙың да эшмәкәрлек сифаты камиллаша бара».

 

Кире бәйләнеш

«Беҙ мессенджерҙарҙа төр-көмдәр ойошторабыҙ, хаж ҡылыусыларҙың һәр төркөмө өсөн айырым һәм етәкселәре өсөн икенсе төркөм. Өҫтәүенә һәр хаж ҡылыусы туранан-тура компанияға, йәки телефон аша мессенджер аша бәйләнешкә инә ала. Ләкин, ҡағиҙә булараҡ, төп бәйләнештә торған кешеләр булып гидтар тора, улар хаж ҡылыусыларҙан кире бәйләнеш ала һәм уны компанияға тап-шыра».

 

Хәсән Мәхмүтов

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...